Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Остоҡай һәм Орсоҡай исемле ике сысҡан менән Яңғыраубай исемле әтәс. Сысҡандарҙың барлыҡ шөғөлө йырлау ҙа бейеү, шаярыу ҙа көлөү икән. Ә әтәс таң һарыһы беленеү менән тора ла бөтәһен дә зыңлап торған тауышы менән ҡысҡырып уята һәм эшкә тотона, ти.
Бер көндө ишек алдын һепереп йөрөгәндә ерҙән бойҙай башағы табып ала.
— Остоҡай, Орсоҡай, — тип саҡырып алған уларҙы Яңғыраубай. — Ҡарағыҙ әле, бына мин нимә таптым!
Сысҡандар йүгереп килеп еткәндәр ҙә:
— Башаҡты һуғып, бойҙайын йыйып алырға ҡәрәк! — тип ҡысҡырып ебәргәндәр бер тауыштан.
— Ә кем һуғыр? — тигән Яңғыраубай.
— Тик мин түгел! — тигән береһе.
— Тик мин түгел! — тигән икенсеһе.
— Ярай, — тигән әтәс, — үҙем һуғырмын.
Яңғыраубай эшкә тотонған. Ә сысҡандар уйындарын дауам иткән.
Әтәс башаҡты һуғып, бойҙай әҙерләгән һәм сысҡандарҙы саҡырған:
— Әй, Остоҡай, әй, Орсоҡай, ҡарағыҙ әле, бер башаҡтан күпме бойҙай сыҡты!
Сысҡандар йүгереп килгәндәр ҙә бер тауыштан:
— Ә хәҙер бойҙайҙы тирмәнгә алып барып, он итеп тарттырып алырға кәрәк! — тип ҡысҡырып ебәргәндәр.
— Ә кем алып барыр? — тип һораған әтәс.
— Тик мин түгел! — тигән Остоҡай.
— Мин дә түгел! — тип ҡысҡырған Орсоҡай.
— Ярай, тирмәнгә үҙем барырмын, — тигән Яңғыраубай.
Бойҙай һалынған тоҡто әтәс тирмәнгә алып киткән.
Ә был мәлде сысҡандар тәкмәс ата-ата уйнайҙар, күңел асалар, ти.
Әтәс тирмәндән ҡайтҡас, сысҡандарҙы үҙе янына саҡыра икән:
— Остоҡай, әйҙә! Орсоҡай, әйҙә! Мин ондо алып ҡайттым!
Сысҡандар йүгереп килеп етер-етмәҫтән әтәсте маҡтарға керешкәндәр:
— Эй, шәпһең дә инде үҙең, Яңғыраубай! Ай-ай, шәпһең! Ә хәҙер ҡамыр баҫырға ла бәлеш бешерергә кәрәк!
— Кем ҡамыр баҫа? — тип һораған әтәс.
Ә сысҡандар икеһе лә бер тауыштан:
— Тик мин түгел! — тип сыйылдаған Остоҡай.
— Тик мин түгел! — тип сыйылдаған Орсоҡай.
— Ярай, тағы үҙемә эшләргә тура килә инде!
Әтәс ҡамыр баҫҡан да утын әҙерләп, мейес яғып ебәргән. Мейес әҙер булғас та ҡамырҙан бәлеш яһап, бешерергә ҡуйған.
Ә сысҡандар һаман рәхәтләнеп күңел асҡандар. Улар йырлайҙар, бейейҙәр икән.
Шул арала бәлеш бешеп тә сыҡҡан. Әтәс бәлеште мейестән алыуы булған, сысҡандар йүгерешеп килеп тә еткән.
— Эй, асыҡтырған бит, әй, — тигән Остоҡай.
— Эх, ҡорһаҡ асҡан бит, — тип сыйылдап ебәргән Орсоҡай.
Әрһеҙләшеп өҫтәл артына инеп тә ултырғандар, ти.
— Тороп тороғоҙ әле! Тәүҙә әйтегеҙ: кем башаҡты тапты?
— Ьин таптың! — тип ҡысҡырғандар сысҡандар.
— Ә кем уны тартып он итте? — тип һораған Яңғыраубай.
— Һин... — тигәндәр улар тауыштары сығыр-сыҡмаҫ.
— Кем ҡамыр баҫып, бәлеш яһаны? Утын ташыны? Мейес яҡты? Бәлеш бешерҙе? Ә?
-Һин.Һин. Бөтәһен дә һин эшләнең...-тигәндәр Остоҡай менән Орсоҡай ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Һәм күҙ асып йомғансы өҫтәл аҫтындағы иҙән ярығына инеп юғалғандар.