Башҡортостан. Земфира Әхмәҙуллина

Башҡортостан
автор Земфира Әхмәҙуллина
Сығанаҡ: Ғәзиз ерем — Ерегем. — Өфө: "Матбуғат донъяһы" нәшриәте, 2009. 200 б.


Башҡортостан



Башҡортостан, һинең күкрәгеңдә
Нисә быуын ғүмер ителгән.
Шатлығы ла булған, ҡайғыһы ла,
Ләкин халҡым күндәм кисергән.

Нисә төрлө милләт йәшәй һиндә,
Барыһы татыу йәшәй илемдә.
Ғорурланам, башым түбән эймәм,
Һөйләшәмен башҡорт телендә.

Ҡара көстәр ябырылһа һиңә,
Ғорур халҡым башын эймәгән.
Әйтерһең дә батыр Салауатым
Беҙҙең бәхет өсөн үлмәгән.

Башҡортостан, һине ҙурлап,
Шиғыр-йырҙар бәйән итәләр.
Башҡортостан, һинең тамырҙарың
Үткәндәргә алып китәләр.

Бөйөк Ғафурийы тыуған һиндә,
Ижад иткән «Ҡара йөҙҙәр»ҙе.
Ғәлимә менән Закир яҙмыштары
Тетрәндермәй ҡалмай кемдәрҙе?!

Башҡортостан, мин дә һинең балаң,
Тамырҙарым — башҡорт ерендә.
Тыуған ерҙән ситтә йәшәһәм дә,
Ижад итәм тыуған телемдә.