Башҡортостан. Фәүзиә Ҡотлогилдина

Башҡортостан (Шиғыр)
автор Фәүзиә Ҡотлогилдина



Башҡортостан


           
Рәсәйемдең ҡуйынында
Тыуған илем Башҡортостан,
Уның йылы ҡосағына
Бик күп төрлө милләт һыйған.

Береһе лә үгәй түгел,
Барыһына ғәзиз әсә,
Уңдырышлы тупрағынан
Һуттар алып улар үҫә.

Бер милләт тә юғалмаған
Башҡортостаным эсендә.
Һәр бер кеше һөйләшә лә,
Һәм йырлай ҙа үҙ телендә.
 
Тәбиғәте гөл баҡсалай,
Урмандар күп, ҡая тауҙар.
Ни теләйһең, барыһы бар,
Йәйрәп ята киң баҫыуҙар.

Башҡа яҡта оҙаҡ йөрөп,
Башҡортостаныма керһәм,
Алыҫтан уҡ күренә бит
Республикам ниндәй күркәм!

Ауылдарҙа матур өйҙәр,
Шифалы шишмәләр һыуы,
Һағындыра хатта уның
Һулай торған саф һауаһы!

Баҫыуҙарҙа иген үҫә.
Тирә-яҡта киң туғайҙар,
Ғәзиз еремде һуғарып
Ағып ята күп йылғалар.

Дуҫлыҡ иле Башҡортостан,
Ожмах иле Башҡортостан,
Ошо илемде һағынам
Әҙ генә мин ситтә торһам.

Илем йөрәге ҡалалар
Республикама көс бирә,
Башҡаламда зыялылар
Тыуған илемә төҫ бирә.

Ҡунаҡсыл булыуы менән
Рәсәйҙә ҙур урын тота,
Халыҡсан бейеү, йырҙары
Донъяға данын тарата.

Һине маҡтап туялмайым,
Тыуған илем Башҡортостан,
Донъялағы матурлыҡтың
Барыһынан өлөш сыҡҡан.

Әлеге булған даныңды
Һаҡла, илем Башҡортостан,
Башҡорт иле һәр ваҡытта
Бар халыҡҡа булыр дуҫтан!