Башҡорт мифологияһы. Айыу

Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8


АЙЫУ. Диалекттарҙа, халыҡ ижады әҫәрҙәреңдә айыуала, айыу батыр, айыу абзый, бабай, олатай, айыу ата исемдәре менән йөрөй. Башҡорт мифологияһында айыу ырыу башы, тотем, ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы итеп бирелә. Ул мифтарҙа кешеләрҙән айыуҙарға, айыуҙан кешегә әйләнгән, йәки айыу менән кеше араһындағы енси мөнәсәбәт арҡаһында барлыҡҡа килгән зат. Ышаныуҙар буйынса, айыу - изге зат. Шуның өсөн айыуҙың тырнаҡтарын, тешен, майын бала, өй һаҡлау магияһында ҡулланғандар. Мәҫәлән, бишеккә мотлаҡ айыу тырнағын, тешен элгәндәр. һунарсылар ҙа биленә айыу, бүре тырнағы тағып йөрөгән. Айыу майын ишектәргә, ҡапҡаларға яман заттар, сихыр үтмәһен тип һөрткәндәр. Малды һаҡлау, үрсетеү ниәте менән кәртә-ҡураға айыу башын күмгәндәр. Уңышлы һунарҙан һуң «Айыу байрамы», «Айыу туйы» тигән йолалар атҡарғандар. Был байрамдарҙа айыу тиреһе ябынып бейегәндәр, тирегә бесән тултырып, уны айыу ҡиәфәтендә баҫтырып ҡуйғандар, айыу һыны эргәһендә көрәш, йыр-бейеү ярыштары үткәреү йолаһы булған.

Башҡорт ышаныуҙарында айыу - изге, яҡшы зат ҡына түгел. Мәҫәлән, «Урал батыр» әкиәтендә, ата һүҙен тыңламаған Шүлгән, ҡан эсеп айыуға әүерелә. Төш юрауҙарҙа ла, айыу күрһәң һүҙ ишетәһең, тиелә.

Килеп сығышы яғынан айыу тӨрки сығанаҡлы ajiy һүҙенә бәйле.