Башҡорт мифологияһы. Ай, Ай тәңре

Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8


АЙ, АЙ ТӘҢРЕ. Диалекттарҙа Ай тәңреһе, Төн хужаһы, Тән эйәһе исемдәре менән йөрөй. Башҡорт мифологияһында күктәге тәңрепәрҙең береһе. Ҡайһы бер мифтарҙа Ай тәңре ир-ат, икенселәрендә ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә бирелә. «Урал батыр» эпосында Ай күк һәм ҡоштар тәңреһе Самрауҙың ҡатыны, Айһылыу исемле ҡыҙҙың әсәһе. «Ай менән Зөһрә» һәм башҡа легендаларҙа Ай йәберләнгән ҡыҙҙы ҡотҡарыусы егет итеп һүрәтләнә. Ай тәңреһе менән бәйле башҡорттарҙа бик күп ышаныуҙар, тыйыуҙар йәшәй. Мәҫәлән, ҡыҙ биреү, килен алыу, баланың тәүге сәсен алыу, тырнаҡтарын киҫеү ай башында башҡарылған. Яңы ай күргәндә үҙҙәренә, бала-сағаларына, мал-тыуарына иҫәнлек-һаулыҡ именлек теләгәндәр:

«Ай күрҙем аман менән,

Ауыҙым тулы иман менән.

Итәгем тулы бала менән,

Кәртәм тулы мал менән,

Ошо айҙа вафат булһам,

Үткәр, хоҙайым, иман менән».

Ошо һүҙҙәрҙе башҡорттар әле лә әйтәләр һәм иң изге теләктәр геләйҙәр. Башҡорт ышаныуҙарында Ай төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итеүсе зат та. Мәҫәлән, һөйәл сыҡҡанда: «Ай, ҡайҙа һинең тәтәйең, бына минең тәтәйем», - тип һөйәлде айға күрһәтһәң, һөйәл бөтә икән.

Бала-сағаларын, йәш-елкенсәкте: «Тулы айға ҡарама, диуана булырһың», - тип тыйғандар. Ай тәңренең һаҡлауына, яҡлауына ышанып, балаларына Айбулат, Айтуған, Айһылыу һ.б. «ай» элементлы исемдәр ҡушҡандар

Ай һүҙе башҡорт телендә тыуған ай, ай башы, ай битен йыуа, ай күрҙе, ҡояш алды, ай ҡолаҡланыу, ай тотолоу, ай ҡалҡыу, ай алған кеүек һүҙбәйләнештәрҙә; үрҙә әйткәнсә, Айһылыу, Айбикә, Айбулат, Ай¬солтан, Айым, Айгөл, Айнур, Айгиз һымаҡ кеше исемдәрендә осрай.

Үрҙә килтерелгән һүҙбәйләнештәр буйынса, Ай башҡорттар өсөн йәнле, изгелекле бер зат. Ул «тыуа», «күрә», «ҡалҡа», «тотола», «ала», «йылмая». Айҙың кешенеке кеүек, «башы», «күҙе», ҡолағы» бар икән.

Ай тәңрегә табыныу төркиҙәрҙең шаманист һәм мани динен тотоусыларына хас булған. Төрөк профессоры Баһаетдин Өгөл яҙыуынса, әгәр борон Күк һәм Ҡояш төркиҙәр өсөн мөһим булһа, мани динен ҡабул иткәс, төп урынды Ай ала. Элек улар күкте тәңре тиһә, мани дине ингәс, Ай тәңрегә табына башлай. Башҡорттарҙың мани динендә булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Шуға ла уларҙың Ай тәңрегә ышаныуҙары шаманист булған осорҙан ҡалғандыр тип, фараз итеп була.

Ай тәңре атамаһы килеп сығышы яғынан боронғо төркиҙәрҙең Ай тәңреһе исеме менән бәйле. Яҙма ҡомартҡыларҙа ла Ай тәңре (ai tar|ri) исеме сағылыш тапҡан.