Баҫыуҙа(шиғыр). Сафуан Әлибай

Баҫыуҙа (Шиғыр )
автор Сафуан Әлибай
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Баҫыуҙа


 Йылтырашып, сылтырашып
 Ағып та китте ҡарҙар.
 Ҡар аҫтында яҙ ҡышлаған —
 Йәм-йәшел икән ҡырҙар.
 Йәшел ужым диңгеҙенең
 Урман ситендә яры.
 Еләҫ елдәр иҫкән һайын,
 Тулҡындар таша барҙы.
 Ерҙе ямғыр ҡойондорҙо,
 Елберләп бейеп кенә.


1996 йыл