Белгем килә(шиғыр). Миңлеяр Дилмөхәмәтов

Белгем килә ( шиғыр )
автор Миңлеяр Дилмөхәмәтов
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Белгем килә


Белгем килә, белгем килә,
Ҡайҙан сығып, ел иҫә?
Һорауҙарым тыуып тора
Бер-бер артлы, бер нисә.
Ҡояш байып йоҡлағас та,
Ҡайҙа була нурҙары?
Йылға аға бер туҡтамай,
Ҡайҙа китә һыуҙары?
Һыйыр ашай йәшел үлән,
Һөтө ниңә аҡ була?
Белмәгәнем әлегә күп,
Белгәндәрем саҡ ҡына.
 
 


2006 йыл