Беләкме, белемме? Гүзәл Ситдиҡова

Беләкме, белемме?


Дуҫтарым күп, бик күп минең,
Көтөп кенә алалар,
Өйгә эште күсерт тиеп
Шундуҡ хәбәр һалалар.
Күсертәм инде, нишләйһең,
Тос Ирмәктең йоҙроғо,
Ә Вәдүт ошо Ирмәктең
Йән дуҫы – иң тоғроһо.
Хәбирҙең дә ағаһы бар,
Яҡлай гел-гел ҡустыһын,
Елкәлә татығаным бар –
Алдамайым остоғон.
Рәхәдилдең теле әсе,
Әҙер генә көлөргә,
Мөмкин уның мыҫҡылынан
Ғәрлегеңдән үлергә.
Йоҙроҡ менән улар мине
Йыға ала, әлбиттә.
Ә мин меңде белем менән
Йығыр мәлемде көтәм.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.