Беренсе май(шиғыр). Фәүзиә Рәхимғолова

Беренсе май (Шиғыр)
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Беренсе май


 Майҙың байрамдары күп,
 Майҙың шатлыҡтары күп,
 Майҙың сәскәләре күп —
 Балҡып тора зәңгәр күк!
 Шарҙар оса елпелдәп,
 Күгәрсендәр гөрләшә,
 Ал байраҡтар тулҡынып
 Елдәр менән серләшә.
 Беренсе май байрамын
 Яратам мин, яратам,
 Дуҫтар менән бер сафта
 Йырлап барам парадта:
 Еребеҙҙе һаҡларға
 Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.
 Атһын өсөн ал таңдар,
 Ҡанат булһын тыныслыҡ!
 Ҡанат булһын тыныслыҡ!


1996 йыл