Бесәй ниңә ҡар ашамай. Гүзәл Ситдиҡова

Бесәй ниңә ҡар ашамай



Тәүге ҡарҙа эҙен һалып
Үткән беҙҙең Мыраубай,
Ҡурҡмай бит әле һыуыҡтан,
Ҡурҡмай бер ҙә ҡырауҙан.
Ямғырҙа ла сығып китә,
Сыныҡҡан бесәй бик ныҡ,
Күңелле йөрөй шуға гел,
Үҙе шаян, үҙе шуҡ.
Шар һикертһәм килеп етә,
Алып ҡасып йөҙәтә,
Әле боҫоп, өй артында
Әллә нимә күҙәтә.
Шәкәр кеүек татлы йәш ҡар,
Һурып туйҙым танһыҡҡа,
Мыраубай алдына һалдым –
Ашаһын сысҡан юҡта.
Тик Мыраубай ҡырын ҡарап,
Ашаманы һыйымды,
Минән ҡасып өй артына
Бер мөйөшкә һыйынды.
Иртән ауырып уяндым,
Ангина, ти – ғәләмәт,
Ә бесәйем уйнап йөрөй,
Ә бесәйем – сәләмәт.
Үҙ телендә әйтә миңә:
- Ҡар ашаның - бөлдөңмө,
Минең ниңә йәшенгәнде
Хәҙер инде белдеңме?!


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.