Беҙҙең бабай(шиғыр). Баязит Бикбай

Беҙҙең бабай (шиғыр )
автор Баязит Бикбай
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Беҙҙең бабай


Ҡыш бабай, йәшел санаға
Пар аттар егеп,
Буран туҙҙырып далала,
Әй, килә елеп.
Башында осло аҡ бүрек,
Өҫтөндә аҡ тун,
Ауыҙ йырып килә көлөп,
Күңелле ҡарт ул!
Йәшел санаға һалған ул
Уйынсыҡ аттар,
Алма, туп, маймыл, күбәләк,
Ҡаҙ, самолёттар...
Ҡуяндар аптырап ҡала,
Юлдарға сығып:
— Ҡайҙа бара һуң Ҡыш бабай,
Шул һынлы сабып?
 
 


1988 йыл