Беҙ икебеҙ ике төрлө. Тамара Искәндәриә

Беҙ икебеҙ ике төрлө (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Беҙ икебеҙ ике төрлө


Беҙ икебеҙ ике төрлө,
Төрлө донъянан.
Мин тик утын һинең утта,
Янам да янам.

Яндырып мине, юҡ итеп
Һин тик дөрләйһең.
Ә булмаһам, һин һүнәһең,
Шуға шөрләйһең.