Беҙ ҡайтырбыҙ. Али Карнай

Беҙ ҡайтырбыҙ
автор Али Карнай
Сығанаҡ: https://kitaptar.bashkort.org/book/395


Сәғидуллин пожар лапаҫы алдындағы мискәләрҙең береһенә һөйкәлде лә, алдында торған халыҡ диңгеҙенә ҡарап, ярты ғына минутҡа тын ҡалды. Халыҡ та тын тора ине. Ауыл өҫтөндә яҙ көнө генә була торған йәмле, яңғырауыҡлы шау-шыу гөрләй. Йәш быҙауҙар баҡыралар, һаламлыҡтарҙа малайҙар ҡояш ҡыҙыуы аҫтында рәхәтләнеп шаяралар, аунайҙар. Баҫыуҙарҙа, ҡалҡыу урындарҙа ирегән ҡарҙан пар күтәрелә. Пожар лапаҫы башынан шылт-шылт итеп һуңғы тамсылар тамалар. Иртә яҙҙың иң күңелле ваҡыты хәҙер. Тын алыуы шундай рәхәт, шундай иркен — әллә игенлектәрҙән, тау баштарынан күтәрелгән парҙар күкрәккә килеп инеп шундай иркенлек, рәхәтлек бирәләр инде!

Сәғидуллин күкрәген нығыраҡ киреп, нисек тә күберәк һауа һуларға теләгән һымаҡ, тәрән һулыш ала. Алдында торған кешеләрҙең йөҙҙәренә ҡарай.

«Ни уйлайҙар икән был кешеләр? Улар минән ниндәй һүҙҙәр көтәләр һәм миңә ниндәй яуап әҙерләйҙәр? Был бер нисә йөҙ кешенең уйы барыһының да бер түгелдер, әлбиттә. Бына был минең алда торған Әхмәдулла мулла Хәлитов. Кәүҙәһе бер аҙ бөкөрәйә төшкән. Уның зәңгәр күҙҙәре бер кемгә лә түгел, ә халыҡ өҫтөнән алыҫҡа, ауыл эргәһендәге тауҙар яғына ҡарап торалар. Ләкин ул башын аҙ ғына ҡыйшайтып, һис бер һүҙҙе ысҡындырмай йотолоп тыңларға әҙер тора. Ул ҡама бүректе баҫып уҡ кейгән. Уның ҡиәфәте шундай, әйтерһең, ул осраҡлы ғына тыңлаусы, әйтерһең, ул бындай эштәргә актив ҡатнашмай торған «алла бәндәһе»...

Шулай уйлай Сәғидуллин һәм Әхмәдулла мулланың йыуаш кеше түгел икәнен яҡшы белә. Бынан бер генә ай элек волость земствоһын һәм волость продовольствие управаһын таратҡанда был урындарға оялап алған күп кенә байҙар, поптар, муллалар менән бергә ошо Әхмәдулла мулла ла советҡа бик ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Ул саҡта уның большевиктар тураһында һөйләмәгән бысраҡлыҡтары ҡалмағайны. Ана, уның эргәһендә Вафа, Сәлимгәрәй байҙар баҫып торалар. Уларҙың Сәғидуллинға ниндәй яуап әҙерләп торғанлыҡтары билдәле.

Ә халыҡ өйкөмөнөң ситендә баҫып торған туҙған бишмәт, йыртылып бөткән бүрек, сабата кейгән кешеләр, шинелдәре туҙып бөткән фронтовиктар — былар инде башҡасараҡ. Уларҙың ҡиәфәтендә асыулы арығанлыҡ, бөтә тирә-яҡтағы барлыҡҡа һораулы ҡарау күренеп тора. Былар — эшкә, һабан-һуҡа артынан йөрөүгә һыуһаған кешеләр. Хәҙер бына ҡалҡыулыҡтарҙан күтәрелә торған, ҡара тупраҡ еҫе менән һуғарылған парҙар бигерәк тә бына ошо кешеләрҙең танауҙарын ҡытыҡлай торғандыр әле. Улар бит дүрт йылға һуҙылған һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын, ғазаптарын үҙ елкәләрендә үткәргән кешеләр. Улар һис шикһеҙ тыныс хеҙмәт тураһында уйлайҙар булырға тейеш...

— Иптәштәр! — ти Сәғидуллин, ярты минут самаһы тын торғас, уның алдында баҫып торған халыҡ һиҫкәнеп киткәндәй була. Баштар ҡуҙғалып ҡуялар, кешеләр, тыңларға әҙерләнеп, аяҡтарын алмаштырып баҫалар. Тик яҡыныраҡ торған кешеләр араһында ғына һис бер төрлө хәрәкәт һәм йөҙҙәрендә һис бер үҙгәреш юҡ. Улар һаман шул мөһабәт, тәкәббер ҡиәфәттә баҫып торалар.

— «Һөйләп ҡара әле, ни һайрарһың икән»,— тигән, һымаҡ ҡиәфәт менән торалар улар.

— Иптәштәр! Беҙ, бөтә Россиялағы хеҙмәт кешеләре, буржуазия гидраһының башын өҙөп, пролетариат диктатураһы урынлаштырҙыҡ. Иптәш Ленин, большевиктар беҙгә азатлыҡ юлын күрһәттеләр. Беҙҙең ярлы халыҡ өсөн берҙән-бер юл, ул да булһа — коммунизм, иптәштәр! Бөтә илдә хәҙер совет власы урынлашты. Беҙҙең Күлбаш волосында, үҙегеҙ беләһегеҙ, власть пролетариат ҡулында, волревком ҡулында. Ауылдарҙа советтар һайлана...

Сәғидуллиндың телмәре ошо урынға еткәндә, Әхмәдулла мулла хәрәкәткә килде. Ул бөкөрәйгәнерәк арҡаһын турайтырға теләгән һымаҡ булды, ике аҙым бер яҡҡараҡ атланы һәм, Сәғидуллинға ҡырыныраҡ ҡына ҡарап:

— Ә беҙҙә булғаны юҡ әле ул һинең советыңдың һәм, алла бойорһа, булмаҫ та, тип уйлайбыҙ! — тине.

Мулланың һүҙе Сәғидуллинды ҡаушатыуға, уның фекер ебен юғалтыуға йүнәлтелгәйне. Ләкин Сәғидуллин был һүҙҙән һуң тауышын нығыта төштө, мәсьәләнең конкрет яғына күсте. Мәсьәләне конкретлаштырыу өсөн был бик ыңғай тура килде.

— Был беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел! — тине Сәғидуллин.— Әхмәдулла хәҙрәт, һеҙҙең һәм һеҙҙең байҙарығыҙҙың тырышлығы арҡаһында, Иҙелбай ауылында һаман да әле совет ойошторолмағанлығын беҙ бик яҡшы беләбеҙ! Ләкин ауыл ярлылары быға түҙеп тора алмаясаҡтар. Оҙаҡламай сәсеү етә, Әхмәдулла мулла элеккесә бер үҙе илле десятина сәсер, ә Сәлимгәрәй бай бер үҙе йөҙ десятина ер биләр тип уйлайһығыҙмы ни? Ярлыларға ярҙам ойошторорға кәрәкме? Әллә улар һаман да Сәлимгәрәй, Вафалар ҡул аҫтында иҙелергә тейештәрме?

Бына ошо ваҡытта сходтың тыныслығы юғалды. Мискә эргәһендә торған байҙар мөһабәтлектәрен, тәкәбберлектәрен юғалттылар. Ҡулдар йыш күтәрелделәр. Кешеләр Сәғидуллин тураһында бөтөнләй онотҡандар кеүек булды — үҙ-ара талаш китте. Өҫтөнә фронттан алып ҡайтҡан туҙған шинель, башына ҡуян папаха кейгән, ас яңаҡлы, төпкә үк батҡан күҙле бер фронтовик әсе тауыш менән яңғыратып:

— Сәлимгәрәй байҙың ауыҙына сүбек тығыр ваҡыт етте инде, егеттәр! Беҙ фронтта окоптарҙа сереп яттыҡ. Улар бында майҙарына һыйыша алмайҙар! Довольно! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был һүҙҙәр утҡа һипкән кәрәсин һымаҡ булдылар. Тауыш тағы ла көсәйә төштө.

Шунда Әхмәдулла мулланы өйөнә ҡайтырға саҡырып килделәр. Мулланың ялсыһы мари егете Күгебай хужаһының ҡолағына ғына: — Бер урыҫ килгән, мулла абзыкай, сине сураша,— тине.

Әхмәдулла мулланың киткәнен һиҙеүсе лә булманы — ул оҙаҡламай боролоп та килде. Ул килгәндә, Сәлимгәрәй бай һөйләргә тырышып:

— Совет тигәндәре була икән, коммунистарҙан башҡа булһын — үҙебеҙҙең кешеләрҙе, мосолман кешеләрҙе генә ҡуйырға булһын! Беҙгә оҙон сәслеләр ҙә тар балаҡтар кәрәкмәй! — тип ҡысҡыра ине. Әхмәдулла мулла халыҡты тынысландырырға аҙапланған Сәғидуллиндың алдына, бик ашығып, килеп баҫты.

— Йәмәғәт! — тине ул ҡулын күтәреп,— мин уйлап, уйлап торҙом да әле, шундай уйға килдем — ниңә инде беҙгә тартышырға? Бөтә урында булған совет власы беҙҙә генә булмай ҡалмаҫ! Төшөрәйек старостабыҙҙы, һайлайыҡ совет тигәнен! Кем риза булыр икән беҙҙә совет булып торорға? Риза булыр кеше табылһа, тотайыҡ та һайлайыҡ. Үҙе сығып әйтһен, кем риза?

Бер минут ваҡыт үтте. Халыҡ тынып ҡалды. Мулланың бындай ҡыланышын һис аңлай алманылар. Был тирәлә большевик, Ленин, коммуна тигән һүҙҙәр ишетелә башлау менән, көнө-төнө сапҡан, был һүҙҙәрҙе һис тыныслыҡ менән ишетә алмаған Әхмәдулла мулла ауыҙынан «совет һайларға кәрәк!» тигән һүҙҙе ишетеү кешеләргә әллә нисек тойолдо. Был һүҙҙәрҙе ысынғамы, әллә ялғанғамы алырға белмәнеләр. Бына ошо тыныслыҡ эсендә кемдер:

— Закирҙы һайларға кәрәк совет башлығы итеп! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Халыҡ был тәҡдимде күтәреп алды: «Правильно», «Закир булһын», «Үҙ кеше!» тигән тауыштар ишетелде. Әйтерһең, халыҡ Закирҙың исеме сыҡҡанды ғына көтөп торған. Күҙҙәр Закирҙың үҙенә йүнәлделәр. Ә урталараҡ, мискәнән алыҫ түгел генә, баҫып торған Закир:

— Мин ни, халыҡ һайлаһа, ҡаршы түгелмен! — тине. Шулай итеп эш, һис көтмәгәндә, бөтөнләй икенсе яҡҡа боролоп китте. Сәғидуллин тарафынан ойоштороп ҡуйылған ярлылар группаһының әҙерләгән кандидатураһын һайлау тураһында хәҙер уйларға ла мөмкин түгел ине. Сөнки йыйылған халыҡ Закирҙы күтәреп алды.

— Дөрөҫ, Закирҙы һайлайыҡ!

— Һуйған да ҡаплаған инде, шул совет башлығы булырлыҡ та!

— Әхмәдулла мулланыҡы дөрөҫ! — тиештеләр. Мулланың ҡапыл ғына совет яҡлы булып китеүенең хикмәте тураһында Сәғидуллин менән ярлылар активынан башҡа хәҙер уйлаусы бер ҙә юҡ ине буғай инде. Ләкин Сәғидуллинды был хәл бик борсоно. Был эштең тәрән мәкерле бер хәйлә булыуында, мулланың ниндәйҙер тирә-яҡлап уратыу маневры яһауында ул һис шикләнмәй ине. Һис көтөлмәгәндә булған ваҡиға Сәғидуллинды ҡаушатты. Ул Закирҙың кандидатураһын тикшерергә тотондо.

«Бәлки кулак ялсыһын тығырға әйтәләрҙер... Мулла тарафынан яһалған маневрҙың хикмәте, бәлки, шулдыр...» тип уйланы Сәғидуллин һәм халыҡҡа ҡарап:

— Ирек үҙегеҙҙә, иптәштәр,— тине.— Ләкин кемде һайлағанды белеп һайларға кәрәк. Бер әсмуха сәйгә ҡыҙығып байҙарға һатылған һатлыҡ йән булмаһын. Мин Закир иптәште белмәйем, бәлки, ул бик яҡшы кешелер... үҙегеҙ бик нығытып, тикшереп һайлағыҙ... Кем уны яҡшы белә: намыҫлы кешеме? Ярлы халыҡ файҙаһын күҙәтерлекме?

Аяғына киң һәм ҡыҫҡа ҡуңыслы һалдат итеге, өҫтөнә киндерҙән һырып эшләнгән ҡыҫҡа һырма һәм башына һоро һалдат бүрке кейгән мыҡты ғына бер кешене күрһәтеп, Сәғидуллинға:

— Ана шул инде ул Закир! —тинеләр. Закирҙы маҡтап бер нисә кеше һөйләне.

— Фронтовик үҙе!

— Уңған егет!

Сәғидуллин активистар менән күҙгә-күҙ ҡарашып алды — ләкин бер кемдең дә йөҙөндә протест әҫәре күрмәне.

Сходтың аҙағында мулла ерән, һирәк һаҡалын бармаҡтары менән аралаштырып һәм киң йылмайып:

— Бына, Ғиндулла туған, мәсьәләне нисек тиҙ хәл иттек! Ә һеҙ беҙҙе ситләтергә тырышаһығыҙ! Ҡайҙан беләһең — бәлки минән дә ысын күңелле советский кеше юҡтыр! Минең тик, беҙгә кәңәшләшмәй эшләгәнгә генә, асыу килә. Улай тотҡан урындан ғына һындырырға ярамай, ҡустым!—тине.

Әхмәдулланың һуңғы һүҙҙәре комиссар Ғинди Сәғидуллиндың йөрәгенә уҡ булып барып ҡаҙалдылар. Сөнки ул был һүҙҙәрҙең тәрән рыя һәм бик ҡаты дошман күреү менән әйтелгәнлеген һис еңеп булмаҫлыҡ бер нескә һиҙеү менән аңлай ине. Сәғидуллинды әсе үкенеү тойғоһо яфаланы:

— «Ни өсөн мин йыйылышты кисектермәнем? — тип уйланы ул, — кисектерергә лә, тикшереп, соҡсоноп ҡарарға ине! Кем ул Закир тигән кеше? Ни өсөн ул үҙе үк риза булып тора?»

Әле генә совет һайлау йыйылышы булып үткән Иҙелбай ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта торған Һабаш ауылына барып еткәнсе, Сәғидуллин шундай шикләнеүҙәр, үкенеүҙәр, үҙен-үҙе әрләү менән мәшғүл булды. Ул һабашта байҙарға һалынған контрибуцияны түләтеү мәсьәләһе буйынса бара ине. Ләкин унда Ишмәмәт тигән берәүҙе осратыу менән, ул Иҙелбай ауылында булып үткән хәл тураһында һүҙ асты.

Ишмәмәт ул тегеүсе кеше. Халыҡ телендә күпте күргән, күпте белгән, теләһә кем менән йәйелеп китеп һөйләшә алырлыҡ кеше тип дан алған. Уның түңәрәк аҡ йөҙө, ҡыҫҡа ғына түңәрәк ҡара һаҡалы, һоро күҙҙәре— уның бөтә ҡиәфәте, хәрәкәттәре, һөйләшеү манераһы — кешене үҙенә тартып торалар.

Һәм шуның менән бергә, ул донъяға бик иркен ҡарашлы кеше тип иҫәпләнә. Муллалар уны яратмайҙар. Сөнки ул муллалар тураһында «бәлеш ҡорттары» йәки «ғөшөр ҡарғалары» кеүегерәк сәнскеле һүҙҙәр ысҡындырғылай.

Һабаш ауылындағы совет председателе Сәғидуллинға Ишмәмәтте маҡтап һөйләне. Сәғидуллиндың был кеше тураһында электән дә ишеткәне бар ине. «Файҙаһы теймәҫме икән» тип уйланы Сәғидуллин һәм уға үҙенең шикләнеүҙәрен һөйләп бирҙе.

— Нисек аңларға быны? Кем ул Закир тигәндәре?— тип бөтөрҙө ул һүҙен.

Иҙелбайҙағы Әхмәдулла мулла Ишмәмәттең алыҫ ҡәрендәше ине. Ишмәмәт уны яратмаһа ла, һирәк-һаяҡ уға барғылап йөрөй. Сөнки Әхмәдулла мулла бер ваҡытта ла ҡойған әсе балдан өҙөлмәй. Ә әсе бал инде Ишмәмәттең иң йомшаҡ урыны. Әхмәдулла мулла ла был «дуракты» күрә алмай тиерлек. Ләкин унан шөрләпме, әллә ҡәрендәшлек хисе тәьҫире менәнме, мулла унан үҙенең түрен һәм ҡойған әсе балын ҡыҙғанмай.

Сәғидуллин Һабашта үҙенең эштәрен эшләй торғанда, Ишмәмәт, Иҙелбайға барып, хәлдәрҙең торошон белеп ҡайтырға, булдырып булһа, Әхмәдулла мулланы тартҡылап ҡарарға булды.

Аҙбарҙа малдарға бесән, һалам һалып йөрөгән Күгебай йорт ҡапҡаһының шығырҙап асылыуына боролоп ҡараны, күк атты һәм атты етәкләп инеүсе Ишмәмәттең үҙен шунда уҡ танып алды. Ишмәмәт, ғәҙәтенсә, ҡапҡанан уҡ ялсыға:

— Күгебай, саумы! — тип ҡысҡырҙы. Ялсы ла уны йылмайып ҡаршыланы һәм күк атты лапаҫҡа алып китте. Килгән һайын ошо күк атты менеп әллә ҡайҙан уҡ иҫәнләшеп килә торған Ишмәмәт Күгебайға оҡшай. Ишмәмәт нисектер үҙенә башҡа бер кеше. Ул һәр ваҡыт көлөп, шаярып һөйләшә, әйтерһең, уның түңәрәк йөҙө бер ваҡытта ла йылмаймай тормай.

Ләкин Күгебайҙың Ишмәмәт тураһындағы яҡшы уйҙары оҙаҡламай емерелделәр. Ишмәмәт өйгә инеп барғанда, тышҡы ишектә Сәлимә күренде. Ишмәмәт ниҙер әйтте лә Сәлимәнең беләгенән тотто. Сәлимә ашығып аҙбарға табан китте.

Күгебайҙың йөрәгенә һалҡын һыу ҡойолған кеүек булды. Был — уның өсөн яңылыҡ ине. Бына ике йыл инде Күгебай Әхмәдулла муллала ялсылыҡта тора һәм муллаға килеп йәшәй башлауының беренсе көндәренән үк Сәлимә менән Күгебай араһында айырыуса дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашып китте.

Алмағастың юғары бейеклегендә күҙҙе ҡыҙыҡтырып торған, ләкин өҙөп алырға һис мөмкин булмаған бешкән матур алмаға урамдан уҙып барыусы балалар нисек һоҡланып ҡараһалар, мари егете Күгебай ҙа Сәлимәгә шундай моңһоу һоҡланыу менән ҡарай. Күгебай кеүек үк батрак хәлендә йәшәһә лә, Күгебай кеүек үк көнөтөнө башы эштән сыҡмаһа ла, Сәлимә мулланың үҙ кешеһе! Әхмәдулла мулла менән Сәлимәнең әсәһе бер туған. Ул, ата-әсәләре үлеп, етем ҡалған да, башҡа ҡарар кешеһе булмағас, Әхмәдулла муллаға килгән Сәлимә үҙе бер ваҡытта ла үҙен мулланың яҡын кешеһе итеп тотмай тотоуын. Хатта Сәлимәнең Күгебайға бындағы ауыр тормоштан зарланған саҡтары ла була. Шулай ҙа Күгебай Сәлимәгә бөтә уйлағандарын әйтеп һала алмай. Быға, бәлки, Сәлимәнең егеттәрҙе аҡылдан шаштыра торған матурлығы сәбәптер. Ауылда Сәлимәгә һоҡланмаған, уның менән йөрөргә теләмәгән егет юҡ. Ләкин, берҙән, мулланың ҡатыны уны бик ныҡ тота, тегендә-бында ебәргәндә лә батрак Күгебай менән бергә генә ебәрә. Икенсенән, Сәлимә үҙе лә урамға сығырға, аулаҡ өйҙәргә барырға ынтылып тормай. Әллә ниндәй моңһоу, аҙ һүҙле ул Сәлимә. Ҡабарынҡы ҡабаҡтары эсенән, оҙон керпектәре араһынан уның ҙур ҡара күҙҙәре ниндәйҙер серле ҡайғы менән ҡарайҙар кеүек тойола. Ул кешегә һүҙһеҙ һәм һынаған кеүек оҙаҡлап ҡарай. Күп кеше уның ҡарашына түҙә алмай. Шул сәбәптән Күгебай за Сәлимәгә тура ҡарарға ҡыйынһына. Сәлимә ҡарамағанда, ул уның йөҙөн ҡарап туя алмай.

Ләкин Күгебайҙы ҡыйыуһыҙ булырға мәжбүр иткән төп сәбәп бөтөнләй башҡа ине. Әхмәдулла мулла һәм уның ҡатыны Бикә Күгебайҙы Сәлимәгә ҡарағанда айырыуса түбәнһетеп йөрөтәләр. Күгебай быны уларҙың һәр ваҡыт тупаҫ ҡысҡырыуҙарынан, «шаҡшы сирмеш» тип әрләүҙәренән, үҙҙәре йәшәй торған өйгә аяҡ баҫтырмай, мал өйөндә генә йәшәтеүҙәренән һәм башҡа бик күп ваҡлыҡтарҙан аңлап тора. Шулай булғас, Сәлимә менән Күгебай нисек инде тиң булһындар!

Шуға ҡарамаҫтан, был сейә кеүек һылыу йәш егет менән йәш ҡыҙ араһында бығаса әле һүҙ менән әйтелмәгән, әле һис бер төрлө формаға индерелмәгән йәшерен дуҫлыҡ урынлашҡан.

— Күгебай, утын ярып бирсе миңә! — тине Сәлимә.

Ҡулына һәнәк тотҡан хәлдә бер урында ҡатып ҡалған Күгебай һиҫкәнеп китте. Ул был юлы Сәлимәнең күҙҙәренә моңайып ҡарап торҙо һәм йылмайып:

— Ярай, Сәлимә!—тине.

Ишмәмәт Әхмәдулла мулланың бөгөн айырыуса күтәренке күңелле икәнен һиҙенде. Ә мулла, ҡойған әсе балды үҙе бер стакан эскәндә, ҡунаҡҡа икене, өстө эсереп өлгөрөргә тырышты. Ишмәмәттең сәнскеле һүҙҙәренә мулла ғәҙәттәгесә булмаған йомшаҡлыҡ, кисереүсәнлек менән яуап бирә торған булды.

Ләкин иҫерә барған һайын Ишмәмәттең һәр ваҡыттағы шаянлығы юғалды. Уның һүҙҙәре кәмей барҙы. Аҙаҡ килеп ул меланхолияға бирелде. Бының сәбәбе — Сәлимә ине. Ул үҙе өсөн һис көтмәгәндә (Әхмәдулла мулла өсөн был көтөлмәгән хәл булманы, сөнки ул Ишмәмәттең Сәлимәгә күҙе төшкәнен күптән төшөнөп алғайны) шул турала һүҙ башланы:

— Мулла, үҙең беләһең, өс йыл инде мин яңғыҙ йәшәйем... Йәш тә үтеп бара... Ә теләһә кемде алып булмай...

Мулла йылмайҙы.

— Һүҙҙең ни тураһында барғанын һиҙенәһеңдер инде,— тине Ишмәмәт һәм муллаға бөгөн беренсе тапҡыр серьёз итеп ҡараны.

— Һиҙмәгән ҡайҙа ти ул! Бик яҡшы һиҙеп торам,— тине мулла.

— Беҙҙең Сәлимә насар ҡыҙ түгел... Әгәр был яҡтан да ҡәрҙәшлек бағлаһаҡ, һин бөтөнләй үҙ кеше булаһың. Тик бына һин бит большевиктар яҡлы, ә мин, беләһең, уларҙы күрә алмайым!

— Мин үҙем большевик түгел,— тине Ишмәмәт.— Ләкин улар менән талашҡаным да юҡ.

— Миңә һинең улар менән талашыуың кәрәкмәй! Киреһенсә, һәр ваҡыт улар араһында булып, уларҙың бөтә серҙәрен белеп тороуың яҡшы!

— Ә бынан һиңә ни файҙа?

— Кейәү булғас, үҙ кеше булғас, һин миңә һәр ваҡыт уларҙың серҙәрен әйтеп торорһоң тип уйлайым!

Ишмәмәт ҡапыл үҙгәреп китте. Ул мулла менән үҙенең араһында ниндәйҙер бысраҡ еп урала, был бысраҡ еп уның муйынын нығытып быуа кеүек һиҙҙе. Уның күҙҙәре муллаға ҙур асылып ҡаранылар. Ә мулла дауам итте:

— Хаҡлыҡ улар яғында түгел, беҙҙең яҡта. Һине лә бит улар барыбер комиссар итеп ҡуймаҫтар!.. Шулай ҙа һин улар араһына инә алаһың, улар һиңә үҙ кеше итеп ҡарарға мөмкин, һин миңә үҙебеҙҙең волостағыларҙың көлдәрен күккә осорорға ярҙам ит!

— Ә мин хәҙер ошо һүҙҙәреңде Сәғидуллинға барып әйтһәм? — тине Ишмәмәт. Уның күҙҙәре ҡыҙара башлағайны. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, тауышына ҡарағанда, уның ошаҡлаясағына ышанырға мөмкин ине. Ләкин мулла тыныслығын юғалтманы.

— Ошаҡлай алмайһың! Беләм бит мин! Ә Сәлимә минең һүҙҙән сыҡмаясаҡ!

Ишмәмәт ҡапыл урынынан торҙо.

— Ярай, мин ҡайтайым әле,— тине ул һәм башҡа ни әйтергә белмәй, әпен-төпөн генә хушлашып, сығып китте. Мулла ишек төбөндә: «Мин һиңә изге эш тәҡдим иттем, яҡшы уйла!» тип ҡалды.

Март айында була торған киске һалҡынлыҡ төштө. Ишмәмәттең аты киске туңғалаҡты ҡыштырҙатып Әхмәдулла мулланың йортонан сығып китте. Шул уҡ ваҡытта мулла өйөнөң шаршау артынан матур һынлы, яҡшы кейенгән бер егет килеп сыҡты.

— Һиҙәһеңме, мулла, эште? — тине ул Әхмәдуллаға ҡарап, үҙе өҫтәл янына барып ултырҙы ла папирос тоҡандырҙы.

— Һиҙәм, господин поручик!—тине мулла.— Уны, һис шикһеҙ, Сәғидуллин ебәргән!

— Правильно, мулла! — иптәш большевик та һиҙенә булһа кәрәк. Ну яҡшы обработатъ иттең үҙен! Һиңә мулла булып торорға түгел, старшина булаһы ғына бар, господин Хәлитов! Настоящий политический кеше икәнһең үҙең!

Мулла киске намаҙға барырға тәһәрәт ала башланы. Ә поручик салбар кеҫәләренә ҡулдарын тығып ишекле-түрле йөрөнөргә тотондо. Бер аҙҙан һуң йылтырап торған еҙ тас өҫтөндә аяҡтарын йыуып маташҡан мулла янына килеп:

— Миңә ваҡыт! — тине. Һин, мин әйткәнсә, эшлә инде, господин Хәлитов! Политика ул урау-урау була... Бөгөн һеҙҙең төлкө булыуығыҙ кәрәк. Большевиктарҙы бөтөрөргә теләйһегеҙ икән — бөгөн төлкө булығыҙ. Ә иртәгә — бүре булырһығыҙ... Иртәнән һуңға миңә кәңәшмәгә бараһығыҙ, значит? Ә был несчастный портной беҙҙең агент булып алһа, беҙгә ҙур ғына файҙа килтерергә мөмкин. Кәңәшемде онотмағыҙ!

— Әбәзәтельно пайдум, господин поручик!

Поручик, өҫтөнә офицерҙар кейә торған матур тегелгән, ләкин погонһыҙ шинель, башына Закирҙыҡы кеүек үк һоро папаха кейеп, тышҡа сыҡты һәм лапаҫтан оҙон, кәкере муйынлы, нескә генә аяҡлы, бейеп торған һылыу һәм эйәрләнгән айғыр сығартып етеҙ генә атланды ла Ишмәмәт киткән яҡҡа ҡарай сапты.

Ә Әхмәдулла мулла намаҙға барырға сыҡты. Ул ҡапҡанан сығыу менән, күршеһе Сәлимгәрәйгә тап булды. Улар мәсеткә ҡарай икәү атланылар. Мәсеткә етәрәк, яртылаш һуҡыр Вафа бай килеп ҡушылды.

— Был ниткән эшең мулла? — тине Вафа.— Һинең менән бер ваҡытта ла кәңәштәребеҙ айырылмай торғайны...

— Намаҙҙан һуң икегеҙ ҙә миңә барығыҙ, белерһегеҙ,— тине мулла ҡоро ғына һәм мәсеттең икенсе яғынан уҙып барған Закирға ҡарап:

— Һин — ишетһен ҡолағың! — тип бармаҡ янап ҡуйҙы.

— Була ғына, хәҙрәт! — тине Закир.

Ул мәсеттән сығыуға аш әҙерләнгәйне. Мулла мейес артына инеп ниҙер эҙләнергә тотондо. Ҡатыны мығырҙана башланы:

— Тағы шул нәжисеңде эҙләйһеңдер әле, үҙең кеше киләсәк тиһең... Ана инде, мөйөштә, күҙең тонған...

— Һин күп мығырҙама, Бикә,— тине мулла. — Миңә килгән кешеләр эсмәйҙәрме ни? Улар үҙҙәре лә, күрерһең, эсеп киләсәктәр. Ә миңә ни ҡалған? Ҡана, бир әле туҫтаҡты!

Сәлимгәрәй менән Вафа ысындан да еңеләйеп килгәйнеләр — улар ашанылар, күп һөйләргә йыйындылар. Ләкин Әхмәдулла мулла бөгөн ғәҙәттәгенән ҡорораҡ күренде. — Ново-Петровскийҙан бөгөн офицер Гудов булды!— тине ул, шунда уҡ нигеҙ мәсьәләгә күсеп.— Гудовты беләһегеҙме? Бик егет кеше. Сход башланыуға, ул бында килеп еткән икән. Беҙҙең совет һайлауға ҡаршы маташҡаныбыҙҙы күргән, ишеткән. Мине ул саҡыртып алды бит бая! — Хәҙер ундай ваҡыт түгел, ти. Төлкөгә әйләнергә кәрәк, ти. Урыҫ булһа ла, дөрөҫ һөйләй кафырың! Большевиктарҙы һис һиҙҙермәҫтән шартлатырға кәрәк! Тик бына көнө килеп еткәнсе һин дә мин — бал да май булһын! Бәүетеп йоҡлатырға кәрәк ул эттәрҙе, дуҫ булып алырға кәрәк! Белдегеҙме? Ә иртәнән һуңға Гудов өйөндә кәңәшмә буласаҡ, тауышығыҙ сыҡмаһын! Бөтә Күлбаш волосының яҙмышын беҙгә тапшыралар. Беҙ башлаусы буласаҡбыҙ... Аҡса кәрәк буласаҡ тәүҙәрәк — волостыҡын баҫып алғансы... Аңланығыҙмы? - Шунда ул шаршау артына ҡарап: — Хәҙер үк Закирҙың өйөнә ике тоҡ он ебәрегеҙ! — тине һәм ҡунаҡтарға боролоп: — Закир үҙебеҙҙең эт! Мин уны шунда, йыйылышта, уҡ тотоп көйләнем! — тип өҫтәне.— Сәлимгәрәй бай, һин дә ул кешегә сәйләтә, ситсалата төртөрһөң әле... Улар оҙаҡ ултырҙылар, бер сирек ҡойған бал эселеп бөттө. Сәлимгәрәй менән Вафа мулланың балын маҡтап бөтә алманылар. Сәлимгәрәй бай: — Үҙеңде бал әсетеүсе мастер итеп Мәскәүгә генә ебәрәһе бар, мулла Әхмәдулла! — тип көлөп ҡуйҙы. Мулла, уларҙы оҙатырға сыҡҡас, оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡапҡа төбөндә баҫып торҙо. Төн күңелле ине. Урамдан үткән кешеләрҙең аяҡ аҫтарында туңғалаҡ яңғырап шытырҙай. Ҡайҙалыр йәштәр гармун уйнап йырлайҙар. Март аҙағында ғына була торған асыҡ зәңгәр күктә йымылдаған һанһыҙ йондоҙҙар төндөң йәмен тағы ла арттыра төшәләр. Әхмәдулла мулла һалҡын һауаны һулап туя алмай. Уның күңеле ҡәнәғәтләнеү, рәхәтлек менән тулған. Ниңә ҡәнәғәт булмаһын ти ул? Уның бөтә уйлағандары, бөтә хыялдары үтәлә бара. Уны атаһы «мулла булһын» тип үҫтерҙе. Үҙенең дә хыялы шул ине — мулла булды. Бер бай мулла ҡыҙын оҫтабикәлеккә алды — мулла кейәүе булды. Уның өсөн бынан да артыҡ матур ҡыҙ булыу мөмкин түгел ине! Өҫтәүенә уға муллаларға иң буйһоноулы ауылдарҙың береһе тура килде. Иҙелбай ауылы кешеләрен ул егерме йыл эсендә бөтөнләй үҙенә буйһондорҙо. Улар сиктән тыш наҙан, байҙар тарафынан иҙелеп йыуашлатылған, ярым вәхши хәлгә төшөрөлгән кешеләр булып ҡалдылар. Башҡа ауылдарҙа, ғәҙәттә, кешеләр төрлөсә була, төрлө кешеләр сыға. Ҡайһылары, дини мәҙрәсәнән ҡәнәғәтләнмәй, ҡалаларға китәләр, заводтарҙа эшләйҙәр, уҡыйҙар. Ә Иҙелбай ауылы кешеләре — күберәк муллаларҙың тырышлығы арҡаһында — уҡыуҙың ни икәнен дә белмәйҙәр, белергә лә теләмәйҙәр. Бербереһенең малдарын урлашалар — ләкин байҙар һәм мулла малына теймәйҙәр. Улар ысынлап аллаға ышаналарҙырмы, юҡмы — ләкин муллаға йығылып китеп ышаналар. Ғөмүмән, ҡол булырға, кемгә лә булһа баш эйеп йәшәргә өйрәнгәндәр. Донъяла иң яратмаған нәмәләре — уйлау. Иҙелбай кешеләре, «беҙҙең өсөн мулла уйлай. Ҡара халыҡ — ҡара һарыҡ, алла ни бирһә, шуның менән йәшәргә кәрәк!» — тигән ҡараш менән көн итәләр. Уларҙың күпселеге хәйерсе йәшәй, ас-яланғас була, рәтле кейем кеймәй, рәтле аш ашамай — шулай ҙа аҙ уйлай. Уларҙың мәсет эргәһендә кескәй генә бер «мәптек» тип йөрөтөлә торған урындары бар. Бында Иҙелбай ауылының һәр бер кешеһе ғүмеренең 17—18 йәшендә бер-ике йыл «уҡып сыға». Был уҡыу ниндәйҙер «әпжәт- әүәҙ» тигән шайтан үҙе аңлай алмаҫлыҡ буталсыҡ нәмәне ятлатыуҙан, сәйнүккә мүк тултырып, шуға ут тоҡандырып морононан төтөн һурыуҙан, мендәр менән һуғышыуҙан, «шәк-шәкәр» уйнауҙан һәм йыуаш малайҙарҙы төрлөсә ғазаплауҙан, мыҫҡыл итеүҙән һәм, мулла менән мәзин өйҙә юҡта, «урын аш» бешереп, араҡы эсеп ятыуҙан, һуғышҡа тиклем барып еткән төрлө «күңел асыуҙарҙан» ғибарәт була. Үҙ ғүмерҙәрендә былар мулланан һәм байҙан ҡайыш ҡамсы менән һуҡтырылыу һәм төрлө юлдар менән ҡара тирен сығарғансы эшләтеүҙән башҡа һис бер төрлө файҙа күрмәһәләр ҙә — бай менән мулланы хөрмәтләйҙәр. Ата-әсәләрен иң ҡәбәхәт һүҙҙәр менән һүгеп ташлай ала торған Иҙелбай кешеләре муллаға һис яман һүҙ әйтмәйҙәр... Әхмәдулла мулла үҙенең хәле менән ҡәнәғәт. Уның байлығы ла йыллап түгел, көн һайын үҫә. Сәлимгәрәй байҙы ҡыуып етәсәгенә ул тулы ышана. Бәлки уны ла уҙып китер әле ул! Бөгөн уның ялсыһы берәү генә, тик бер мари егете Күгебай ғына, булһа — кем белә, бәлки, оҙаҡламай уҡ ошо Иҙелбай ауылы, бөтә Иҙелбай ауылы уға эшләр! Тик бына бер генә нәмә борсой мулланы. Бығаса тауҙар араһындағы күл һымаҡ тын ғына ятҡан Иҙелбай ауылы ҡапыл үҙгәреп китте. Әйтерһең, күлдең аҫтында бығаса йәшеренеп ятҡан серле көс күлде ҡайната башланы — ауылда шау-шыу көсәйҙе. Фронттан яңы ҡайтҡан һалдаттар муллаға күрешергә килмәнеләр, йәки уны өйҙәренә саҡырманылар. Ҡайҙан килеп сыҡты был большевиктары? Ниңә кәрәге бар был совет тигәндәренең? Ниндәй шайтан уйлап сығарҙы был үҙгәреште? Әхмәдулла Хәлитов аяҡҡа баҫып барғанда ғына, уның байлығы шаулап арта башлағанда ғына, ҡоҙғон һымаҡ, ҡолас йәйеп донъя өҫтөнә ташланғанда ғына — ниндәй шайтан был бәләне күтәреп сыҡҡан? Ниндәй яуыз өйөрмә был? Шулай уйлай мулла. Нишләргә кәрәк икәнен ул ныҡ белә. — «Донъяла уларҙың тамырҙары ҡалмаһын! Береһен дә ҡалдырмай үлтереп бөтөрөргә, көлдәрен күккә осорорға...» тип уйлай эстән. Өйгә ингәндә үҙе лә, һиҙмәҫтән: — Бына мин күрһәтермен әле Әхмәдулла мулланың кем икәнен! — тип уйын ҡысҡырып уйлап ҡуя. Ҡулына күкрәк балаһы тотҡан ҡатыны: — Кемгә күрһәтерһең? Большевиктарғамы? Тапҡанһың эш! Һинең эшеңме ни унда ҡыҫылып йөрөү? Балалар бар, донъя хәлен белеп булмай. Ташлар инең юҡҡа ҡыҫылып йөрөүеңде! — тип мығырҙана. Ләкин мулла ҡоро кеше: — Нишләргә кәрәген мин яҡшы беләм!—ти ул — Тик тор! Ҡайҙа, урын йәй тиҙерәк! Ишеткән, күргәнең тураһында бер генә кешегә лә бер һүҙ әйтәһе булма! Ишетһен ҡолағың! Камалов бүлмәһенә барып ингәс тә, Сәғидуллин тәмәке тоҡандырып, ишекле-түрле йөрөргә тотондо. — Мин шикләнәм, иптәш Камалов! —тине ул бүлмәнең уртаһында баҫҡан хәлендә һәм Камаловҡа яҡыныраҡ килеп һөйләй башланы. — Кисә Иҙелбай муллаһы ниндәйҙер маневр яһаны. Ҡара эсле контрреволюционер, башлап, совет һайларға кәрәк тип сыҡты... Шул митинг барғанда ғына уға ниндәйҙер һыбайҙың килгәнен, уның кисләтеп кенә киткәнен күргәндәр... Мин унда күҙәтергә кешеләр ҡуйып киттем китеүен... Ә был Дәүләтшин тураһында нисек уйлайһың? Шпион түгелме икән ул? Минеңсә, волоста бик ныҡ күҙәтеү ойошторорға кәрәк. — Да…— тине Камалов тыныс ҡына.— Иҙелбайҙа совет председателе итеп кемде һайланығыҙ? — Ярлы кеше. Фронтовик. Ләкин бөтә бәлә шунда, беҙ билдәләп ҡуйған кеше түгел. Ышаныуы бик ҡыйын… Йыйылышты кисектермәй мин хата эшләнем... — Һин инде, туған, кәрәгенән артығыраҡ шикләнмәйһеңме икән? Ғөмүмән, һиндә паникаға бирелеү юҡ түгел — тура әйткән өсөн асыуланмаҫһың, тип уйлайым. Ҡайҙан беләһең, бәлки Әхмәдулла мулла ысын күңелдән советты яҡлап сыҡҡандыр? Совет председателе булып мулла үҙе йәки башҡа берәй бай кеше үтмәгән бит! Фронтовик, ярлы кеше, тағы ни кәрәк? Дәүләтшиндән мин дә шикләнәм, ләкин паникаға бирелергә ярамай! Үҙеңде тынысыраҡ тоторға өйрән! Мин Һабашҡа барайым әле... Э-й-й, барҙың ти, бар! Һин дә ҡайтып еттең, ревкомды йыйып алмай булмай, ер мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Күп кенә ауылдарҙа ер бүлгәндә ҡатын-ҡыҙҙы иҫәпкә алмаҫҡа маташалар. Яңынан бик ныҡ әйтеп ҡуяһы бар... Беләһеңме? — Ҡар яңы ғына ирей башлаған, ниндәй ер бүлеү ул? — Бөгөн иремәһә, иртәнән һуңға иреп бөтә бит ул! Хәҙерҙән үк йән иҫәбен, йән башына күпме тейәсәген иҫәпләп ҡуйырға кәрәк бит, беләһеңме? Ҡар иреп бөтөү менән тиҙ генә бүлешеп сәсеүгә сығырға кәрәк буласаҡ. Сәғидуллин менән Камалов икеһе ике төрлө характерлы кешеләр. Камалов серьез һәм тыныс ҡарашлы, һүҙҙәрен ныҡ уйлап һөйләй, кем менән нисек һөйләшергә кәрәк икәнен ныҡ иҫәпкә ала. Сәғидуллин, киреһенсә, һәр ваҡыт хәрәкәттә була торған ҡыҙыу тәбиғәтле йәш егет. Камалов аяғын аяҡҡа ҡуйып берәр сәғәт буйынса һис ҡуҙғалмай һөйләшеп ултыра алһа Сәғидуллиндың ултырып торған ваҡытын аҙ күрәһең. Кешеләр менән булған мөнәсәбәттә кемгә лә булһа ярарға тырышыу ғәҙәте юҡ. Ул үҙен, ғәҙәттә, ғәжәп иркен тота. Яратыу һәм дошман күреү хистәрен һис бер йәшереп тормай. Ғөмүмән, һөйләшкән ваҡытта киң йылмайып, үҙе менән һөйләшеүсегә тура ҡарап һөйләшһә, идея яғынан дошман күргән кешеләргә тап булғанда ҡарашы әллә ҡайҙан сәсрәп торған ағыулы ҡараш була. Камаловты кешеләр «тактикалы кеше», «аҡыллы ир» тиҙәр. Уның бөтә ҡиәфәте тыныслыҡ, дуҫлыҡ аңҡытып тора... Бер ваҡытта ла уның артыҡ ҡыҙып киткәнен, артыҡ асыулы һүҙ әйткәнен йәки берәй нәмә менән ҡысҡырып артыҡ һоҡланғанын күрмәҫһең. Үҙҙәренең ҡыҙылгвардеецтары һәм дружинниктары менән нисек дуҫтарса һөйләшһә, тура килгәндә, байҙар, муллалар менән дә йылмайып, иркенләп һөйләшеп ултыра ала. Уның тышҡы ҡиәфәтенә, йөҙөнә ҡарап, кешегә дуҫмы, әллә дошманмы итеп ҡарай икәнен һиҙмәҫһең. Волком ултырышынан һуң Сәғидуллин Күлбаштан алыҫ түгел үҙенең тыуған ауылы Тартышҡа ҡайтты. Советҡа теймәй генә туп-тура үҙ өйҙәренә ҡайтмаҡсы булғайны ла, совет йортондағы тауыш уның иғтибарын ылыҡтырҙы. Бында ул шундай картинаға тап булды: Совет йортонда күп кенә халыҡ йыйылған. Уртала — председатель Хәмәтйән, волпродкомиссар Идрисов һәм секретарь баҫып торалар. Шунда уҡ, туп-тура ҡарға ултыртып өҫтәл ҡуйғандар. Продком Идрисов бер илап торған ҡатынды өгөтләп маташа: — Һинең егермеләгән тәңкәң булһын да, башҡаларға бер тәңкә лә булмаһын, ә? Әгәр ҙә һинең тәңкәләреңде алмай ҡалдырһаҡ, беҙгә ни әйтерҙәр? Коммунизм шулай буламы ни, тиерҙәр! Идрисов тағы ла ҡыҙыбыраҡ һөйләй башланы. Ул өҫтөнә ҡыҫҡа һары тун кейгән, маузер һәм ике граната таҡҡан, башына һоро папаха, аяғына яҡшы итек кейгән. Ҡулында ҡайыш ҡамсы, йылан һымаҡ, һелкенеп тора. Ҙур ауыҙлы, йәмшек танаулы, ҡыҫыҡ ҡына күҙле, һипкелле түңәрәк битле был егеттә ниндәйҙер үтә ашығыу, үҙенә-үҙе ышанмаусылыҡ кеүегерәк черта һиҙелә. Ул өҫтәлгә һикереп менеп һөйләргә тотондо: — Иптәштәр, што такой коммунизм? Коммунизм ул — бөтә нәмә тигеҙ тигән һүҙ. Һинең, әйтәйек, ике күлдәгең бар икән, минең берәү ҙә юҡ, значит, береһен миңә бирергә должен! Халыҡ араһынан кемдер: — Бер ҙә эшләмәй генә төтөн һанап йөрөһәң, күлдәгең дә, ыштаның да булмаҫ шул, ҡустым! Ә кеше бирмәҫ барыбер, юҡты өмөт итмә! —тине. Баяғы иламһыраған ҡатын: — Ала бит әле ул, бына көсләп ала! — тине. Идрисов ҡыҙып китте: – Што за контрреволюция! Частный собственносты бөтөрөргә тейешбеҙ! Ленин иптәш шулай ҡуша! Шул ваҡытта Сәғидуллин уртаға уҡ инеп баҫты һәм: — Ни бар? — тип һораны. — Бына, Ғиндулла туған, ҡатын-ҡыҙҙың тәңкәләрен һыҙырып алып йөрөй бына был комиссар. Минең һырғамды тартып алды. Бөтә кешегә тигеҙ бүләбеҙ, ти... Сәғидуллин Идрисовтың эргәһенә үк килде, уны сабыуынан тотоп өҫтәлдән тартып төшөрҙө һәм юғарынан түбәнгә уҫал ҡарап: — Нәмә ҡушҡан тинең Ленин? Ҡатын-ҡыҙҙар тәңкәһен талап йөрөргәме? Ниңә алдайһың? Ниңә бысратып йөрөйһөң беҙҙең совет власын!—тине. Идрисов эре генә ике ҡулын да бөйөрөнә таянды: — Што за тон, гражданин Сәғидуллин? Һин военком булһаң, мин продком! Минең эшкә тығылмауыңды һорайым! Сәғидуллин үҙгәрҙе. Бик ныҡ ҡыҙарҙы. Ауыл советы председателенә ҡарап: — Һин шуға риза булып тораһыңмы? — тине. Председатель йыуаш ҡиәфәтле бер кеше: — Атам, тип ҡурҡыта бит, нишләтәһең уны! Ул алты ҡатындың тәңкәһен ҡырҡҡылап алды, өй һайын тентеү яһап йөрөнө,— тип мығырҙанды. — «Эс-ер, сволочь!» тип уйланы Сәғидуллин һәм совет председателенә ҡарап: — Алығыҙ ҡоралын! — тине. Председатель Сәғидуллин һүҙенән батырланып китте. Тиберсенгән, ҡысҡырған, һүгенгән Идрисовты бер минут эсендә ҡоралһыҙландырҙылар. Уның талап алған тәңкәләрен шунда уҡ эйәләренә кире таратып бирә башланылар. Идрисов, тирләгән, бешкән, һыуға төшкән тауыҡ һымаҡ йолҡонған хәлдә, атын менеп Күлбашҡа ҡарай сапты һәм киткәндә Сәғидуллинға йоҙроғон күрһәтеп: — Беҙ һинең менән һөйләшербеҙ әле! — тип янап китте. Сәғидуллин, Идрисов менән булған ваҡиғанан һуң, үҙҙәренең өйөнә ҡайтты. Ул күпер төбөндә торған бәләкәй генә өйҙәренә барып ингәндә, Нәрттин ҡарт сабата яһап ултыра ине. Ғиндиҙе күреү менән ул бер генә күтәрелеп ҡараны ла, өндәшмәй-нитмәй, үҙ эшендә булды. Сәғидуллин «Һаумыһығыҙ әле» тине, сисенә башланы. Ул өй эсендәге күңелһеҙ тынлыҡтан туйып: — Ну, ни хәл һеҙ? Ауылда ни хәбәрҙәр бар? Әсәй, ҡайнаған самауырың юҡмы, бик асыҡтырҙы ла,— тип һөйләнеп алып китте. Мейес янында ниҙер эшләп йөрөүсе Мәғрифә ҡарсыҡ, улы ҡайтып инеү менән, ҡапыл үҙгәреп китте. Ул күҙҙәрен сылтлатты, самауыр тотҡан ҡулдары ҡалтыранылар, самауырҙы нишләтергә лә белмәгән һымаҡ әле бында, әле тегендә ҡуйҙы. — Хәҙер ҡайнатам, хәҙер ҡайнап сығыр...— тип мығырҙанды һәм ире яғына күҙ йүгертеп алды. Нәрттин ҡарт шунда ғына башын күтәрҙе. Тырпайып торған оҙон ялбыр ҡаштары аҫтынан бәләкәй генә зәңгәр күҙҙәр Ғиндигә асыу менән ҡаранылар. Уның һары йөн баҫҡан, тәрән йыйырсыҡтар менән ҡапланған ябыҡ йөҙө улына тағы ла ҡартая төшкәндәй, йыйырсыҡтары тәрәнәйә төшкәндәй күренде. — Ҡайттыңмы, матур егет?! Ни ҡыйратып йөрөйһөгөҙ, донъяны тигеҙләйһегеҙме? Ҡатындарҙың тәңкәләрен һыҙырып алып, төрлө кәмит ҡороп донъяны тигеҙләмәксе булаһығыҙ инде, ә?! Әҙәм аҡтыҡтары... Атаһының бындай асыулы һүҙҙәрен Сәғидуллин күптән инде ишетеп өйрәнгән. Ҡасан ғына ҡайтып инмәһен, военкомды ошондай һүҙҙәр, боҙло һыу өшөткән һымаҡ, уның йөрәген өшөтәләр. Ләкин ул түҙергә, ҡыҙмаҫҡа, үҙен нисек тә тыныс тоторға тырыша. Сөнки ул аңлай,— һәр ваҡыт мейес алдында баҫып торған ҡарт әсәһе уға һүҙһеҙ, ялыныулы ҡараш менән ҡарап тора. Был ҡараш уға: — «Улым, асыуланма атайыңа! Уның холҡон беләһең бит! Берүк кенә тауыш күтәрмә, һирәк ҡайтаһың бит һин, туйғансы ҡарап ҡалайым, исмаһам, тыныс ҡына...» тигән кеүек тойола. Ғинди әсәһен ҡыҙғана, бөтә йөрәге менән ҡыҙғана. Донъяла ниндәй рәхәт күргән уның әсәһе? Кемдән йылы һүҙ ишеткән? Бөтә ғүмер буйына башы ярлылыҡтан сыҡмаған. Бөтә көсө кеше эше өҫтөндә түгелгән һәм арҡаһы ла бөкөрәйгән. Нәрттин ҡарт яғымлы һүҙгә һәләтле түгел. Ул, ас эт һымаҡ, һәр ваҡыт асыулы, ырылдап йәшәй. Йорттан тышҡа сыҡһа, ул кешеләр менән аҡыллы һәм тыныс һөйләшә. Берәр байҙың йортонда теге йәки был эште үтәгәндә бай үҙе, йә булмаһа бай бисәһе уны эттән алып эткә һалып һүккәндә, Нәрттин ҡарт башын эйеп тик тора, һис бер һүҙ өндәшмәй. Ләкин үҙ йортона ҡайтыу менән уның асыуы, апыра һымаҡ, ҡабарып китә. Шуға күрә Мәғрифә ҡарсыҡ иренән ҡурҡырға, уны асыуландырмаҫ өсөн, һис бер һүҙ өндәшмәҫкә, үлән төбөндә йәшәүсе бөжәк һымаҡ, шым ғына, үҙенең донъяла барлығы тураһында башҡаларға һиҙҙермәй генә йәшәргә күнеккән. — Һин мығырҙама әле, атай! — тине Сәғидуллин һәм өҫтәл янына килеп ултырҙы. Әсәһе икмәк һәм һыуынған картуф килтереп ҡуйғас, ул ҡомһоҙланып ашарға кереште, һоро бесәй килеп Сәғидуллиндың ҡабырғаһына үҙенең башын, ҡабырғаһын ышҡый, иркәләнә башланы. Өй эсендә военкомдың ирендәре шапылдағаны, бесәйҙең мырылдауы, Нәрттин ҡарттың мышнауы һәм уның шөшлө һабы менән йыш ҡына туҡылдауы — был күптәнге таныш обстановка һуңғы ваҡытта айырыуса йәнле, шау-шыулы тормошҡа күнеккән Сәғидуллин өсөн күңелһеҙ булды. Был өй һәм уның эсендәге бөтә нәмә уның күҙ алдына был өйҙә үткән ғүмерен килтереп баҫтырҙы. Ул ғүмер буйына атаһы менән тыныс йәшәй алманы. Нәрттин ҡарт ҡатынына бер генә лә яғымлы һүҙ әйтмәгән кеүек, берҙән-бер улына ла бер ваҡытта ла һөйөү, яҡын күреү һүҙе тапманы, башҡа кешеләр кеүек улын һөймәне, иркәләмәне. Ғинди ҡалаға заводҡа эшкә киткән еренән ҡайтмай ҡалып, уҡыуға бирелгәс, атаһы уны бөтөнләй үк дошман күрҙе Ғиндиҙең уҡыуы ла башҡа кешеләрҙең, мәҫәлән, бай йәки мулла балаларының уҡыуына оҡшаманы. «Башҡалар уҡыһалар, мулла булалар, һис булмаһа, хәлфәлеккә тотоналар. Нисек кенә булмаһын, рәтле кешеләр,— тип уйлай Нәрттин ҡарт,— үҙҙәре лә рәхәт йәшәйҙәр, ата-әсәләрен дә ҡарайҙар. Нәрттин ҡартҡа, хәҙер бына 65 йәшкә еткәс, әҙер икмәкте ашап, намаҙ уҡып ҡына ултырыу бик ваҡытлы булған булыр ине». Нәрттин ҡарт хәҙер ҙә һүҙҙе шунан башлап алып китте, ул юҡ эште бар итеп бер туҡтауһыҙ өй эсендә йөрөнөп торған ҡарсығына ҡарап: — Бына күр матур малайыңды! — тине.— Бына нисек рәхәт күрһәтә! Ни аллаға, ни муллаға! Ашарығыҙға бармы, асҡа үлмәйһегеҙме әле тип һорап тороу юҡ, алдына килгәнен тыға бирә! Комиссар! Бәлшәүик! Мәғрифә ҡарсыҡ аҡрын ғына: — Өсөнсө көн генә бер бот он алып ҡайтҡайныҡ бит әле... Уныҡын ашап торабыҙ бит...— тине. Уның тауышы ялыныулы ҡалтыранып сыҡты. — Һин тик тор!—тип ҡысҡырҙы Нәрттин.—Һиңә өндәшкән кеше юҡ бит! Был юлы инде Сәғидуллин түҙеп тора алманы. Ҡабырға тип ауыҙына килтергән икмәк киҫәген кире өҫтәлгә ҡуйып: — Бынан һуң мин һиңә әсәйгә ҡысҡырырға ирек бирмәм! — тине — Ниткән эш ул, мығырҙауҙан башҡаны белмәйһең! Минең комиссарлыҡҡа ла тел тейҙермә! Мин үҙем өсөн комиссар түгел, ярлы халыҡ өсөн — аңла һин шуны! — Үҙеңә лә, кешегә лә бер тинлек файҙаң юҡ һинең! Бына мин ярлы кешемен, ҡайҙа һинең, миңә ярҙамың? — Бөгөн генә булмай ул, атай, бер көн эсендә генә эшләнмәй. Бына күрерһең, бер нисә йылдан.. Улының һүҙе был урынға еткәс, ҡарт бөтөнләй үк тоҡанып китте, ҡулындағы шөшлөһө сабатаға нығыраҡ туҡылданы: — Бер нисә йылданмы? Бер нисә йылдан мин ҡәберҙә буласаҡмын! Ә бөгөн нишләргә ҡушаһың миңә, алйот! Сәғидуллин яуап бирергә тип ауыҙын асҡайны, ләкин, әсәһенең ялыныулы ҡарашын күреп, туҡтаны һәм ҡулын һелкеп тышҡа сығып китте. Ишек алдында сулаҡ бер хәйерсе ҡарсыҡ осраны. Саф һауаға сыҡҡас, Сәғидуллин иркен һулыш алды йоҡоһоҙ үткән төн, өҫтәүенә, бында ҡайтҡас, атаһы менән ирешеү уның башын ауырттыра ине. Ул, «инеп бер аҙ йоҡлап алырға кәрәк», тип уйланы һәм өй ишегенең тотҡаһына тотондо. Ләкин хәйерсе ҡарсыҡтың өйҙән ишетелгән һүҙҙәре уны туҡтарға һәм ҡолаҡ һалып тыңларға мәжбүр иттеләр — Бәлшәүиктәргә ҡаршы донъялағы барлыҡ батшалар күтәрелгәндәр икән Ҡаф тауы артынан иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғәскәр килә. Бәлшәүиктә йөрөгәндәрҙең нәҫел-нәсептәрен ҡалдырмай ҡырып бөтөрәләр икән. Башка урындарҙа бөтә ауылдар күтәрелеп сыҡҡандар... Сәғидуллин ишекте ҡапыл асып ебәрҙе, хәйерсе ҡарсыҡ, уның күҙҙәренә ҡарағас, аҙ ғына артҡа сигенде, ҡурҡыуҙан ҡалтырана башлаған кеүек булды. — Ни алдайһың? Ошо урында атып үлтерермен, контр ҡарсыҡ! — Бар, әбей, бар,— тине Нәрттин ҡарт,— йә ысындан да үлтерер был алйот!— Һәм Мәғрифә ҡарсыҡҡа ҡарап:—Һин, бир бер киҫәк икмәк тә, сығып китһен бахыр ҡарсыҡ!—тип өҫтәне. Ҡарсыҡ сығып киткәс, Сәғидуллин нишләргә лә, ни әйтергә лә белмәй ишекле-түрле йөрөнө. Әсәһенә ҡарап: — Миңә урын һалып бир әле, әсәй,— тине. Ләкин, тыныслана алмай тағы ла йортҡа сыҡты. Ҡыҙып китеүе өсөн үҙенә асыуланды. Ундайҙар хәҙер аҙмы ни? Ундай һүҙҙәрҙе атлаған һайын ишетергә тура килә бит! Унан һуң был ҡарсыҡ уға бик шикле күренде, йөҙө әллә ниндәй, тауышы ла ҡарсыҡтар тауышына оҡшамаған кеүек булды. Ҡара күҙҙәре ҡарсыҡтарҙа булмай торған йәнлелек менән уттай янып ҡарайҙар ине. Шул ваҡытта ул әсәһенең тауышын ишетте: — Ғиндулла! Һин һаҡланыбыраҡ йөрөр инең... Һиңә үсле кешеләр бик күп... Үлтерергә йыйыналар тип һөйләйҙәр!.. Сәғидуллин бер аҙ ваҡыт әсәһенә ҡарап торҙо. Хәҙер әсәһе уға айырыуса ҡыҙғаныс тойолдо, йөрәгендәге хистәрен белдерергә һүҙ таба алмай комиссар өйгә инеп китте. Икенсе көндө Күлбаш урамына килеп инеү менән, Сәғидуллин тағы ла кисәге сулаҡ хәйерсе ҡарсыҡты осратты. Ҡарсыҡ, шәп-шәп атлап, урамды аша сығып бара ине. Ләкин кисә һул ҡулын гел генә күкрәгенә ҡыҫып тотҡан ҡарсыҡ бөгөн ике ҡулын да һелтәп китеп бара ине. Был күренеш Сәғидуллиндың кисәге шикләнеүҙәрен тағы ла дөрөҫләнеләр. Ул: — Әбей, туҡта әле!— тип ҡысҡырҙы. Ҡарсыҡ ишетмәгәнгә һалышып, тағы ла шәберәк атлап китте. Сәғидуллин атын саптырып уны ҡыуып етте лә: — Әйҙә минең менән! — тине. Военкомға ҡарсыҡтың йөҙө лә үҙгәргән кеүек күренде. Ҡарсыҡ ялына башланы: — Ни өсөн аҙаплайһың мине, улым? Минең ни зыяным бар һиңә? Сәғидуллин уны волосҡа алып барып, үҙ ҡулы менән дружинниктарға тотторҙо һәм: — Яҡшы һаҡлағыҙ, ҡасып китмәһен!— тине. Кисен ревком ултырышында Идрисов мәсьәләһе ҡуйылды. Идрисов үҙенең мәсьәләһе ҡараласағын белһә лә, заседаниеға килмәгәйне, һүҙҙе Камалов башланы: — Идрисов, һис шикһеҙ, насарлыҡ эшләгән. Беҙ уға ҡатынҡыҙҙарҙан тәңкә йыйып йөрөргә хоҡуҡ бирмәгәнбеҙ. Былай йөрөү коммунизмға ҡара тап ташлау, иптәштәр. Уны продкомиссар итеп ҡалдыра алмайбыҙ. Ләкин... Сәғидуллин ҡыҙыу ғына уның һүҙен бүлдерҙе: — Уны хәҙер үк тотоп ябырға кәрәк! — Туҡта, ашыҡма, иптәш Сәғидуллин,— тине Камалов. Уның тоны ғәҙәттәгесә тыныс һәм ышаныслы ине. Ләкин күҙҙәре военком яғына ҡырҡыу ҡаранылар.— Шуның менән бергә,— тип дауам итте Камалов,— иптәш Сәғидуллиндың да хатаһын әйтеп үтергә тейешбеҙ. Халыҡ алдында Идрисовты тотоп ҡоралһыҙландырыу кәрәкмәй ине. Беҙ уны бында ла эшләй алыр инек. Мин ныҡлап әйтеп ҡуйырға тейешмен, иптәш Сәғидуллинға дыуамаллығын, ҡыҙыулығын ташларға кәрәк. Ундай баш-баштаҡлыҡ беҙгә ярҙам итмәй. — Идрисов эсерҙар партияһында торған кеше! Ул, булдыра алһа, беҙҙең барыбыҙҙы ла бешереп ашар ине! Уны иректә ҡалдырғанда, әллә ниҙәр эшләүе бар!—тип ҡысҡырҙы Сәғидуллин. Ревком ултырышы Идрисовты ревком составынан сығарып ташланы. Уны ҡулға алыу тураһында Сәғидуллиндың тәҡдиме ҡабул ителмәне. Военкомды яҡлап сыҡҡан Кузмичов: — Ҡара йөрәкле кеше ул, бер-бер бәлә һалмағаны,— тип ҡуйҙы. Камалов тыныс ҡына: — Һеҙ кешеләргә сиктән тыш шикләнеп ҡарайһығыҙ!.. Улай ярамай ул,— тип яуап бирҙе. Ултырыштың аҙағына Һабаш ауылынан Ишмәмәт килеп инде. Ул ғәҙәтенсә киң йылмайып иҫәнләште. — Бата-сума саҡ килеп еттем. Этте ҡыуһаң, эт сыҡмаҫ! Ә мин бына килдем әле. Ҡамасауламайыммы? Камалов уны үҙ кеше итеп ҡаршыланы. Улар, башҡалар таралышҡас, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ишмәмәт үҙҙәренең тирәһендәге ауылдарҙа советҡа ҡарата бик ныҡ ҡотҡо алып барылыуы тураһында һөйләне. Аҙаҡтан ул Камаловҡа яҡын уҡ килеп, дуҫтарса яғымлы тауыш менән: — Һаҡланырға кәрәк ине һеҙгә, Әхмәт туған! — тип өҫтәне.— Донъя хәлен белеп булмай... Камалов Ишмәмәтте Күлбашҡа күсерергә һәм Ишмәмәттең һорауы буйынса уны волость ревкомына эшкә алырға, начхоз итеп ҡуйырға булды. Камалов йоҡларға ятырға әҙерләнеп торғанда, бер дружинник килеп инде. — Иптәш Камалов, унда бер хәйерсе ҡарсыҡты ябып ҡуйғайнылар, шул ҡарсыҡ ҡасып киткән. Камалов ғәжәпләнде. — Кем япҡан? Ниндәй ҡарсыҡ? — Көндөҙ үк военком үҙе алып килеп япҡан булған. — Белмәйем. Ул ҡарсыҡтың нәмәгә кәрәк булғанын һис әйтә алмайым. Сәғидуллиндың үҙенә әйтегеҙ! Ләкин, Сәғидуллин үҙе килеү менән, был ваҡиға былай тыныс ҡына үтмәне. Ул ишектән ингәндә үк: — Минең хәҙер бер серле ҡарсыҡтан допрос алаһым бар...— тип мығырҙанып инде. Ҡарсыҡтың ҡасыуы тураһында ишеткәс, ул тоҡанып китте, тышҡа ташланды. Дружинниктар өйөнә йүгерҙе. Боевой дружина командиры Әүхәди Рамазанов тигән ҙур кәүҙәле быжыр егет ҡотороноп кобураһына тотонған военком алдында күҙҙәрен сылт-сылт итеп йомғолап торҙо. Ул һалдаттарса честь биреп: — Виноват, товарищ военком!—тине. — Ташла шул честь биреүеңде, иптәш Рамазанов! Һин иҫке һалдат түгел бит,— тип ҡысҡырҙы военком. Сәғидуллин һүрелде. Дружинниктарға ҡарап алды. Унан һуң, арығанлыҡ һиҙеп, тәҙрә төбөнә барып ултырҙы ла тәмәке төрөргә тотондо. Ҙур бүлмә уртаһындағы өҫтәлдә унлы лампа янып ултыра, ике котелок, кружкалар, икмәк киҫәктәре таралып яталар. Бер мөйөшкә винтовкалар һөйәп ҡуйылған. Өҫтәл артында штаб дежурныйы Андрей Лаптев наган таҙарта. Военком инер алдынан, ул, ниҙер тураһында хыялланып, ауыҙ эсенән генә йырлап ултыра ине. Военком килеп инеү менән ул, рапорт бирергә тип, аяҡка баҫты һәм һөйләй башланы. Ләкин военком уның рапортына иғтибар итмәне — ул сиктән тыш асыулы ине. Андрей элекке урынына ултырып наганы менән маташыуында дауам итте. Биш кеше бер яҡ стена буйлап һуҙылған оҙон һикелә йоҡлап яталар. Ҡайһылары шаулатып хырылдай, ҡайһылары ауыр ыңғыраша. — Ҡарсыҡ түгел ул... Шпионға бик оҡшаған,— тине Сәғидуллин. — Мин юҡҡа ғына ултыртмағайным... Их, егеттәр! Ул ишекле-түрле йөрөргә тотондо. — Шпион булмаһа, иҙәнде ҡуптарып сығып ҡасмаҫ ине, иптәш военком,— тине Рамазанов.— Часовойға мин әйтеп ҡуйғайным да бит... Сәғидуллин ҡапыл туҡтаны ла, һис бер төрлө асыуы ҡалмаған ябай тон менән: — Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек, егеттәр!— тине һәм үҙе шунда уҡ мейес алдында ут яға башланы. Рамазанов: — Слушаю, товарищ военком!—тип ике котелокты ла ҡулына алды ла, ҙур кәүҙәһе менән бик ныҡ эйелеп ишектән сығып китте, һуңынан улар икеһе дөрләп һәм осҡондар сәсрәтеп янған ут алдына ултырып алдылар ҙа ғәҙәттәгесә оҙаҡҡа һуҙыла торған әңгәмәләренә тотондолар. Военком да, боевой дружина командиры Рамазанов та һөйләшергә ярата торғайнылар. Сәғидуллин Рамазановҡа ҡарап: — Часовойҙарҙы тикшерҙеңме, Әүхәди?— тип һораны. — Хәҙер генә йөрөп килдем, товарищ комиссар, барыһы ла үҙ урынында. — Ә һин, Андрюша, йәш кәләште бик һағынмайһыңмы? Өсөнсө көн ҡайтып киләм тип бик сәбәләнеп йөрөй инең, ҡайттыңмы? Ярай, ярай... Сәғидуллин дөрләп янған утҡа ҡарап уйға сумды. Күңелендә ниндәйҙер йәшерен тауыш: «Их, Ғинди туған, йәшлегең дә үтеп бара! — тине.— Ни рәхәтен күрҙең донъяның? Бына хәҙер утыҙынсы йәшкә аяҡ баҫтың — ни ҡыҙығы булды инде донъяла утыҙ йыл йөрөүҙең? Ә киләсәктә һине ни көтә? Бәлки, бөгөн төндә үк, бына хәҙер үк, бәлки, атып үлтерерҙәр үҙеңде. Йорт-ерең булманы, ҡатының да юҡ, тыуған өйөңә ҡайтһаң — ҡарт атаң һине сикһеҙ асыу менән ҡаршылай. Бәхетһеҙ һин, Ғинди!» Шулай ти эске тауыш. Ләкин Сәғидуллиндың йөрәгенең икенсе бер мөйөшөнән башҡа уйҙар ташҡыны күтәрелеп сыға: «Яҡты көндәр, рәхәт көндәр, һис шикһеҙ, киләсәк! Ярлыларға, хеҙмәт кешеләренә иркен тормош, ысын кешеләрсә йәшәү өсөн көрәшеү, бөйөк идеялар менән янып йәшәү үҙе бәхет түгелме ни? Бына дружинниктар, улар минең кеүек уҡыған кешеләр ҙә түгелдәр. Улар үҙ иректәре менән килделәр. Улар яңы ҡоролош өсөн үлергә әҙерҙәр. Дөрөҫ, улар, бынан бер айлап элек, утыҙлап кеше инеләр. Хәҙер уларҙың яртыһы ғына ҡалды. Ләкин был ҡалғандары инде — ышаныслы кешеләр. Улар хыянат итмәҫтәр. Ә бөтә Россияла улар кеүек ҡулдарына ҡорал алған намыҫлы кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ!» Сәғидуллин башын күтәрҙе. Андрей Лаптев наганының барабанын әйләндереп ултыра. Рамазанов котелоктар аҫтындағы утты рәтләй һәм үҙе һөйләнә: — Понимаешь, товарищ военком, фронтта өс йыл йөрөнөм, шул саҡлы еләтте,— һин үҙең һуғышта булған кеше, беләһең инде. Унда күргәндәрҙе дошманың да күрмәһен! Ҡайтып, кирелеп эшләргә генә тотонғайным — ҡатын үлеп китте. Әйбәт ине ҡатын, ышаныслы ине, башҡа ундай ҡатын осрамаҫ инде, Әүхәди дуҫ, мин әйтәм! Өҫтәүенә ауылда бер ҙә тынышып тора алманым. Понимаешь, тынысһыҙ кешемен мин, товарищ военком! Кешенең аламалығын күрә алмайым бер ҙә! Әллә һуғыш боҙҙо инде... Сәғидуллин уға күҙҙәрен ҙур асып ҡарап тора. Ул Әүхәдиҙең яурынына ҡулын һалды. — Йырла әле, Әүхәди, йоҡлағандарҙы уятмаҫлыҡ итеп кенә, әкрен генә йырла... — Йырларға була, товарищ военком. Мин йәш саҡта урыҫтарҙа көтөү көтөп йөрөнөм. Шунда бик матур йырҙарын өйрәнеп алғайным. Үҙҙәренә үҙ йырҙарын йырлап күрһәтәм дә, иҫтәре китә. Хәҙер элекке тауыш түгел инде ул, ҡайҙа... Ул бер аҙ ғына утҡа ҡарап торҙо ла әкрен генә йырлай башланы. Уға бас менән Сәғидуллин үҙе ҡушылды. Өй эсен елгә һелкенгән япраҡтар һымаҡ ҡалтыранған, талпынған моңло тауыштар тултырҙы. Ревела буря, дождь щумел, Во мраке молния блистала,— И беспрерывно гром гремел, И ветры в дебрях бушевали... Әүхәди Рамазанов менән Сәғидуллин артына Андрей Лаптев килеп баҫты һәм лирик баритон менән йырға ҡушылып китте. Тауыштар, ҡарлуғастар кеүек, әле юғары бейеклеккә, әле түбәнгә йөрәкте елкендереп остолар, тулҡынланған, еткән иген баҫыуы һымаҡ тулҡынландылар, йырлаусыларҙың күҙҙәрендә йылтырап ут шәүләһе уйнай. Йыр бөткәс, йырсыларҙың артында кемдер: — Хорошо! — тине. Әйләнеп ҡараһалар, йоҡлаусыларҙың өсәүһе тороп ултырғандар ҙа йылмаялар, йоҡлап ятыусыларҙан берәү башҡортса: — Тотондолар бүре кеүек олорға!—тип мығырҙанды ла икенсе яғына әйләнеп ятты. — Аңламайһың шул һин, алйот!—тине Рамазанов.— Урыҫтарҙың йырҙары матур ул, брат! Теләһәгеҙ, мин башҡортсалап та йырлай алам. Бер нисә тауыш берҙәм күтәрелде: — Йырла әле, Рамазанов! — Һорайбыҙ! Әүхәди Рамазанов һикелә ултырыусыларға теге «тотондолар бүре кеүек олорға» тип зарланған егетте күҙ ҡыҫып күрһәтте лә, үҙе ҡараңғы тәҙрәгә ҡарап, йырлай башланы: Табаҡта ғына табаҡ ай аҡ ҡағыҙ Буранбайҙың яҙған хаттары... Был ике юл йырланып бөтөү менән баяғы егет күҙҙәрен ыуғылаштырып тороп ултырҙы, унан һуң ниндәйҙер йомош табып ишек төбөнә барып килде. Аҙаҡтан тағы ла урынына барып һуҙылды һәм ике ҡулын да баш аҫтына ҡуйып, күҙҙәрен ҙур асып ҡарап ятты. Бүлмәләгеләр барыһы ла һис ҡуҙғалмай, һис бер һүҙ өндәшмәй тыңлап торалар ине. Теге ятҡан егет, урынынан тороп, тәҙрәләрҙең береһен асып ебәрҙе һәм шул асыҡ тәҙрә төбөндә ултырып ҡалды. Ул йылмая ине. Ә моңһоу көслө тауыш һаман ағылды, һаман һуҙылды. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып Зар илайҙар ауыл ҡарттары... Был моң тыңлаусыларҙы әллә ҡайҙарға осортоп алып киткәндәй булды, йөрәктәрҙе елкетте, ҡанатландырҙы, ашҡындырҙы. Ә йырлаусының йөҙө бөтөнләй танырлыҡ та түгел ине: был быжыр йөҙ тартылған, тәҙрә аша ҡараңғылыҡҡа һуҙылған да, әйтерһең, Буранбай йөрөгән ерҙәрҙе күрә, әйтерһең, ул үҙен-үҙе бөтөнләй онотҡан да, әллә ҡайҙарға ошо ғәжәп матур көйҙө тыуҙырған урманлы тауҙар араһында таштарҙан таштарға һикереп ағыусы тау шишмәләренең тауыштарын тыңлай кеүек тойола. Совет власының беренсе көндәре ине әле. Һәр бер губерна, һәр бер өйәҙ үҙенә бер республика булып, һәр береһенең үҙенең Совнаркомы була торғайны. Был «власть урындарҙа» дәүере булып, ул ваҡытта үҙәккә буйһоноу, юғарынан түбәнгә тиклем тәртипле, һәр быуындың бурысы асыҡ булған ҡаты бер система юҡ ине. Ул дәүерҙә партиялы һәм партияһыҙ большевиктар эште күберәк синфи инстинкт буйынса алып барҙылар. Ә башҡарылырға тейеш эштең, хәл ителергә тейеш булған мәсьәләләрҙең сиге юҡ. Яҙ ишек ҡаға — бөтә булған ерҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла иҫәпләп, йоп башынан бүлергә кәрәк. Ә ер хәҙер күп. Күлбаш волосендағы ун дүртләп ваҡ-төйәк помешиктарҙың ерҙәрен быйыл крәҫтиәндәр сәсәсәк. Быға тиклем ете-һигеҙ йәне менән ике-өс десятина ерҙә соҡсоноп ятҡан крәҫтиән хужалығы унар десятинаға эйә буласаҡ. Ярлы хужалыҡтарға яҙғы сәсеүҙе үткәрергә, орлоҡ табырға ярҙамлашырға кәрәк. Өҫтәүенә кулак һәм хәлле крәҫтиәндәр меңдәрсә бот иген запасын йәшереп тота, һатҡанда — иң юғары хаҡ менән һата. Игенгә ҡаты хаҡ ҡуйырға һәм пролетар үҙәктәргә иген сығарырға кәрәк. Ә партия эше (партияға инергә теләп ғариза биреүселәрҙең һаны артҡандан артты), ә халыҡ мәғарифы? Революцияға тиклем наҙан йәшәгән халыҡтар араһында мәктәптәр асырға, уларға уҡытыусылар әҙерләргә кәрәк. Ә бит иҫке уҡытыусыларҙың күп кенә өлөшө саботаж яһаны. Булған тиклеме бик аҙ ине. Хаҡһыҙ-ниһеҙ уҡытырға риза булған кешеләр табып, уҡытыусылар әҙерләү курсы асырға тура килде. Ҡайһы бер иҫке уҡытыусылар: «Хаҡһыҙ уҡытырға риза түгелбеҙ — түлә аҡса — уҡытырбыҙ!» - - тип волость ревкомының ишеген шап иттереп ябып сығып киткеләй торғайнылар. Волость ревкомы председателе Камалов ни тиклем тыныс кеше булһа ла — ул да, бындай ваҡыттарҙа, берәй иптәшкә ҡыҙып-ҡыҙып: — Бына һөйләш һин улар менән! Уҡыған кеше бит — аңларға тейеш ине! Бөгөн аҡса тураһында һәйләй торған көнмө ни? Йөрәген һурып алып икенсе, яңы йөрәк ултыртаһыңмы ни һуң, ә? — тип зарлана торғайны. Күлбаш волосы ҡалаларҙан, тимер юлдарҙан алыҫ йәшәй. Был тирәләге халыҡты ҡара төн һымаҡ дини фанатизм, иҫке ғөрөфғәҙәттәр, вәхшилек, ҡоллоҡ баҫып алған. Байҙар һәм муллалар — тормоштоң хужалары. Улар бөтә төрлө юлдар менән массаны үҙ ҡулдарында тоталар. Улар күп юлдар беләләр, массаны алдауҙа улар күп йылдар буйына тәжрибә туплағандар. «Теге донъяға барғас», ожмах вәғәҙә итәләр, юхалайҙар, ҡайһы бер ярлыларға әсмуха сәй, ҡаҙаҡлап он биргеләйҙәр, йә булмаһа ҡурҡыталар. Теләһә нәмә менән: тамуҡ менән, нагайка менән, ләғнәт менән — бөтә төрлө юлдар менән ҡурҡыталар. Кешеләрҙе береһе өҫтөнә икенсеһен һөстөрәләр, шпионлыҡ ойошторалар, батырыраҡ фекерле, уйлай алыусаныраҡ кешеләргә һис бер йәшәргә мөмкинлек бирмәйҙәр, уларға ҡаршы «йәмәғәтселек фекере» туплайҙар, эҙәрләйҙәр. Бына шул арҡала үҙҙәре кеше елкәһендә йәшәмәй торған, башҡалар көсөнән файҙаланып йәшәмәй торған — үҙҙәре хеҙмәтсән булған кешеләрҙең дә күп кенәһе инертныйға әйләнәләр, ҡурҡаҡ булалар, хатта хөкөм һөргән кешеләр тураһында хурлап уйларға ла ҡурҡалар, улар алдында тубыҡланыуҙы, уларға ялағайланыуҙы һәм шуның арҡаһында тынысыраҡ йәшәүҙе артығыраҡ күрәләр, һис бер ваҡытта ла ысын уйҙарын кешегә әйтмәйҙәр. Күңелдәрендә бер нәмә булһа, телдәрендә бөтөнләй башҡа нәмә була. Улар реаль булмайҙар, алдашалар. Тора-бара был подхалимлыҡ, рыя, алдашыу кеүек күренештәр нормаль хәлгә әйләнәләр. Рыялы түгел, алдашмай һәм тәрилкә тотмай торған кешеләр ят, нормаль түгел булып күренәләр, уларға дошман итеп ҡарай башлайҙар... Дүрт йыл буйына гөрөлдәгән канонада күкрәүе, үлем ғазабы эсендә ыңғырашҡан меңдәрсә кешеләрҙең аһ-зарҙары, иге-сиге күренмәгән мохтажлыҡ, хәйерселек, ҡан һөрөмө һәм окоптарҙағы һалҡын һәм бет — былар гигант катастрофанан һау ҡалған кешеләрҙе һиҫкәнеп китергә, ҡалтыранып алып тирә-яҡҡа күҙҙе нығыраҡ асып ҡарарға һәм тормоштоң ни тиклем кешелекһеҙ һәм түҙә алмаҫлыҡ икәнен күрергә мәжбүр иттеләр. Ауылдарҙа ҡанлы фронт һәм позициялар еҫе менән һуғарылған иҫке һоро шинель, баштарына ҡуян бүрек йәки һоро папаха кейгән кешеләр йыш ҡына осрай башланы һәм был кешеләрҙең яңаҡтары ябыҡ, хәрәкәттәре нервылы, күҙҙәре асыулы ҡарай ине. Улар тирәһендә инстинктив рәүештә яҡынлыҡ һиҙеп ярлылар массаһы йыйылды — фронтовиктар үҙҙәре лә ярлылар ине бит! Февраль көндәрендә улар волость правлениеларын ҡыйраттылар, начальниктарҙы, урядниктарҙы, становойҙарҙы — батша ялсыларын күтәреп бәрҙеләр. Ләкин шул уҡ ваҡытта, улар үҙҙәре араһында байҙарҙың һәм муллаларҙың да күбеһен күрҙеләр. Былар ҙа «Йәшәһен!» тип ҡыскыралар ине. Волостағы ваҡытлы идара итеү органдарын һайлағанда, байҙар һәм муллаларҙың тауышы бик ныҡ яңғырай торған булды. Муллаларҙан ораторҙар күбәйҙе. Революциянан үҙенә иркен тормош, һуғышты бөтөрөү көткән хеҙмәтсәндәр өсөн был ят ине. — Нисек инде был? Байҙарҙың, муллаларҙың бында ни ҡатнашы бар? Беҙҙең елкәлә йәшәүҙәренә сик ҡуйылмаймы ни әле? 1917 йылдың аҙағында, декабрь айҙарында үҙенең тыуған ауылы Аҡаға ҡайтҡан большевик Әхмәт Камалов юғарылағы һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Уның беренсе сығышы ҡышҡы һалҡын бер көндө Сафыуан ҡарт өйө янында булды. Унда ул өйҙө күмеп китерҙәй бейек һалҡын көрт башына менеп һөйләне. Ул, шаулашҡан халыҡҡа ҡарап, һул ҡулын күтәрҙе. Аҡа кешеләре араһында уларҙың «уҡымышлы» ауылдаштары Әхмәт тора ине. Улар уны, ике йылдан һуң, беренсе тапҡыр күрәләр. Ике йыл фронтта йөрөү Әхмәтте олоғайтҡан, серьёз егеткә әйләндергән. Тағы ла бер үҙгәреш бар: һул ҡулының сәтәкәй бармағы өҙөлгән. Ләкин башҡа төрлө үҙгәреш һиҙмәйҙәр әле кешеләр. — «Ни саҡлы уҡып йөрөгән булды — барыбер мулла була алмаған икән шул, бахыр!» – “Ни һөйләр икән был? Кисә берәүһе мохтариәт тиме шунда, нәмәлер тураһында һөйләп киткәйне – был да шул мохтар тураһында һөйләйме икән?” – “Теге списоктары менән йәнгә теймәһә ярар ине!” Шулай тип уйланылар Аҡа кешеләре. Ләкин Әхмәт Камалов уларҙы оҙаҡ көттөрмәне. Шунда уҡ асты ла һалды. – Иптәштәр! Бөтә Россияла советтар власы урынлашҡан. Беҙҙең илдә власть хеҙмәт кешеләре ҡулында, иптәштәр! Россияла яңы тормош башланды! Ә һеҙҙә? Һаман әле байҙар ҡул аҫтынан сыға алмайһығыҙмы? Һаман да булһа шул Кәрәм бай хөкөмө йөрөй. Оят, иптәштәр, – бер Аҡа ауылы иҫкесә йәшәй. Камаловтан алыҫ түгел Кәрәм бай көрт өҫтөнә күтәрелә төштө һәм Камаловтың һүҙен бүлеп һөйләй башланы: – Әхмәтғариф туған, рәтле генә егет күренә инең, мин әйтәм, бына илебеҙгә ҡайтып мулла булыр, тип өгөтләнеп тора инек – булманы, мин әйтәм! Дөрөҫөн әйтәйем, ҡустым, һине бындай шалапай булыр тип көтмәгәйнек! Йә, мин әйтәм, минең, йә булмаһа бына тоже бай кеше, староста Шакирҙың – илгә ни зарары бар? “Ярлы халыҡ!” – тигән булаһығыҙ! Ярлы халыҡ һинәнме, минәнме күберәк файҙа күргән, йә әйтеп ҡара? Быға тиклем ҡаланан булһын, волостан булһын килә торған һәр бер ораторҙы еңеп сыға торған һәм үҙенең әремдәй әсе теле менән аҙаҡтан көлкөгә ҡалдыра торған Кәрәм бай был юлы большевиктар вәкиленең үҙенән көслөрәк икәнен һиҙҙе. – Нисәмә йылдар буйынса фронттарҙан, интегеп, аяҡ, ҡулдарын ҡалдырып, йә булмаһа бик аҙ ғына өлөшөбөҙ һау ҡайтҡан, һалдат иптәштәр! Ни өсөн күрҙек беҙ ул ғазаптарҙы? Беҙгә кәрәге бар инеме был миллиондарса ҡорбандарҙың? Әсәләр, еңгәләр, аталар! Ни өсөн һеҙҙең балаларығыҙҙы, ирҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы үлтерҙеләр? Бына кемдәргә кәрәк булды ул! Бына кемдәр файҙаһына булды был ҡорбандар! Ошо урында Камалов ғәйрәтләнеп ҡулын Кәрәм бай яғына һуҙҙы. – Дөрөҫ! – Правильно һөйләйһең, туған! – Беҙҙең ҡанды етерлек эстеләр инде! – Һаман да ҡысҡыралар, оятһыҙҙар! – тигән тауыштар ишетелде. Быға тиклем тын ғына ятҡан һымаҡ күренгән Аҡа ауылы йәнләнеп китте. Оҙаҡламай Камалов бөтөнләй үк волоста тора башланы. Шул ваҡыттарҙа уҡ уны волость ревкомының председателе итеп һайланылар. Камаловтың башы, тыуған иленә ҡайтҡан беренсе көндән башлап, һис бер тыныслыҡ күрмәне. Эшләгән урындарында йоҡлап, шунда туйынып йәшәне. Батша ваҡытында халыҡ тарафынан “головный писарь бүлмәһе” тип йөрөтөлгән бүлмә Камаловтың “кабинеты ла”, йоҡо бүлмәһе лә ине. “Кабинет” тигәс тә – шәп обстановкалы, матур йомшаҡ креслолар, дивандар теҙелеп ҡуйылған, өҫтәлдәренә ҡыҙыл боҫтау йәйелгән, әллә нисә телефон ҡуйылған, инһәң – сығаһың килмәй торған бүлмә тип аңларға ярамай. Ул ваҡытта бер бүлмәлә бер нисә телефон булыу түгел, бөтә Күлбаш волосына ла бер телефон юҡ ине. Ул ваҡытта телефон, телеграф тигән нәмәне белмәнеләр. Ә инде бүлмәгә килһәк – бүлмә шундай: яланғас, ҡарайып бөткән бүрәнә стеналарҙа тик бер генә урында русса “Бөтә власть советтарға!” тигән лозунг аҡбур менән ҙур түгел ҡыҙыл полотнаға яҙып элеп ҡуйылған. Ғүмерендә әллә нисә старшинаны, ул старшиналарҙың ҙур, ауыр йоҙроҡтарын күреп үткәргән, әллә ни тиклем юнып, яҙып бөтөүҙәргә дусар булған һәм тағы ла һанһыҙ йылдар хеҙмәт итергә көсөнән килерлек, ҡарайған, ниндәй ағастан яһалғаны ла билдәһеҙ әрһеҙ өҫтәл. Бер нисә ултырғыс. Бер мөйөштә винтовкалар һөйәлеп тора, патрон тартмалары таралып ята. Икенсе бер мөйөштә ябай ғына карауат. Был — ревком председателе Камалов карауаты. Был бүлмәлә күп ваҡыт Камалов йәш кенә, күңелле егет «писарь Хәйри» менән бергә йоҡлай. Хәйри әлеге ҙур өҫтәл өҫтөнә ни тура килде шуны йәйеп һуҙылып ята ла, ҡараңғы бүлмәлә тәмәке утын йылтыратып һөйләй. Ул һөйләргә, ә Камалов тыңларға ярата. Ҡыҫҡа ғына буйлы, килешле түңәрәк йөҙлө егерме йәштәрҙәге был егет, совет ойошторолған көндән үк, инде Камалов янынан китмәне. «Писарь Хәйри», «бәләкәй Хәйри» исемдәре менән йөрөтөлгән был егет үҙенең шаян һүҙҙәре, рәхәтләнеп, ысын күңелдән көлә алыуы, йылдамлығы, тапҡырлығы менән «волсовнарком» коллективы эсендә ҙур авторитетҡа эйә ине. Волость ревкомының аҙыҡ бүлегендә эшләгән дәүерендә ул, байҙарҙың йәшергән урындарынан табып, аҙ иген сығарманы. Күлбаш ауылынан ҡырҡ саҡрымдар алыҫлыҡта, унан көньяҡта Иҙел йылғаһы ярында өйәҙ ҡалаһы ята. Был ҡала бейек тау буйына һәм шул тау башына һалынған. Был тау йылғаның ситенән үк башланып бер саҡрым самаһы текә генә булып күтәрелә лә, унан көнсығышҡа таба тигеҙлек башлана. Шуға күрә ҡаланың уртаһына тура килгән тау башынан Иҙелдең аръяғына, көнбайышҡа таба ҡараһаң — аръяҡтағы киң туғайлыҡ, әрәмәлектәр, күлдәр, тағы ла арыраҡ шул уҡ Иҙелдең бормаланып киткән урындары, алыҫ урмандар — зәңгәрләнеп күренәләр. Яҙғы көндәрҙә ҡала болоттарға оҡшаған сирень сәскәләренә йәки аҡ күбәләктәр төҫлө алмағас сәскәләренә күмелеп ҡала. Бындай саҡта Иҙел буйлап пароход менән килгәндә был кескәй генә ҡала һоҡланғыс күренә. Ҡаланың урт бер урынында, тау буйында асыҡ һары буяуға буялған өс ҡатлы бер ҙур өй, башҡа өйҙәрҙән өҫтөн булып, алыҫтан уҡ күренеп тора. Был өй — элекке ваҡытта ҡыҙҙар гимназияһы булған. Власты советтар алыу менән гимназияның уҡыусылары директоры менән бергә «бойкот» яһағандар ҙа укымай башлағандар. Шунан һуң был йортҡа өйәҙ ревкомы урынлашҡан. Һуңға таба ул «өйәҙ Совнаркомы»—боевой дружиналар штабына, ревком штабына әйләнде. Март айының урталарында, көндөҙгө сәғәт ундар самаһында, ҡояш, ныҡ ҡына ҡыҙҙырып, аяҡ аҫтын еүешләгән бер ваҡытта, ревком председателе Алексей Иванович Чернявский кабинетына оҙон ғына буйлы, сығыбыраҡ торған яңаҡлы, түңәрәк ҡуңыр йөҙлө, уйнап торған күңелле бер егет килеп инде. Уның аяғында шпорлы итек, өҫтөндә шинель, башында хәрби фуражка ине. Ул бик аҙ ғына һиҙелерлек акцент менән һис тотлоҡмай русса һөйләй башланы: – Иптәш Чернявский, һаумыһығыҙ? Мин һеҙгә бик ашығыс йомош менән килдем! Фу! Ашыҡтым — тирләтте, сисенәйем әле! — тине ул һәм фуражкаһын, шинелен һалып элде; хәрби кешеләр кейә торған френч һәм галифе менән ҡалды. Беренсе ҡарауҙа уны элекке офицер тип уйларға мөмкин булһа ла, иғтибар менән ҡарап торғас, улай түгел икәненә төшөнәһең. Берҙән, хәрби кешеләрҙә һис булмай торған хәл — „ уның ҡара, ҡуйы сәстәре, бик оҙон булып, ҡолағын ук күмеп торалар. Икенсенән, уның ныҡ аҙымдарында хәрби кешелә була торған асыҡлыҡ, ритм һиҙелмәй. Уның хәрәкәттәрендә, һөйләүендә тупаҫлыҡ, дыуамаллыҡ, йәшеренмәй торған сәнскелелек бар. Ләкин был сифаттар уға килешеп торалар, уны был сифаттарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. — Пожалуйста, пожалуйста, ултыр, рәхим ит!— тине Чернявский, уға урын күрһәтте. Был һүҙҙәрҙе ул башҡортсалап әйтте. Чернявскийҙың да башҡортса һөйләшеүендә рус акценты аҙ ғына ине. Унан һуң, үҙенең янында ултырыусы матрос кейемендәге бер таҙа егеткә ҡарап, русса: — Танышығыҙ, Александр! — тине.— Иптәш Сәғидуллин. Беҙҙең актив партиецтарыбыҙҙың береһе. Күлбаш волосында военком булып эшләй. Ә был,— тине ул, Сәғидуллинға теге матросты күрһәтеп,— был летучий отряд начальнигы иптәш Александр Демидов! Күптән түгел генә Кронштадттан ҡайтты. Таныш булығыҙ! Иптәш Демидов үҙенең отряды менән һеҙҙең яҡҡа, Турай волосына, китергә тора. Унда контрреволюционерҙар йыйылып алғандар... Давай беҙ һинең менән иң тәүҙә Күлбаштағы дружина тураһында һөйләшеп алайыҡ!.. Ә һин, Александр, документтарыңды оформить ит тә иртәгеһен иртүк ҡуҙғалырһың! — Есть, Алексей Иванович! — тине матрос, честь биреп боролоп сығып барғанда, кире килде һәм Сәғидуллинға йылмайып ҡарап: — Бына мин һеҙгә адресымды яҙып ҡалдырайым, һеҙ теләһәгеҙ — барып сығығыҙ, пожалуйста! Һөйләшеп ултырырбыҙ. Чернявский: — Дөрөҫ, Александр!—тине.— Иптәш Сәғидуллин һиңә Турай хәлдәре тураһында ла асыҡ һөйләй алыр. Шулай бит, Сәғидуллин? Демидов сығып киткәс, улар икәүҙән икәү генә оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. — Иген! Иген, иптәш Сәғидуллин! Төп мәсьәлә иген! Үҙәк асыға! Масса араһында ныҡ эшләргә кәрәк! Ярлы халыҡты, эшсе һәм крәҫтиәндәрҙе кулактар, муллалар ҡул аҫтынан тартып алырға, бик ныҡ аңлатырға кәрәк, шулай түгелме? Һеҙ һиҙәһегеҙме, контрреволюция беҙгә ҡаршы массаны аяҡландырырға тырыша? Большевиктар тураһында ниндәй генә ҡара агитациялар йөрөмәй? Беҙҙең үҙебеҙҙең арала ысындан да ошондай бысраҡ нәмәләр тураһында һөйләп йөрөүселәр юҡ түгел! Ҡайһы берәүҙәр, аңлап та, аңламай ҙа, — арттырып ебәрәләр. Бындай кешеләрҙе һис ҡыҙғанмай ҡыуырға, фаш итергә кәрәк!.. Агитацияны ҡорал яһай белергә кәрәк, иптәш Сәғидуллин! Шулай түгелме? Сәғидуллин тәҙрә янына барып баҫҡан һәм, трубкаһын лышлыш һурып, ябай ғына һөйләнеп торған Чернявский тураһында уйлай ине: «Бының ҡыланыштары ла, һүҙе лә, өҫтө-башы ла – барыһы ла ябай ғына! Ҡысҡырмай ҙа, минең һымаҡ туҙып та китмәй!.. Үҙенең өлкәнлеген дә күрһәтергә тырышмай!»— Сәғидуллин шулай уйланып торғанда, Чернявский, өҫтәл янына килеп, ҡағыҙҙарҙы аҡтарырға тотондо һәм Сәғидуллинға: - Ғөмүмән, ҡорал кәрәк буласаҡ, әлбиттә, мин ошаҡламай һеҙгә бер-ике пулемет бүлергә тырышырмын. Халыҡ араһынан йыйығыҙ! Күп бит ул фронтовиктарҙа ҡорал!—тине.— Һеҙҙең тирәлә ваҡ-төйәк помещиктар, уҫал байҙар аҙ түгел, һәрмәштереп ҡарағыҙ шуларҙы... Демидов Сәғидуллинды ҡала менән таныштырҙы. Ул үҙе ошонда тыуған, ошонда үҫкән. Урамда барғанда Демидов Сәғидуллинға: – Беҙҙең ҡаланың тауҙарын, урмандарын (беҙҙең “сәтләүек” тип атала торған урманыбыҙ бар. Ана тегендә, көньяҡта, тау башынан башланып китә), бына был бормаланып аҡҡан Иҙел йылғаһы, уның аръяғындағы туғайҙарын бик яратам мин! — тине,— ә бына кешеләре... һөйләп тораһы ла юҡ. «Ревизор»ҙағы господин СквозникДмухановский әйтмешләй, бынан өс йыллап сапһаң да, һис бер төрлө государствоға барып етә алмаҫһың! Ҡараңғы бер мөйөш! Бындағы кешеләрҙең йәшәү талаптары ҙур түгел. Уйларға яратмайҙар... Ә бына Владиктың атаһы — ундай түгел. Хәйер, быны һин үҙең дә күрерһең әле. Улар ҡаланың иң ҙур һәм бай урамы тип йөрөтөлгән Вознесенский урам буйлап киттеләр. Был урам, Иҙел буйындағы ҙурҙур таш амбарҙар янынан башланып, тауға менеп китә һәм көнбайыштан көнсығышҡа таба ҡаланы икегә бүлә. Мостовойға таш түшәлгән. Тротуарҙарҙың ҡайһы бер урындары цемент, ә күберәк таш менән ҡапланған. Был урамда ҡар күптән инде ирегән — уның әҫәре лә ҡалмаған. Тау урын булғанға, март ҡояшының беренсе ҡыҙҙырыуы аҫтында уҡ, ҡар, иреп, Иҙелгә ҡарай йырғанаҡ булып ағып киткән. Вольфтар подвал этаждарҙың береһендә йәшәйҙәр ине. Зәңгәр буяуға буялған ике ҡатлы ҙур йорттоң ҡапҡа башына «Починка и ремонт муз. инструментов И. С. Вольф» һәм ғәрәп хәрефтәре менән «Төҙәтеләләр граммофон вә башка инструмент» тип яҙылған вывеска ҡуйылған. Был вывескала насар ғына итеп скрипка һәм гармун һүрәте төшөрөлгән. Ҡапҡанан ингәс тә, өйҙөң ишек алдына: «Ход мастеру вправо вниз» тип яҙылған таҡта йәбештерелгән. Өҫтәүенә яҙыуҙың бер башында төртөп күрһәтеп тороусы бармаҡ та эшләнеп ҡуйылған. Биш баҫҡыслы болдорҙан түбән төшкәс, ҡаршыла ике ишек күренде. Уң яҡтағыһына «мастер» тип яҙып ҡуйылғайны. Демидов менән Сәғидуллин шул ишектән инделәр. Был Александрҙың иптәше, уның менән бергә Кронштадтта флотта хеҙмәт иткән матрос Владимир Вольфтың атаһының квартираһы ине. Улар барып ингәндә, бүлмәлә Володянан башҡа бер кем дә юҡ, ә ул матростар кейә торған ҡыҫҡа еңле, буйлы күлдәктән генә сәй эсеп ултыра. Былар барып инеү менән, йылмайып урынынан торҙо: — Әйҙә, әйҙә, Саша, рәхим итегеҙ! — тине ул, ә Сәғидуллинға һораулы ҡараш менән ҡараны. — Танышығыҙ, был минең дуҫ Сәғидуллин, военком!— тине Демидов. Тегеләр ҡул бирештеләр. Владимир урын күрһәтте һәм тирә-яғына ҡаранып алып, ғәфү үтенгән тон менән: — Ғәйеп итмәгеҙ, егеттәр, беҙҙә шулай бик йыйнаҡ түгел инде... — тине. Ысындан да бүлмә, йыйнаҡ булмау ғына түгел, бөтөнләй тәртипһеҙлек күрһәтеп тора ине. Таш түшәлгән йортҡа ҡараған ике тәҙрә төбөндә лампа, аш тәрилкәләре, примус, икмәк ҡатылары, ниндәйҙер ваҡ һауыттар таралып ята. Һары еҙ самауыр күптән ағартылмаған, күгәреп бөткән. Мейес янындағы һандыҡ өҫтөндә иҫкемоҫҡо сепрәк, ширма артындағы карауатта тәртипһеҙ ятҡан мендәр, одеялдар, һеперелмәгән иҙән һәм башҡа шундай ваҡлыҡтар өйҙә хозяйка юҡлыҡты күрһәтеп торалар. Ҡунаҡтарҙың был туралағы уйҙарын белгән һымаҡ Владимир шул ук үтенесле һәм яғымлы тауыш менән: – Әсәй үлгәндән бирле, өйҙөң йәме юҡ... Бөтә өй эшен кескәй генә һеңлем алып бара...— тине. Кәүҙә һәм көслөлөк яғынан Владимир Вольф та Демидовтан ҡайтыш түгел. Шул уҡ ҡабарып торған мускулдар, ҡалын яурындарға ныҡ ултыртылып ҡуйылған ҡыҫҡа һәм йыуан муйын — бигерәк тә Европа| еврейҙарында һәм сиғандарҙа була торған бөҙрәләнеп торған ҡара сәс. Владимирҙың күҙҙәре ҡара һәм ҙур, танауы, ауыҙы, эйәге, Микель Анджело йәки Рафаэль картиналарындағы ирҙәрҙеке һымаҡ, үҙҙәренә тартып торған матур һәм дөрөҫ пропорциялы инеләр. Сәғидуллин уны беренсе күреү менән үк: — «Ай, матур егет икән! Күп ҡыҙҙарҙың төндәре йоҡоһоҙ үтә торғандыр, быны күрһә!» — тип уйланы. Шул уҡ ваҡытта Владимир сиктән тыш простой, балаларса бер ҡатлы йылмайыулы ябай бер егет ине. Уларҙың ҡысҡырып һөйләшкән тауыштарына күрше бүлмәнән, үҙенең мастерскойынан, Владимирҙың атаһы ҡарт еврей Исаак Соломонович килеп сыҡты. Был ҡартты инде Владимирҙың атаһы тип уйларға мөмкин түгел. Ҡыҫҡа ғына буйлы, ҙур танаулы, бөтә битен тирәләп алған, ағара башлаған ҡара һаҡаллы. Тик ҙур ҡара күҙҙәре генә һис айырып ала алмаҫлыҡ булып Владимир күҙенә оҡшағандар. Егеттәр ҡартты Сәғидуллин менән таныштырҙылар. Ҡарт шаулап күреште. Бер ултырып та ҡараны, ләкин тағы аякка баҫты. Бик ығы-зығылы, тынысһыҙ кеше ине ул. Уның һөйләшеүе шаулап, хәрәкәтләнеп һөйләшеү ине. Һис бер төрлө уңайһыҙланыу, ятһынып тороу һиҙелмәне. Сәғидуллинға был кешеләр күптәнге таныштар кеүек инеләр. Ҡарт Вольф, ярты сәғәт ваҡыт эсендә, үҙ семьяһының бөтә биографияһын һөйләргә өлгөрҙө. Владимир, уның берҙән-бер балаһы, Саша Демидов менән бергә ошо ҡалала реальный училищела уҡыған. Бик дуҫ булғандар. Демидов, һуғыш башланғас, фронтҡа алынған, Владимир ҙә флотта булырға теләгән. Тотҡан да, еврейлығын йәшереп, ялған документ менән йылы етмәгән булһа ла, доброволец булып яҙылған... Ике революцияла ҡатнашҡан. — Молодец, Исаак Соломонович, яҡшы большевик үҫтергәнһегеҙ! — тине Сәғидуллин. Ләкин ҡарт, «большевик» тигән һүҙҙе ишеткәс, ҡараңғыланды һәм ашығып: — Юҡ, юҡ — әйтә күрмәгеҙ! — тине:—Мин политикаға тығылмайым. Владимирҙы лә политикаға тығылып йөрөр тип үҫтермәнем. Искусство кешеһе булыр, музыкант булыр тип уйлағайным. Фортепианола нисегерәк уйнай ине бит, минең Володям! Ай, һеҙ ишетһәгеҙ уның уйнағанын!.. Музыка — ҡарттың иң яратҡан темаһы икәнен яҡшы белгән Владимир уны туҡтатырға тырышты: — Ярай, атай, ул турала икенсе ваҡыт һөйләшербеҙ әле...— тине. Ләкин бер дыулаған атты ҡапыл туҡтатып булмаған һымаҡ, Исаак ҡартты ла, музыка тураһында һөйләй башлаһа, туҡтатыуы еңел эш булмай. Ул һәр ваҡыт һөйләшергә яйлы сәбәп кенә эҙләп тора. Әгәр инде был турала һөйләшә алырлыҡ берәй интеллигентыраҡ кешегә тап булһа — эш уныҡы! Ул теге кешенең тыңларға теләйме, юҡмы икәне менән ҡыҙыҡһынмай. Икенсе яҡтан, теге кеше музыка менән һис бер таныш булмаҫҡа мөмкин бит әле! Ләкин ҡарт музыканттың бында ла эше юҡ. Ә Сәғидуллин музыка мәсьәләләрендә бөтөнләй үк наҙан кеше түгел. Ҡасандыр ул яҡшы ғына йырлай һәм, бигерәге, нотаға ҡарап йырлай ала торғайны. Ҡарт, был турала ишеткәс, көлөп үк ебәрҙе, Сәғидуллиндың ҡулынан тотоп: — Әйҙәгеҙ әле! Әйҙәгеҙ! Бер нәмә күрһәтәйем мин һеҙгә! – тип күрше бүлмәгә алып инде. Сәғидуллин үҙен музыкаль инструменттар донъяһында күрҙе. Ниҙәр генә юҡ ине бында! Штукатурланған, ләкин бик күптән инде ағартылмаған, ҡарайып, ҡайһы бер урындарҙа ҡубып та төшкөләгән ала-ҡола стеналарҙа һәр төрлө ҙурлыҡтағы һәм һәр төрлө иҫкелектәге гитаралар, мандолиналар, думбыралар эленеп тора. Бер яҡ стена буйлап һуҙылып киткән оҙон һәм киң өҫтәлдә һәр төрлө ҙурлыҡтағы, һәр төрлө марка гармундар, граммофондар таралып ята. Ҡарт Сәғидуллинға ултырырға урын күрһәтте лә, үҙе шкаф башында торған ҡара, иҫке футлярҙы алып аса башланы. Ҡарттың хәрәкәттәре һәм ҡарашы сиктән тыш серле. Ул, язычниктар сихыр эшләгәндәге һымаҡ, ҡылана. Ул футлярҙан скрипка сығарҙы ла, уң ҡулына смычок, һул ҡулына скрипканы тотоп, Сәғидуллин янына килде, йөҙөндәге һәм ҡарашындағы серлелекте тағы ла арттыра төшөп, ул, бышылдап ҡына: — Беләһегеҙме ниндәй скрипка был? — тине. Сәғидуллин алдында ябай, иҫке генә бер скрипка тора ине. — Һис әйтә алмайым! — тине ул ҡартҡа ҡарап. — Һеҙгә генә әйтәм, кеше-ҡараға сығараһы булмағыҙ! Был Страдсвариюс скрипкаһы!—тине ҡарт һәм, “был һүҙ йәш егеткә нисек тәьҫир итер икән” тигән һымаҡ, Сәғидуллинға ҡарап торҙо. Сәғидуллин ысынлай та аптырашта ҡалды. Ни әйтергә белмәне. Ул губерна ҡалаһында ваҡытта ҡыш көнө газеталарҙың береһендә: «Россияла Страдсвариюстың тағы ла бер скрипкаһы бар икән. Шуны табып биргән кешегә Петроградтағы музыка йәмғиәте өс мең һум бүләк вәғәҙә итә» тигән хәбәр уҡығайны. – Теләйһегеҙме, мин һеҙгә бер нәмә уйнайым? — тине ҡарт.— Тыңлағыҙ! Ул урамға ҡараған тәҙрәләрҙең береһе янына барып баҫты ла скрипканы көйләп алды, смычокка канифоль ышҡыны. Скрипканы эйәк аҫтына ҡуйғас, күп халыҡ алдында сәхнәгә сығып баҫҡан дебютант һымаҡ, мөһабәт һәм серьёз ҡиәфәт менән: — Мин Моцарттың бер сонатаһын башҡарам! — тине һәм уйнай башланы. Бына шунда Сәғидуллин үҙендә үҙгәреш һиҙә башланы. Скрипка тауышы ҡолаҡҡа түгел, йөрәккә ишетелә кеүек тойолдо. Тәүҙә ул тыныс ултырҙы. Башында реаль уйҙар йөрөнө. Тәҙрә артында тротуарҙан йыш ҡына үтеп тороусы аяҡтарға күҙ һалғылаштырҙы. Үтеп барыусы аяҡтарға ҡарап, ул күҙгә күренмәгән кешеләрҙең үҙҙәрен күҙ алдына килтерергә тырышты. Йә булмаһа, бүлмә эсендәге обстановкаға иғтибарын йүнәлтте... Ләкин бара-тора ул быларҙың береһен дә күрмәй башланы. Уның бөтә барлығы скрипка моңо менән тулды. Был моң уның йәш йөрәген тирәләп алған, ҡалтыратҡан һымаҡ тойолдо, йә булмаһа, ул үҙен йәйге кистә, зәңгәр күл буйында сәскәле үләндәр араһында ҡоштар һайрауын тыңлап, кемделер көтөп ултыра кеүек һиҙҙе. Кем килергә тейеш һуң? Ниңә килмәй инде ул тиҙерәк? Йәки ҡала янында ҡышҡы бурандар олоған һымаҡ булды... ...Скрипка уйналып бөткәндә, ишек яғына ҡараһа, унда ишек яңағына һөйәлгән хәлдә Александр Демидов менән Владимир баҫып торалар ине. Йәштәр ҡарт музыкантҡа ҡул саптылар. Сәғидуллин һоҡланыуынан, шатлығынан бер ни ҙә әйтә алманы. Ә ҡартҡа маҡтау һүҙе әйтергә кәрәк ине. Уның ҡарашы уҡ шуны көтөп тора. Сәғидуллин һис һүҙ өндәшмәй ҡарттың ҡулын барып ҡыҫты. Улар бында һөйләшеп оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Владимир ҙа Демидов менән бергә Турай ауылындағы кулактар болаһын баҫыу эше менән иртән иртүк китергә тейеш ине. Сәғидуллин был семья менән танышыуына сиктән тыш шатланды. Донъяға ҡараштары үҙ танауҙарынан ары китә алмаған обывателдәр донъяһында бындай культуралы кешенең йәшәүенә Сәғидуллин аптыраны. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул бында? Ниндәй яҙмыш тулҡындары ҡағып-һуғып йөрөткәндәр был кешене? Ләкин хәҙер был турала һорашып, һөйләшеп торорға ваҡыт юҡ ине — һәр ҡайһыһына үҙ эше менән ашығырға тура килде. Икенсе көндө иртән иртүк Сәғидуллин үҙҙәренең волостарына — Күлбашҡа ҡайтып китте. Ун һигеҙенсе йылдың яҙы. Ҡала урамдарының канауҙарынан түбәнгә, Иҙелгә, таба шаулап йырғанаҡтар ағалар. Тау буйында ултырған ҡалала ҡар күптән инде бөткән — ә ағыр һыуҙар баҫыуҙарҙан, урмандарҙан йыйылып киләләр. Иҙел өҫтө зәңгәрләнгән. Боҙ өҫтөндәге ҡарҙы аҫтан бәреп сыҡҡан яҙғы ташҡын һыуы ашаған. Иҙел аша сыҡҡан ҡышҡы юл алыҫтан ҡарайып, ә яҡындан көрән булып күренә. Ҡалала, былай ҡарағанда, һәр ваҡыттағы ғәҙәттәге тормош дауам иткән кеүек күренә. Урамдарҙа кешеләр күп йөрөй. Ҡышҡы бурандарҙа ишек-тәҙрәләрен бик ныҡ бикләп күп ваҡыттарын йоҡлап йәки бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, эшләргә эш, һөйләргә һүҙ юҡлыҡтан бер хәбәрҙе биш итеп һөйләп үткәргән обывателъ хәҙер, ҡояш йылыһы ҡарҙы иретеп Иҙелгә ҡыуа башлау менән, көнө буйы урамдарҙа йөрөй башланы. Обыватель малайҙары — улар араһында большевиктарға асыу итеп уҡыуҙарын ташлаған, ялтыр төймәле шинелдәр кейгән, типһә тимер өҙөрлөк реалист егеттәр – таш тротуарҙарҙа (улар үҙҙәре ни өсөндөр “пртуар” тип йөрөтәләр) «бабки» уйнайҙар. Реалист егеттәр, “бабки” уйнап туйғас, Михаил Архангель сиркәүе баҡсаһына китәләр. Был сиркәү һәм уны тирәләп алған баҡса Иҙелгә яҡын ғына бейек тау башында тора. Хәҙер инде унда ҡар бөткән. Йәштәр юлдарҙы таҡырайтып та бөтөргәндәр. Оҙаҡламай бында зәңгәрһыу-көрән болот һымаҡ булып сирень сәскә атасаҡ. Ҡала урамдарынан ҡайһы ваҡыт винтовкаларын яурындарына һалып ҡыҙылгвардеецтар йырлап үтәләр. Уларҙың кейемдәре ғәжәп төрлөсә — улар араһында оҙон йәки ҡыҫҡа, яңы йәки иҫке шинель, бәйләп эшләнгән һоро йәки ҡуян тиреһенән яһалған аҡ папаха, йә булмаһа ябай меҫкен бүрек кейгән кешеләр менән рәттән, төрлө оҙонлоҡтағы һырма йәки ҡыҫҡа тун, аяҡтарына обмотка урап «австрийский» ботинка йәки ҡыҫҡа ғына киң ҡуңыслы «ярманский» итек, йә булмаһа тула ойоҡ менән сабата кейгәндәре лә осрай. Тышҡы күренештәре былай бик күңелленән булмаһа ла, был кешеләрҙең йөҙөндә сикһеҙ энтузиазм, нәмәгәлер ынтылыу, ҡала кешеләренә һис аңлашылмай торған, ниндәйҙер ижад итергә тороусы сикһеҙ көс ялҡыны күренә. Улар: И как один умрем За власть советов! тигән шул ваҡытта ғына сығарған йырҙарын, ауыҙҙарҙы ҙур асып, аяҡтарҙы ныҡ һәм берҙәм баҫып, көслө тауыш менән бөтә ҡаланы яңғыратып йырлайҙар. Улар уҙып барғанда, урамдағы кешеләр туҡтайҙар. «Парикмахер Пузиков» тигән вывескалы өйҙөң тәҙрәһендә өҫтөнә аҡ халат кейгән, ҡулына бритва тотҡан бер кеше урамға ҡарап тора. Һабын күбеге һөртөлгән битле кеше — парикмахерҙың клиенты ла — хужаның артынан муйынын һуҙып ҡарай. «Портной И. В. Штокман» үҙе, ҡайсыһын ҡулына тотоп, урамға уҡ сыҡҡан. Сәғәт мастеры П. Счастливцевтың тәҙрәһенән әллә нисә кеше ҡарай. Бөтә обыватель донъяһы ҡыҙылгвардеецтар отрядын сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп ҡала. Отряд уҙып китеү менән аҡрын ғына комментарийҙар яһау башлана. — Ну, ғәскәрр! — ти башын сайҡап парикмахер Пузиков. — Бына кемдәр беҙҙең менән идара итәсәктәр инде! — ти уның клиенты. — Хәйерселәр! — Коммуна, ҡәһәр төшкән! Бына бер мөйөштән өҫтөнә демисезон пальто, башына эшләпә, аяғына итек кейеп, ҡулына таяҡ тотҡан бер кеше килеп сыҡты. Ҡайҙалыр бер малайҙың әсе тауыш менән: — Далай-лама! — тип ҡысҡырғаны һәм, ҡолаҡтың ярыһын ярырҙай итеп, һыҙғырып ебәргәне ишетелде. Шунда бөтә урам хәрәкәткә килде. Тегендә лә бында “Далай лама!” тип ҡысҡырған тауыш яңғырай. Теге кешенең артынан бер көтөү малайҙар төшөп алды. Уны төрлө һүҙҙәр менән ирештерәләр ине: – Эй, Далай-лама! – Далай-лама, эшләпәң төшөп ҡалды. Яҡшыраҡ ҡараһаң, Далай-ламаның эшләпәһенең дә, йоҡа ғына пальтоһының да сиктән тыш туҙғанлыҡтары, төрлө төҫтәге һәм төрлө ҙурлыҡтағы ямауҙар менән ҡапланғанлыҡтары, бер итегенең ҡубып төшкән табаны шпагат менән бәйләп ҡуйылғанлығы күренә. Ул, туптура алдына ҡараған хәлдә, һис нәмәгә иғтибар итмәгән һымаҡ, атлауында дауам итә. Йәшләнеп торған зәңгәр күҙҙәре, ваҡ ҡына йыйырсыҡтар менән ҡапланған һәм хәтерҙә ҡалмай торған ваҡ һыҙатлы һаҡал-мыйыҡһыҙ кескәй генә һары йөҙө — ғазапланыу ҙа, асыу ҙа күрһәтмәйҙәр. Ҡасандыр матур булғанлығы күренеп торған ҙур түгел ауыҙының ирендәре, «о» өнөн әйтергә әҙерләнгән һымаҡ, түңәрәкләнеберәк, алғарак сығып торалар. Далай-ламаның килеп сығыуы урам өсөн ҙур ваҡиға булды. Ул уҙып киткәнсе урам геүләп торҙо. Батырыраҡ малайҙар Далайламаның аяғынан килеп тоталар йәки уның сабыуынан тотоп тарталар. Далай- лама тәүҙә быға иғтибар итмәне. Ләкин бик йөҙәтә башлағас, ҡапыл ғына туҡтаны ла — таяғын күтәреп киҙәнеп ҡуйҙы. Ҡала кешеләре әллә мең дә беренсе тапҡыр бер- береһенә уның тарихын һөйләйҙәр, ҡыҙғаналар, уның киләсәге тураһында төрлөсә фекер йөрөтәләр: — Үлер инде оҙаҡламай, бахыр! — Үлде, ундай кеше тиҙ үлмәй ул! «Әсе телле», «уйын һүҙле» булыу менән даны сыҡҡан сәғәт мастеры Счастливцев тирә-яғындағы кешеләрҙе көлдөрөү маҡсаты менән: — Большевиктар беҙҙең Далай-ламаны Мәскәүгә комиссар итеп алмаҡсылар икән,— ти. Кешеләр әллә теләп, әллә теләмәй генә — хихылдап көлөп ҡуялар. Кемдер: — Шундайҙарҙы йыялар ҙа улар!—тип өҫтәне. Далай-лама Вознесенский урам буйлап шәп-шәп атлап төшөп китте һәм, Исаак Вольф торған өй тураһына еткәс, ниҙәндер шикләнгән һымаҡ, артына һәм тирә-яғына ҡараны ла тиҙ генә өйгә инеп китте. Исаак Соломонович яңғыҙы гармун төҙәтеп ултыра ине. Ишек төбөндә баҫып торған кешегә ҡарап ул: — Ә-ә, Аркадий Петрович, ултыр,— тине.— Йә, эштәр нисек? Теге кеше ҡарт тәҡдим иткән урынға ултырҙы, ҡара ҡулдары менән асыҡ күкрәген ыуҙы һәм ҡарлыҡҡан, аҡрын тауыш менән: — Яна, һаман яна,— тине. Унан һуң сырайы боҙолдо, иларға теләгән кеүек тә, көлгән кеүек тә булды, үҙе дауам итте: — Минең күкрәкте әллә нәмә ҡыҫа, унда ялҡын бар һымаҡ тойола... Тыныслыҡ юҡ! Миңә берәү әйтте: һин тыныслыҡты йә төрмәлә, йә ҡәберҙә табырһың,— тине. Дөрөҫ әйтте ул кеше! Йә төрмә, йә ҡәбер! Юҡ, юҡ. Һин өндәшмә, Исаак Соломонович! Рәхмәт һиңә! Һин башҡа кешеләргә оҡшамағанһың... Рәхмәт! Мин бынан һуң һиңә лә килеп йөрөмәм, юҡһа минең арҡала һинән дә көлә башларҙар... Ул шулай бер-береһенә бәйләнешһеҙ һүҙҙәрҙе оҙаҡ һөйләп ултырҙы. Ләкин был тыштан бәйләнешһеҙ күренгән һүҙҙәрҙең төбөндә ниндәйҙер уртаҡ бер мәғәнә ишетелеп ҡала. Исаак Соломонович быны аңлай, күрәһең, — һорашып тормай. — Кил әйҙә, Аркадий Петрович, килеп йөрөгөләштер.— ти ҡарт еврей Далай-ламаға.— Һинең менән минең яҙмыш бер төҫлө, беҙ берберебеҙҙе аңлайбыҙ, мин һинән тарһынмайым, һинең йәнеңдең ҡанаты һынған, һин өмөт итә белмәйһең, ышанмайһың. Ә мин, коллега, ышанмай булдыра алмайым, теләһәң ни әйт, өмөт итеп йәшәйем мин! Тегеһе тағы ла күкрәген ыуҙы һәм, хәлһеҙләнгән һымаҡ, һис бер һүҙ әйтмәй ултырҙы-ултырҙы ла, ҡапыл тороп, сығып китте. Исаак Соломонович был һис кемгә оҡшамаған, үҙенә башҡа әллә ниндәй кешенең артынан башын сайҡап ҡалды. Ниндәй кеше ул? Уның йәне ни өсөн ғазаплана? Бөтә кеше тарафынан мыҫҡыл итерлек хәлгә ул нисек төшкән? …Бәләкәй генә өйәҙ ҡалаһы, тыштан ҡарағанда, һаман үҙ йәшәүе менән йәшәй бирә. Төндәрен ҡапҡа һәм ишектәрҙе нығытып бикләйҙәр, һәр бер өй үҙенә күрә крепосҡа әйләнә. Төндәрен үҙ эштәре менән мауығып оҙаҡ ҡына йөрөргә ярата торған ҡыҙ һәм егеттәргә обывателдәр бик һуңға ҡалмаҫҡа ҡушалар. Үҙҙәре кистән үк йоҡларға яталар. Тик Аманулла хәҙрәт Еникеев өйөндә — бикле ҡапҡалар, бикле ишектәр, үтәнән-үтә һис бер күренмәҫлек ҡапланған тәҙрәләр эсендә — ҙур, ҙур гөлдәр, иран келәмдәре, ҙур трюмолар менән биҙәлгән иркен залда — мәжлес бара. Аманулла мулла үҙе мәжлестең председателе. Табын тирәһендә өйәҙҙең муллалары, ҡаланың ҡайһы бер байҙары бар. Аманулла, ҡулына тотҡан бер ҡағыҙҙы әйләндергеләгән хәлдә, һүҙен дауам итте: — ...һеҙ — ил имамдары, мосолмандарҙың яҙмышы һеҙҙең ҡулығыҙҙа! Мөфти хәҙрәт беҙгә был эшкә фатиха бирҙе! Большевиктарға ҡаршы һуғышып үлгән кеше шаһит китә — урыны ожмахта буласаҡ — халыҡҡа аңлатығыҙ шуны! Беҙгә урыҫтар менән берләшергә яраймы тигән сөал бирҙеләр. Урыҫтар менән түгел, иблистең үҙе менән берләшергә мөмкин! Большевиктарға ҡаршы һуғыша икән — шайтан үҙе булмаймы, әлға-язмбилла! (Мулла тауышын аҡрынайта төштө.) Ново-Петровскийҙа Гудов тигән бер офицер бар. Бына шул яҡтың Иҙелбай ауылы имамы Әхмәдулла мулла нисек итеп улар Гудов менән бергәләшеп эшләргә әҙерләнәләр —ул һөйләп бирер! Күлбаш волосында Идрисов тигән прапорщик эшләй... Ә Турай ауылы тураһында ишеттегеҙ... Айырым-айырым сығыштар яһарға ярамай. Бер рәттән күтәрелергә кәрәк! Турай кешеләре — аң булығыҙ! Һеҙҙә бик ярһып торалар, үҙегеҙ генә ҡаршылыҡ күрһәтеп, күтәрелеп маташмағыҙ! Бөтә өйәҙ бергә күтәрелһен! Шул ваҡытта ишекте шаҡылдата башланылар. Аманулла мулла ҡулындағы ҡағыҙына шырпы тоҡандырып ут төрттө һәм мәжлескә ҡарап: — Баҙар көн булғанға, ҡалаға килгәнһегеҙ ҙә миндә ҡунаҡта ултыраһығыҙ! Ҡаушамағыҙ, имамдар! — тине һәм, өҫтөнә ебәк сапан кейеп, ишекте асырға сыҡты. Оҙаҡламай дүрт ҡыҙылгвардеец менән матрос Владимир Вольф килеп инде. Ул баштан-аяҡ флот кейемендә, биленә маузер һәм бер граната таҡҡайны. Килеп инеү менән, ул, йыйылған халыҡҡа ҡарап: — Урындарығыҙҙан ҡуҙғалмағыҙ! Беҙгә бында тентеү яһарға тура килә! — тине һәм ҡыҙылгвардеецтарҙың береһенә ҡарап: — Михаил! Яҙып ал был кешеләрҙе! — тип өҫтәне. Тәртипле рәүештә тентеү һәм мәжлестә булғандарҙы яҙыу башланды. Ләкин бер сәғәт буйына барған тентеү һис бер һөҙөмтә бирмәне. Аманулла мулла, мыҫҡыллы йылмайып: — Кем ҡушты тентеү яһарға? — тине. Владимирҙың матур йөҙө, асыу килеүҙән һәм ашығыуҙан, яҡшы уҡ ҡына ҡыҙарғайны. Ғөмүмән, ул башҡа ваҡыттағы Володя түгел ине. Ғәҙәттә тыныс, мөләйем ҡарай торған ҙур, ҡара күҙҙәре ут сәсеп торалар. Ул үҙен тыйырға тырыша. Мулланың һорауына ҡаршы әйтергә башына килгән уҫал, һүгенеү һүҙен әйтмәйенсә бер аҙ уйлап торғас, ул козырекһыҙ фуражкаһынан сығарып бер ҡағыҙ күрһәтте: — Ревком председателе Чернявский ҡул ҡуйған ордер! Чернявский уйлауынса, Аманулла муллала уны контрреволюцияла ғәйепләй торған бик күп материалдар табылырға һәм мулла үҙе, бөгөнгө төндән дә кисекмәй, ҡулға алынырға тейеш ине. Владимир, тентеү һис бер һөҙөмтә бирмәгәс, мулланан һис бер урынға ҡаланан сыҡмаҫҡа подписка алыу менән ҡәнәғәтләнергә булды. Володя уның йортонан бик күңелһеҙ сығып китте. Ул сығып киткәс тә, мулла, сикһеҙ асыу менән: — Жид, дуңғыҙ! — тип һүгенде. Икенсе көндө Демидов отряды Турайға төш ваҡытында ғына сығып китә алды. Ә төнөн Аманулла муллала ултырған Турай муллалары, таң алдынан уҡ, үҙҙәренең ауылдарына сығып киткәйнеләр инде. Чернявский үҙенең кабинетында бик бирелеп ниҙер яҙынып ултыра ине. Ишек тауышына күтәрелеп ҡараһа, тупһала баҫып торған Далай-ламаны күрҙе. Чернявский ғәжәпләнеүен йәшерә алманы: – Һеҙгә ни кәрәк? Далай-лама ишек яңағына һөйәлгән килеш үҙенең йәшле күҙҙәрен сылтлатып Чернявскийға оҙаҡ ҡарап торҙо. Чернявский, ни әйтергә лә белмәй, бер аҙ ваҡыт уға ҡарап торғандан һуң, өҫтәлдең икенсе яғында торған ултырғысты күрһәтеп: — Бына, ултырығыҙ! — тине. Ләкин Далай-лама ишек янынан ҡуҙғалманы. Ҡара, тупаҫ ҡулын яланғас йөнтәҫ күкрәгенә ҡуйҙы ла: — Һеҙ ғәжәпләнәһегеҙҙер... Һеҙ бит мине белмәйһегеҙ... Мин дә һеҙҙе белмәйем... Һеҙ ниндәй кеше? Донъяла һеҙ ни эшләмәксе булаһығыҙ? — тине. — Һеҙ ултырығыҙ әле! — тине Чернявский.— Һеҙ мине белмәһәгеҙ ҙә, мин һеҙҙе беләм, һеҙ бит Аркадий Петрович Верхов. Һеҙ бында күптән инде һөргөнгә ебәрелгән художник. Ултырығыҙ, ултырығыҙ. Бына ошолай. Ә инде миңә килгәндә, мин ошо ҡалала тыуғанмын, ләкин мин йәштән үк Урал заводтарында йәшәнем. Ә хәҙер... — Мин ул турала түгел! Мин һеҙҙең йөрәгегеҙҙе белергә теләйем... Ниндәй кешеләр һеҙ? Кешеләргә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Минең бер картинам бар. Ул картинаны һеҙ аңлай торған булһағыҙ,— мин һеҙгә уны бүләк итәм!.. Чернявскийҙың йөҙөндә был кеше менән уртаҡ тел таба алмауға борсолоу күренде. Ул: – Пожалуйста, ниндәй картина һуң? — тине. Художник коридорға сыҡты ла, шунда уҡ, ҙур полотно алып инде, уны бер яҡ стена буйына һөйәп ҡуйҙы. Чернявскийҙың алдында ғәжәп картина асылды: һул яҡта яланғас ҡара ҡая таштарға бер яланғас ир кеше сынйырҙар менән бәйләп ҡуйылған. Сынйырҙар кешенең күкрәгенән, боттарынан уратып алынғандар. Кеше сикһеҙ батыр, көслө ҡарашын алға йүнәлдергән. Уның бөтә мускулдары, сынйырҙарҙы өҙгөләргә, ҡыйратырға теләгән һымаҡ, ҡабарғандар, кеше бөтә матур, көслө кәүҙәһе менән алға ынтылған. Бер урында, кешенең уң яҡ яурынында, сынйыр өҙөлгән дә инде, ләкин ул әле һаман кешене тота. Тәрән һәм ҡараңғы соҡор аръяғында, уң яҡта, был яҡтағы ҡараңғылыҡҡа ҡапма-ҡаршы бөтөнләй икенсе донъя асыла, һулда — йәшел япраҡтарға күмелгән ағастар, йәшел болондар, сәскәләр... Алғы планда, ҡара соҡор ярында, бер ҡыҙ аҡ таш өҫтөндә лира уйнап ултыра. Уның оҙон, бөҙрә сәстәрен әкрен иҫкән елдәр килеп ҡабарталар, өҫтөндәге еңел генә зәңгәр ебәк пәрҙәһе асылып, беләктәре, боттары яланғас ҡалған. Был лира уйнаусы ҡыҙҙың йөҙөндә ниндәйҙер серле, көслө йылмайыу бар. — Да...— тине Чернявский уң ҡулы менән һарғылт һаҡалын һыйпаны. Аҙаҡтан: — ҡыҙыҡ картина, матур эшләнгән картина!—тип өҫтәне. Ә Далай-лама Чернявский аңламаҫ тип ҡурҡҡан һымаҡ тиҙерәк үҙе аңлатып бирергә ашыҡты: — Мин Микель Анджелоға оҡшатырға тырыштым... Был абсолют азат булырға ынтылған кеше. Аңлайһығыҙмы? — Кеше! Физиологик кешеләр түгел, былар икеһе лә — идеал! Яланғас тән — матурлыҡ өсөн. Тән — форма ғына... Кеше бына был сынйырҙарҙы өҙгөләп ташлап, ҡараңғылыҡты еңеп сығып, бына был тәрән соҡорға, бына был ҡаяларҙы тултырып алға, яҡтылыҡҡа, рәхәтлеккә сығырға тейеш! Күрәһең, Далай-лама күп һөйләргә күнекмәгәйне. Уның тамағы хырылдай башланы, кәүҙәһе ҡалтыранды. — Матур картина, ләкин реаль түгел,— тине Чернявский.— Һеҙ бына беҙгә винтовка тотоп алға йүгерә торған ҡыҙылгвардеец эшләп бирһәгеҙ,— замечательно булған булыр ине... Бер урында «Бей буржуазию!» тип яҙып та ҡуйһағыҙ... Аркадий Петрович Верхов башын аҫҡа эйҙе, күҙҙәре һүнделәр. Чернявский уның кәйефһеҙләнгәнен төшөнөп алды. «Аңламаны, тип уйланы ахыры». – Һеҙ бөгөн кис миңә барып ултырығыҙ, һөйләшербеҙ. Верхов ҡапыл башын күтәрҙе, йәшле күҙҙәре асыулы ла, ғәжәпләнеп тә ҡараған кеүек булдылар. Тәрән йыйырсыҡтар менән ҡапланған бәләкәй һары йөҙө йәнләнеп йылмая башлағандай булды. Ул эшләпәһен кейҙе лә, ашығып аяҡҡа баҫып: — Рәхмәт һеҙгә! —тине һәм шәп-шәп атлап сығып китте. Кисен Далай-ламаны өйәҙ ревкомы председателе Чернявский өйөндә сәй эсеп ултырған хәлендә күрергә мөмкин ине. Ул тик бер күлдәктән генә ҡалған. Йөҙө ҡыҙарып киткәндәй булған, хәрәкәттәре етеҙләнгән, тауышы ла батырланған. Ул ҡулдарын болғай-болғай һөйләй ине: — Алексей Иванович, һеҙ миңә йән бирҙегеҙ! Дуҫлығығыҙ менән дә, идеяғыҙ менән дә минең үлеп барған тәнемдә тағы ла йәшәү, тағы ла эшләү уты тоҡандырҙығыҙ! Мин бая төшөнмәнем. Минең идеямды хурлай тип уйланым. Юҡ, замечательно буласаҡ! Бей, кроши! О! Һуңынан ул ебеп төштө. Әлһерәп, һыуҙан сыҡҡан эткә оҡшап ҡалды. Тауышы әллә ҡайҙан, алыҫтан килгән кеүек булды: — ...Улар мине үҙҙәренә оҡшамағанға дошман күрҙеләр. Улар балаларын, эттәрен минең өҫтәмә һөсләттеләр, теләгәнсә үс алдылар. Минең уларҙың күҙҙәренә генә күренеүем дә, хатта күҙ ҡарашым да уларҙы тынысһыҙлай ине... Минең кешелек ғорурлығымды улар һис бер ваҡыт кисерә алмаясаҡтар! Ул ҡапыл аяҡҡа баҫты: — Кәрәсин бирегеҙ миңә. Мин хәҙер үк эшләй башлайым! Һеҙҙе табыуға шатмын мин, Алексей Иванович! Мин үҙемде аңлаған кешене таба алмай үлермен тип уйлағайным... Миңә ҡот осҡос ауыр булды бында йәшәүе! Ә вообще, ерҙә мин билетһеҙ пассажир ғына булдым. Ә һеҙ бына, ҡарап торам да, ғәжәп кешеләрһегеҙ!.. Ә винтовкалы егетте мин һеҙгә эшләп бирәсәкмен! Һау булығыҙ! Тәҙрә аша урамға төшкән яҡтылыҡ полосаһынан үтеп, яҙғы төндөң ҡуйы ҡараңғылығына сумған Далай-лама Чернявскийға төнгө күбәләкте хәтерләтте һәм Ревком председателе, маңлайын тәҙрә быялаһына терәп, оҙаҡ уйланып торҙо. Сәғидуллин ҡаланан Күлбашҡа ҡайтышлай Шадыҡай тигән бер ауылда сәй эсергә һәм ат ашатырға тип туҡтағайны, уға шунда хәбәр әйтеп һалдылар: Ҡыш көнө продкомиссар булып торған Идрисов тирә-яҡ ауылдарҙа халыҡты Турайға — большевиктарға ҡаршы һуғышырға барырға димләп йөрөй. Турайҙа большевиктарҙы туҡмап, ябып ҡуйғандар. Муллалар, байҙар «Турай автономияһы» тигән нәмә ойошторғандар... Идрисовтың большевиктарға ҡаршы халыҡты бола күтәрергә ҡотортоуы Сәғидуллинды ғәжәпләндермәне. Идрисов тураһында «Бүрене иректә ҡалдырһаң — шулай була ул» тип уйланы. Камаловҡа уның бик ныҡ асыуы килде. Ә «Турай автономияһы» тигән нәмә Сәғидуллин өсөн ҡыҙыҡ тойолдо. Тимәк, буржуазия унда юҡҡа ғына йыйылмай, Чернявский ҙа иң батыр ҡыҙылгвардеецтарҙан утыҙлап кешене унда юҡҡа ғына йүнәлдермәгән икән шул! Күлбашҡа ҡайтҡас, Сәғидуллин «Турай автономияһы» тураһында асығыраҡ белде. Ул ҡайтыу менән, Волревкомдың йәшерен ултырышы саҡырылды. Камалов, Турайға кешеләр ебәреп, эштең нисек торошо тураһында тулы ғына хәбәр алғайны. Сәғидуллин, үҙ нәүбәтендә, ҡаланан Турайға махсус отряд китеүе тураһында хәбәр итте. Был хәбәр Күлбаштағы иптәштәрҙе шатландырҙы, ләкин тыныслыҡ бирә алманы. Турай — Күлбаш волосы менән сиктәш волость ине. Ике волостағы контрреволюцияның бәйләнеше тығыҙ ине. Шуға күрә Күлбаштағы иптәштәр Турай ваҡиғалары менән ҡыҙыҡһынмай ҡала алманылар. Өҫтәүенә, теге ваҡытта ҡулға алынмай ҡалған прапорщик Идрисовтың өсөнсө көн генә йәшерен рәүештә бында килгәне беленде. Ревкомдың йәшерен ултырышы оҙаҡҡа һуҙылды. Шулай булмай мөмкин дә түгел ине: бөтә факттар ауылдарҙа, халыҡ араһында ниндәйҙер аҫтыртын хәрәкәт барғанлығын, контрреволюцияның ҡыймылдағанын күрһәтәләр. «Турай автономияһы» ваҡиғаһы Күлбашта ла ҡабатланырға мөмкин, бик мөмкин бит! Шуның өсөн хәҙер үк, һис кисекмәҫтән халыҡ араһына таралырға, һәрмәштереп ҡарарға, көслө агитация башлап ебәрергә һәм совет власына ҡаршы бола ойоштороусы етәксе контрреволюционерҙарҙы ҡулға алырға кәрәк ине. Сәғидуллин менән Камалов араһында көслө бәрелеш булып алды. Йәшерен ултырыш шунда уҡ Сәғидуллинға прапорщик Идрисовты ҡулға алыу эшен тапшырҙы. Ләкин һуң ине инде. Ярты төн күптән уҙғайны, советтың ултырышы ябылырға ғына торғанда, ашыҡҡанлыҡтан тыны бөткән бер ҡыҙылгвардеец килеп инде һәм тотлоға-тотлоға һөйләй башланы: – Мәсет янындағы майҙанда, урамдарҙа төркөм- төркөм кешеләр йөрөй... Әллә нәмә йәшерен һөйләшәләр... Ауылдарҙан йыйылалар... Ысындан да мәсет янында кемдәрҙер бик бейек итеп трибуна яһап ҡуйғандар. Был волость советы тарафынан ҡушылған эш түгел ине. Шул тирәләге крәҫтиәндәрҙән һорашып, трибунаны Идрисов яһатҡанын белделәр. Камалов халыҡ йыйналған урынға үҙе барып Идрисовҡа отпор бирмәксе һәм етәкселәрҙе ҡулға алмаҡсы булды. Ләкин, таң атыуға, майҙанға йыйылып алған толпа эсенә, трибуна тирәһенә барырлыҡ булманы. Унда волостағы байҙар, муллалар йыйылып алғандар ҙа толпаны ҡыҙҙырып алғайнылар инде. Был ауылдарҙан алдан уҡ әҙерләп килтерелгән кулактар һәм кулак ялсыларының митингыһы ине. Волость ревкомы Камаловты митингыға ебәрмәне. Сөнки муллалар һәм Идрисов митингыға кешеләрҙә совет етәкселәренә ҡаршы бик ныҡ ҡыҙҙырып өлгөргәйнеләр. Камаловты, аңлашмаҫтан, өҙгөләп ташлауҙары мөмкин ине. Ун һигеҙ кешенән торған ҡыҙылгвардеецтар отрядына әҙер булырға ҡушылды, уларға күп кенә патрондар таратылды. Әгәр һөжүм итә башлаһалар, совет йортонда торған хәлдә, һаҡланырға булдылар. Совет йортоноң ишек башына сығарып ҙур плакат элеп ҡуйҙылар. Унда русса «Волость в военном положении. К зданию Совета группами не подходить» тип яҙылғайны. Сәғидуллин һәм Камалов, эштең серьёзға китеп барыуын күреп, күрше Ново-Петровский волосына ярҙам һорап ебәрергә булдылар. Был эште ер эштәре Комиссары Андрей Кузмичов тигән түңәрәк ҡара һаҡаллы, ҡыҙғылт сырайлы батыр ғына ҡыланышлы иптәш үҙ өҫтөнә алды. Ул үҙе бынан алыҫ түгел Ново-Петровскийға бара торған юл өҫтөндәге бер хутор крәҫтиәне ине. Ул, шул минутта уҡ, яҡшы ғына бер атты менеп Новопетровскийға сапты. Ул арала совет етәкселәрен ҡулға алырға тип ҡарар сығарған һәм атаҡлы бер байҙы старшина итеп һайларға өлгөргән контрреволюция етәкселәре майҙандан төшөп совет өйөнә йүнәлделәр. Ҡыҙылгвардеецтар — ул ваҡытта дружинниктар тип аталалар ине — совет йорто янындағы канауға теҙелеп яттылар. Сәғидуллин болдорға сығып баҫты һәм йыйналып килгән толпаға ҡарап: — Крәҫтиән иптәштәр! Һеҙ кем агитацияһына ҡарап былай боларып йөрөйһөгөҙ? — тине.— Байҙар һеҙҙе насар юлға аяҡ баҫтырғандар! Ҡан эсеүсе байҙар һеҙҙе алдайҙар! Хәҙер өйҙәрегеҙгә таралырға кәрәк. Беҙ советты тар-мар килтерергә бирмәйәсәкбеҙ! Шул минутта йыйылған халыҡ араһынан атыу шартланы. Идрисов Сәғидуллинға төбәп үк атҡайны, ләкин теймәне. Сәғидуллин тиҙ генә команда бирҙе: — Дружина! Залпом... Көслө залп тауышы толпа эсендә паника тыуҙырҙы. Кешеләр йүгерешә, таралыша башланылар. Идрисов наганын һелтәп ҡысҡырырға тотондо: — Атакаға! Урра! Ләкин совет йортоноң ҡаршы яғындағы урам аша канау буйында ул бер яңғыҙы тороп ҡалды. Эштең һөҙөмтәһеҙ икәнен күргәс, ул Сәғидуллинға наганын һелтәп: — Ярай! Беҙ һинең менән бөгөн барыбер иҫәпләшербеҙ! — тип ҡысҡырҙы ла китеп барҙы. Сәғидуллин Идрисовҡа атырға тип маузерын сығарғайны, шунда уҡ уны кобураһына кире тығып ҡуйҙы. «Үлтерергә ярамай. Тере көйгә тоторға кәрәк сволочты!» — тип уйланы ул. Ләкин йыйылған толпа таралманы. Майҙанға барып тағы ла митинг яһанылар. Бер нисә кеше, совет йортона таба килеп, һәр ваҡыт күҙәтеп йөрөй торған булдылар. Совет кешеләре бер ярлы ғына крәҫтиәнде шымсы итеп ебәрҙеләр. Ул, артҡы урамдарҙан ғына барып, кулактарҙың ҡарарын белеп килде. Улар төн булғанын көтөргә, ҡараңғы төшкәс, совет йортон ҡамап алырға, әгәр совет бирелмәһә, өйгә ут һалырға булғандар, ә хәҙер ауылдың тирә-яғын ҡарауылдар менән уратып алғандар. Совет кешеләре өсөн сиктән тыш эс бошорғос, ни булыры билдәһеҙ сәғәттәр һуҙылды. Хәҙер волосты ташлап сығып китергә мөмкин түгел, сөнки ауыл тирәһенә иң ышаныслы кулактар һәм уларҙың эйәрсендәре теҙелгәндәр. Унан һуң бындай ваҡытта сығып китеү үҙе ярай торған эш түгел. Ниндәй ҙә булһа юлдар табып еңеүсе булып сығырға кәрәк. Кузмичовтың да Ново-Петровскийға барып етеүе икеле. Унан һуң, ул барып еткәндә лә, төн булғансы ярҙам килеп етә аламы? — Бындай оҙон көн булғанын күргәнем юҡ ине! – тине Сәғидуллин, ишекле-түрле йөрөргә тотондо. Ул бик борсола, һүгенә башланы. Майҙанға менеп, бер нисә залп биреп, толпаны таратырға тәҡдим итте. Был хәҙер, яҡты саҡта, иң мөмкин булған бер сара ине. Ләкин Камалов ризалыҡ бирмәне. — Һауаға атыу менән генә таралмаясаҡтар. Бер урында таралһалар, икенсе урында йыйыласаҡтар барыбер. Ә үҙҙәренә нисек итеп атмаҡсы булаһың? Улар бит бөтәһе лә кулактар, бөтәһе лә тамам ышанған контрреволюционерҙар түгел! Улар араһында аңһыҙлығы арҡаһында ҡара агитацияға бирелеп йөрөүселәр бар. Нисек инде ул аңһыҙ кешеләрҙе атыуҙы һин мөмкин эш тип иҫәпләйһең? Шундай билдәһеҙлек, тревога эсендә көн үтеп китте. Ҡояш байып, ҡараңғы төшә башланы. Идрисов һәм уның кешеләре, группаларға бүленеп, совет йортон ҡамап алыу өсөн хәрәкәтләнә башланылар. Совет кешеләре ун һигеҙ дружинникты өй тирәләй урынлаштырҙылар. Хәҙер инде кем генә яҡын килмәһен, атырға булдылар. Ә ярҙам һаман юҡ ине. Идрисов кешеләре тирә-яҡлап совет йортона яҡынлаша башланылар. Яҡын ғына ағып ята торған йылға буйынан бер нисә кеше килеп тауға ятты. Уларҙың баштарын күреп ҡалған дружинник атып ебәрҙе. Урам яғынан Идрисовтың: — Бирелегеҙ! Юҡһа үртәйәсәкбеҙ! — тип ҡысҡырған тауышы ишетелде. Сәғидуллин тауыш килгән яҡҡа маузерҙан атып ебәрҙе. Ул арала өйҙөң стеналарына, түбәһенә төрлө яҡтан, бәрелгән ямғыр кеүек, таш киҫәктәре йыш яуа башланы. Тәҙрә быялалары селтерәп ыуалдылар. Бер таш, Камаловтың өҫтәленә килеп төшөп, ҡара һауытын ауҙарҙы. Шул уҡ секундта, һис уйламағанда, донъя ҡапыл яҡтырып китте. Тыштағы кешеләр бик ҙур, йәшелле уттың зәңгәр күктә һуҙылып киткәнен күрҙеләр. Был һуғышта ҡулланыла торған ракеталар ине. Ракеталар донъяны яҡтыртып алыуға, ҡайҙалыр пулемет туҡылдарға тотондо. Урамдағы яҙғы бысраҡты тирә-яҡҡа сәсрәтеп, яңғырағыс шапылдау тауышы сығарып, атышып атлы отряд ауылға килеп инде һәм туп-тура совет йортона ташланды. Кемдер, мылтығы менән дөбөрҙәп, тыны бөтөп, ҡараңғы өйгә килеп инде лә: — Ут тоҡандырығыҙ, иптәштәр! Үлеп бөтмәнегеҙме? — тип ҡысҡырып елбәрҙе. Был — Кузмичов ине. Шунда уҡ облава яһанылар. Бер нисә контрреволюционер байҙарҙы тотоп алдылар. Идрисов, таң атҡанда ғына, бер келәт аҫтынан табылды. Уны шул уҡ көндө генә ашығыс ойошторолған ревтрибуналға бирҙеләр. Трибуналдың председателе Камалов ине. Идрисов үҙен сиктән тыш нахал тотто, һорауҙарға яуап бирмәне. Тик, “ниндәй партияла тораһың?” тигән һорауға ғына, асыуынан ауыҙын ҡыйшайтып, асыҡ итеп “эс-ер” тип яуап ҡайтарҙы. Башҡа һүҙ әйтмәне. Трибунал уны атырға хөкөм итте. Уны, Күлбаш янындағы ҡайынлыҡ урманға алып сығып, аттылар. Актив контрреволюцион эш алып барыусы ун бишләп мулла| һәм байҙарҙы ҡулға алып волревком ҡалаға оҙатты. Шул ваҡытта өйәҙ ревкомынан Чернявский подписы менән йәшерен ҡағыҙ килеп төштө. Унда: «Күлбаш ревкомына. Бик йәшерен. Срочно. Үҙен большевик тип атап йөрөгән элекке прапорщик Идрисовты һис кисекмәҫтән ҡулға алығыҙ! Ныҡ һаҡсылар менән бында, ҡалаға ебәрегеҙ. Бының өсөн ревком председателе иптәш Камалов персональ яуаплы»,— тип яҙылғайны. Ләкин, ҡулға алынып, ҡалаға, ревком ҡарамағына ебәрелгән ун биш кеше — контрреволюционерҙар — өс көндән үк кире ҡайттылар. Контрреволюционерҙарҙың кире ҡайтыуын Күлбаш ауылы етәкселәре үҙҙәренә бик ныҡ удар итеп ҡабул иттеләр. Сөнки был ун биш кеше үҙҙәре совет тарафынан иң ныҡ удар алған кешеләр инеләр. Волость күләмендә уларҙан башҡа ла революция тарафынан кәмһетелгән кешеләр аҙ булманы. Ләкин былар рядовой кулактар ғына түгел ине шул. Уларҙың йөҙәр десятина ерҙәре, меңәр һум алтындары тартып алынды, өҫтәүенә уларҙан тоҡлап-тоҡлап контрибуция һыҡтылар. Улар үҙҙәренең совет власы тарафынан бөтөрөләсәктәрен яҡшы беләләр ине. Ҡаланан ҡайтып — «ҡалала байлары, ярлыларға айырып ҡарамайҙар икән... Беҙҙәге большевиктар генә жидтарға һатылғандар...» тип таратылған провокация ҡалала ысындан да уларға йомшаҡлыҡ күрһәтелеүенән түгел, ә халыҡты ошо волоста, туранан-тура, етәкселек итеүсе кешеләргә ҡаршы аяҡландырыуҙы маҡсат итеп тота ине. Күлбаш ревкомының етәкселәре уларҙың ҡайтарылыуын нисек тип тә аңларға белмәнеләр. Камалов Сәғидуллинды ҡалаға мәсьәләне асыҡлап ҡайтырға ебәрҙе. Сәғидуллин, яҙғы юлһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, асыуы килгәнлектән күҙе тонған хәлдә, һыбай сығып китте. Ҡалаға барып инеү менән, ул туп-тура ҡыҙҙар гимназияһы өйөнә йүнәлде. Ләкин унда Чернявскийҙың үҙен осрата алманы — ул ашығыс йомош менән губерна ҡалаһына киткәйне. Уның урынына ҡалған сәсрәп торған һоро шаян күҙле, минутына ҡырҡ төргә үҙгәрә торған хәрәкәтле матур йөҙлө егет — Петр Самбуров Сәғидуллинды, бик яҡын кеше итеп, шатланып ҡаршы алды. — А, беҙҙең боевой комиссарға сәләм!—тине ул ике ҡулын да һуҙып. Ләкин Сәғидуллиндың асыулы йөҙөнә текәлеберәк ҡарағас, ҡапыл йөҙөн үҙгәртте һәм ашығып: — Ни бар?— тип һораны. Сәғидуллин ултырғыстарҙың береһенә ултырып алып эштең ниҙән ғибәрәт икәнен һөйләп бирҙе. — Беҙҙең биргән характеристика уларҙы кире ҡайтармаҫҡа кәрәклек тураһында һөйләмәй инеме ни?— тине Сәғидуллин аҙаҡтан. — Мин аҡтыҡҡы сара тураһында әйтмәйем, бәлки, уларҙы бөтөнләй расходҡа сығарырға кәрәкмәҫ ине. Ләкин... Сәғидуллиндың тауышында ҡалалағы иптәштәрҙе серьёз ғәйепләү нотаһы һиҙелеп тора ине. Хәйер, ул быны йәшерергә лә тырышманы. Уның бөтә ҡыланышы: «Ултыраһығыҙ бында.... Үҙегеҙ бына волостарға барып эшләп ҡарар инегеҙ!»—тип әйтеп торған һымаҡ ине. Һиҙгер күңелле Самбуров, Сәғидуллиндың өҫтөндәге таушалған шинелгә, туҙып барған итеккә, шулай уҡ яңы түгел гимнастеркаға ҡарап, ихтыярһыҙ үҙенең, йылтырап торған матур хроад итегенә һәм өр яңы нескә зәңгәр буҫтау галифеһына күҙ төшөрөп алды. Сәғидуллиндың асыулы тауышы ысындан да урынлы һымак тойолдо. Ләкин ул үҙенең эске кисерештәрен белдермәҫкә тырышты һәм ҡоро ғына: – Ревтрибунал уларҙы изолировать итеү кеүек сараны нигеҙләрлек мотив тапманы, иптәш Сәғидуллин! – тине.— Ул кешеләрҙең туранан-тура болала ҡатнашыуҙары күренмәй... Ә бына үҙегеҙ, советтың көндәлек эштәре менән бергә, беҙҙең агитация һәм тикшеренеү эшен ныҡлабыраҡ ҡуйырға тырышығыҙ, һеҙҙең уларҙы ғәйепләүегеҙ дөйөм ғәйепләү генә! Конкрет дәлилдәр юҡ! Беҙ бит нигеҙһеҙ-ниһеҙ кешеләрҙе тотоп расходҡа сығарырға — бандиттар шайкаһы түгел! Ә былай бикләп кенә тоторға теләмәйбеҙ — уларҙы ашатып, барлы-юҡлы ҡораллы көстө уларҙы һаҡлауға тотоп тора торған ваҡыт түгел, иптәш Сәғидуллин... Ревкомдағы һәм партияның Укомындағы йомоштарын бөтөргәс, Сәғидуллин ҡарт музыкант һәм уның улы Володя янына барырға сыҡты. Вознесенский урам буйлап түбән таба төшөп китте. Тәүҙә ул, үҙен тирәләп алған обстановкаға иғтибар итмәйенсә, үҙ уйҙарына бирелеп барҙы. Ә күңеле уның тыныс түгел ине. Күлбаш байҙарын кире ҡайтарыу мәсьәләһенә ул, дөрөҫөн әйткәндә, шикләнеп ҡараны. Ләкин күңеленең иң йәшерен бер урынында быҫҡып ятҡан был шикләнеү тураһында уйларға ул, икенсе яҡтан, ҡыйынһына ла ине. Чернявский, Самбуров һымаҡ кешеләр тураһында шундай формала шикләнеү үҙе бер төрлө насарлыҡ һымаҡ тойолдо. Ләкин ҡалалағы иптәштәрҙең контрреволюционерҙарҙы ғәйепһең табыуҙарын нисек тә аңлай алмай ине. «Күренеп торған ҡара контрреволюционерҙар! Улар беҙгә тыныслыҡ бирәсәктәрме ни?» Шул ваҡытта кемдер, уның беләгенән тотоп: — А, кемде күрәм! Иптәш Сәғидуллин!— тине. Сәғидуллин, ни өсөндөр, ҡалтыранып алды һәм тауышҡа боролдо. Был — Александр Демидов ине. Уны күреүгә шатланып, киң йылмайҙы һәм ҡулын һуҙҙы. Александр бер яңғыҙы ғына түгел. Уның янында Владимир Вольф һәм тағы ла ике ҡыҙ киләләр ине. Александр артынан Владимир Сәғидуллиндың ҡулын тотоп алды һәм үҙенең ҙур, матур күҙҙәре менән Сәғидуллиндың күҙҙәренә дуҫтарса яҡынлыҡ менән туп-тура ҡараны. Демидов ҡыҙҙар менән таныштыра башланы. — Беҙҙең иптәштәр, хатта дуҫтар тип әйтергә мөмкин. Был уревкомдың здравоохранение комиссары иптәш Галина Горчакова, ҡулыңды бир! Беҙҙең иптәштәр, буржуазиянан ҡалған ғәҙәт тип, ҡул бирешеүҙе бөтөрөргә булдылар. Ә был осраҡта был законды ҡалдырып торайыҡ. Беренсе танышҡанда ярай ул. Һуңынан үҙегеҙ ҡарарһығыҙ! Ә быныһы иптәш Нина Северцова, беҙҙең хөрмәтле Ниночкабыҙ! Үҙҙәре ишетмәһен — Володя менән Ниночканың отношениелары бик нормаль түгел... Быны һиңә иғтибарға алыу артыҡ булмаҫ! «Икеһенә ике һылыуҙы табып алғандар егеттәрең! Бына бәхетле халыҡ!»—тип уйланы Сәғидуллин. Ул ҡыҙҙарға йүнәлгән һоҡланыулы ҡарашын ябайлаштырырға, хатта һалҡынлатырға тырышты. «Һеҙ бик һылыу ҡыҙҙар икәнһегеҙ! Ләкин миңә барыбер. Мин һеҙгә иптәштәрсә генә ҡарайым!» — тип әйтергә тейеш ине уның ҡарашы. Тик ул, күрешкән ваҡытта бигерәк тә Галинаға, оҙаҡ итеп, аптыраған һымаҡ ҡарап торғанын үҙе лә һиҙмәне, һыҙылып торған ҡара ҡыйғас ҡаштары аҫтында оҙон керпектәр араһынан Сәғидуллинға тын күл һымаҡ серле күҙҙәр ҡаранылар. Был ҡараш шундай тәрән һәм сихырлы тойолдо, Сәғидуллиндан берәй кеше һуңынан «Галинаның күҙҙәре ни төҫлө ине?» тип һораһа, быға яуап бирә алмаҫ ине. Галина оҙон ғына буйлы, таҙа кәүҙәле булып, был таҙалыҡ «йыуан» тип әйтерлек үк тупаҫ түгел һәм үҙенең һылыу һынына килешеп тора ине. Йоҡараҡ ҡына ирендәре, ирониялы итеп йылмайырға торған һымаҡ, шул уҡ ваҡытта аҙ ғына һиҙелерлек һутлылыҡ менән үҙҙәренә тартып торалар. Уның оҙонсараҡ ҡына килешле танаулы алһыу аҡ йөҙө уйсан, серьёз күренә. Ләкин ул ысын күңелдән рәхәтләнеп йылмая, хатта көлә лә, көлгән сағында ул тағы ла матурыраҡ була. Ә Нина уның киреһе. Ул ҡыҫҡа буйлы, түңәрәк аҡ йөҙлө, йәмшегерәк танаулы, ҙур түгел һоро күҙле. Ләкин уға матурлыҡ биреп тороусы нәмә — уның кескәй генә ауыҙының һәр ваҡыт мөләйем йылмайып торған ҡалын ғына ҡыҙыл ирендәре һәм улар араһынан күренеп торған ап-аҡ ваҡ тештәр. Уның оҙон ғына ҡалдырып ҡырҡылған, аҡ тиерлек асыҡ һары сәстәре бөҙрәләнеп, тулҡынланып торалар. Шулар өҫтөнә уның ап-аҡ муйыны һәм килешле бейек күкрәге Нинаға айырыуса матурлыҡ бирәләр. Ул өҙлөкһөҙ көлә, һөйләй. Ул, күрәһең, һәр бер нәмәнең, һәр бер һүҙҙең көлкө яғын күрә ала. Уның көлөүендә, һөйләүендә сабыйҙарҙағыса бер ҡатлылыҡ бар. Ул, Галина һымаҡ, бер генә секунд та уйсан ҡараш, уйсан ҡиәфәт менән тора алмай. Александрҙың һуңғы һүҙҙәренән аҙ ғына капризлы тауыш менән, ләкин һаман шул балаларса рәхәтләнеп көлдө. — Ну, что һин, Саша! Значит нормальный түгел? Бик нормальный, Володя, шулай бит?—тигән һүҙҙәр менән ҡаршыланы, үҙе Владимирҙы яратҡанын йәшермәй торған ҡараш менән егеттең күҙҙәренә инерҙәй булып ҡараны. Улар Вознесенский урам буйлап түбән таба, таҡтанан яһалған кескәй генә лавкалар, «ҡырҡ тартма» менән шунда яланда уҡ ултырыусы ваҡ-төйәк сауҙагәрҙәр, бер яҡ ситтә тәпәш кенә, кескәй генә өҫтәлдәр алдында тәпәш кенә ултырғыстарға, бүкәндәргә ултырып алып, сүкештәре менән туҡылдап ултырыусы итекселәр, ситекселәр, ары-бире өҙлөкһөҙ йөрөп тороусы спекулянттар, ваҡытты ҡайҙа ҡуйырға белмәгән, ниндәй средствоға йәшәгәне билдәһеҙ обывателдәр, һирәк-мирәк осраусы ауыл кешеләрен — ҡыҫҡаһы ҡаланың «түбән баҙар» тип аталған урынын үтеп, Иҙел буйына киттеләр. Баҙарҙың иң ситендә үҙенә башҡа бер нисә кескәй генә өй һымаҡ аласыҡтар тора. Был «түбән баҙарҙың» атаҡлы ашсылары; йәй көндәрендә һәр ваҡыт аласыҡ янында кескәй генә бер өҫтәл һәм уның тирәһенә дүрт табурет сығарып ҡуйылған була. Бында осһоҙ ғына хаҡҡа ашаталар. Ашсылар араһында бигерәк тә Вәли тигәне атаҡлы. Был — тәпәшәк кенә, ябыҡ кәүҙәле, бәләкәй генә йөҙлө, ҙур башлы, билдәһеҙ төҫтә һирәк кенә һаҡал, мыйыҡлы һәм үҙе һымаҡ уҡ көсһөҙ тауышлы бер ҡарт. Уның ҡылый күҙле, быжыр бер ҡыҙы бар. Улар алмашлап «түбән баҙар» кешеләрен аш ашарға саҡырып торалар. Улар бындағы кешеләрҙең барыһын да беләләр, хатта ауылдан килеп сыҡҡан кешеләргә лә әллә ҡайҙан уҡ «һәй, Ғәйнетдин абзый!» йәки «һәй, Сәйфетдин ҡоҙа!» йәки башҡаса ҡысҡырып торалар. Вәли һәм уның кәсептәштәре, ғөмүмән, бөтә «түбән баҙар» — яңы хәбәрҙәр һәм төрлө ғәйбәттәр ояһы. Беҙҙең йәштәр үтеп барғанда ла Вәли ҡарт үҙенең аласығы алдында ситек ҡуңысы менән самауыр өрҙөрөп маташа һәм, күрәһең, өйҙәге берәй кешегә һөйләй башлаған һүҙен һаман ҡысҡырып һөйләүендә дауам итә ине: — Большевик түгелһендер бит, Ғәйнулла абзый, миңә контрибуция һалырға килмәгәнһеңдер бит? Әллә ни капиталым юҡ юғын да, бик ҡурҡам мин большевиктарҙан! Ҡыҙ бар бит, ҡыҙ бар! Улар ҡатын-ҡыҙ тирәһенә ҡомһоҙ халыҡ, ти... Вәли ҡарт был һүҙҙәрҙе әйткәндә, аласыҡтан уның әле генә үҙе телгә алған, быжыр һәм ҡылый ҡыҙы килеп сыҡты. Шул уҡ ваҡытта ҡарт, үҙе янынан үтеп барған өс егет һәм ике ҡыҙҙы күргәс, һүҙен бүлде һәм, улар әллә ҡайҙа еткәнсе, ҡарап ҡалды. Ни өсөндөр башын сайҡап ҡуйҙы һәм ҡыҙына: — Мә, йәһәтерәк ҡайнат самауырыңды, ҡылый шайтан! — тип сыйылданы. Йылға, ташып, ҡала яғында бейек кенә яр башына уҡ килеп еткән, шул уҡ ваҡытта арғы яҡтағы унар саҡрымға һуҙылған киң болондарҙы һыу баҫҡан да, аръяҡ, диңгеҙ һымаҡ булып, ялтырап ята. Тик иң алыҫ горизонтта ғына, Иҙелдең боролоп кире көньяҡҡа киткән урынында, ун саҡрымдар самаһы алыҫлыҡта бейек тауҙар күренә һәм ул тауҙар яҙғы ташҡындарҙы көнбайыш яғынан сикләйҙәр. Боҙ китеүҙең хәҙер һуңғы көндәре ине инде. Тәүге көндәрҙәге һымаҡ боҙ тығылып тау-тау булып өйөрөләшәп түгел, ә һирәк кенә, тыныс ҡына аға. Ҡайһы бер ҙур боҙ киҫәктәре, аҙашҡан һымаҡ, йылға ситенә килеп сығалар ҙа, ярға бәрелеп, бер нисә киҫәктәргә бүленәләр. Ҡайһы берҙәре ағып барған хәлдә ҡабырғалары менән әйләнеп китәләр. Ташҡындың шундай иркен, тыныс ағышына ҡарамаҫтан, йылға буйындағы йәшерен генә бер гигант йән эйәһенең тын алышы һымаҡ ниндәйҙер геүләү ишетелеп тора. Кешеләр яр буйына йыйылғандар ҙа – ҡарайҙар. Был кешеләр араһында ҡала обывателдәре лә, иртәгә баҙар көн булғанға, яҡын тирә ауылдарҙан йыйылған крәҫтиәндәр ҙә бар. Алыҫ ауылдарҙан хәҙер ҡалаға килмәйҙәр — сөнки бөтә йылғалар ташып юлдарҙы бүлгәндәр. Был яҙғы ташҡынды күҙәткән кешеләрҙән уларҙың ни өсөн бында шулай оҙаҡлап тороуҙары, ниңә шулай бирелеп һыуға ҡарауҙары, әллә булмаһа был йәшерен геүелдәүле ташҡында берәй нәмә аңлайҙармы икәнлеге тураһында һораһаң — моғайын, береһе лә асыҡ яуап бирә алмаҫ ине. Ә бит һәр яҙҙы шулай: Иҙелдең ташҡыны йөҙҙәрсә кешене үҙенә тарта, ниҙер тураһында телһеҙ һөйләгән төҫлө була. Боҙ аҡҡанды ҡараған кешеләрҙең күбеһенең йөҙөндә ниндәйҙер уйсанлыҡ, йә булмаһа моңһоулыҡ күреп була. Ни тураһында уйлайҙар икән был ташҡындарға ҡараған кешеләр?! Беҙҙең йәштәр ҙә ярҙарына һыйыша алмай мөһабәт ташып ятҡан Иҙелгә ҡарап оҙаҡ ҡына ваҡыт һөйләшмәй торҙолар. Үҙ-ара тынлыҡты, башлап, Нина Северцова боҙҙо... Ул һыуға ҡараған хәлдә: – Башҡа ваҡытта нәмә тураһында нисек һәм ниндәй уй уйлағаныңды, хистәреңде аңлатып бирергә мөмкин. Ә хәҙер бына мин үҙемдең кисерештәремде, тойғоларымды һис бер аңлата алмаҫ инем. Ниңә улай икән был? — тине. Уға бер кем дә яуап бирмәне. – Хәтереңдәме Балтика, Володя? — тине Александр. Ул, күрәһең, күптән инде үҙенең Балтикаһы тураһында уйлап, Нинаның һүҙҙәрен ишетмәне булһа кәрәк. Ул ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, бер аяғын алғараҡ сығарып баҫҡан да әллә ҡайҙа алыҫтарға ҡарап тора. Александрҙың козырекһыҙ фуражкаһының лентаһын һәм Нинаның бөҙрәләрен һелкетеп йомшаҡ ел иҫеп китте. — ...Беҙҙең крейсер «Ярослав Мудрый» тап ошо ваҡытта бата башланы... Ул ваҡытта ла ошолай ҡояш тулҡындар артына төшөп бара ине... Мин круг менән ҡотолдом... Шулай ҙа яҡшы уҡ ҡына сдрейфнул... Их, братва! Йәшәрбеҙ әле беҙ! Шул уҡ Вознесенский урам мөйөшөнән, беҙҙең йәштәр килгән яҡтан, бер нисә егет гармун уйнатып килеп сыҡтылар. Александр уларға ҡарап: — Һәй, егеттәр, килегеҙ әле! — тип ҡысҡырҙы. Гармунсыға ул бейеү көйө уйнарға ҡушты. Үҙе, башҡаларға күҙ ҡыҫып, Владимирға ҡараны һәм: — Ну-ка, Владимир Исаакович! Иҫкә төшөрәйек әле Балтиканы! —тине. Ҡыҙҙар: «Һорайбыҙ, һорайбыҙ!» —тиештеләр. Володя тәүҙә аҙ ғына йылмайып ҡарап торҙо ла, фуражкаһын алғараҡ кейеп, түңәрәк эсләп йөрөп китте. Унан һуң уның аяҡтары төрлө фигуралар яһай башланылар. Уларҙың хәрәкәттәре барған һайын шәбәйә барҙы. Володяның бөтә кәүҙәһе тап бейеү өсөн генә яратылған һымаҡ килешеп тора ине. Өҫтәүенә матростар клешы һәм фуражка лентаһының ялт-йолт елберҙәп тороуы күҙ ҙә эйәрмәҫлек шәп һәм һоҡланырлыҡ матур хәрәкәттәргә тағы ла матурыраҡ эффект биреп тора ине. Күҙ асып күҙ йомған арала әллә ҡайҙан бик күп халыҡ йыйылып алды. Володя, бейеп бөткәс, ҡулъяулыҡ менән битен һөртәһөртә тирә-яғына аптырап ҡарап торҙо. Ысындан да был тиклем халыҡ шул арала ер аҫтынан күтәрелгәндәй булды. Нина Северцова үҙенең ғашиҡ булған күҙҙәрен матростан айырып ала алмай ине. Тирә-яҡтағы кешеләр шашынып ҡул саптылар. Горизонттағы тауҙар артына яртылаш йәшеренгән ҡояш ҡыпҡыҙыл булып күренә. Иҙел өҫтөндә аҡҡан боҙҙар һәм тулҡындар ҡояштың был ҡыҙыл нурҙарын алып һыу өҫтөндә бейетеп уйнаталар. Тау буйындағы өйҙәрҙең тәҙрә быялалары, янған һымаҡ булып, ҡыҙыл нурға йымылдап торалар. Иҙел буйында халыҡ күбәйҙе. Гармун һәм йыр тауышы яңғыраны. Ҡайҙалыр ҡыҙҙар тауышы ғына ишеттергән көслө хор: Вниз по матушке, по Волге… тип башлап ебәрҙе. Матрос бейеүҙән туҡтағас, улар тирәһенә йыйылған халыҡ таралып китте. Улар тағы үҙҙәре генә ҡалдылар. Күрәһең, философияға бирелергә яратҡан Александр Нинаның бая уҡ әйткән һүҙен әле хәтеренә төшөрҙө. – Беләһегеҙме, йылдар үтеп китерҙәр, Нина! Беҙҙең ғүмер бына был ташҡын һымаҡ ағып китер, Ниночка! – Ну вот! Ҡаҙа әле беҙҙең ғүмер үтергә! – тине Нина. – Ғөмүмән, мин ул турала уйларға яратмайым!.. – Дөрөҫ! — тине Галина.— Әйҙәгеҙ ул турала уйламайыҡ әле! Ошо ваҡытта уларҙың эргәһенә бер нисә ҡыҙ һәм бер нисә егет килеп еттеләр. Ҡыҙҙарҙың береһе Нина Северцова янына килде һәм үпкәле тауыш менән: – Ах, Нина, я тебя целый день ждала! —тип Нинаны үбеп алды. Уның менән килгәндәрҙең береһе әлеге ҡыҙға татарсалап: – Күрмисеңме ни, бер шимбәгә ничек ябышып алган, – тине. Теге ҡыҙ уға үпкәләүле тон менән: – Ну, Рәҡиә, ярамай улай,— тип ҡуйҙы. Ләкин ҡалғандары уны ҡултыҡлап алып киттеләр. Рәҡиә тигәне оҙон буйлы, ҡарауға килешеү матур йөҙлө, ҡап- ҡара күҙле ҡыҙ һаман татарсалап: – Җыелганнар шунда шалапайлар. Нигә шулар янында туктарга иде безгә! Косасыларым килә башлады билләһи! – тине. Уның был һүҙҙәрен ишетеп ҡалған Сәғидуллин: – Былар кемдәр? — тип һораны һәм үҙҙәренә ҡарата әйтелгән мыҫҡыллаулы һүҙҙәрҙе иптәштәренә тәржемә итеп бирҙе. - Между прочим,— тине Александр Демидов,— былар татар байҙарының балалары: Исхакова, Калинина, Халикова... Ә егеттәрҙең ана ул матур кейенгәне — Исхаковтарҙың приказчигы Шакир Гәрәев. Ул замечательный артист, тиҙәр. — Ни өсөн улар беҙҙе шалапайҙар тип атайҙар? Нәмәгә таянып әйтә алалар быны? Улар бит беҙҙе бөтөнләй белмәйҙәр. Был һүҙҙәрҙе Демидов сикһеҙ ғәрләнеү һәм хурланыу менән әйтте. Ләкин Сәғидуллин уға бик тыныс һәм йылмайып яуап бирҙе: — Ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ! Мине белмәһәләр ҙә, улар һеҙҙең большевиктар икәнегеҙҙе беләләр! Ә большевиктарҙы күргәндә үсле асыуҙарынан гөбөргәйел һымаҡ шартларға етешәләр. Был үҙенән-үҙе асыҡ! Тегеләр кире ҡайтып уҙып киттеләр. Был тапҡыр уларҙың береһе лә беҙҙең йәштәр яғына боролоп ҡараманы. Иң һуңғы мода буйынса әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора торған шәп итеп кейенгән был матур ҡыҙ һәм матур егеттәр Сәғидуллин һәм уның иптәштәре өсөн һауаны ағыулап киттеләр һымаҡ тойолдо. — Әйҙәгеҙ, юҡҡа иғтибар бирмәйек! — тине Галина.— Иң яҡшыһы — Иҙелде ҡарап ҡалайыҡ! Нина Северцова серле гөрләгән Иҙел ташҡынына, байып барған ҡояшҡа ҡарап: — Нисек ҡыҙғаныс, мин художник булмағанмын! — тип ҡуйҙы. Ҙур бер боҙ киҫәге һыуҙан бик юғары күтәрелеп ҡабырғанан әйләнеп китте. Михаил Архангель сиркәүе янындағы баҡса яғынан моңло уйналған гитара һәм йыр тауышы ишетелде. Бик ябай йыр ине был — һүҙҙәре лә, көйө лә шундай, ябай — был йыр бөтә кешегә билдәле. Вянет, пропадает Молодость моя… Ләкин был яҙғы кистең зәңгәр күге һәм шул серле бушлыҡтан ҡарап торған уйсан йондоҙҙар аҫтында, Иҙел буйын яңғыратҡан яҙғы кистәргә генә хас йөрәкте елкеткес шау-шыу эсендә был боронғо көй ғәжәп матур булып ишетелде. — Киттек, иптәштәр,— тине Демидов. Улар, аҡрын ғына атлап, ҙур-ҙур иген амбарҙары янынан ҡала эсенә инеп киттеләр. Александр Володяның ҡолағына ниҙер бышылданы һәм Сәғидуллинға ҡарап: – Галина туғанды һинең яуаплылығыңа ҡалдырабыҙ, – тине. – Мин үҙемдең кәләшем янына барырға тейешмен. Ә Нина һис шикһеҙ Володя менән китәсәк. – Ниңә, -тине Володя:—беҙгә Галинаны барыбыҙ ҙа бергәләп оҙатып ҡуйырға мөмкин. Сәғидуллинды ҡунырға мин үҙебеҙгә алып китәм. Булдымы, Сәғидуллин? Комиссар: – Ярай,— тип яуап бирҙе. Александр шунда уҡ үҙ юлы менән китеп юғалды. – Ошо көндәрҙә уның туйы буласаҡ. Шуға бит утҡа баҫҡан кеүек йөрөй! —тине көлөп Галина уның тураһында. Улар, ике пар, аллыартлы киттеләр һәм оло урам буйлап юғарыға йүнәлделәр. Ялт итеп торған аяҙ зәңгәр күктә моңһоу йондоҙҙар йымылдай башланылар. Яҙғы йылы һауала ҡала өҫтөндә йыр, көлөү тауыштары, сиркәү колоколдарының пасха геүләүе яңғырап тора. Ҡала уртаһындағы һары буяуға буялған ҙур сиркәү янына еткәс, ары-бире йөрөгән халыҡ төркөмө араһында Сәғидуллиндар Володя менән Нинаны таба алманылар. Сәғидуллин Галинаны оҙата китте. Ләкин уларҙың өйҙәре янына барып еткәс, Галина кире Сәғидуллинды оҙатты. Улар күптәнге таныштар, тик һуңғы ваҡытта мәжбүри айырылып торғандар ҙа, һөйләшеп һүҙҙәре һис бөтмәҫлек йыйылған һымаҡ булды. Сәғидуллин, Галинаны ҡултыҡлап алған хәлдә, уның тәненең йылылығын, сәстәренең үҙенең битен ҡытыҡлағанын бер нисек тә аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек менән һиҙә ине. Һис бер һорашып тормаҫтан улар бер-береһенә биографияларын һөйләнеләр. Галина, гимназияла математика уҡытыусыһының ҡыҙы булып, былтыр ғына университеттың медицина факультетын бөтөрөп ҡайтҡан. Әсәһе үгәй булған, семья рәхәте күреп үҫмәгән. Ләкин атаһы, ҡарт математик Николай Гаврилович Горчаков, ҡыҙын бик ныҡ яратҡанға һәм, ғөмүмән, аҡыллы кеше булғанға берҙән-бер балаһын яҙмыш ҡосағына ташламаған, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, үҙ һөнәренә өйрәтергә тырышҡан. Ләкин үҙе бик принципиаль кеше булғанға коллегалар һәм түрәләр менән бик дуҫ йәшәй алмаған. Шуға күрә материаль яғы ла бик яҡшынан булмаған. Шул сәбәпле Галина, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, бик ҡыйынлыҡ менән уҡыған. — Тормош мине бик иркәләмәне,— тине ул моңһоу, ләкин бер үк ваҡытта өмөтһөҙ булмаған тауыш менән.— Ләкин яҙмышым тураһында зарланырға теләмәйем. Александр әйтмешләй, күңелле бит донъяла йәшәүе! Ә иртәгә бәлки тағы ла күңеллерәк булыр әле, дөрөҫ бит? Был ялҡынлы өмөттөң, был сикһеҙ һәм ысын күңелдән ҡайнап сыҡҡан оптимизмдың дөрөҫлөгөн аңлатыу өсөн ярарлыҡ шундай уҡ ялҡынлы һүҙҙәр барыбер булмаҫ, тигән уй менән Сәғидуллин Галинаның ҡулын ҡыҫты һәм майҙандағы газ фонары яҡтыһында уларҙың күҙҙәре осраштылар. Был ҡараштың мәғәнәһен ябай һүҙҙәр менән кем генә аңлата алыр ине икән? Бындай ваҡытта, ғөмүмән, һүҙ һөйләшеү артыҡ, ниндәй ҙә булһа һүҙ әйтеү был хисте мыҫҡыл итеү булыр ине һымаҡ тойола. Сиркәүҙәге колоколдар ҡотороноп геүләргә тотондолар. Майҙандағы сиркәү тирәһендә плащаница сығарыу процессияһы башланды, йөҙәрләгән шәмдәр йымылданылар. Хор тарафынан бигерәк тә асыҡ әйтелгән: — Христос воскрес! — тигән тауыш бер генә секундҡа Галинаның иғтибарын үҙенә ылыҡтырҙы. — Минең атайым бында инде хәҙер... Миңә үпкәләр әле...— тине. Сәғидуллинға математиктың динсе кеше икәнен ишетеү ғәжәп тойолдо. Ул: «үҙе уҡытыусы, фән кешеһе, үҙе динсе...» тип уйланы. Ләкин Галинанан, үҙенең күңелендә был мәсьәләнең нисек торошон һорарға яҡшыһынманы, әгәр ул да динсе кеше булһа, уның тойғоһон мыҫҡыл итеү булыр тип уйланы. Галина уның уйҙарын белгән һымаҡ: — Мин үҙем бәләкәй саҡта уҡ аллаға ла, шайтанға ла ышанманым, тик атайымдың хәтере ҡалмаһын өсөн генә сиркәүгә бара һәм, ашап бөткәс, суҡына торғайным...— тине. Улар теләр-теләмәҫ кенә айырылыштылар. Сәғидуллин иртән иртүк ҡайтып китәсәген әйтте. - Һеҙ хәҙер ҡайта алмайһығыҙ. Сөнки Варна йылғаһы һеҙҙең юл өҫтөндә, һәм унда күперҙе һүткәндәрҙер инде! — тине Галина. Сәғидуллин ҡайта алмай бүленеп ҡаласағын һис башына килтерә алмай ине. Нисек итеп инде ул Күлбашҡа ҡайта алмай ятырға мөмкин? Ә Күлбаштағы эштәр? – Мин иртәгә Исаак бабайҙарға барырмын әле, бәлки, китә алмаҫһығыҙ... Әгәр ҙә күрешә алмаһаҡ, һеҙгә адресымды яҙып бирәйем...— тине Галина. Улар ҡала управаһы йортонан алыҫ түгел газ фонары яҡтыһына барып туҡтанылар. Галина үҙенең был тәҡдименә үҙе уңайһыҙланды. Ул ниндәйҙер ғәйептән аҡланырға теләгән һымак: — Беләһегеҙме, һеҙҙең менән танышыуға мин бик шатмын. Беҙҙең был ҡалала кеше күп күбен, ләкин яҡшы кеше табыуы ҡыйын... — тине.— Исмаһам, хат аша булһа ла танышлыҡты дауам итер инек... Галинаны оҙатып, Исаак ҡарт йортона ҡайтҡанда, Сәғидуллин гел генә уның тураһында уйланы. Ни генә булһа ла башҡа нәмә тураһында уйлай башланымы — уның күңелен Галинаның ҡәҙерле образы тултыра, уның йөҙө, йылмайыуы күҙ алдынан китмәй. Ул Володя ни күптән ҡайтып йоҡлағандыр тип уйлағайны, ләкин Володя ла яңы ғына ҡайтып сисенергә тотонған булып сыҡты. Ҡарт еврей комиссарҙы шатланып ҡаршы алды. Володя менән комиссар һыуынып бөткән сәйҙе һемереп эскән ваҡытта, ҡарт үҙенең яратҡан темаһы — музыка тураһында һөйләп ултырҙы. Ысынлап тикшереп ҡарағанда, уның донъяла иң яратҡан, йәшәүен шуға бағышлаған ике генә нәмәһе бар ине. Уларҙың береһе — улы Владимир, ә икенсеһе — музыка. Әле ул музыка һәм музыка ижад итеүселәр тураһында бер лекция һөйләп алды. Ләкин Сәғидуллиндың ҡолағына ҡарттың айырым һүҙҙәре генә сағылып ҡала ине. — Моцарт өс йәшендә клавишта уйнай белгән, ете йәшендә саҡта уның әҫәрҙәрен баҫып сығарғандар... Бына ниндәй кешеләр була... Ә минең земляк Шопен!.. Әх, Шопен!.. Тик бына Жорж Занд уны һарғайтҡан... Әй, ҡатын-ҡыҙ, һаҡ булығыҙ улар менән, балалар!.. Ә Бетховен! Ябай кеше түгел ул, пәйғәмбәр булған Людвиг Бетховен! Мин уның тураһында һөйләргә лә батырсылыҡ итә алмайым! Ниндәй кешеләр йәшәгәндәр был ерҙә!.. Владимир менән Сәғидуллин һөйләшә-һөйләшә йоҡоно ла оноттолар. Сәғидуллин шунда был семьяның тарихын белде. ...Ҡарт Вольф үҙе Варшавала тыуған. Уның атаһы Варшава предместьеһында атаҡлы тегеүсе булған. Унан һуң, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, ҡарт еврей Одессаға күсеп килгән. Уның улы Исаак йәштән үк музыка менән мауыға торған булған. Ҡарт уны Варшавалағы бер музыка мәктәбенә биреп уҡытҡан. Бының өсөн аҡса табырға, ә аҡса табыу өсөн бик күп эшләргә тура килгән. Ләкин Одессаға күсенгән ваҡытта тегеүсе үҙенең талантлы музыкант, композитор булырға мөмкин булған улын үҙенән айырып Варшавала ҡалдырырға теләмәгән — Исаак хосуси рәүештә Одессала музыкаль белемен арттырыуҙы дауам иткән. Тап бына ошо ваҡытта, егерменсе быуат башында, Николай II батшалыҡ иткән дәүерҙә, бөтә Россияла еврей погромдары башланған һәм был ҡот осҡос варварлыҡты «Рус халҡы союзы» исемендәге черносотенецтар ойошмаһы етәкселек иткән. Одессала, был массовый погромдар айҡанлы, шул уҡ ваҡытта эшселәрҙең көслө демонстрациялары һәм полиция менән бәрелештәр була. Вольф Исаактың атаһы ошо ваҡиғалар эсендә ҡаты яраланып үлә, ә ул ваҡытта ҡатыны һәм бер балаһы (Владимир) булған Исаак үҙе асыуынан нишләргә белмәй таш менән һуғып бер жандармский офицерҙың башын яра. Ун биш йылға каторгаға ебәрәләр. Көнбайыш Себерҙә срогын тултырғас, ул кире Россияға ҡайтырға сыға һәм яҙмышы уны ошо кескәй генә ҡалаға килтерә. Бында уның һөйөклө ҡатыны Сарра Карловна үлеп китә Уны Иҙелдән алыҫ түгел тау башындағы ҡатын-ҡыҙ монастыры артындағы дөйөм ҡәберлектең ҡоймаһынан тыш бер ситтә күмәләр. Был ҡаланың рустары: «Христиан ҡәберлегендә жид күмелергә тейеш түгел!» — тиҙәр. Тормош тулҡындарының ҡағып-һуғыуы, эске моң арҡаһында| бик иртә ҡартайған Исаак ҡатынының ҡәберен ташлап китә алмай. Ул ошо кескәй ҡалала тик бер Владимир менән генә тороп ҡала ла, Одессала үҙҙәре менән бер өйҙә торған музыка инструменттары төҙәтеүсе мастерҙан алған, тәүҙә һай ғына булған тәжрибәһе менән үҙенең хәҙерге эшенә тотона. Хыялый Исаак тәүҙә ошо ҡаланың театрына барып хеҙмәтен тәҡдим итә. Киләсәктә бәлки симфоник оркестр ойошторорға мөмкин буласағын әйтә. Был тәҡдиме менән бер ят нәмә ҡылмаҡ итеп, ҡала управаһына ҡала башлығының үҙенә алып баралар. Ике ҡатлы ҡырған эйәкле, әрмәнде күҙе һымаҡ өҫкә сығып торған ҙур кәүҙәле, табаҡ битле, оҙон мыйыҡлы баш кеше тәүҙә шарҡылдап, бөтә кәүҙәһе менән һелкенеп, көлөргә тотона. Еврей ни әйтергә белмәй аптырап ҡала, моңһоу күҙҙәрен ҙур асып текләп ҡарап тора. Сәбәбе билдәһеҙ булған көлөүҙән һуң баш кешенең йөҙө үҙгәрә, биттәре тағы ла нығыраҡ һалынып төшә, күҙҙәре атылып сығырға етешәләр. – Как симфония? С каких пор у меня в городе жиды начали орудовать? Пока я городской голова, никакие симфонии не заведутся. А ты, дьявол, больше чтобы я тебя не видал! Зап-порю! Бындай ҡаршы алыуҙан һуң, Исаак, әлбиттә, халыҡ алдына сығыу уйынан һәр ваҡытта ваз кисә. Шулай ҙа, ҡала головаһы уны бер тапҡыр иҫенә төшөрә. Батшаның тәхеткә ултырыу йыллығы байрамында еврейҙы ҙур бер мәжлескә саҡыралар. Ул Одессала ваҡытта уҡ табып алған һәм үҙе Страдевариюстыҡы тип ышанып ғашиҡ булып йөрөгән скрипкаһын алып бара. Кем белә, бәлки ысындан да мәңге онотолмаҫлыҡ был итальянецтың әҫәрҙәренән берәйһе осраҡлы рәүештә бәхетһеҙ музыкант ҡулына килеп ингәндер, ә бәлки был бер ҙә мастерҙыҡы түгелдер, йөҙәрләгән ябай рус мастерҙарының берәйһе тарафынан, иң ябай рус ҡайынынан яһалған иң ябай бер скрипкалыр. Ләкин ҡарт үҙе быға ныҡ ышана һәм был скрипкаға тотонғанда ла һаҡлыҡ менән генә, тәре алдында доға уҡыған динсе йөҙөндә була торған ҡиәфәт менән генә тотона. — Ә ну, күрһәт әле мастерлығыңды! — тип ҡысҡырҙы ҡатын-ҡыҙ менән уратып алынған баш кеше. Еврей үҙенең алдында ҡаланың юғары круг (һәр бер урындың үҙенә күрә «юғары» һәм «түбән» кругы була бит!) чиновниктарын, жандармский полковникты, полиция чиндарын, реальный училище начальнигын, йылтырап торған еҙ төймәле мундирҙарҙы, ҡойроҡло фрактарҙы, ҡатын-ҡыҙҙың ҡабартып һәм йылтырап торған төрлө төҫтәге, төрлө исемдәге сепрәктәрен күрҙе. Был кешеләрҙең йөҙҙәре мыҫҡыллап үҙҙәренән ҡәнәғәт йылмайыуҙан башҡа бер нәмә лә белдермәйҙәр ине. Улар алдына сығып баҫҡан Исаак үҙенең таушалып, ҡайһы бер урында тап тейеп бөткән ҡара костюмына ла, туҙған шиблетына ла иғтибар итмәне — ул «ни генә уйнайым икән был кешеләргә?» тип уйланы һәм башына беренсе булып килгән көйҙө: — Людвиг Бетховен, «Крейцерова соната»,— тип иғлан итте лә уйнарға тотондо. Ҡала управаһының парадный залы бындай гүзәл музыкаль тауыштарҙы, бындай күренекле рухлы, ашҡындырғыс, йөрәкте елкендерә торған моңдо беренсе тапҡыр ишетә ине. Музыкант үҙе, бер минутҡа, алдында торған чиновниктарҙы онотто, хыялы уны әллә ҡайҙарға алып китте. Йәйге таңдарҙа әрәмәләрҙе яңғырата торған һандуғастар һәм кәкүктәр тауышын тыңлаған, йә булмаһа үҙен монастырь стенаһы янында ҡатынының ҡәбере өҫтөндә тауыш-тынһыҙ ғына илап ултырған итеп хис итте. Ул уйнап бөтөрөргә өлгөрмәне, залды баш кешенең: — Какая-то жидовская чепуха! Даешь «Барыню», «Барыню», сукин сын!— тип ҡысҡырыуы яңғыратты. Бер йыуан дама: — Ничегошенько не понимаю! Тянет, тянет... — Ануфрий Аббакумович прав! — тине икенсеһе уға ҡушылып: — Разводит нюни, больше ничего! — тип өҫтәне. Исаак теләр-теләмәҫ кенә «Барыня»ны уйнай башланы. Баш кеше уға «ҡыҙыуыраҡ уйна!» тип ҡысҡырҙы. Бер франт почта чиновнигын бейергә ҡушып, үҙе йыуан һәм ҡыҫҡа аяҡтарын һелкетеп торҙо. — Распузыривай! Наяривай!— тип ҡысҡыра ине баш кеше. Музыкант, был көйҙө уйнап бөтөрөү менән, һиҙҙермәҫтән генә сығып китте. Өйөнә ҡайтҡас, ул улына күрһәтмәй генә балалар һымаҡ үкһеп-үкһеп илап алды. Ул бөйөк Бетховен өсөн, үҙенең донъя күрмәй һәләк булған таланты өсөн ғәрләнеп иланы... Владимир иртәгеһен атын менеп Сәғидуллинды оҙата китте. Ҡала менән унан 8 саҡрым алыҫлыҡтағы Варна йылғаһы араһында юл ҡарҙан арынып кипшенеп үк бара ине инде. Улар өҙлөкһөҙ һөйләшеп барҙылар. Владимир «Турай автономияһы»на ҡаршы экспедиция тураһында һөйләп алды. — Беҙ инде, былар фронт булып яталар, беҙҙе залп менән ҡаршыларға көтөп тораларҙыр әле тип алдан дозорҙар ебәреп, һаҡлыҡ менән барабыҙ. Барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе фронттағы һымаҡ хис итәбеҙ. Кем дә булһа үлергә, кем дә булһа яраланырға тейеш булып тойола. Ә улар, беҙҙең килгәнде ишетеү менән, таралышып уҡ бөткәндәр. Ауылға инер алдынан, Александр пулеметтан һауаға бер очередь ебәреп алды. Был — «автономия» кешеләренең йөрәгенә тамам ҡурҡыу һалыу өсөн ине. Ҡаршы тороп маташыусы булманы... Шулай ҙа бер нисә дружинникты ныҡ ҡына туҡмап ташларға өлгөргәйнеләр, сволочтар! Рядовой крәҫтиән йөрөмәй, башлап йөрөүселәр байҙар ҙа, муллалар. Ә крәҫтиәнде ҡурҡытып ҡына үҙ яҡтарында йөрөтәләр! Ауыл кешеләре беҙҙе яҡшы ҡаршыланылар... Варна йылғаһы бик ныҡ ташҡан булып сыҡты. Күперҙе алырға өлгөрә алмағандар — ташҡын ҡыйратып киткән. Бында әле боҙ яңы ҡуҙғалғайны — ғөмүмән, ғәҙәттә вағыраҡ йылғалар Иҙелдән һуңыраҡ ҡуҙғалалар. Владимир Сәғидуллинды кире ҡайтырға димләне. — Иртәгә саҡлы тор. Иртәгә, атыңды беҙҙә ҡалдырып, үҙең генә кәмә менән сығып ҡайтып китерһең!— тине. Һәм шулай эшләргә кәрәклегендә ул шикләнмәй ҙә ине. Йылғаның аръяғына һис бер төрлө юл менән сығып буласаҡ түгел. Ләкин, Владимирҙың ғәжәпләнеүенә ҡаршы, Сәғидуллин уның һүҙенә риза булмай башын сайҡаны. — Юҡ, миңә һис кисекмәҫтән ҡайтырға кәрәк! Унда эштәр аҙмы ни? Бер сәғәт тә кисегергә ярамай миңә! Бер ни ҙә түгел, минең ат яҡшы йөҙә, сығырмын әле. Унан тирмәндә йылынып алырмын... Ул боҙҙарҙың эреләре үтеп киткәнен көтөп торҙо ла, йөҙөп сыҡмаҡсы булып, атты һыуға төшөрҙө. Ысындан да тәүҙә ат бик батыр йөҙөп китте, һыу Сәғидуллиндың биленә етә яҙҙы. Һыу өҫтөндә аттың башы ғына күренә ине. — Эх, юҡҡа ғына былай ашығаһың, братишка!— тип ҡысҡырҙы Владимир һәм шул уҡ секундта был тураға етеп килә торған ҙур боҙ киҫәген күрҙе. Уның өҫтөндә башҡа боҙҙарҙағы кеүек ҡар юҡ ине. Шуға күрә уны алыҫтан күреп тә булманы, уның төҫө һыуҙан айырып алғыһыҙ ине. Владимир ағарынып: — Сәғидуллин, һаҡлан! Боҙ килә!— тип ҡысҡырҙы. Варна йылғаһы — шәп ағымлы һыу. Ул ҡуйырып, күбекләнеп бөтөрөлөп-бөтөрөлөп аға. Боҙ киҫәктәре, Иҙелдәге һымаҡ, тыныс ҡына үтмәйҙәр, ә һыу менән бергә бөтөрөләләр, әйләнеп-әйләнеп китәләр. Сәғидуллиндың атын был шәп ағын түбән таба алып китте. «Бәлки ҡыуып етә алмаҫ әле был уҫал боҙ» тип өмөтләнеп тора ине Владимир — өмөтө бушҡа сыҡты. Күҙ асып йомған арала теге ҙур һәм ҡалын боҙ киҫәге атты аҫта ҡалдырып Сәғидуллинды бәреп йыҡты. Ул үҙе лә, бына хәҙер аҫта ҡалам тигәндә генә, бөтә көсө менән һикереп боҙ өҫтөнә менде һәм ике секундта боҙ өҫләп яр яғына шыуышып барып, ярҙа башын һыуға эйеп үҫеп ултырған бер ҡарамаға тотондо һәм боҙҙан төшөп ҡалды. Владимирҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте — ул нишләргә белмәй башын тотто һәм аяҡтарын алмашлап баҫты, унан һуң ҡулдары менән билдәһеҙ хәрәкәттәр яһаны. Сәғидуллин ағасҡа йәбешеп ярға сыҡты ла йылғаның Владимир ҡалған яғына бер ҡарап алды һәм тирмән яғына ҡарай атланы. — Йүгер, Сәғидуллин, йүгер!—тип ҡысҡырҙы Владимир. Сәғидуллин уның әйткәненә буйһонопмо, әллә уны ишетмәҫтән үҙе уйлапмы— бар көсө менән тороп йүгерҙе. Владимир ҡоторонған ташҡын өҫтөнә оҙаҡ ваҡыт ҡарап торҙо, ләкин ни тиклем текләп ҡараһа ла, теге боҙ аҫтына инеп киткән аттың сыҡҡанын күрмәне. Улар Иҙелбай менән Һабаш ауылы араһында, юл тәрән булмаған бер соҡор эсенә төшкән урында, осраштылар. Камалов иҫкерәк кенә кырандасҡа егелгән ҙур кәүҙәле туры атҡа күсер менән ултырып алған. Әхмәдулла мулла уны алыҫтан уҡ танып алды һәм йәш кенә, һылыу һынлы ҡара айғырҙы, Камаловҡа юл биреү өсөн, ситкә сығарҙы һәм үҙе алыҫтан уҡ йылмайып: — Әссәләмәғәләйкем! Сәләм булһын ил хеҙмәтендәге кешегә!— тип ҡысҡырҙы. Камалов һис тайшынып тормай, ғәҙәтенсә, һәр кемгә бер тигеҙ була торған асыҡ йөҙө менән: — Вәғәләйкемәссәләм!— тине.— Ҡайҙа юл тоттоң, мулла? Улар аттарын туҡтаттылар. Әхмәдулла мулланың, ғәҙәттә, ҡоро характерлылыҡты белдереп торған серьёз йөҙө хәҙер дуҫтарса йылмайыуҙан туҡтамай ине. — Һәй обижать иттегеҙ, Әхмәт ҡорҙаш! — тине ул бер ни тиклем үпкәләгән тауыш менән, ләкин йөҙө гүйә: «һин минең үпкәләүҙе ысынға алма. Күрәһеңме, мин йылмаям. Барыбер дуҫ күрәм бит мин һине!»— тигән һымаҡ татлы йылмая ине,— йөҙ десятина ерҙән биш десятинаға ҡалдым бит, кем, Әхмәт туған! Нишләмәк кәрәк? Шулай кәрәктер инде. Ғөмүми хәл шулай икән, һиңә беҙҙең үпкәбеҙ юҡ!.. — Ил өсөн, ил өсөн эшләнә бит, мулла,— тине Камалов. — Уның ҡарауы халыҡты ҡара әле, ниндәй шат, ә? Һин әле баҫыуҙарҙа эшләгән кешеләрҙе күрҙеңме? Улар шатлығы менән шатланырлыҡ түгелме ни? Әле Һабашҡа ярлыларға сәсеү орлоғо бирелеп бөткәнме икәнен тикшерергә барҙым. — Дөрөҫ, бик дөрөҫ, кем, Әхмәт ҡорҙаш! Мин былай ғына әйтәм. Мин үҙем дә бит, һинең һымаҡ уҡ ил күргәнен күреп, ил шатлығына шатланып, ил ҡайғыһына ҡайғырып йәшәйем! Юлың уң булһын! Яҙ башында була торған йәмле, шатлыҡлы көндәрҙең береһе ине. Һабаш менән Иҙелбай араһындағы һабанашлыҡ баҫыуы һабансылар һәм уларҙың шау-шыуы менән тулған. Кешеләрҙең ҡысҡырып ат ҡыуған тауыштары йәки берәйһенең йырлап ебәреүе, ҡайҙалыр ҡолон кешнәүе, ә аяҙ күктең төпһөҙ зәңгәрлегендә, кеше күҙенә күренмәҫлек бейеклектә ашҡынып-ашҡынып турғай сырылдауҙы — был тауыштар барыһы ла бергә ҡушылалар ҙа, йөрәк елкендергес үҙенә башҡа бер ғәжәп симфония барлыҡҡа килә. Кешеләр эшләргә ашығалар, сөнки быйыл эш күп. Сөнки быйыл помещиктарҙан башҡа йәшәлә торған беренсе яҙ. Помещиктар ғына түгел, помещиклыҡҡа әҙерләнә торған ауыл байҙарының да быйыл йөҙәр десятина ерҙәре, урмандары тартып алынды. Үҙенең яҙмышын ергә бәйләгән, үҙенең ҡайнар тирен тупраҡҡа ҡушып, донъяла үҙе эшләп йәшәй торған крәҫтиән өсөн был — шатлыҡ түгел инеме ни? Бына Һабаш ауылының һандуғас Әхмәтсафа һөрә. Ул, күп кенә ауылдаштары һымаҡ, һуҡа менән түгел, ә бер төрәнле тимер һабан менән һөрә. Был тимер һабанды уға бер помещиктың имениеһынан совет кешеләре биреп ҡайтарғандар. Уның эйәгендәге ҡыҙыл яра йөйө менән бер аҙ боҙолған матур йөҙө иғтибарын бер нәмәгә туплағанлығы, эш ваҡытында була торған серьёзлыҡты күрһәтеп тора (ә яраһы — бынан ике йыл элек Австрия фронтында ғазап сигеүҙәренең иҫтәлеге булып ҡалған). Ул юлға таба һөрөп килә. Әхмәдулла мулла уның килеп еткәнен көтөп тора. Әхмәтсафа теләр-теләмәҫ кенә сәләм бирә һәм, юлды арҡыры сығып, артабан һөрөп китмәксе була. — Ерең күп инде быйыл, Әхмәтсафа, үҙең генә эшләй алырһыңмы һуң?— ти мулла. Әхмәтсафа мулланың тауышындағы иронияны һиҙмәй, ашығып барған атын туктатып, ҡарлау менән һабанын таҙартырға тотона һәм ысын күңелдән: — Яңғыҙыма ауырғараҡ тура килә, хәҙрәт!—ти.— Быйыл булманы инде, киләһе яҙҙан бер нисә кеше бергә ҡушылып эшләргә уйлап торабыҙ... — Шулай, шулай. Совет байытты һеҙҙе! Яҡшы!.. Сәсеү һолоһо күп алдыңмы һуң? — Уныһын бирмәнеләр. Председатель менән әллә ни талашып киткәйнем шунда... — Шулай, шулай! Ер менән генә әллә ҡайҙа барып булмай ул, кем, Әхмәтсафа! Бына обшыларға тотонһалар, Бибисараңды, йәш бисәкәйеңде лә, обшылап ҡуйһалар... Мулланың һүҙе ҡайҙа барғанын Әхмәтсафа хәҙер генә төшөнөп алды. Уның йөҙө үҙгәрҙе, күҙҙәре ҡыҫыла төштө, эйәгендәге яра, йөйләнеп, нығыраҡ беленде. Ул, бер-ике аҙым атлағас та, боролоп: — Ә ҡатын-ҡыҙ тураһында оят, хәҙрәт, һиңә шулай һөйләп йөрөргә! Обшылатырмын бына мин һиңә! — тине. Мулла үҙ юлы менән китте. Әхмәтсафа, бер аҙ барғас, тағы бер боролоп ҡараны һәм: — Кеше ҡатыны менән генә ҡунып йөрөргә һин бик риза булыр инең дә бит!— тип мығырҙанды һәм, үҙенең һүҙенә ҡаршы һүҙ ишеткән һымаҡ, «ниңә, шулай шул!» — тип ҡуйҙы. Ерҙе бер нисә урағас, ул мулла менән осрашыу тураһында бөтөнләй онотоп та бөтөргәйне инде. Баҫыуҙағы дөйөм шатлыҡлы настроение уны ныҡ ҡына тәьҫирләндерҙе: йөҙөндә ниндәйҙер эске уйҙар менән йылмайыу билдәһе сыҡты. Үҙенең көслө яңғырауыҡлы тауышы менән күптәнге бер оҙон көйгә һуҙып йырлап ебәрҙе: Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын — Тулҡындары килеп ҡаҡмаһын. Бер битендә ҡояш, бер бите ай — Яман күҙҙән хоҙай һаҡлаһын! Бына ошо киң баҫыуҙы яңғырата торған матур тауышы өсөн дә уны «һандуғас Әхмәтсафа» тип йөрөтәләр. Уның тауышын әллә ҡайҙан уҡ танып алалар. Уға төшкө аш илтә барған һылыу бисәһе Бибисараға юлда осраған кешеләр: — Әхмәтсафаң «Ҡарағайлы ҡул» буйында эшләп ята. — Бибисара килен! Тауышы ана шул яҡтан килә ине!— йәки: — Бибисара еңгә, Әхмәтсафа ағай, һандуғасың, «Зәйтүнә күле» буйында эшләп йөрөй. Әле генә шунда йырланы!— тиҙәр. Күгебай үҙенә аш килтерә килеүсе Сәлимәне алыҫтан уҡ күреп танып һәм уның килеүенә аттарын туғарып бесәнгә ҡушты. Ике төрәнле өр-яңы «Сакко» һабанын яҡшылап таҙартып ҡуйҙы. Күгебай уны киң йылмайып ҡаршы алды. Ғәҙәттәгесә ни әйтергә лә белмәне, һәм Сәлимәнең сиктән тыш күңелһеҙлеген күргәс, үҙе лә ҡараңғыланып ҡалды. — Бынан һуң аш килтерергә мин килмәмдер инде,— тине Сәлимә. Улар ҡайын урманы ауыҙында, ҡыуаҡлыҡта ултыралар һәм уларҙың алдында киң ҡырҙар, Иҙелбай, Һабаш ауылдары, уларҙан да арыраҡ алыҫтарға һуҙылып китә торған һырттар күренә. Күктең иркен, зәңгәр бушлығында, яҙғы ташҡын ваҡытында Иҙелгә аҡҡан ҡарлы боҙҙар һымаҡ болоттар көтөүе ағыла. Уларҙан төшкән ҡараңғы шәүләләр ҙә бер һырттан икенсе һыртҡа ҡолас йәйеп ҡуҙғалалар. Сәлимә менән мари егетенең артында, яңы ғына йәшәреп япраҡ ярып килә торған урман яғынан, өҙлөкһөҙ ҡоштар һайрауы яңғырай. Ерҙе ҡаплаған былтырғы үлән һәм япраҡтарҙан, тыуҙырырға әҙерләнгән йылы дымлы ерҙең үҙенән яҙҙың ошо ваҡытына хас йөрәкте иләҫләндереүсе күңелле еҫ аңҡый. Сәлимә башын тубыҡтарына һалған да һулҡылдап-һулҡылдап тауышһыҙ ғына илай. Уның яурындары ритмлы итеп һелкенәләр. Мари егете уға ни әйтергә лә белмәй, был уға ҡыйын. Ул ашауынан туҡтай. Тәрән һулыш алып ҡуя. Һуңынан бер ҡулын Сәлимәнең яурынына саҡ ҡына тейҙереп: — Салима... Качабызмы?— ти. Сәлимә башын күтәреп йәш һәм моң тулы күҙҙәре менән Күгебайға ҡарай. Был ҡарашта тәрән ҡайғы ла, аҙ ғына өмөтләнеү ҙә бар. — Ҡайҙа ҡасабыҙ? Һин бер ваҡыт Күлбашҡа барып дружинлыҡҡа инермен тигәйнең... Мине лә үҙең менән алмаҡсы инең... Барыбер тыныслыҡ бирмәҫтәр... Минең ағай бик уҫал ул, уның уҫаллығын мин генә беләм. Ә Ишмәмәте унан да уҫалыраҡ... Күгебай Сәлимәнең үҙенә ышаныуына, үҙе менән теләһә ҡайҙа ҡасырға әҙер булыуына шатланып бөтә алмай. Ул ҡара күҙҙәрен алыҫтарға текәгән дә бик тырышып уйлай. Ул тағы ла Сәлимәгә таба ҡарай. Унан күҙҙәрен алмай: — Салима, калага качик! — Ах, Күгебай, ниҙәр генә булыр икән... Бөгөн иртән әле ағай дилбегә менән һуҡты... Үҙе мулла, үҙе минең әсәйемдең туғаны бит әле. Үҙе шундай ҡанһыҙ! Ишмәмәтте асыҡ йөҙ менән ҡаршыламаһаң, быуып үлтерермен, ти. Ә Ишмәмәтте яратмайым бит мин уны! Ике ҡатын алған, икеһе лә үлгән, үтә йыртҡыс кеше тиҙәр... Һыуға ташланып үлһәм үлермен, ә Ишмәмәткә бармам!.. Сәлимә ауылға өмөтләнеп ҡайтып китте. Бер аҙ ер киткәс, боролоп Күгебайға ҡул болғаны, Күгебай: — Кайгырма, Салима!—тип ҡысҡырҙы. Кисен ялсы һабандан бик һуң ҡайтты, йортҡа ҡайтып инеүенә ниндәйҙер йәнлелек, үҙгәреш һиҙҙе. Картуф баҡсаһы уртаһында ултырған мунса мөрйәһенән төтөн сыға. Бер ҡатын мунсаға ҡойонан һыу ташый. Күрше Нәсретдин бисәһе Хәлимә еңгә ялсыны осратып: — Әй, мари блак, туй ашы ашарға әҙерләнеп тор! — тип ҡысҡырҙы. Күгебай шунда уҡ аңлап алды һәм, тотлоға-тотлоға: — Ни, кара әле, бөгөнмө ни? — тине. Хәлимә өндәшмәне. Күгебай йорт эсендә үҙенә урын таба алманы, һораша торғас, Сәлимәнең урам яҡ өйгә бикләнеп ҡуйылғанын белде, һәм бер үтеп барғанда ҡыҙҙың тәҙрәнән ҡарап торғанын күрҙе. Шул ваҡытта ҡапҡанан күк атын етәкләп Ишмәмәт килеп инде. Ул ғәҙәтенсә йылмайып: — А-а, саумы, Күгебай! — тип аттың теҙгенен ялсыға һуҙҙы. Ялсы был юлы уға өндәшмәне. Ләкин теҙгенде алды һәм атты лапаҫҡа таба етәкләп алып китте. Күгебай, аттарҙы ҡарағас, нишләргә белмәй, ҡайҙа барырға урын таба алмай урамға сыҡты, полисадник эргәһендәге эскәмйәгә ултырҙы. Кемдер Күгебай янына килеп ултырҙы ла уны ирештерергә тотондо: — Ну, Күгебай, Сәлимә менән бер ҙә йоҡлай алманыңмы? Их, мари блак! Бөгөн капут Сәлимә! Шәп ҡыҙ ине, ә! Күгебай ҡоро ғына: — Кит!— тине.— Кит бынан! Минеке анда эш юҡ. Минеке теш ауырта! Ул, яңғыҙы ҡалғас, паралич һуҡҡан һымаҡ һис бер хәрәкәтһеҙ уйланып ултырҙы. Йорттан Хәлимә еңгәнең: — Мунса әҙер!— тигән тауышы ишетелде. Күгебай, ҡапыл башына бер уй килгән һымаҡ, һикереп торҙо ла, өйгә инеп, Ишмәмәттең атын урамға сығарып бәйләне. Унан һуң кире йортҡа инеп баҡсаға таба китте. Барышлай, аҙбарҙан бер күтәрем һалам алды. Мунса янына барып бер аҙ ғына тыңлап торҙо ла, һаламды ишек алдына ташланы. Унан һуң бик ашығып кеҫәһенән шырпы сығарҙы һәм һаламды тоҡандырып ебәрҙе. Үҙе урам яҡтағы өйгә таба тороп йүгерҙе. Оҙаҡламай мунса өҫтөндә ут бөркөлөп күтәрелде. Күгебай әсе тауыш менән: — Пожар!—тип ҡысҡырҙы. Ишек алдында бер нисә кеше күренде. Ҡатын-ҡыҙ сырылдағаны, ишек шығырҙауы, күнәктәр шалтырағаны ишетелде. Урам яҡ өйҙөң бер тәҙрәһе асылды һәм Сәлимә күренде. Күгебай тәҙрәгә ташланды. — Салима, айда! Күҙ асып күҙ йомғансы Сәлимә ялсы ҡулында булды һәм Әхмәдулла мулла йортондағы пожарға йыйыла башлаған халыҡ ай яҡтыһында урам буйлап ҡоштай осҡан күк атты һәм уның өҫтөндә ике кеше фигураһын күреп ҡалдылар. Шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе. Ауыл өҫтөндә тегендә лә бында «пожар!» тигән тауыштар яңғыраны. Ишмәмәт йорт эсендә тилергән кеше һымаҡ бер тегендә, бер бында йүгереп йөрөй: — Минең атым! Ҡайҙа минең атым! Камалов Иҙелбай ауылының совет председателе Закирға ныҡ ҡына бәйләнеп алды. Сөнки ҡайһы берәүҙәр сәсергә тип һоло алғандар ҙа уны шунда уҡ ашап та бөткәндәр. Ә ерҙәрен Вафа байға, йә Сәлимгәрәй, йә Әхмәдулла мулланың үҙенә үк арендаға биргәндәр. — Үҙеңдең ерең дә Әхмәдулла муллаламы?—тип һораны Камалов. — Унда бер кешенең дә эше юҡ! Үҙ еремде теләһәм нишләтәм! — тине Закир. Камаловты бындай хәл борсоно. Ярлылар һаман да байҙар тоҙағына эләгәләр ине. Уның уйҙары күңелһеҙ инеләр. Өҫтәүенә Сәғидуллиндың ауырыу булыуы — Камаловты бөтөнләй насар хәлдә ҡалдырҙы. Сәғидуллин Варна йылғаһы аша сыҡҡанда һалҡын тейҙереп ауырып йығылғас ҡына, Камалов уның ни тиклем ҡәҙерле икәнен төшөндө. Көн һайын пособие артынан килеп торған һалдаткалар үҙҙәре генә лә был турала яҡшы шаһит була алалар ине. Сәғидуллин үҙе эшләгәндә Камалов уларҙы һиҙмәй ҙә торғайны. Ә хәҙер уларҙың ҡыйыу тауыштары иртәнән кискә тиклем яңғырап тора торған булды... Ләкин кисләтеп кенә Күлбашҡа ҡайтып, совет өйөнә инеү менән, уның күңелһеҙ уйҙары таралды. Уның беренсе күргән кешеһе Сәғидуллин булды. Камалов уны ҡосаҡлап уҡ алды. — Бына мин шатмын! Терелдеңме? — Типһәм, тимер өҙөргә булдыра алам хәҙер! — тине Сәғидуллин. Уның терелеп килеү хөрмәтенә иптәштәрсә сәй ойошторорға булдылар. Совет сотрудниктары ун биш кеше, дружинниктар ун биш кеше — барыһы утыҙ кешегә сәй, ярлы ғына булһа ла һый әҙерләнде. Кисә ғәжәп күңелле булды. Тальян гармунға бейеүҙәрҙән өй һелкенде. Бер нисә кеше сығып ҡыҙыҡ һүҙҙәр һөйләнеләр. Бер сотрудниктың ҡатыны сығып матур ғына итеп «Зиләйлүк» көйөнә йырланы. Тағы ла бейеү башланды, Камалов үҙе ҡатнаша алмауына ҡайғырған һымаҡ (ул бейей ҙә, йырлай ҙа белмәй ине) моңһоу ғына йылмайып ҡарап торғанда — ҡапыл ғына винтовканан атҡан шартлау һәм быяла ҡыйралған тауыш ишетелде. Бүлмә эсендәге кешеләр, беренсе моментта атыу тауышы ишетелгәндә кем ниндәй позала булһа, шул хәлдә аптырап ҡатып ҡалдылар. Сәғидуллин тиҙ хәрәкәттәр менән барып лампаны һүндерәм тигәндә, атыу тағы ла ҡабатланды. Ләкин быныһында быяла тауышы ишетелмәне. Ут һүнде. Кешеләр тәҙрәгә ташландылар. Ләкин яҙғы төндөң ҡором һымаҡ ҡуйы ҡараңғылығында бер ни ҙә күренмәй. Ҡараңғы бүлмәлә Камаловтың: — Сәғидуллин! Минең ҡулға тейҙе, бәйлә әле пожалуйста...— тигән шым ғына әйтелгән тауышы ишетелде. Дружинниктар, тирәяҡты тикшерергә тип, сығып йүгерҙеләр. Камалов бүлмәһендә торған патрон тартмаһын үҙҙәре йәшәгән өйгә алып киттеләр. Бер нисә дружинник Камалов бүлмәһендә ҡалды. Был төнгө ваҡиға шул көйгә шым ғына үтте лә китте. Енәйәтселәрҙе таба алманылар. Ул төн — йәшеренә, ҡаса торған кешене табып булырлыҡ түгел ине шул. Күҙгә төртһәң, күренмәҫ. Ике аҙымда торған кешене айырып булмай. Камаловтың ҡулын яралаған ваҡиғанан һуң берҙән-бер сара — тәҙрәләргә шаршау ҡороу һәм часовойға өй тирәләй йөрөп торорға ҡушыу булды. Камаловтың бәләкәй генә яраһы тиҙ төҙәлде — теге ваҡиға ла тиҙ онотолдо. Тик йәйге матур кистәрҙә элекке кеүек рәхәтләнеп тәҙрә асып ултырыу хәҙер юҡ ине. Тормош һаман үҙ ағышы менән аға бирҙе. Таң атып, көн тыуҙымы, волость советы өйө сотрудниктар һәм йомошҡа килеүселәр менән тула. Парлы-парлы йәштәр «өйләнеүҙе яҙҙырырға», балалары тыуған, яҡындары үлгән кешеләр тыуған балаларҙы йәки үлгән кешеләрҙе «метрикаға теркәтергә» киләләр. Йә булмаһа, һис көтмәгәндә, бөтә донъяны яңғыратып ҡысҡырып бер йыуаш ҡына ир менән, төкөрөктәрен сәсеп әрләшә торған ҡатын килеп инә. — Һеҙҙең ни йомошоғоҙ бар, иптәштәр? —тип һорай йәш кенә егет — секретарь Хәйри. — Миңә старшина үҙе кәрәк! — тип ҡысҡыра теге ҡатын. — Старшинаның үҙенә әйтәм! — Старшина түгел, апай, председатель! Һеҙҙең йомошоғоҙ ни һуң? — Һин писармы әллә? Писарь булһаң — һөйләйем улай булғас. Бына был минең ирем! Ир ғәләмәте бына был! Теләһәгеҙ нишләтегеҙ! Үҙегеҙгә булһын! Лаяҡыл булып иҫергәнсе эсә лә мине туҡмай! Айырылам тигәс, айырмай! Хәйри ул хәҙер төрлө йомош менән килгән кешеләрҙе, төрлө тәбиғәтле кешеләрҙе һәм донъя яңғыратып ҡысҡырыусыларҙы, ҡыҙып һөйләүселәрҙе күп кенә күргән — теге ҡатындың тауышына бер ҙә аптырамай ғына, тыныс ҡиәфәт менән: — Нисә йыл инде бергә йәшәйһегеҙ? — тип һорай. — Һигеҙ йыл, туғанҡайым!—ти ҡатын. Был һорау уны бер аҙ ғәжәпләндерҙе буғай — ул аҙ ғына һыуына төштө. — Һигеҙ йыл бергә йәшәйһегеҙ! Бер-берегеҙҙе һаман өйрәнеп бөтмәнегеҙме? Әгәр ҙә, ағай, һин бынан һуң еңгәгә аҙ ғына ла ҡул тейҙерһәң — үҙеңде шунда уҡ төрмәгә ябып ҡуйырбыҙ — берәй аҙна ятып сыҡһаң, туҡматмай башларһың... Ә һин, еңгә, килешергә кәрәк! — Юҡ, юҡ, туған, һинең менән эш сыҡмай! Совет власы ҡатынҡыҙ яҡлы, тиҙәр, тағы... Старшинаны давай! Бер аҙҙай һуң Хәйри уларҙың икәүһен дә Камалов бүлмәһенә индереп ебәрә. Секретарь янына башҡалар киләләр. Оҙаҡламай теге ир менән ҡатын тауыш-тынһыҙ ғына Камалов бүлмәһенән сығалар ҙа ишеккә баралар. Ир кеше, улар тураһында күптән инде онотҡан секретарь янына барып, уның ҡолағына ғына: — Энекәш, әйт әле — был ҡатын-ҡыҙҙы обшылайҙар тигән хәбәр ысынмы, бушмы шул? — тип һорай. Секретарь серьёз күҙҙәре менән ҡарап: — Муллалар һүҙе ул, контрҙар һүҙе. Юҡты һөйләйҙәр. Улай булмаясаҡ, ағай, ышанмағыҙ! — ти. Ир менән ҡатын шым ғына сығып китәләр. Секретарь аҙ ғына йылмайып ҡуя. «Килештергән икән!» — тип уйлай ул Камалов тураһында. Пособие алырға тип һалдаткалар киләләр. Улар — айырыуса шау-шыулы халыҡ. Ҡайһы берҙәре матур егет — секретарға, серле йылмайып, күҙ ҡыҫалар. Уларҙың сәс толомдарына таҡҡан тәңкәләре шылтырап ҡала. Секретарь ҡайһы ваҡыт бындай күҙгә, иғтибар менән, оҙаҡ ҡына ҡарап тора. Был күҙҙәр, донъя онотторғос рәхәтлек вәғәҙә итеп, шундай көслө саҡырыу менән саҡыралар... Ләкин ул күҙҙәрен ҡағыҙға төшөрә — теге уйҙы бөтә көсө менән ҡыуып ебәрергә тырыша. «Ярамай, ти икенсе бер тауыш.— Ундай нәмәләр тураһында уйларға ла ярамай, эш өҫтөндә эш тураһында ғына уйларға кәрәк! Бына кесаҙна көн үҙ ауылығыҙға ҡайтҡас, Фатимаңды күрерһең. Ул һағынып көтә торғандыр һине!» Совет работниктары өсөн эш волость советы өйөнөң тышында тағы ла ҡыҙыуыраҡ, тағы ла ҡатмарлыраҡ һәм тағы ла яуаплыраҡ ине. Тимер юлдарҙа, деполарҙа, тегендә лә бында ватыҡ паровоздар, тәгәрмәстәрен күккә ҡаратып, торбалары менән ергә батып яталар. Ҙур-ҙур заводтарҙың торбаларынан төтөн сыҡмай, ҡаҙандары һыуынған, станоктар тарҡалған. Барлы-юҡлы заводтарҙың эстәрендә күгәрсендәр генә осоп йөрөйҙәр. Брест килешеүенән һуң, заводтарына ҡайтҡан эшселәр был эштән сыҡҡан заводтарҙы рәткә һалырға тырышалар — ләкин аслыҡ кешеләрҙе демобилизовать итә. Күптәр өмөтһөҙлөккә биреләләр. Ленин Петроград эшселәренә хат яҙа. Бөтә ышаныс уларҙа икәнен әйтә «...икмәк спекулянттарына, кулактарға, мироедтарға, дезорганизаторҙарға, взяткасыларға ҡаршы бөйөк «Крестовый поход», кешеләр өсөн икмәк һәм машиналар өсөн икмәк йыйыу, ташыу һәм өләшеү эшендә ҡаты дәүләт тәртибен боҙоусыларға ҡаршы бөйөк «Крестовой поход» ойошторорға кәрәк...» Эшселәр асығалар — ә байҙар һәм артыҡ икмәге булған хәлле крәҫтиәндәр икмәкте йәшерәләр. Ҡалаларға ярты тоҡлап килтереп, икешәр йөҙ һумға һаталар. Өҫтәүенә Ленин тарафынан “Тельзит килешеүе” менән сағыштырылған, ни тиклем генә ауыр булһа ла сараһыҙ яһалырға тейеш булған Брест килешеүенән һуң, икмәккә бай бер нисә губернаны сит ил оккупанттары баҫып алды. Шундай ауыр шарттарҙа промышленносты национализацияларға, уны аяҡҡа баҫтырырға, хужалыҡта ҡаты иҫәп һәм контроль ойошторорға, контрибуциянан доход һәм мөлкәт налогына күсергә, был эште, һәм ғөмүмән бөтә эште, үҙәкләштерергә, совет аппаратын нығытырға кәрәк ине. Үҙәкләштереү — беренсе бурыс итеп ҡуйылды. Ләкин ниндәй генә эш үткәрмә, ниндәй генә сараға тотонма — алға бөтә ҡурҡыныс менән аслыҡ килеп баҫа. Кулактар, Ленин әйткән мироедтар менән бергә меньшевиктар һәм эсерҙар был ауырлыҡтарҙы советҡа ҡаршы контрреволюцион көрәштәрендә файҙаланалар. Улар икмәк монополияһына ҡаршы, икмәккә ҡаты хаҡ ҡуйыуға ҡаршы көрәшәләр. Россияның ҡалаларында һәм ауылдарында, илдең бер осонан икенсе осона йәш республикаға ҡаршы ағыулы ҡара агитация таратып, салғый аҫтына бомба йәшереп контрреволюция шәүләләре баҫалар. Ауыр, бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә ине... Һабаш ауылы Күлбаш волосында игенгә бик бай ауылдарҙың береһе. Бында халыҡ телендә «серегән бай» тип йөрөтөлә торған, өсәр, дүртәр кәбән һуҡмаған игене булған байҙар унарлап булыр. Ҡалғандары ла күбеһе ярлынан түгел. Лапаҫында һалам аҫтында йәшерелгән игене булмаған кеше — ауылдың «потомственный» ярлылары ғына. Был ауыл кешеләре кемдә иген барлығын, ҡайҙа йәшерелгәнен бер-береһенекен яҡшы беләләр — ләкин уны бик ҡаты сер итеп тоталар. Волостан килгән продотрядсылар күп тапҡырҙар бында килеп буш ҡайтып киттеләр. Иҫке кәбәндәрҙе һуғырға ҡушылһа ла, кәбәндәр һаман ултыра бирәләр. Ә волосҡа саҡырып килтергәндә Һабаш кешеләре: — Юҡ, туғанҡай, артыҡ иген юҡ инде ул — яңыға етһә, ярай әле! — тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта ҡала баҙарында Чернявскийҙың дружинниктары бер нисә тапҡыр ошо Һабаш кешеләрен йәшерен рәүештә юғары хаҡ менән иген һатҡанда тотоп акт төҙөнөләр. Өйәҙҙә спекулянттар ҡорт һымаҡ мыжғылдап торалар. Ләкин ҡалала һәм алыҫ тимер юл станцияларында йөрөгән «тоҡсолар»ҙың яҡшы уҡ ҡына өлөшө Күлбаш, Турай, Ново-Петровский волостарынан була. Ә улар араһында Һабаш — айырыуса атаҡлы. Хатта Камалов Чернявскийҙан: «Һеҙҙең унда игенгә бай Һабаш ауылы бар. Ишетелеүгә ҡарағанда, унда һуғылмаған ҡырҡлап кәбән ултыра. Ундағы байҙар хәҙер бөтә өйәҙгә атаҡлылар. Эш ниҙә, иптәш Камалов, ни өсөн улай? Үҙең тикшер! Бер аҙна эсендә Һабашта бер бот та артыҡ иген ҡалмаһын!» тигән йәшерен хат алды. Камалов өсөн был бик маҡтанырлыҡ эш түгел ине. Имеш Чернявский күрһен дә, Күлбаш кешеләре үҙҙәре күрмәй торһондар! Танау аҫтында торған эште эшләү өсөн Чернявскийҙың үҙенең директиваһы кәрәк булһын имеш! Камалов продкомиссарға бәйләнеп ҡараны, ләкин эш уның аша ғына атҡарылырға мөмкин түгел ине. Ғәҙәттә, һалҡын ҡанлы Камалов, Чернявский ҡағыҙын ҡулда тотҡан хәлдә, продкомиссарҙы ҡыҙҙырырға тотондо: — Барғаның бармы Һабашҡа? Ниңә барманың үҙең? Кем унда йөрөнө? Кем унда яуаплы? Хафизовмы? Бында йөрөймө үҙе? Хәҙер ебәр миңә уны! Хафизов инеүгә, Камалов тынысланды. Хатта Хафизовты йылмайып ҡаршыланы. — Бына нәмә, иптәш Хафизов! Һабашта һин йөрөгәнһең икән. Унда күп кенә артыҡ иген барлығы тураһында һөйләйҙәр. Эштең нисек торғанын беләһең, бер бот та артыҡ иген ҡалдырырға ярамай, һуҡмаған кәбәндәргә тиклем бар, тиҙәр... — Иптәш Камалов, Әхмәт ағай тип әйтәйемме, беҙ унда тентеүҙәр яһаштырҙыҡ —ләкин таба алманыҡ. Кәбәндәргә килгәндә — бер-ике кешелә кәбән бар барын, әйтәйемме икән — ләкин ул кәбәндәргә хәҙергә беҙ ҡағылмаҫҡа тигәйнек. — Ни өсөн? — Волостың үҙенә, төрлө урынға кәрәк булыуы, бар, тип әйтәйемме икән... Бына дружинниктар, например... — Юҡ, һин тағы барып ҡара әле — һуҡтыр ул кәбәндәрҙе. Шикле кешеләргә ныҡлы тентеү яһа! Камаловтың быға тиклем дә күп тапҡырҙар күргәне бар ине был кешене. Ләкин ныҡлап ҡарағаны, иғтибар иткәне юҡ ине. Ҡыҫҡа ғына буйлы, йыуантыҡ кәүҙәле, бүртенеп торған ҡыҙыл битле, тырпайып торған һары мыйыҡлы был кеше Камаловтың күҙенә шул тиклем мөләйем һәм йыуаш ҡарай, ҡыҙыл йөҙө шул тиклем йылмайып йәйелеп киткән — хатта Камалов, ихтыярһыҙ, йөҙөн йыйырҙы һәм ситкә ҡараны. Хәйер, был кешенең үҙенә башҡа төрлө ҡарағанын да күргәне юҡ ине. Әйтерһең, ул тыуғандан бирле шулай татлы йылмайып ҡына йәшәй, әйтерһең, түрәләрҙең әйткәндәрен генә көтөп тора, ни ҡушһалар — шуны эшләргә, утҡа ла, һыуға ла йүгереп инергә әҙер һымаҡ ҡарай ине. — «Подхалим!» — тип уйланы Камалов һәм Хафизовҡа ҡарап: — Бар, иптәш Хафизов! Мин әйткәнсә, эшлә! — тине. Тегеһе: — Була ул, иптәш Камалов!—тип ҡул биреп күрешеп сығып китте. Төнгә ҡаршы һигеҙ дружинникты алып Камалов Һабашҡа үҙе йүнәлде. Улар Һабаш ауылына төнгө сәғәт уңдарҙа барып инделәр. Хафизов Сәмиғулла бай өйөндә ултырырға тейеш тип хәбәр иттеләр. Камалов: — Хәйри, һин ҡалған иптәштәр менән тентеүгә тотон. Председатель менән йөрөрһөгөҙ. Мин ике иптәш менән Хафизов артынан китәм! — тине. «Писарь Хәйри» бөгөн отряд начальнигы булып алды. Был чин уның йөҙөнә серьёзлыҡ бирҙе. Ул ғәҙәттәгесә көлмәне лә, уйын һүҙҙәр ҙә ысҡындырманы, кешеләрҙең ҡолаҡтарына ла сиртеп йөрөмәне, Камаловтың приказына: — Ярай, Әхмәт ағай! —тип яуап бирҙе. Камалов барып ингәндә, Сәмиғулла байҙың ҡунаҡтары яҡшы уҡ ҡына иҫереп алғайнылар инде — телдәре көрмәлә башлағайны. Камаловтың ингәнен һиҙмәй, уны күргәс, ни әйтергә белмәй аптырап ҡалдылар. Бигерәк тә ныҡ аптырашта ҡалыусы кеше — Хафизов ине. Уның ҡыҙыл йөҙө тағы ла ҡыҙара төштө, бүртенде. Сәмиғулла бай йылмайып: — Рәхим итегеҙ, Камалов иптәш! — тине.— Мәжлескә рәхим итегеҙ! Бына һеҙҙең комиссарҙы ла көсләп ултырттыҡ. Үҙе һис риза түгел ине лә... Камалов Хафизовҡа асыулы ҡарап: — Һеҙ шулай башҡараһығыҙ икән ҡушылған эште!— тине һәм был асыуын «һин» тиәһе урында «һеҙ» тип әйтеү менән генә белдерергә булды. — Так, так!.. Алығыҙ үҙен! Бирегеҙ наганды, Хафизов! Бына шулай... Һуңынан күҙ күрер. Хәҙергә ауыл советына алып барып келәткә ябып ҡуйығыҙ ҙа һаҡлағыҙ! Ике дружинник Хафизовты совет йортона алып киттеләр. Камалов Сәмиғулла байға ҡарап: — Ә һеҙ, бай, иртәгә таңдан башлап кәбәндәрегеҙҙе һуҡтыра башлағыҙ!— тине. — Бик ҡаты, ҡаты ҡыланаһың, түрә! —тине Сәмиғулла мыҫҡыллы йылмайып — Бик ҡаты тотһаң, һынып китеүе бар бит уның! Камалов Сәмиғулла байға ҡарап: — Әгәр үҙең һуҡмаһаң — беҙ ҡарарбыҙ! Быға тиклем тын ғына торған Һабаш ауылы иртәнгеһен, ҡымырҫҡа ояһына оҡшап, мыжғылдай башланы. Ауыл өҫтө шау-шыу менән тулды. Ауыл советы тарафынан: — Байҙарҙың игендәрен һуғыуға өмә яһала, хаҡ иген менән түләнәсәк!— тип яһалған белдереү йөҙәрләгән эшсе ҡулы йыйҙы. Мул түләнәсәк хаҡ кешеләрҙе ҡыҙыҡтыра ҡалды. Теге ырҙында ла, был ырҙында ла машиналар һәм сыбағаштар менән иген һуғыу башланды. Дружинниктар башлап йөрөүселәр булдылар. Камалов үҙе икенсе көндө лә Күлбашҡа ҡайтманы. Тик күрше ауылға ғына йомош менән барып килде. Икенсе яҡтан, айырым йорттарҙа, ырҙындарҙа яһалган ентекләп тентеүҙәр меңәр ботлап иген бирҙе. Һис уйламаған урындарҙа тоҡтарға тултырылған арыш килеп сыға. Иген йәшергән кешеләр һөйләшмәҫ булдылар, йөҙҙәре һөрөмләнде. Былар — Ленин тарафынан «разбойниктарҙан дә насарыраҡ эксплуататорҙар» тип характерланған — эшсе синыфтың асығыуынан, икмәккә аптырауынан файҙаланып, иген менән спекулянтлыҡ иткән «эшсән крәҫтиәндәр» ине. Уларҙың күбеһе батрактар көсөн файҙаланмаған урта хәлле йәки хәлле генә крәҫтиән хужалыҡтары, ләкин был моментта иген менән спекулянтлыҡ итеп, артыҡ игенде йәшереп улар байҙар, кулактар яҡлы булдылар, разбойниктар сафына баҫтылар. ...Ҡалаға ҡарай йөҙҙәрсә подвода ағыла башланы, Һабаш ауылында ғына егерме биш мең бот иген сыҡты Иген сығарыу эше бөтә Күлбаш волосында йәнләнеп китте. Хатта Сәғидуллин да бер нисә операцияла булып алды. Иген монополияһы мәсьәләһендә, доходҡа, милеккә ҡарап алынасаҡ яңыса налог тураһында, таҫтамал оҙонлоғо һуҙыла торған «керенка»лар урынына яңы совет аҡсаһы сығасағы, донъяның рәтләнәсәге тураһында агитация яһау эшендә Сәғидуллин һис алыштыра алмаҫлыҡ мастер — оратор булып китте. Аҡрын хәрәкәттәр менән тыныс ҡына, һалҡын ҡанлы булып ҡына йәшәй торған Камалов та был көндәрҙә ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Ауылдарға йыш ҡына сығып йөрөй торған булды. Сәғидуллин менән Камалов һәм дружинниктар Күлбаш волосындағы байҙар, муллалар өсөн, иген спекулянттары өсөн күренеү менән генә лә ҡотто осора торған ҡурҡынысҡа әйләнделәр. Бер көндө Күлбашҡа ҡаланан нарочный килде. Ул Камаловҡа Чернявскийҙың үҙенән срочно ҡалаға, ревкомға, саҡырып яҙылған ҡағыҙ бирҙе. Башҡа волостарҙан волревком председателдәре генә саҡырылған булһа ла, Күлбаштан Камалов менән Сәғидуллинға ла килергә ҡушылғайны (Чернявскийҙа Сәғидуллинды, өйәҙгә алып, тағы ла яуаплыраҡ бер эшкә ҡуйыу уйы бар ине. Быны Чернявскийҙың үҙенән башҡа бер кем дә белә алманы). Камалов менән Сәғидуллин барып етеүгә, ревкомдың Чернявский ултыра торған ҙур ғына бүлмәһе волостарҙан килгән волревком председателдәре — коммунистар менән тулғайны инде (бында бары партиецтар ғына саҡырылғайны). Күлбаш етәкселәре тап заседание асылыуға ғына барып еттеләр. Чернявский уларға үҙенең эргәһенән, Петр Самбуров янына, ултырырға урын күрһәтте. Унда йыйылған халыҡ был хәлде Күлбаш кешеләренә айырыуса яҡшы ҡарау тип аңланы. Һәм уларҙың был уйы дөрөҫ тә ине. Камалов менән Сәғидуллин өйәҙҙең иң авторитетлы работниктарынан һаналалар ине. Чернявский аҡрын ғына, һалмаҡ ҡына тауыш менән: — Иптәштәр!—тине.— Беҙ бөгөн оҙаҡҡа һуҙыла торған тантаналы кәңәшмә саҡырманыҡ. Мин һеҙгә беҙҙең өсөн бик күңелленән булмаған бер хәбәр әйтергә тейешмен... Бүлмә эсендәге кешеләр һис бер хәрәкәтһеҙ тын ҡалдылар, себен осһа ла ишетелерлек ине. Был тынлыҡ, ғәҙәттә ҡысҡырып ҡына һөйләй торған Чернявскийҙың аҡрын баҫынҡы тауышы менән һөйләүе, ишек төбөндә ике яҡтан да баҫҡан часовойҙарҙың тулы боевой формала винтовкаларын тура ғына тотоп ҡатып тороуҙары — был обстановка Чернявский тарафынан әйтеләсәк хәбәргә айырым серлелек бирҙе. Чернявский дауам итте: — Иптәштәр, Екатеринбург чехословактар ҡулында. Улар беҙҙең яҡҡа ҡарай киләләр. Оҙаҡламай уларҙың бында килеп етеүҙәре мөмкин... Бәлки, беҙгә эвакуация яһарға тура килер... Ләкин һис бер төрлө паникаға урын булырға тейеш түгел. Дисциплина! Тимер тәртип! Дружиналарҙы көсәйтергә кәрәк. Әгәр китәбеҙ икән — оҙаҡҡа китмәйәсәкбеҙ! Активты тупларға! Ярлы актив араһында хәҙер бик ныҡ эшләргә тейешһегеҙ! Ә иң беренсе бурыс — йыйылған икмәкте Самара яғына оҙатып бөтөрөү! Был хәбәр ысындан да күңелле хәбәр түгел ине. Бына был бүлмәлә ултырған иллеләп кеше — барыһы ла тиерлек фронтовиктар. Улар һуғыштың бөтә ғазаптарын үҙ елкәләрендә күреп үткәргәндәр. Эвакуацияның ни икәнен улар яҡшы аңлайҙар. Ни саҡлы удар буласаҡ был советтар өсөн! Шуның өҫтөнә һәр кемдең шәхси тормошо ла, семьяһы ла бар бит әле. Ни уйлайҙар хәҙер был кешеләр? Уларҙы был хәбәр ҡурҡытамы, әллә батыр күңелле кешеләрме былар барыһы ла? Һатлыҡ йәндәр юҡмы улар араһында? — тип уйлай Чернявский һәм етеҙлек менән һәр кемдең йөҙөнә, күҙенә һынап ҡарай. Ләкин был йөҙҙәрҙә йомшаҡлыҡ, ҡурҡыу әҫәре күренмәй, күҙҙәр батыр ҡарайҙар. Ә Чернявский буласаҡ һуғыштар тураһында һөйләй. — Ҡаты һуғыштар үткәрмәй тороп, беҙгә, хеҙмәт кешеләренә, тыныс социалистик төҙөлөштө тәьмин итеп булмаясаҡ. Бер ни эшләр хәл дә юҡ: иркен тормош, рәхәт тормош беҙгә ҡорбанһыҙ киләсәк түгел! Бына Лениндың һүҙҙәре: «Һеҙ беләһегеҙ, хәҙер беҙҙә Россияла, Себерҙе беҙҙән айырып алған контрреволюцион чехословактар мятежы арҡаһында, көньяҡта барған өҙлөкһөҙ сыуалыштар арҡаһында, һуғыш арҡаһында, хәл айырыуса ауыр, ләкин аңлашыла, өҫтөнә аслыҡ ябырылып килгән илдең хәле ни тиклем ауыр булһа, был аслыҡҡа ҡаршы көрәш саралары ла шул тиклем тәүәккәл һәм шул тиклем ҡаты булырға тейеш».— Иптәш Ленин был һүҙҙәрҙе күптән түгел, 27 июндә, профсоюздар конференцияһында яһаған докладында әйтте... — Революция юлындағы көрәштә беҙ йәйебеҙҙе ҡыҙғанмаясаҡбыҙ! Партия белһен, беҙ ҡағыҙҙа ғына иҫәпләнеп йөрөй торған коммунистар түгел! Коммунизм идеяһы беҙҙең йөрәктәге ҡаныбыҙ менән бергә ҡайнай! Сәғидуллин был һүҙҙәрҙе ҡапыл һикереп тороп әйтте. Ул нисек тә ҡысҡырмаҫҡа, тауышын күтәрмәҫкә тырышты. Ләкин һуңғы һүҙҙәре ҡысҡырып әйтелделәр. Сәғидуллиндан һуң тағы бер нисә кеше сыҡты. Чернявский, һөйләүселәрҙе тыңлап һәм тыңлаусыларҙың йөҙҙәренә һынап ҡарап ултыра торғас, был кешеләрҙең ысындан да ышаныслы кешеләр икәненә төшөндө. Киләсәктең йөҙөнә әллә ниндәй ауырлыҡтар менән килә торған, яҙмыштың күҙенә батыр ҡарай торған кешеләр ине былар... — Йәшлегендә бындай минуттарҙы кисермәгән кеше үҙен бәхетһеҙ һанарға тейеш! — тине Сәғидуллин. Улар ҡаланың бер яҡ ситендә, Иҙелдең ҡалын урмандар менән ҡапланған бейек ҡаялары башында ултыралар ине. Киң һәм тәрән йырын, тауҙы икегә бүлеп, Иҙелгә ҡарай төшә. Галина менән Сәғидуллин ултырған урындан, тау башынан, Иҙелгә ҡарай һәм икенсе яҡтан тәрән йырынға текә яр төшөп китә, ә өсөнсө яҡҡа тигеҙлеккә ҡуйы, ҡара урмандар һуҙыла. Урман ҡарт, нисә йөҙ йылдар йәшәйҙәрҙер был йыуан, мөһабәт имәндәр һәм ҡайындар! Ниндәй генә елдәр иҫмәгәндер был урында, ниндәй генә йырҙарҙы ишетмәгәндәрҙер был ҡарт имәндәр. Әгәр һеҙҙең телегеҙ булһа, ниҙәр генә һөйләмәҫ инегеҙ икән беҙгә... Йәки бына ай! Асыҡ зәңгәр күктә, һанһыҙ һәм гонаһһыҙ яланғас йондоҙҙар араһында үҙе һымаҡ уҡ моңһоу ерҙе күҙәткән телһеҙ шаһит — яңғыҙ ай! Ниндәй генә ялҡынлы мөхәббәттәрҙе күрмәгәнһеңдер, ниндәй генә моңдарҙы ишетмәгәнһеңдер һин! Телең генә юҡ шул, ай! ...Улар тар ғына һуҡмаҡ буйлап түбән төштөләр. Уларҙы йәйге төндәрҙә урмандарҙа һәм түбән урындарҙа була торған рәхәт һалҡынлыҡ ҡосаҡлап алды. Яҡын ғына тулҡындар тауышы ишетелде. Төнгө тулҡындар тауышы! Кем әйтер беҙгә! Ниндәй йәшерен серҙәр һаҡлайҙар тулҡындар? Тау башындағы урмандарҙа, бәлки, ҡарт имәндәрҙең мөһабәт япраҡтары араһындалыр, һандуғас һайрай башланы. Уға икенсеһе ҡушылды. Әллә ҡайҙан, һандуғас һайрауы һымаҡ уҡ, һүҙ менән әйтеп аңлатып булмай торған хуш еҫ аңҡыны — был, күрәһең, аръяҡтағы сәскәле болондарҙан шулай аңҡый!.. Соҡор төбөндә буйҙан-буйға ҙур-ҙур таштар өйөлөп ята. Таштан-ташҡа һикереп һалҡын шишмә аға. Шишмә үҙе күренмәй, тик уның серле тауышы ғына ишетелә. Ниндәй ғәжәп тауыш был! Әле һыу буйында һыуға барған ҡыҙҙарҙың сырҡылдашып кәләшкә:: тауыштары, әле ниндәйҙер балалар илаған һымаҡ тауыш ишетелеп ҡала — ләкин был серле тауыштар һис өҙөлмәйҙәр... Сәғидуллин тулған ай яҡтыһында үҙе янында баҫып торған Галинаның аҡ кейемдәге һылыу кәүҙәһенә, яурындарын күмгән ҡуйы сәстәренә — уның бер ваҡытта ла онотолмаҫлыҡ йөҙөнә текләп ҡарай башланы. Тәүге минутта ул хәҙер йәшен тиҙлеге менән был кәүҙәне ҡосаҡлап алырға теләне. Ләкин ниндәйҙер эске тауыш: «Юҡ, ҡул тейҙермә! Ҡара! Һин был матурлыҡты йөрәгеңдән кисер! Шунда ғына ысын матурлыҡ!» — тигәндәй булды. Был — хайуандарса теләккә ҡаршы кешелек тойғоһо ине. Ләкин, шунда шаулаған, үҙенең көслө йәшәүе менән гөр килгән тәбиғәт ҡосағында рәхәтлеккә бирелмәү — уларҙың үҙ ихтыярында түгел ине. ...Таң аҡлығы төндөң ҡара шаршауын көнбайышҡа таба ҡыуа башланы. Таңдың ҡыҙыл нурҙары Галина менән Ғиндиҙе мөхәббәт донъяһынан ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙылар. Ғинди, был бөйөк мөхәббәтте йөрәгендә һаҡлап, Галинаны үҙенең күптәрҙе күргән һалдат шинеленә төрҙө — улар кистән төшкән һуҡмаҡтары буйлап, урманлы яр башына менеп киттеләр... Сәғидуллиндың дөбөрҙәп ҡайтып инеүенә уянған Камалов тәүҙә йоҡоло күҙҙәрен йоҙроҡтары менән ыуыштырып оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла, унан һуң тамам уянып, йылмайып ебәрҙе: — Шулай, шулай, товарищ военком! —тине.— Шулай... Һинең мөхәббәт мәсьәләһенә кире ҡарашың шул икән!.. Сәғидуллин нисек тип тә яуап бирергә белмәне. «Әллә күҙәтеп торған инде был ҡартлас», тип шикләнде һәм ни әйтергә теләгәне билдәле булмаған ҡиәфәт менән: — Мин... насарлыҡ эшләп йөрөмәйем...— тип мығырҙанды. Ләкин Камалов шунда уҡ йөҙөнә серьёзлыҡ биреп: — Мин оҙаҡламай ҡайтып китәм. Ә һин ҡалаһың! — тине.— Бөгөн кис бында бик серьёз операция буласаҡ. Чернявский аңлатып бирер. Ҡыҫҡаһы, монастырға налет яһалырға тейеш! Контрреволюция!.. — Мин уны беләм. Ләкин, үҙемдең ни өсөн бында ҡалырға тейешлегемде аңламайым. Минең Күлбашта эшем бөткәнме ни? — Оҙаҡҡа түгел, өс-дүрт көндән ҡайтырһың. Бындағы ревкомға ярҙам итергә кәрәкме, юҡмы? Һиңә Чернявский талантлы разведчик тип ҡарай. Мин дә уның фекеренә ҡушылам. Шул һүҙҙәр менән Камалов, юрғанын нығыраҡ ябынып: — Мин тағы бер генә сәғәт йоҡлайым да...— тип мығырҙанды ла стенаға ҡарап ятты. Сәғидуллин йоҡламаҡсы булып сисенеп ятҡайны ла, ни саҡлы ғына тырышһа ла, булдыра алманы. Тағы ла кейенеп сығып китте .. — Далай-лама аҫылынып үлгән! Был хәбәр ҡала араһына йәшен тиҙлеге менән таралды. Ҡаланың бер яҡ ситендәрәк, яланға сыға торған урамда Платопиха тип йөрөтөлгән ҡарсыҡтың «ике ҡатлы» өйө янында, оҙаҡламай, күп кенә халыҡ йыйылып алды. — Ни булған? — Һүрәт яһаусы Верхов аҫылынған тиҙәр бит! — Далай-ламамы? — Шул. — Ай, бахыр. — Таптығыҙ ҡыҙғаныр кеше! Бер рәтле кеше булһа исмаһам! — Эткә эт үлеме инде... — Дөмөккән тиһәңсе! — Үлгән кеше тураһында улай һөйләү ярамаҫ ине! — О-һо-һо, господи боже! Батырыраҡ обывателдәр Верхов йәшәгән подвалдың эсенә үк инеп сыҡҡыланылар. — Яҙыу ҡалдырған, большевиктарға асыу итеп аҫылынған,— тигән хәбәр таралды. Оҙаҡламай өс ҡыҙылгвардеец килеп подвалды бикләп алдылар. Ләкин йыйылған кешеләр һаман таралманылар. — Кешегә күрһәтергә оялалар! — Үҙҙәре сәбәп булғас ни... — Үҙҙәренә лә шул көн етер әле, шайтандар! Ревком председателе Чернявский эргәһенә ҡораллы бер дружинник менән бер ҡыҙҙы алып инделәр. — Һеҙ кемдәр?— тине Чернявский. Дружинник винтовкаһын нишләтергә белмәгән һымаҡ бер ҡулынан икенсе ҡулына алды, билендәге патрон сумкаһын төҙәтеп ҡуйҙы. — Мин мари кеше, ә был... Ул, һүҙе ошонда еткәс, дауам итә алманы,— тирә- яҡта торған кешеләргә, Чернявскийға күҙ йөрөтөп сыҡты ла: — Безнеке ауылдан качып китте,— тип осланы. — Иптәштәр, беҙҙең өсәүебеҙҙе генә ҡалдырығыҙ әле,— тине Чернявский. Егет менән ҡыҙға (былар — Күгебай менән Сәлимә ине) урын биреп, уларҙы ултыртты. Егеттең дә, ҡыҙҙың да ғәжәпләнеүерәк туптура ҡарай торған күҙҙәре ревком председателенә төбәлделәр. Егеттең йөҙө оҙонсараҡ, хәҙер ныҡ ҡына ҡыҙарған, ҡара һоро ҡаштары йыйырылғандар, ҡаштары араһында бер һыҙыҡ һәм ирендәренең ҡыҫылып тороуы уға үҙ һүҙлелек ҡиәфәте биреп торалар. Чернявский ҡыҙға ҡарап: — Ә һин, ҡыҙым, башҡорт булһаң кәрәк. Шунан теге кешенең өйөнә нисек барып индегеҙ? — тип һораны. Ҡыҙ, Чернявский көтмәгәнсә, батыр һөйләп китте. Ул ашыҡмай, һүҙҙәрен, үҙ тауышына үҙе ҡолаҡ һалып тыңлаған һымаҡ, һаҡланып ҡына һөйләй ине. Һөйләй-һөйләй ҙә, йыш ҡына бейек күкрәген тағы ла ҡалҡыта төшөп, тәрән һулап ҡуя. Уның һөйләүенә ҡарағанда, бынан бер нисә көндәр элек, егет дружинаға яҙылғас, ә Сәлимә столовойҙа эшләй башлағас, улар икәүләп ҡала ситенә, квартира эҙләп киткәндәр, йөрөй торғас, уларға Далай-лама тап булған. — Ул быға (ҡыҙ егетте күрһәтте) сата ҡармаҡ йәбеште. Миндә бер бүлмә бар, торорһоғоҙ, ти, ә һине мин винтовкаң-ниең менән һүрәткә төшөрөп алам, ти... Беҙ риза булдыҡ. Ул ҡарт беҙҙе бик ярата ине... Ул бына Күгебайҙың винтовкаһын алға һуҙҙырып баҫтырып ҡуя ла, уның һүрәтен бер киндергә буяп төшөрә торғайны. Чернявский йәнләнеп китте: — Ә ул киндер бармы һуң хәҙер? Ҡайҙа ул? — Шунда, үҙ бүлмәһендә... Кисә кистән беҙ төнөн генә сығып киттек. Күгебайға ҡарауылға барырға ине. Мин столовойҙа ҡундым. Беҙ сығып киткәндә, бер оҙон, ҡара татар менән ултырып ҡалдылар. — Кем ул? — Белмәйем. Мыйыҡтары оҙон, күҙҙәре шартларҙай булып ҡарап торалар... Эсәләр ҙә ине буғай. Чернявский был ваҡиғаның серен сисеү эшен Сәғидуллин менән Владимир Вольфҡа тапшырҙы. Ғинди менән Владимир, Күгебайҙы һәм Сәлимәне эйәртеп, ҡарт художниктың ҡараңғы, ниндәйҙер таныш түгел ҡоҫҡоно килтерә торған еҫ менән тулған бүлмәһенә барып инделәр. Художник аҫылынған еренән төшөрөлмәгәйне. Бүлмәгә килеп инеүселәр, иң элек, һөҙөшөргә әҙерләнгән тәкә башы һымаҡ, бер яҡҡараҡ түбән ҡарап ҡыйғайған башты, мәйетте күтәреп торған һүҫәрелеп бөткән иҫке арҡан кеүек үк өҙөлөргә торған муйынды күрҙеләр. Унан һуң Сәғидуллин мәйеттең күп ямауҙар менән ҡапланған жилет кеҫәһенә саҡ ҡына эләгеп торған бер ҡағыҙ киҫәген тартып сығарҙы һәм, үҙе уҡығас, Владимирға һуҙҙы: «Большевиктар власына түҙеп тора алмайым, үҙемдең иркем менән йәнемде аллаға бирергә булдым», тип яҙылғайны. — Нисек уйлайһың, Сәғидуллин,— тине Владимир.— Беҙҙең арала ғына кешелек тапҡан кеше ошолай яҙырға һәм былай эшләргә мөмкинме? — Мин быға ышанмайым. Бында миңә ҙур бер енәйәт бар кеүек тойола. Ул үҙе аҫылынмаған, был яҙыуҙы ла үҙе яҙмаған булырға тейеш... — Пожалуй шулай булыр ҙа... Күгебай менән Сәлимә ҡурҡыуҙан, аптырауҙан һәм ғәжәпләнеүҙән ағарған йөҙ менән ишек төбөндә һис хәрәкәтһеҙ баҫып торалар ине. Врач килеп ингәс тә, Ғинди менән Владимир ағас кеүек ҡатҡан мәйетте алып иҙәнгә һуҙып һалдылар. Врач үҙ эшенә тотондо, Владимир бер яҡ стена буйында торған шаршау һымаҡ аҡ сепрәкте асып ебәрҙе. Аҫтан, ҙур ғына полотно өҫтөнән, бүлмәләге кешеләргә ҡулына винтовка тотоп, туп-тура алдына ҡарап йүгереүсе кешенеке кеүек, бер аяғы ергә баҫҡан, икенсеһе артҡа күтәрелгән матур бер егет ҡарап тора ине. Һүрәттең юғары башына иңенән иңенә ҙур хәрефтәр менән «Бей буржуазию!» тип яҙылған. Бығаса ишек төбөндә тауыш-тынһыҙ, һис бер хәрәкәтһеҙ баҫып торған мари егете һүрәткә ҡарап кәүҙәһен алғараҡ һондо, уның йөҙө кәүҙәһенән дә алғараҡ һуҙылып, күҙҙәре һүрәтте тишерҙәй булып ҡаранылар. Был минутта ул һүрәткә айырып алғыһыҙ оҡшағайны. Ғинди менән Владимир ҙә һүрәттәге егеттең дружинник Күгебайға ғәжәп оҡшауына аптырап, бер егеттең үҙенә, бер уның һүрәтенә алмашлап, оҙаҡ ҡарап торҙолар. Унан һуң Владимир, йыртылып бөткән иҫке юрған һәм ҡарайып ҡайышланған тышлы мендәр аунап ятҡан карауатты, карауат башында торған шкафтағы китаптарҙы һәм яҙыу өҫтәлен аҡтарырға тотондо. — Ниндәй яҡшы китаптар бар! — тине Владимир.— Бына Роттердамский, Сервантес, ә бына «Божественная Комедия», Вальтер Скотт, «Война и мир», «Воскресение»,— о-һо-о, ниҙәр генә юҡ бында, брат! Үҙебеҙҙең ревком библиотекаһына ҡушырға кәрәк. Өҫтәл тартмаһынан бер ҡалын дәфтәр килеп сыҡты. Дәфтәрҙе аҡтарыштырып, Владимир: — Көндәлек!— тине. — Иһи-һи! Бына кисә генә яҙылған. Тыңла әле, Сәғидуллин: «Бөгөн ҡыҙыл дружинник һүрәтен эшләп бөтөрҙөм. Натура өсөн замечательный бер мари егете табылды. Ул бер башҡорт ауылында муллала батрак булып торған. Яратып йөрөгән ҡыҙын көсләп бер ҡарт кешегә бирә башлағас, төнөн пожар сығарып, ҡыҙҙы алып, ҡалаға ҡасҡан. Мин уларҙы урамда осраттым. Квартира эҙләп йөрөйҙәр ине. Улар икеһе лә шундай матурҙар, шундай көслөләр — уларҙа физик көс тә, рухани көс тә шундай ташып тора,— улар менән йәшәй башлағандан бирле мин үҙемдә бер ваҡытта ла булмаған күтәренкелек һиҙәм! Улар төндәрен һөйөшәләр, рәхәтлеккә бирелеп шаулап тын алалар, унан һуң тәрән һулап ҡуялар һәм бышылдап өҙлөкһөҙ һөйләшәләр. Ә мин — көнләшмәйем дә, яңғыҙлыҡта сикһеҙ аҙапланыуҙар эсендә үткән ғүмеремде лә ҡыҙғанмайым — мин был ике йәштең тәбиғи, ысын күңелдән һөйөшөүҙәренә шатланам ғына! Бына ул егет винтовка тотоп алга йүгерә (мин үҙ картинама үҙем ҡарап туя алмайым), был винтовка менән ул кешеләр өсөн алға яңы юл аса торғандыр... Ә Чернявский, Алексей Иванович, замечательный кеше!.. Россияла яңы кешеләр күтәреләләр!» Врач мәйетте ярырға әҙерләнә башлағас, Владимир, Сәғидуллинға ҡарап, үҙенең артынан сығырға ымланы ла ишеккә таба атланы. Тышҡа сыҡҡас, ул Ғиндигә: — Ҡаланан ике саҡрымдар самаһы яланда Столыпин заманынан ҡалған бер хутор бар. Художниктың бер нисә тапҡыр шунда барып йөрөгәнен күргәндәр — барып киләйек, тикшереп ҡарарға кәрәк...— тине. Улар яланға сығып киттеләр. Подвал этажында, яртылаш ҡараңғы һәм еүеш бүлмәлә серле рәүештә үлгән художник тураһындағы ауыр уйҙар егеттең йөҙҙәренә ҡараңғы пәрҙә япты. Оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барғас, Сәғидуллин: — Ул кеше ауырыу булған буғай,— тине. Владимир ауыр һулап: — Российская болезнь — запой,— тип яуап бирҙе. — Ә ни өсөн Далай-лама тип йөрөтәләр? — Беҙҙең ҡала кешеләре уға шулай ҡушҡандар. Ул бында 1905 йылда уҡ һөргөнгә ебәрелгән. Бында килеү менән, реальное училищела черчение уҡыта башлаған. Ул реалистарға үҙенең Тибетҡа, Кавказға сәйәхәттәре тураһында һөйләй торған булған. Тибет халҡы араһында будда, браһма диндәре, яртылаш батша, яртылаш алла итеп ҡарала торған Далай-ламалар тураһында һөйләгән. Күрәһең, үҙем белгәнде, күргәнемде башҡаларға ла һөйләп файҙа итәйем, кругозорҙарын киңәйтәйем, тип уйлағандыр. Ә реалистар уның үҙенә мыҫҡыл итеп Далай-лама ҡушаматы биргәндәр. Эш шунда: художникты беҙҙең ҡала кешеләре беренсе күреүҙә үк дошмандары итеп һиҙгәндәр. Ул яңғыҙлыҡты яратҡан, начальствоға ярарға тырышмаған — беләһең бит, ундай кешене яратмайҙар. Кешенең лично үҙ фекере булһа, осраған бер кешегә подхалимлыҡ итмәһә, начальство осрағанда ҡырҡҡа бөгөлөп, йылмайып баш эймәһә, кешеләрҙәге етешһеҙлектәр тураһында туп-тура, асыҡтан-асыҡ әйтеп бирә торған булһа — бындай кеше йәшәй алмай беҙҙең ҡалала. — Был бер һеҙҙә генә түгел, бөтә урында шулай. Ә бына мин Уралда, эшселәр араһында йәшәнем — унда халыҡ простойыраҡ, яҡшы күңеллерәк. — Яҡшы кешеләр бында ла бар. Ләкин болғансыҡ һыуға төшкән ынйыны табыуы нисек ҡыйын булһа, бында ла яҡшы кешене табыуы шулай ҡыйын. Был ялған, ике йөҙлөлөк, һәр бер яңылыҡҡа шикләнеп ҡарау батҡағында рәтле кеше лә юғалып ҡала. Был һаҙлыҡтың еҫенә түҙә алмағандар йәки үҙҙәрен-үҙҙәре үлтерәләр, йә булмаһа — «российский ауырыу» — эскегә биреләләр. Сәғидуллин Владимирҙың күҙҙәрен күрергә тырышҡан һымаҡ уның йөҙөнә эйелеберәҡ ҡараны: — Һин арттырыбыраҡ ебәрәһең түгелме икән, Володя! Һин сиктән тыш әсе һөйләйһең. Был бит өмөтһөҙлөк менән сикләнгән... — Атайым менән бергә был тормоштоң әселеген миңә бик ныҡ күрергә тура килде — так что минең телем әрем һымаҡ әсе булһа, бер ҙә ғәжәп булмаҫ. Ләкин был өмөтһөҙләнеү тигән һүҙ түгел. Мин үҙебеҙҙең эшкә ышанам. Мин Петроградта, Финляндский вокзал алдында Ленинды тыңланым... — Ну-у, һин күрҙеңме ни уны? — О-о, брат, бына ялҡынды һалды йөрәккә! Ялан, йәй башының шау-шыулы иртәһе ҡосағында иркәләнеп, сыбарланып ята. Ялан өҫтөндә турғайҙар һайрай, Иҙел буйындағы ҡайын урманлыҡ яғынан һаҡау кәкүк ҡысҡырғаны ишетелә, һары, аҡ, ҡыҙғылт, сыбар күбәләктәр һалмаҡ ҡына осоп үтәләр. Ер, йәш ҡатындар һымаҡ, үҙенең тыуҙыра алыу көсөнә шатланып бөтә алмай төҫлө. — Яҡшы кеше ине Аркадий Петрович, ҡыҙғаныс. Ул беҙгә йыш ҡына килгеләй торғайны. Беҙҙән башҡа ныҡлап һөйләшкән кешеһе лә юҡ ине буғай бахырҙың: — Ҡайҙа йылы барҙы һиҙгән шул. Яҡшы кешеләр бер-береһен табалар. Мин Исаак Соломонович тураһында әйтәм... — Ысындан да минең атай изге күңелле кеше. Шул саҡлы ғазап күреп, алда уны ниндәйҙер яҡшылыҡ көткән һымаҡ, һаман йылмайып йәшәй. Минән булмаҫ ине. Ә ул ана духовой оркестр ойоштороп йөрөй — күрҙеңме ҡарт нисек шатланып эшләй үҙ эшен! Владимир әйткән хутор алты мөйөшлө бер торлаҡ өй, мал аҙбары, амбар, йәшелсә һәм бай ғына ағас баҡсаларынан тора. Ҙур йорттоң артҡы яғы йыуан кәртәләр менән уратып алынған, ә ҡапҡа яғы — йәшелгә буяған рәшәткә. Йыуан имән бағаналар араһындағы «ҡала ҡапҡа» аҫтынан, өрөп, ике уҫал эт килеп сыҡты. Бәләкәй ҡапҡаны 13—14 йәштәр самаһындағы бер малай асты. Сәғидуллин татарсалап: — „Әтиең өйдәме?—тип һораны. Малай бик йылдам ғына: — Юҡ! — тине. Сәғидуллин тағы ла: — Ул вакытта кем өйдә соң? — Апайым ғына,— тине малай һәм кире йортҡа инеп, өйгә ҡарап: — Рауза апа! Чык әле бире! — тип ҡысҡырҙы. Болдорҙа ҡуйы ҡара ҡашлы, ғәжәп серьёз ҡарашлы, өҫтөнә ҡара күлдәк кейгән бер ҡатын күренде. Сәғидуллин аптырап китте. Был күҙҙәрҙе ул ҡайҙалыр осратҡайны. Ул малайҙы беләгенән тотоп тиҙ генә өйгә индереп ебәрҙе. — Хужа кайда? — тип һораны Сәғидуллин. Ҡатын өндәшмәне. Сәғидуллин уның янына уҡ килеп һорауҙы ҡабатлағас, теге ҡатын: — Мин саңгыраумын, бер ни дә ишетмим,— тине. Был тауыш та Сәғидуллинға таныш кеүек тойолдо. – Һаңғырау кеше менән нишләйһең инде, китергә тура килә,— тине Владимир. — Да,— тине Сәғидуллин,— ҡыҙғаныс, өйҙә башҡа кеше булманы, хужалары кәрәк ине... Ҡайтырға боролғас, Сәғидуллин ҡапыл туҡтаны. — Иҫкә төштө! — тине ул Володяның еңенән тотоп. — Был беҙҙең волоста шпион булып йөрөгәйне. Володя ғәжәпләнде. Сәғидуллин теге хәйерсе ҡарсыҡ менән булған ваҡиғаны һөйләп биргәс, Володя башын сайҡаны ла: — Бер ҙә ул булмаҫҡа мөмкин,— тине. Ул ҡарсыҡ һаңғырау инеме? — Юҡ, бик яҡшы ишетә торғайны. Ләкин... Улар ҡалаға ҡайтыуға, художник йәшәгән өй алдында тағы ла кешеләр йыйылып алғайны. Сәғидуллин ҡоро ғына: — Таралығыҙ, иптәштәр! Бында бер ни ҙә юҡ,— тине. Улар килеп еткәс, тынып ҡалған обывателдәр төркөмө эсенән: — Һиңә ҡыҙғаныс түгелдер бит! — Беҙ кешегә теймәйбеҙ. — Ҡарарға ярамаймы ни?—тигән тауыштар ишетелде. Шулай ҙа берәм-берәм тарала башланылар. Кемдеңдер: — Иптәш, имеш. Тапҡан иптәш! — тип мығырҙағаны ишетелде. Сәғидуллин менән Күгебай Азаматов уны, ревкомдың бер бәләкәй генә бүлмәһенә индереп, өҫтәл янына килтереп ултырттылар. Күгебай винтовкаһына таянып ишек төбөндә баҫып ҡалды. Өҫтәлдә бишле лампа янып тора. Өс кеше килеп ингәс, бәләкәй бүлмә шәүләләр менән тулды. Ултырғыста ултырыусының шәүләһе ҡаршы стенаға бесән сүмәләһе кеүек булып төшкән. Уның табаҡтай ҙур һәм түңәрәк, майлаған һымаҡ ялтырап торған ҡыҙыл йөҙө, ҡалҡып торған күҙҙәре, ҡара оҙон мыйығы — был кешенең асыуҙы килтерә торған тыныслығын арттыра төшәләр кеүек тойола. Ул ғәжәп ҙур бер ҡара бесәйгә оҡшап ҡарап тора. Сәғидуллин үҙенең асыуын йәшермәй: — Ни өсөн художник Верховты аҫтығыҙ? Кем ҡушты? Кешенең ҙур йөҙө тағы ла йәйелеберәк китте. Ул тағы йылмайҙы. Ҡара мыйыҡ аҫтынан эре, һары тештәре күренеп ҡалды. — Юҡҡа ғына бәйләнәһегеҙ, иптәш комиссар. Минең бер тамсы ла ғәйебем юҡ! Комиссар, өҫтәл аҫтынан ҡағыҙҙар сығарып, яҙырға тотондо. — Исем, фамилияң? Кеше бер кем алдында ла ғәйепле булмаған һымаҡ гөнаһһыҙ ҡараш менән ҡарап: — Жандар Шәйәхмәт тип йөрөтәләр. Фамилиям Хазиәхмәтов,— тине. — Кәсебең? — Нисек тинегеҙ? — Ни менән көн итәһең? Ну, мәҫәлән, спекулянт, вор, әллә элекке жандарммы? Ни өсөн «Жандар» тип атағандар? — Ә-ә, уны әйтәһегеҙ икән! Мин вышибал булып хеҙмәт иттем, туған. Ҡыҙҙар йортонда... Ул йорт ябылғас, бер урында ла торғаным юҡ әле. Дружинник итеп алмаҫһығыҙмы икән тип уйлайым... Ә Жандар тип шуның өсөн атағандар, беҙҙең бында миңә оҡшаған бер жандарм булған, былтыр ғына әле үҙен һуйылған хәлдә таптылар. Ҡыҙыл мал менән һатыу итеүсе Бикбердеев тигән ҡарт, ҡатынын көнләшеп, бысаҡ менән сәнсеп үлтергән, тип һөйләйҙәр. Беләһеңме Бикбердеевты? Ну ҡатыны ла ҡатыны! Ундай шәп ҡатын булмаҫ! — Һин миңә күп таҫма телләнмә! Һөйләп бир: ни өсөн аҫтығыҙ художникты? Кем ҡушты аҫырға? — Што һеҙ, комиссар! Үҙ ғүмеремдә мин себенгә лә тейгәнем юҡ. Сәғидуллин ҡыҙарҙы, Шәйәхмәттең янына уҡ барып баҫты. — Ә кистән унда нишләп ултырҙың? Ниңә барғайның уға? — Эһе-е, туған, кем кемгә бармай… Был һалдатыңды сығар әле, комиссар, бер һүҙем бар. Ул башы менән Күгебай яғына ишара яһаны. Сәғидуллин да уға баш һелккәс, Күгебай сығып китте. Шәйәхмәт ҡапыл үҙгәреп китте, һул ҡулы менән өҫтәлгә, уң ҡулы менән тубығына таянды, суйын һымаҡ ҡара, түңәрәк башын иңбаштары эсенә һалды. — Бына хәҙер әйтә алам! — тине ул, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөҙөнә көлөү ҡиәфәте бирергә тырышты. Ләкин көлөү урынына уның йөҙө ҡот осорғос гримасалар менән боҙолдо. — Ысындан да уны мин аҫтым, спирт эсерҙем... Хәҙер ана бөтә ҡала уны һеҙгә асыу итеп аҫылған тип һөйләй! Уның ҡыҙыл ялтыр бите тағы ла бүртенә төшкәндәй булды. Ултырғысынан тороп, ике ҡулы менән дә өҫтәлгә таянып баҫты һәм ҙур кәүҙәһен алғараҡ ауҙарын дауам итте: «Һин, комиссар, лучше мине ебәр. Шаһитың юҡ! Ә былай ғына ата алмайһың һин мине. Минең әле донъяла оҙаҡ йәшәргә иҫәп бар... Мин бына үҙебеҙҙең ҡалалағы барлыҡ телеграф бағаналарын һеҙҙекеләр менән тултырыр инем»... Унан һуң ул урынына кире ултырҙы. Йөҙө ҡапыл ныҡ ағарынып киткән, ни өсөндөр ҡалтырана башлаған Сәғидуллинға ҡарап, уны мыҫҡыллауҙы дауам итте: — Ебәр мине. Мине бер ни ҙә эшләтә алмайһығыҙ. Мине бөтә ҡала белә, о как! Аҡса бирәм, кәрәкме? Миндә аҡса күп... Хотя һеҙҙең халыҡ аҡсаға аптырамай торғандыр... — Мә, сволочь! Атыу тауышына Күгебай бүлмәгә ингәндә фәхишхана хеҙмәтсеһе, һуйылған үгеҙ һымаҡ ҡот осорғос ыңғыраша-ыңғыраша, ултырғысты ауҙарып, иҙәнгә шыуышып төшөп бара ине... — Был егетлек түгел, иптәш Сәғидуллин!— тине уға Чернявский. Уның һуңғы көндәрҙә йоҡоно аҙ күреү арҡаһында түңәрәк һимеҙ бите таушалған, эйәк аҫты бушап ҡалған, тиреһе һалынып тора, күҙҙәре ҡыҙарған, һарғылт һаҡал-мыйығы еткән, тауышынан да арығанлыҡ һиҙелеп тора. Ул ҡыҫҡа, йыуан кәүҙәһен, өйрәк һымаҡ, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа һалғылап, ҡулдарын артҡа ҡуйған килеш ишекле-түрле йөрөй. Ә Сәғидуллин үҙ һүҙләнеп ҡоро ғына: — Иптәш Чернявский, ул этте үлтергән өсөн мине әрләмәүеңде һорайым!—тине. Чернявский уның ҡаршыһына килеп туҡтаны: — Теләһә кемде, теләһә ҡайҙа тотоп, атып йөрөргә беҙ бандиттар шайкаһы түгел! Беҙҙең Ревтрибунал бар! — Кәрәк булһа, Ревтрибуналға эште оформить итеп бирергә булыр. Красногвардеец Азаматов та уның признаниеһын ишетеп торған.. Был юлы Сәғидуллиндың тауышы үҙенә ышаныусанлығын, ҡоролоғон юғалтҡайны инде. Ул башын аҫҡа эйҙе. Ә Чернявский бүлмә уртаһында туҡтап: — Ну вот, тапты выход! — тине. Унан һис һүҙһеҙ бер-ике тапҡыр әйләнгәс: — Ә мин һине, бында күсереп, разведкаға ултыртмаҡсы инем. Гайкаң йомшағыраҡ, егет! — тине. Сәғидуллин өндәшмәне. Ревком председателе урынына ултырып, тыныс ҡына: — Һин Күлбашҡа ҡайт, игенде сығарып бөтөрөгөҙ, ҡалғанын үҙебеҙ хәл итербеҙ,— тине лә ҡулын һуҙҙы. Монастырға тентеү яһаған отрядтың начальнигы Петр Самбуров, Чернявскийға килеп, унда шикләнерлек бер нәмә лә табылмауы тураһында хәбәр итте. Ул килеп ингәндә, таң алды булһа ла, Чернявский әле йоҡларға ятмаған, үҙенең кабинетында ниҙер яҙынып ултыра ине. Самбуров үҙенең рапортын: — Так что, иптәш Чернявский, монастырҙа һис бер төрлө ҡорал табылманы...— тип бөтөрҙө. Алексей Иванович Самбуровтың ҡыҫҡа ғына ҡара мыйыҡлы матур йөҙөнә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо һәм был ҡараш әле беренсе генә тапҡыр шикләнеүле ине. Ул урынынан торҙо. Самбуровтың яурынына ауыр ҡулын һалды ла: – Иптәш Самбуров, яҡшы тикшерҙегеҙме? – тип һораны. Самбуров Чернявскийға туп-тура ҡараны: — Помилуйте, Алексей Иванович, мин как большевик һөйләшәм... Самбуровтың ҡарашы, үтә сафлыҡты белдергән һымаҡ, тура ла, асыҡ та ине. Улар икәүҙән-икәү оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Чернявский Самбуров тураһында шикләнеүгә үҙен бер аҙ шелтәләп тә ҡуйҙы. Ләкин күңеленең бер урынына был шик бик ныҡ урынлашып алды. Үҙенең йоҡо бүлмәһенә ҡайтып ятҡас: — Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк... — тигән һөҙөмтәгә килде. Галина Варна йылғаһына тиклем Сәғидуллинды оҙата барҙы. Улар ҡаланан сыҡҡанда, ҡояш яңы ғына алыҫ тауҙар артынан күтәрелә башлағайны. Ҡаланан Варна йылғаһына еткәнсе, һигеҙ саҡрым буйына юл һаман түбән төшә. Был шаулап һеркә ҡойоп ултырған күгелйем йәшел арыш менән ҡапланған киң һырт, бер яҡтан, Иҙел буйындағы ҡайынлыҡҡа барып тоташа, ә икенсе яҡтан, алыҫ урмандарға, Варна буйындағы болондарға, әрәмәләргә төртөлә. Ә уларҙан да арыраҡ тағы ужым баҫыуҙары, тағы ҡалҡыулыҡтар, тағы урмандар. Иҙел бер яҡҡа, ә уға ҡойған Варна йылғаһы икенсе яҡҡа, әлеге тауҙар, урмандар араһынан борғоланып килеп юғалалар, йылға буйҙарында, тегендә лә бында йыйылған көтөү һымаҡ, ауылдар ҡыҫылып ултырғандар. Сәғидуллиндың туйып, ял итеп сыҡҡан аты йылдам атлай, хәҙер юртырға тотонорға тора. Ләкин Сәғидуллин дилбегәне ебәрмәй. Ул һул яҡ ҡабырғаһына ныҡ ҡыҫылып ултырған Галинаның үҙенә шундай таныш, шундай яҡын йылылығына рәхәтләнеп, был минуттарҙы һаман, һаман һуҙырға теләп, атты шәп атлатмаҫҡа тырыша. Үҙе һөйләй: — Чернявский дөрөҫ әйтә: миңә ниҙер етмәй. Хотя уны миңә Камалов та әйткеләй. Әллә кругозор етмәйме? Мин бит Галина, системалы белем ала алманым. Исключительно самообразование ғына мине был баҫҡысҡа күтәрҙе... Мин Максим Горький кеүегерәк уҡыным. Уҡығаның бармы Горькийҙы? — Юҡ. Уны маҡтамайҙар. Мин тәүҙә Тургенев менән мауыҡтым. Унан Толстойға күстем... — Ой, Галина, Горькийҙы уҡырға кәрәк! «Изергиль ҡарсыҡ», «Коповалов», «Фома Гордеев», «Матвей Кожемякиндың тормошо» — ах, Галина, уҡы һин быларҙы! Бына ҡайҙа ул, һеңлекәйем кешелек! Мин төндәремде йоҡламай торғайным... Күктең бейек юғарылығында торналар осоп китте. Ете торна, өсмөйөш яһап, осло мөйөштәрен алға ҡуйып осалар ине. Уларҙың моңһоу тауыштарын ишеткәс, Сәғидуллин һүҙҙән туҡтаны, юғарыға ҡараны. Унан, уйланып: — Йәй уртаһы ла етте...— тине.— Ҡасан ғына әле мин бына был Варна аша боҙҙар менән һуғышып йөҙөп сыҡҡайным .. — Ә мин ауырлымын, Геннадий,— тине Галина. Сәғидуллин ғәжәпләнде: — Ну-у! Унан һуң Галинаның яңағынан һөйөп: — Ҡайғырма, Галя, мин, бәлки, ҡалаға күсермен, йә булмаһа һин үҙең беҙгә барырһың... Минең үҙемә ҡайҙа ла бер... Нисек булһа ла, бергә булырбыҙ әле! Ә балаға мин,шатмын! Айырылғанда Горчакова илап алды. — Что һин, Галя! — тине Сәғидуллин.— Ниңә илайһың? — Һин иғтибар итмә. Мин бик йомшаҡ күңеллемен... Йәйҙең бына шул ваҡыты етһә, мин бойоғам, әллә ниңә яманһыу була... Оҙаҡламай мин һеҙҙең яҡҡа барып сығырмын әле. — Йәйәүләп нисек ҡайтып етерһең икән? — Бер ни ҙә түгел, мин йәйәү йөрөргә яратам. Сәғидуллин, Галина күҙҙән юғалғансы, урынынан ҡуҙғалмай ҡарап торҙо. Галина бер нисә аҙым атлай ҙа яулыҡ болғай... — Ни өсөн иланы һуң әле ул? — тип уйланы военком. Шунда үҙенең дә күҙҙәрендә йәш тулғанын һиҙҙе. Күҙендәге йәшенә асыу итеп атына һуҡты. Шуны ғына көткән кеүек, ат ҡапыл ғына алға ташланды. Военком тағы ла дилбегәне тартып тоторға мәжбүр булды. Баш өҫтөндә яҡында ғына ҡысҡырып тәкәрлек осоп китте. Сәғидуллин тағы ла бер тапҡыр ҡала яғына боролоп ҡараны. — Ә ниндәй яҡшы кешеләргә тап булдым мин был бәләкәй генә ҡалала! —тип уйланы. Иртәгә баҙар тигән көндө Һабаш ауылының совет председателе Ғилманша волревкомға бик борсолоп килеп инде. Бүлмәләге кешеләрҙе күрһәтеп ул Камаловҡа күҙ ҡыҫты. Камалов уның йәшерен һөйләшергә теләгәнен аңлап алды ла, урынынан тороп, Ғилманшаны ҡултыҡланы һәм тышҡа алып сығып китте. Ревком урынлашҡан өй бәләкәй генә йылға буйына һалынған. Йылғаның икенсе яғында ташлыҡ һәм артабан урманлы тау менеп китә. Арттарынан ишек ябылғас та, Ғилманша Камаловҡа бышылдап тиерлек: — Эштәр насар, Камалов туған,— тине. — Әйҙә, аръяҡҡа сығайыҡ әле, иркенләп һөйләрһең. Улар, баҫманан үтеп, аръяҡтағы ташлыҡҡа сыҡтылар. — Ни бар? — тине Камалов, тыныс ҡына... — Байҙар беҙҙе бөтөрөргә әҙерләнәләр, тип ишетелә. Иртәгә баҙарға йыйылалар. Бер-бер хәл булмағайы. — Ҡайҙан беләһең? — Иҙелбай муллаһы кисә тәруах намаҙында халыҡты вәғәзләгән. Баҙар көнгә әҙер булығыҙ, тип әйтә, ти. Камаловтың йөҙөндә һис бер үҙгәреш күренмәне. Ул алдына ҡарап әкрен генә атлауында дауам итте. Ә Ғилманша Камаловты ышандырырға тырышып һаман һөйләне: — Унан һуң был беҙҙең Ишмәмәт бик намыҫлы ҡыланмай булһа кәрәк. Нисектер малы арта. Иҙелбай муллаһына бик йыш барып йөрөй... Ново-Петровскийҙа бер бай малайы — офицер Гудов йәшеренеп кенә ята, ти. «Шөрләгән, күрәһең, был бахыр» тип уйланы Камалов һәм Ғилманшаның йөҙөнә ҡараны. Һипкелле түңәрәк битле, ҡыҫҡа ғына һары һаҡаллы Ғилманша ағайҙың һоро күҙҙәре Камаловҡа яуап һәм кәңәш көткән кеүек текләп ҡарайҙар. Ул баш бармағы өҙөлгән һул ҡулы менән йыш ҡына ҡолаҡ төбөн һыйпай. Башындағы һалдат папахаһын бер артҡа, бер алға шыуҙыра. — Һиңә нисә йәш? — тип һорай Камалов. Ғилманша был көтөлмәгән һорауға ғәжәпләнгән һымаҡ: — Ҡырҡ бишенсе, ниңә? — ти. — Фронтта ла булғанһыңдыр әле... — Астрийскийҙы ике йыл тапаным. — Ә байҙарҙан ҡурҡырға ярамай. Донъяла бит байҙар ғына түгел, ярлылар ҙа бар! Беҙҙе үлтерерҙәр тигән һүҙгә мин ышанмайым... Халыҡ ул сиккә етмәҫ. Бигерәк тә хәҙер — ураҙа ваҡыт! Беҙҙең халыҡ бит дингә бик ныҡ ышана. Ул урман ауыҙында йығылып ятҡан йыуан бер ҡайын өҫтөнә барып ултырҙы. Ғилманша уның ҡаршыһында баҫып ҡалды. — Мин бер тамсы ла ышанмайым беҙҙең халыҡҡа! Әгәр, бергәләп бер сара күрмәйбеҙ икән, мин ошо китеүемдән ауылға ҡайтмайым, ҡалаға китәм. Миңә бик үслеләр, байҙар күҙҙе лә астырмайҙар... Камалов ҡоро ғына: — Посыңды ташлап ҡасырға ни булған әле? Сәғидуллин ауылдарҙа йөрөй, иртәгә ҡайта, шунда ревкомды йыйып кәңәшләшербеҙ! Был тиклем ҡурҡаҡ булырға ярамаҫ ине... Аяҙ зәңгәр күкте яртылаш ҡыҙыллыҡ ҡаплап алды. Ҡояш байығанда, горизонтта был ҡыҙыллыҡ бик ҡуйы һәм ҙур пожар яҡтыһына оҡшап тора. Ауыл өҫтөндә һыйыр мөңрәгән, эт өргән тауыштар ишетелә. Көтөү ҡайтҡанда күтәрелеп ҡалған саң һаман әле бөтөп етмәгән, мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөнгә ҡушылған да ауыл өҫтөн томанлан тора. Көндөҙгө ҡаты эҫелектән һуң, киске һалҡынлыҡ йәнгә рәхәтлек бирә. Ҡайҙалыр бытбылдыҡ ҡысҡыра. Бына әкрен генә ел иҫеп китте. Камаловтарҙың артында ағас япраҡтары ҡыштырҙап алды. Камалов күҙҙәрен ҙур асып тирә-яғына ҡаранып алды һәм: — Быйыл йыл яҡшы килә — иген уңасаҡ! — тине. Мәсет яғынан мәзиндең аҡшамға аҙан әйткәне ишетелгәс: — Хәҙер ашай башлаясаҡтар, һин һуң ураҙа тотаһыңмы, Ғилманша ағай? — тип өҫтәне. Ғилманша теләр-теләмәҫ кенә: — Быйыл ураҙа ҡайғыһы булманы, туған,— тине.— Һин юҡҡа мин әйткәнде тыңламайһың, Камалов, хәҙер үк бер сараһын күрергә кәрәк ине. Ышанырға ярамай. Килеп баҫһалар... — Килеп баҫһалар — ҡулдан килгәнсә ҡаршы торорбоҙ. Мин, лично үҙем, посымды ташлап китмәйәсәкмен. Теләһәң — беҙҙең янда ҡал. Теләмәйһең икән, тағы, үҙең беләһең... Секретарь Хәйри һәм Рамазанов менән Камалов өсәүләп болдорҙа оҙаҡ ултырҙылар. Рамазанов поптар, муллалар тураһында анекдот артынан анекдот һөйләй, ә секретарь, һис тыйыла алмай, өҙлөкһөҙ быуылып көлә. Дружинниктар йәшәй торған ҡаршылағы өйҙөң асыҡ тәҙрәһенән Алексей Лаптевтың үҙе гармунда уйнап, үҙе йырлағаны ишетелә: Царь Николашка водку лакал, Гришка Распутин царицу ласкал... Был йырҙы Лаптев шул тиклем моңло итеп һуҙып йырлай, уны иҫерек тип тә аңларға мөмкин. Кем белә, бәлки, ул ни йырлағанын белмәй ҙә торғандыр әле: ана ул асыҡ тәҙрә төбөнә ултырып алған да үҙе алыҫтарға ҡараған. Бәлки, йәш кәләше тураһында моңая торғандыр. Бәлки, бына был йондоҙло зәңгәр төн, бына ошо йәмлелеген һүҙ менән әйтеп аңлатып булмай торған йәйге кис хөрмәтенә шулай бирелеп йырлайҙыр. Ул ҡайһы ваҡыт, гармун уйнауҙан һәм йырлауҙан туҡтап, тын ҡала. Асыҡ тәҙрәне шығырҙатып һелкетеп, серле тауыштар сығарып ел иҫеп китә, ҡайҙалыр һаман яңғыҙ бытбылдыҡ ҡысҡыра. Горизонтта нәжәғәй йымылдап ҡала. Ә түбәндә, ревком болдоронда, Рамазановтың ҡалын тауышы, тирмән быуаһынан һыу аҡҡан һымаҡ, геүләй, йәш дружинник, был тауыштарға ҡолаҡ һалып, күккә ҡарап ала ла, тәрән һулап, тағы ла гармунын уйнай һәм йырлай башлай. Таң алдынан ишекте шаҡынылар. Бүлмәлә Камалов менән секретарь Хәйри икәүһе генә йоҡлайҙар ине. — Хәйри, һора әле, кем икән. Секретарь ишеккә барҙы, аҙ ғына ҡолаҡ һалып торҙо һәм Камаловҡа бышылдап ҡына: — Әллә кемдәр йөрөй, күп булһалар кәрәк,— тине. Камалов урынынан тороп салбарын кейҙе һәм наганын алды. — Һора әле, кем икән. Тыштан Ишмәмәт тауышы: — Мин, мин — асығыҙ әле. — Ас! — тине Камалов һәм наганын өҫтәлгә ҡуйҙы. Күҙ асып йомған арала бүлмәгә ниндәйҙер кешеләр килеп тулды. Кемдер шырпы тоҡандырҙы. Ниндәйҙер рус: — С добрым утром, товарищ комиссар! — тине. Камалов өҫтәлдән наганын алырға өлгөрмәне, берәүһе уны постелгә төртөп ауҙарҙы: — Ҡуҙғалма! — Ҡана, шәмегеҙ юҡмы ни, хужалар! Шәм яндырҙылар. Камалов иң элек Әхмәдулла мулланы күрҙе. Унан һуң Сәлимгәрәй, Сафа байҙар, Закир, тағы бер нисә ят кеше. Улар араһынан бер офицер килеп сыҡты ла, Камаловтың карауаты янына килеп: — Мин — поручик Гудов! — тине.— Волостың аҡсаларын, бөтә асҡыстарын бирегеҙ! Камалов өндәшмәне. Әхмәдулла мулла, тапма ауырыуы тотҡан һымаҡ ҡалтыранып, Камаловҡа яҡын уҡ килде. Уның һирәк һары һаҡаллы тар ғына йөҙө әллә ниндәй гримасалар яһай, тауышы ғырылдап сыға ине. — Большевик, коммунист, комиссар! Эт, иблис ҡалдығы! Быуам үҙеңде! — Мин һеҙгә бер ни ҙә әйтмәйәсәкмен. Мин халыҡ алдында ғына отчет бирә алам. Офицер маузер сығарҙы. Мулла уның ҡулынан тотто. — Юҡ, мин үҙем! Ул етеҙ генә хәрәкәт менән ҡуңысынан тар, оҙон бысаҡ сығарҙы һәм киҙәнеп Камаловтың йөрәк тураһына ҡаҙаны. Ҡаршылыҡ күрһәтергә теләгән Камалов ике ҡулын да күтәргән көйгә күҙҙәре аҡайып постелгә нығыраҡ ҡыҫылды. Кәүҙәһе бер нисә тапҡыр тартышып алды. Бысағын кире тартып алған мулла үлеүсенең өҫтөнә оҙаҡ ҡарап торҙо. Ул шулай үс алыу бәхетенән рәхәтләнеп бер аҙ йылмайып торҙо ла, үлем тиберсенеүҙәре эсендә ҡанға мансылып ятҡан кәүҙәгә ташланды, нисектер ғырылдау тауышы сығарҙы. Бысағын Камаловтың күкрәгенә икенсе яҡтан ҡаҙаны, үҙе, хәле бөткән һымаҡ, ауыр тын алып ыңғыраша ине: — Бына һиңә... Контрибуция... Бына һиңә иген!.. Боғаҙыңды кимерермен... Йылға аръяғындағы урманлы тау артынан ҡояш күтәрелгәндә, волость ревкомын һәм дружинниктар йәшәгән өйҙө ҙур толпа ҡамап алғайны. Беренсе итеп ревком йортонан секретарь Хәйриҙе толпа эсенә ырғыттылар. Кемдер шатланып ҡысҡырып ебәрҙе: — Әһә-ә, йәш егет! Беҙ һеҙгә бына ҡунаҡҡа килгәйнек,— һәм шунда уҡ уның ҡолағына ҙур йоҙроғо менән киҙәнеп һуҡты. Уны тағы ла аяҡҡа баҫтырҙылар. Бәләкәй генә йыуантаҡ бер кеше секретарҙың ҡолағына йәбеште. Был кеше әсе тауыш менән: — Беҙҙең ҡатындар кәрәк булдымы ни һеҙгә? Һалдаткалар ғына етмәгәйнеме ни? Ә?—тип сыйылданы. Егеттең ҡолаҡ төбөнән ҡан атылып сыҡты, теге кешенең битенә тейҙе. Ул арала кемдер ауыр күҫәк менән секретарҙың башына һуҡты. Кемдер ҡысҡырып ебәрҙе: – Былайыраҡ төртөп ебәрегеҙ! Минең үсем юҡмы ни, ә! Ревком болдорона Әхмәдулла мулла сығып баҫты. Ул ҡарлыҡҡан тауыш менән: — Мосолмандар,— тип ҡысҡырҙы. Кемдең ни һөйләгәне аңлашылмай торған ҡоторонҡо геүләү аҙ ғына тынды. Бер нисә урында: – Иҙелбай ауылының Әхмәдулла мулла! — тип бышылдаштылар. — Туҡтағыҙ әле, шаулашмағыҙ,— тип ҡысҡырҙы берәү. Ә мулла дауам итте: — Бөгөн беҙ, алланың рәхмәте менән, донъя ҡоротҡос большевиктарға ҡаршы һуғышҡа сыҡтыҡ. Зимагорҙар урынына үҙебеҙҙең элекке старшинабыҙҙы кире ҡайтарҙыҡ. Беҙгә ярҙамға Кәтеринбург яғынан меңләгән ғәскәр килә. Мосолмандар! Ҡайҙа ғына осрамаһындар, большевиктарҙы, дружиндарҙы, улар яҡлы булып йөрөгән бөтә оҙон сәслеләрҙе үлтерегеҙ! Толпа, ниндәйҙер аҡылдан шашҡан өлкән йыртҡыс һымаҡ, тағы ла үкерә башланы. Дружинниктар йәшәгән өйҙөң тәҙрәләренә таштар остолар. Сыңлап быяла ватылған тауыш ишетелде. Бер нисә атҡан тауыш яңғырап китте. — Давай бында дружиндарҙы! — Давай-й! — Ай-ай-й... Дружинниктар бүлмәһенең тәҙрәһендә Рамазановтың башы күренде. Ул: — Беҙҙә патрон күп! Үлергә теләмәһәгеҙ — яҡын килмәгеҙ! Беҙ барыбер бирелмәйәсәкбеҙ!—тип ҡысҡырҙы. Тағы ла атҡан тауыш һәм уға ҡарап ҡул болғап ҡысҡырыуҙар ишетелде: — Эсәгеңде ауыҙыңа ҡаптырырбыҙ! — Төш бында, ҡурҡмаһаң! Сәғидуллин, ҡаланан ҡайтыу менән, бары тик йыйылған игенде сығарыу эше менән генә булды. Күлбашҡа йыйылған ун мең бот игенде дүрт көн эсендә ҡалаға оҙатып бөтөрҙөләр. Шунан һуң кисә ул, бер генә кис ял итергә тип, үҙҙәренә ҡайтҡайны. Ул тирә-яғындағы шау-шыуға һәм дөбөрҙәүҙәргә уянып китте. Инстинктив рәүештә наганына тотондо. — Ғиндулла, улым, килделәр... Был уның әсәһенең тауышы ине. Ҡарсыҡтың тештәре шыҡылдағаны ишетелде, тауышынан уҡ уның ҡалтырағаны һиҙелеп тора ине. Тышҡы ишекте өҙлөкһөҙ шаҡылдаттылар. Тышта шаулашып һөйләшәләр, һүгенәләр, көлөшәләр. — Бына, көн килеп етте! — тине Нәреттин ҡарт. Ул яланаяҡ, яланбаш, күлдәк-ыштандан ғына ишеккә таба килде. Ғинди уҫал тауыш менән: — Асма!—тип ҡысҡырҙы.— Асма, үҙҙәре ватып инһендәр! Тыштағылар көттөрмәнеләр. Иҫкергән, насар ишек тиҙ бирелде. Ишек рамаһында ҡараңғыла рәттән ике баш күренде һәм өй эсенә, бәрелгән таштар һымаҡ, ауыр һүгенеү һүҙҙәре остолар. Ғинди рәттән ике тапҡыр атып ебәрҙе. Нәреттин ҡарт ҡысҡырырға тотондо: — Атма, алйот, үҙебеҙҙең ауыл кешеләре! Ишек алдында, ҡараңғыла, кемдер ыңғырашты. Кешеләр сигенделәр, һәм тыштан: — Бирелегеҙ, сығығыҙ бында, юҡһа өйөгөҙҙө үртәйбеҙ! — тип ҡысҡырҙылар. Сәғидуллин наганын алға һоноп тышҡа атылды. Ҡаршыһында торғандарға ҡарай патрондарын атып бөтөрҙө лә бер яҡҡа ташланды һәм йүгермәксе булып бер нисә аҙым һикерҙе. Ләкин өс-дүрт кеше берҙән уның өҫтөнә ырғынылар. ...Сәғидуллинды атаһы Нәреттин ҡарт менән бер атҡа, ике яҡлап тәртә янына таҡтылар. Ҡарт бер тапҡыр: — Минең ни зыяным бар, ҡарттар? Үҙегеҙ беләһегеҙ...— тип ыңғырашты. Ләкин кемдер уның сикәһенә һуҡты һәм тыныс ҡына: — Беҙ большевиктарҙың бөтә тоҡомдарын бөтөрәбеҙ! — тине. Урталыҡ юлда бер ауылға ингәс, Ғинди һыу һораны. Кемдер: — Комиссар һыу һорай! Тиҙ булығыҙ, һыу килтерегеҙ!— тип ҡысҡырҙы. Сүмес менән һыу килтерҙеләр. Ғинди уны ҡомһоҙланып ҡулына алды, ауыҙына яҡын килтерҙе. Шунда әлеге кеше уның ҡулынан сүместе бәреп төшөрҙө: — Мә, эс! — икенсе тапҡыр киҙәнеп ул военкомдың танауына һуҡты, үҙе таҡмаҡлай ине: — Бына, үҙ ҡаныңды эс, шайтан ялсыһы! Ревком болдорона килтереп баҫтырғас, Әхмәдулла мулла үҙ ҡулы менән Сәғидуллиндың башына кәрәсин һипте. Военком ҡысҡырырға тотондо: — Беҙҙең һәр бер тамсы ҡаныбыҙҙан мең коммунист тыуасаҡ! Беҙҙе үлтереү менән һеҙ барлыҡ пролетариатты үлтереп бөтөрә алмаясаҡһыҙ! Крәҫтиән иптәштәр! Байҙар, муллалар һеҙҙе алдайҙар! Был эшегеҙгә һеҙ үкенәсәкһегеҙ! Беҙ коммунизм юлында үләбеҙ! Уның кейеме йыртылып бөткән. Бите танымаҫлыҡ булып шешенгән, оҙон сәстәре ике яҡлап биттәренә йәбешкәндәр. Бите бер нисә урындан ҡара янып сыҡҡан. Ул аяҡтарына саҡ ҡына баҫып тора, иҫерек һымаҡ сайҡала ине. Уның сәсенә ут төрттөләр. Ул һаман ҡысҡырыуында дауам итте. Бөтә халыҡ шул яҡҡа ҡарағайны. Дружинниктар тәҙрәһенән Рамазановтың башы күренде, дөрләп торған военком һуңғы тапҡыр тыбырсынып ыңғырашты һәм болдорға ауҙы. Рамазанов винтовканан тоҫҡап атып ебәрҙе. Пуля тап маңлайына тейгән Әхмәдулла мулла Сәғидуллиндың янып ятҡан кәүҙәһе өҫтөнә йығылды. Толпа тағы ла ҡотороноп китте. Ғиндиҙең атаһы өҫтөнә ырғынылар, унарлаған күҫәк уның өҫтөндә, ашлыҡ һуҡҡанда сыбағаштар дөпөлдәгән кеүек, дөпөлдәне. Болдорға сығып баҫҡан поручик Гудов маузерҙан Рамазанов яғына ҡарай атып ебәрҙе. Ләкин Рамазанов башын алғайны инде. Поручик, ҡотороноп, маузерын болғай-болғай: — Үртәгеҙ был өйҙө! — тип ҡысҡырҙы. Дружинниктар йәшәгән йорт тирәһенә һалам ташый, стеналарға кәрәсин һибә башланылар. Бер нисә минуттан өйҙө ут һәм ҡара төтөн ҡамап алды. Юғарыла Рамазановтың: — Барыбер беҙҙекеләр еңәсәк! — тигән тауышы ишетелде һәм винтовканан атыу дөпөлдәп ҡалды. Ауыл өҫтөндәге эҫе һауа, ҡан, төтөн еҫе, күҙҙәрен ҡан баҫҡан кешеләрҙең ҡоторонҡо геүләүе, олоуы менән тулды. Башҡа ауылдарҙан продотрядсыларҙы, дружинниктарҙы, уҡытыусыларҙы тәртә янына йәки ат ҡойроғона тағып туҡмай-туҡмай килтерәләр ҙә, бында килгәс, йыртҡыс ауыҙына ташлаған кеүек, уларҙы ҡан еҫенә иҫереп аҡылдан шашҡан толпа эсенә ташлайҙар. Ҡоторонған толпа, оялары туҙҙырылған һағыҙаҡтар һымаҡ, яңы ҡорбандың өҫтөнә ташлана. Күҫәктәрҙе юғары күтәреп, ниндәйҙер вәхшиҙәр үҙҙәренең ғибаҙәтен үтәгән һымаҡ, хеҙмәт кешеләренә яҡшылыҡтан башҡа бер ни ҙә теләмәгән һәм уларға яҡшылыҡтан башҡа һис бер зыян яһамаған кешеләрҙе иҙәләр, йәнсәләр. һауала бер күтәрелеп, бер төшкән күҫәктәр, йоҙроҡтар, әле эйелгән, әле турайған арҡалар күҙгә сағылып китәләр. Ҡан, төтөн еҫенә сәсәйҙәр. Был аңлайышһыҙ үлем буталсыҡлығынан ҡотолоп, ғүмеренә бер генә тапҡыр ҙа бынан һуң күрмәҫкә риза булып, был ауылды ташлап китергә йыйынған кешеләрҙе баҫыу ҡапҡалары яғынан кире ебәрәләр. Туҡмауҙа ҡатнашырға теләмәгәндәрҙе, йәки туҡмалыусыларға аҙ ғына булһа ла ҡыҙғаныу билдәһе күрһәткән кешеләрҙең үҙҙәренең өҫтөнә ташланалар. Ғилманша Шаҙыҡай ауылына төн урталарында, ырҙындар артынан ғына, бик һаҡланып ҡына барып инде. Уның был ауылда туған апаһы бар. Ғилманша уларға инеп тамаҡ туйҙырып сығырға һәм тағы ла ҡала яғына юл алырға тейеш. Ишек шаҡығанда, өй эсенән: – Кем бар унда? Кем тинең?—тип бер нисә тапҡыр һоранылар. Еҙнәһе уны ҡараңғы ишек алдында: — Донъяның рәте китте. Үҙеңдән-үҙең ҡурҡаһың!--тип ҡаршы алды. Ғилманша шәм яндырмаҫҡа ҡушты. Апаһы иҙәндә ятҡан балаларҙы аралап баҫып өҫтәлгә икмәк һәм һөт, май килтереп ҡуйҙы. —- Юҡҡа ҡурҡаһың беҙҙә! — тине еҙнәһе.— Беҙҙә, аллаға шөкөр, имен! Иҙелбай ауылыныҡылар ун бишләп һыбай килгәйнеләр. Беҙҙең халыҡты сходҡа йыйҙылар. «Ниңә һаман Күлбашҡа бармайһығыҙ? Әллә үҙегеҙгә өлөш алырға теләйһегеҙме?» — тиҙәр. Беҙҙең шул бишалты ғына кеше китте. Ит менән һатыу итеүсе Фәрхетдинде беләһеңдер? Шул харап булып ат менеп ауыл буйында сабып йөрөгән булды. — Бармағанығыҙ яҡшы булған,— тине Ғилманша.— Мин саҡ ҡасып ҡотолдом... Унда йүнле-рәтле, үҙ ҡул көсө менән эшләп көн күреүсе йыйылмаған. Йыйын киң ауыҙҙар ғына... Иҙәндә ятҡан балаларҙың береһе ҡысҡырып илап ебәрҙе. Икенсеһе, өлкәндәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып булһа кәрәк, тороп уҡ ултырҙы. — Йоҡлағыҙ, йоҡлағыҙ! Ҡараңғы мөйөштән Ғилманшаның апаһының тауышы ишетелде. — Беҙҙең ише кеше унда ниңә барһын? Рәхәт булып, бер төрлө иркен булып ҡалғайны әле, туғанҡайым! Бына хәҙер тағы әллә ниҙәр башлана инде. Тағы шул Сафуан ҡартты староста итеп ҡуйырҙар, тағы тотона инде аҡырырға! — Беҙҙекеләр барыбер еңәсәктәр,— тине Ғилманша.— Мин ҡалаға барам. Минекеләргә барып әйтегеҙ. Оҙаҡламай ҡайтырмын... Ул, килгәндәге кеүек үк, шыпыртын ғына, ни өсөндөр эйелеберәк, китеп тә барҙы. Уның артынан апаһы: — Берәр кис юҡҡа ҡунманың! Мунса инеп китер инең!— тип ҡалды. Ғилманша ҡараңғылыҡҡа инеп сумды. Ә өй хужаһы ҡатынына: — Нисек тыныслап ҡунып ятһын ти! — тине. — Аптырап әйтәм шул... Һабаш ауылының совет председателе «советский староста» Ғилманша, Шаҙыҡай ауылынан сыҡҡас, ҡала яғына оло юлдан түгел, ә бер яҡлабыраҡ урман эсләп китте. Ул көнө буйы тыныс булмаған юлдарҙан, ә ҡайһы ваҡыт юлда күренгеләгән кешеләрҙән ҡасып, ағас араларынан сытыр ярып бара торғас, яҡшы уҡ ҡына арыны һәм эскеһе килде. Бер урында ул ҡыуаҡтар араһынан оло юлға сыҡты. Юлдың был урынында ҙур ғына таш күпер янынан шишмә сығып ята. Ғилманша урман ауыҙынан сығып баҫты ла, бер уңға, бер һулға ҡараны. Юлда кеше күренмәне. Шишмә янында арҡаһына тоҡ аҫҡан бер ҡарсыҡ ашанып ултыра ине. Ғилманша: «хәйерсе ҡарсыҡ ахыры» тип уйланы һәм күпер янына атланы. — Әбей, һаумы? Ҡарсыҡ Ғилманша яғына ҡарсыҡтарҙыҡына оҡшамаған етеҙ, үткер күҙҙәрен һирпеп алды ла, сәйнәгән нәмәһен йотҡас: — Арыу әле,— тине. — Бик эске килде,— тип мығырҙанды Ғилманша һәм, шишмә янына барып, шылтырап ағып ятҡан тар ғына шишмәнең ике яҡтағы таш киҫәктәренә ҡулдары менән таянды, һыуҙа үҙенең ватылғылаған шәүләһен күрҙе. Эйелде лә һаҡал-мыйыҡтарын һыуға тығып, һалҡын һыуҙы ҡомһоҙланып эсергә тотондо. — Һыйыр кеүек эсәһең! — тине ҡапсыҡ. Ғилманша һаҡал-мыйыҡтарын салғыйы менән һөртөп ҡарсыҡ янына килеп ултырҙы һәм, кеҫәһенән икмәк алып, ашай башланы. — Ҡасып бараһыңмы? — тине ҡарсыҡ. Ғилманша, икмәк сәйнәй башлаған ауыҙын эштән туҡтатып, ҡарсыҡҡа ҡараны. Теге дауам итте: — Ҡурҡма, мин хәҙер зарар яһамам... Мин Күлбашта булдым. Мин унда нисек үлтергәндәрен күрҙем. Хәҙер мин бер ваҡытта ла тыныслап йоҡлай алмам, тыныслап йәшәй алмам төҫлө... Мин былай уҡ булыр тип уйламағайным... Ғилманша аптырауҙан һис бер һүҙ әйтә алмай һаман әле ҡарсыҡтың тигеҙ, аҡ тештәре күренеп китә торған бәләкәй генә ауыҙына ҡарап тора ине. Ә ҡарсыҡ асыулы тауыш менән дауам итте: — Миңә ни ҡалған?.. Мин һеҙҙең комиссар Сәғидуллиндың сәсенә ут төрткәнде күрҙем, уның ҡысҡырғанын ишеттем. Түҙмәнем — ҡысҡырып илап ебәрҙем. Ә тирә-яғындағы кешеләр ни өсөндөр көләләр, эт кеүек ырылдайҙар ине... Ә мин, шул ҡанһыҙ кешеләр яҡлы булып совет кешеләренә ҡаршы ҡотҡо таратып йөрөнөм... Ғилманша аңлай башлаған кеүек булды. Ауыҙындағы икмәген тағы ла сәйнәй башланы һәм ҡарсыҡтан: — Ниңә улай эшләнең һуң? — тип һораны. Ҡарсыҡ ҡулын һелтәп: — Уны, һөйләй башлаһаң, көн буйы һөйләргә кәрәк. Ә мин һөйләргә теләмәйем,— тип яуап бирҙе. Унан һуң ул арҡаһындағы тоғон һалып ергә ҡуйҙы ла, оҙон күлдәк итәгенең тиҫкәре яғын әйләндереп битен һөртөргә тотондо. Шишмәгә төшөп йыуынып менде, битен итәгенә һөрттө. Ғилманша тағы ла аптырап китте. Уның алдында ябығыраҡ ҡына оҙонса йөҙлө, ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡалҡыу ғына күҙле, әле йыйырсыҡтар менән һырланырға өлгөрмәгән бейек кенә маңлайлы, килешле оҙон танаулы — 30 йәштәр самаһында бер ҡатын — уҡыусыға инде таныш, бер ваҡыт Сәғидуллин менән Володяға ҡала янында хуторҙа осраған Рауза баҫып тора ине. Ғилманшаның ғәжәпләнеп ҡарауына иғтибар итмәй ул: — Һеҙҙең Сәғидуллин мине бер ябып та ҡуйғайны, бахыр, мин ҡасып ҡотолдом, һиҙгер егет ине! — тип мығырҙанды. Ғилманша аҙаҡ килеп: — Һин кем? — тип һораны. — Бәхетһеҙмен мин, аҡылһыҙмын да,— тип мығырҙанды теге ҡатын. Оло юл буйлап килгән ат тояҡтары тауышы ишетелде. Ғилманша һикереп торҙо ла ҡаранды. Юлдың бер башынан ниндәйҙер һыбайлы килә ине. — Ағай тиәйемме, кем тиергә белмәйем, тик совет кешеһе икәнеңде генә беләм. Ҡас һин. Был тирәлә уларҙың кешеләре һинең кеүектәрҙе бик ныҡ эҙләп йөрөйҙәр... Шулай тине лә, теге ҡатын тоғона тотондо. Ғилманша урман араһына инеп киткәндә, ҡатын: — Үҙегеҙҙең Ишмәмәттән һаҡ булығыҙ! Ул ҡалала хәҙер! — тип ҡысҡырып ҡалды. Ғилманша ҙур бер саған башына менеп бер аҙ ваҡыт оло юлды ҡарап торҙо. Өс һыбайлы үтеп китте. Күпер янына еткәс, китергә йыйынған теге ҡатын менән ниҙер һөйләштеләр ҙә артабан ҡуҙғалдылар. Улар артынан юлда ябай арбаға бер ат еккән кеше килеп етте. Теге ҡатын уның менән аҙ ғына һөйләшеп торҙо ла, уға ултырып, ҡалаға таба китеп тә барҙы. Ғилманша урман эсендәге юлға төшөп алды. Был тар ғына юл ҡуйы йәшеллек эсләп сикһеҙ боролмалы тар коридор булып һуҙыла. Ике яҡтағы йәшел сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары эсенән ҡара-һоро ҡытыршы ҡарт йүкә, саған, ҡарама йәки имәндәрҙең тыныс ҡына баҫып тороуҙары күренә. Юл — иҫке; тәгәрмәс һәм ат эҙҙәрен оҙон үлән ҡаплаған. Ғилманша үлән аҫтындағы бүкән соҡорҙарын күрмәй баҫа ла саҡ ҡына йығылмай ҡала. Урман эсендә һалҡынса, рәхәт. Баш өҫтөндәге ҡуйы япраҡтар аша ара-тирә ҡояш яҡтыһы төшә лә, үләндәрҙе, ҡыуаҡтарҙы ғәжәп матур итеп сыбарлай. Ҡайһы ваҡыт юғарыла, ағас баштарында сикһеҙ, саҡырыусан зәңгәр күк киҫәге күренеп ҡала. Юлсының аяҡ аҫтында ҡоро сыбыҡ шырлап һына. Япраҡтар араһында ниндәйҙер ваҡ ҡына ҡоштар ҡыштырҙап осоп йөрөйҙәр һәм сыйылдашалар. — Ниндәй ҡатын булды был? — тип уйлай Ғилманша. — Ишмәмәттән һаҡланырға ҡуша. Уның тураһында ул ни белә? Әллә нәмәләр бар донъяла... Өйәҙ ревкомы Күлбаш яғына илле кешелек отряд ебәрергә булды. Отрядтың начальнигы итеп Демидовты, ә уға ярҙамсы итеп Владимир Вольфты билдәләнеләр. Отряд китер алдынан, баҙар майҙанында траур митингыһына йыйҙылар. Трибуна алдына художник Верхов яһаған ҡыҙылгвардеец һүрәтен сығарып ҡуйҙылар. Чернявский ҡайғылы, ләкин асыулы ҡатыш тауыш менән телмәр һөйләне. — Байҙар, муллалар беҙҙең бына тигән кешеләребеҙҙе яфалап үлтерҙеләр, һәр ваҡыт ғәҙеллек, изгелек, алла тураһында һөйләүсе поптар, муллалар үҙҙәре үк донъяла иң ғәҙел кешеләрҙе йоҡоларында саҡта инеп һуялар! Беҙ мировой буржуазия ялсыларына, контрреволюцияға шәфҡәт күрһәтмәйәсәкбеҙ! Беҙҙең, хеҙмәт кешеләренең, еңеләсәге юҡ, беҙ революция юлында ҡорбан булған иптәштәрҙең үстәрен аласаҡбыҙ! Ул аҙ ғына туҡтап торҙо. Тауышы ҡалтырай төштө кеүек тойолдо. — Бәлки, беҙ сигенербеҙ. Ләкин, был оҙаҡҡа түгел, иптәштәр! Беҙ ҡайтырбыҙ... Губерна ҡалаһына чехословактар яҡынлауы тураһында телеграмма килде. Ревком эвакуацияға әҙерләнә башланы. Иҙел буйлап түбән таба үтеп барыусы «Илья Муромец» тигән пароходты туҡтатып төн уртаһында ревком үҙенең бөтә кәрәк-яраҡтарын пароходҡа күсерә башланы. Оҙаҡламай юғарынан губревком, партия губкомы һәм башҡа ойошмалар менән ике пароход килеп төштө. Иҙел буйының был урынындағы ғәҙәттәге тыныслыҡ юғалды. Ҡысҡырмай ғына баҫалҡы һөйләүҙәр, пароход баҫҡыстарында һәм палубаларҙа дөпөлдәгән аяҡ тауыштары, ниндәйҙер бер йән эйәһенең ят күҙҙәре һымаҡ тегендә лә бында йымылдаған фонарь уттары — был төнгә серле дәһшәтлелек бирҙеләр. Таң алдынан, береһе артынан икенсеһе түбәнгә таба өс пароход төшөп китте. Таң яҡтылығынан ҡурҡып көнбайышҡа сигенгән һымаҡ шыйыҡ ҡараңғылыҡты пароход тәгәрмәстәренең берҙәм дөпөлдәүе яңғыратты: — Ур-ур-ур... Иҙел йылғаһының Камаға ҡушылған урынынан алыҫ түгел, ҙур ғына пристандәрҙең береһендә туҡтап торған өс пароходтың икеһе ҡуҙғалып китте. Пристандә тик «Илья Муромец» исемле ҙур түгел, бер ҡатлы пароход ҡына тороп ҡалды. Пристань янында ғәҙәттән тыш йәнлелек, шау-шыу. Ҡояш тап төшкөлөккә барып еткән дә һис ҡыҙғанмай яндыра, Иҙелдә, пристань тирәһендә балалар өҙлөкһөҙ һыу инәләр. Яр буйында эттәр ҡыҙыл телдәрен һалындырып ялҡау ғына үтеп йөрөйҙәр. Яр буйына йыйылған халыҡ араһында ҡысҡырышалар: — Ни бар? — Сигенәләр. — Ҡаланыҡылар. — Губернаныҡылар хәҙер генә төшөп киттеләр. — Ана баралар! Ә пристандә торған берҙән-бер пароходтың палубаһында ҡапыл халыҡ күбәйеп киткән һымаҡ булды. — Әхтәм! Хат яҙ малайҡай! — Тиле, кем йөрөтһөн беҙҙең хатты! — Әйләнеп ҡайтырһығыҙмы икән, балаҡайҙарым?.. Ҡапыл пароходта хәрәкәт, тауыштар тынды. Кешеләрҙең баш өҫтәрендә елберҙәгән ҙур ҡыҙыл байраҡ йыйылған халыҡҡа, ҡояшҡа баш эйгән һымаҡ, эйелде. Яр буйындағы халыҡ: — Комиссарҙарҙы үлтергәндәр... — Күлбаш яғында байҙар, муллалар комиссарҙы үлтергәндәр... — Ярай әле беҙҙә тыныслыҡ,— тип һөйләшеп ҡуйҙылар. Пароходтағы тревогалы, ҡайғылы тынлыҡ яр буйына ла күсте. Кемдер шыпырт ҡына: — Ни бар? — тип һораны. Күлбашҡа ебәрелгән отряд командиры Демидов пароходҡа менеп Чернявскийға рапорт бирҙе: — Ревкомдың бойороғо үтәлде. Кулактар болаһында башлап йөрөүселәр ликвидировать ителде. Минең ярҙамсым иптәш Владимир Вольфты һиҙмәҫтән бысаҡ менән сәнстеләр... Бөтә отряд исеменән, был ваҡиғаны күреп илаған хеҙмәтсән крәҫтиәндәр исеменән ревкомға, Исаак Соломоновичҡа тәрән ҡайғы белдерәм! Баштарҙан фуражкалар һалынды. Кешеләр хәсрәтле бойоғоп тын ҡалдылар. Исаак Соломонович улының үлтерелеүе тураһында ишеткәс, Демидовты ҡосаҡлап алды, уның матрос курткаһының еҙ төймәләрен тотоп борғолай башланы. Матростың күҙҙәренә терегөмөш кеүек йәш тамсылары мөлдөрәп аҡҡан ҙур ҡара күҙҙәре менән ҡараны. Александр Демидов уны ҡосаҡланы һәм ҡарт еврейҙең ябыҡ арҡаһынан һыйпаны. Унан һуң ҡарт Вольф өшөгән һымаҡ ҡалтыранды, бөршәйҙе, саҡ ҡына ишетелерлек итеп үкһей башланы һәм пароходтың һоро төтөн бөркөп торған ҡара торбаһы төбөнә барып теҙләнде. Ҡарттың яурындары өҙлөкһөҙ һелкенә, ҡалтырай ине. Уның янына башҡаларҙан айырылып бер оҙон буйлы йәш кенә ҡатын килде. Ул өҫтөнә ҡайғы билдәһе булған ҡара күлдәк кейгән, башына ҡыҙыл яулыҡ бәйләгәйне. Бер яҡ беләгендә ҡыҙыл тәреле аҡ сепрәк уралған. Был йәш кенә ҡатын ҡарттың янына уҡ килеп, әкрен генә: — Беҙ үҙебеҙҙең шатлығыбыҙҙа ла һәм үҙебеҙҙең хәсрәтебеҙҙә лә яңғыҙ түгелбеҙ, Исаак Соломонович! — тине. Ҡарт еврей күтәрелеп ҡараны — уның алдында Галина Горчакова тора ине. Галина ҡартты ҡултыҡлап торғоҙҙо. Ҡарт: — Торба янында йылы, ә мин ҡалтырайым,— тип һөйләнде. Чернявский килеп ҡартты ҡосаҡлап алды. Уның күкрәгенә башын һалып ҡарт еврей тағы ла үкһене һәм, ҡапыл башын күтәреп, Чернявскийҙың ҡыҫҡа, йыуан бармаҡтарын ҡыҫты. Чернявский менән Демидов, бер каютаға инеп, икәүҙән-икәү оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Чернявский Александрға яңы хәбәр әйтте: — Петр Самбуров һатлыҡ йән булып сыҡты... Александр үҙгәрҙе, ауыҙы ҡыйғайып китте, күҙҙәре киң асылдылар, ҡаштары тартышты... — Нисек ул? — Эвакуация ваҡытында килмәне. Күреүсе лә юҡ. Унан һуң Чернявский матростың яурынына ҡулын һалды, баяғы Вольф ҡарт һымаҡ, уның курткаһының һары төймәләрен бөтөргөләргә тотондо. — Беләһеңме, Александр, губревком председателе бер тәҡдим әйтеп китте... Хәҙер был тирәләрҙе чехтар ала. Унан һуң башҡа күп төрлө ваҡиғалар булыуы мөмкин. Себерҙә адмирал Колчак тигән берәү Антанта ярҙамында беҙгә ҡаршы көс ойоштора... Ошо хәҙерге отрядың менән һин дошмандың тылында ҡалмайһыңмы? Урмандарҙа ҡасып йөрөргә тура килер. Ләкин тылда бик күп файҙалы эш алып барып булыр ине... Бына инструкция! — Аңлайым, Алексей Иванович,— тине Демидов. — Губревком председателенә мин һинең турала әйттем. Ул беҙҙең өйәҙҙә партизан отрядтары ойоштороу өсөн яуаплы итеп һине ҡалдырырға бик риза булды... Галина атаһына яҙған хатты Саша Демидовҡа биреп ҡалдырырға булды. Хатты, конвертҡа һалып йәбештерер алдынан, ул тағы ла бер тапҡыр уҡып сыҡты. «Атайым минең! Китеүем тураһында мин һиңә әйтеп торманым. Сөнки һин минең китәсәгемде белһәң… ниҙәр булыр ине икәнен һин үҙең дә аңлайһың. Һин миңә асыуланырға һәм минең турала ҡайғылы уйларға тейеш түгелһен! Мин үтенеп һорайым — бына хәҙер, мин юҡта, иркенләп уйлап ҡара әле, мин ышанам, һин төшөнөрһөң. Мин һинең һәр ваҡыт минең юлыма, коммунизм юлына, ҡаршы, беҙгә дошман кеше булып ҡаласағыңа ышанмайым. Сөнки прогресҡа, кешелек донъяһының хеҙмәт арҡаһында һәр ваҡыт алға барыуына ышанған кеше (ә бит һин ижади хеҙмәт һәр ваҡыт кешелекте алға алып бара, дөйөм рәүештә алғанда артҡа сигенеү булырға тейеш түгел тиһең) — бындай кеше һис шикһеҙ коммунизм юлына аяҡ баҫырға тейеш. Уйлап ҡара: капитализм хәҙер йәшен йәшәне, ашын ашаны, ул алға китешкә ҡамасаулыҡ итеп тора. Байҙар донъялағы бөтә матурлыҡты, бөтә яҡшылыҡты тыуҙырыусы хеҙмәтте шул уҡ хеҙмәт кешеләрен ҡол итеүгә, уларҙы туҡмауға, үлтереүгә файҙаланалар. Байҙар донъяһы — батҡаҡ, тонсоҡторғос һаҫыҡ, унда кешене белмәйҙәр. Кешенең кешелеге тураһында уйламайҙар. Иң әшәкеһе шул: байҙар донъяһы кешенең кешелек хисен бысраҡҡа һалып таптай, кешене мещандарса ваҡ ҡәнәғәтләнеүҙең ҡоло итә. Бик яҡшы кешеләр ҙә был һаҙлыҡта үҙенең ҡорһағынан башҡаны белмәй торған вәхшиҙәргә әйләнәләр. Мин артабан инде ундай донъяла йәшәй алмайым, мин кеше булып йәшәргә теләйем. Мин һиңә унда бер нисә китап ҡалдырҙым — уҡып сыҡ! Бигерәк тә «Фома Гордеев»ҡа иғтибар ит! Уны Сәғидуллин рекомендовать иткәйне. Мин ауырлымын, атай... Ләкин был ауырҙы мин ҡайғыһыҙ, ышаныс менән күтәрәм. Сәғидуллин — минең ирем генә түгел, ғәжәп изге күңелле, һәр ваҡыт алға ынтылыусы, бөтә иҫкелекте тура килгән һайын аяуһыҙ яндырыусы кеше, бөйөк эштәр кешеһе ине... Уның һәләк булғанын иҫкә төшөрөүе ауыр миңә... Уның балаһын яңы кеше итеп үҫтереүгә мин бөтә көсөмдө һаласаҡмын... Беҙ «Илья Муромец» пароходы менән төшөп барабыҙ. Пристандәрҙә оҙаҡлап торабыҙ. Ауыл кешеләре беҙҙе оҙатырға йыйылалар. Пароходта бер егет моңло итеп гармун уйнай. Беҙ ҡуҙғалып киткәндә, яр буйына йыйылған халыҡ кәпәстәр, фуражкалар, яулыҡтар болғап ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙар илайҙар. Мин дә илайым... Ләкин оҙаҡламай ҡайтасаҡбыҙ! Атай, беҙ ҡайтырбыҙ! Һине яратыусы ҡыҙың Галина». Пароход өсөнсө свистокты бирҙе. Палубала, яр буйында һәм дебаркаларҙа хәрәкәт һәм тауыш көсәйҙе. Өҫкө палубаның бер башында ҡояш нурҙарын сағылдырып еҙ торбалар йылтыранылар. Ауыҙына кларнет ҡапҡан Исаак Соломонович музыканттар түңәрәге алдына баҫҡан да хәрәкәтһеҙ тора. Барабансы уға ҡарап ҡатҡан. Ә кешеләр шаулашалар, пристандә бер ҡатын үкһеп-үкһеп илай, үҙе таҡмаҡлай: — Өс балам менән мин ни эшләрмен инде, хоҙайым... Пароходтан, ҡул болғап, шаяртып ҡысҡыралар: — Ҡайғырмағыҙ, бына ҡояш кеүек әйләнеп, йылтырап ҡайтып етербеҙ әле! — Харап инде, ҡояшҡа оҡшағанһың, әйтерлек тә түгел! — Беҙ ҡайтырбыҙ, туғандар! — Һау булығыҙ! Шул ваҡытта пароход ҡуҙғалды. Күперҙе саҡ ҡына алып өлгөрҙөләр — пароход пристандән ситләшә башланы. Исаак Соломонович ҡапыл кларнетын күтәреп ебәрҙе. Еҙ торбалар, ҡапыл ҡуҙғалып, ялтырап ҡуйҙылар, пароход палубаһы өҫтөнән Иҙел тулҡындарына йөрәкте елкетә торған көслө еҙ ауаздар ағыла башланы. Пароход, барышын шәбәйткәндән-шәбәйтеп, түбәнгә таба китте. Шул уҡ ваҡытта яр буйлап егерме кешелек һыбайлы отряд һәм отряд алдында, күк ат өҫтөндә бер матрос тора. Улар ҙа Иҙел түбәненә таба йүнәлделәр. Пристандәге кешеләр менән бергә һыбайлылар ҙа пароход яғына ҡарай ҡул болғайҙар. Ә пароход яғынан еҙ торбалар ялтырай, аҡсарҙаҡтар кеүек, яулыҡтар елберҙәй һәм таныш тауыш һаман да ҡысҡыра кеүек: тойола: — Беҙ ҡайтырбыҙ, иптәштәр!