Беҙ - төҙөүсе. Гүзәл Ситдиҡова

Беҙ төҙөүсе



Ҡомдан беҙ ҡала төҙөнөк
Ҡарап ҡына тормалы,
Фонтаны бар, баҡсаһы бар,
Урамдары бормалы.
Ололар беҙҙе әй маҡтай,
Һеҙ һөнәрле бала, тип,
Үҫкәс тә гел төҙөрһөгөҙ
Ошондай шәп ҡала, тип.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.