Билмәнде мин былай әҙерләйем: Ит турайым, уға һуған ҡушам. Тоҙ, йомортҡа, һарымһағын өҫтәп, Борос һалып оҙаҡ итеп баҫам. Ҡамырҙы мин йәймә итеп йәйәм. Йә шаҡмаҡлап, йә түңәрәк киҫәм. Шунан балғалаҡлап ҡамырыма Ит ҡыҫтырып, семәрләүгә күсәм. Билмәнде мин йә һурпаһы менән, Йә томатлап бирәм, йә ҡаймаҡлап. Тиҙерәк булһын тиһәң, ҡарап торма, Күңеллерәк эшләү ҡулалмашлап.