Бирнә(шиғыр). Тамара Ғәниева

Бирнә ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Бирнә


 Аҡ алъяпҡыс, ап-аҡ ашъяулыҡты,
 Ижау, көбө, аяҡ, иләкте,
 Киле, уҡлау, төйгөс, һөҙгөстәрҙе,
 Ҡалаҡ, көршәк менән күнәкте,
 Самауырҙы, туҡмаҡ, ҡыҫҡыс, ҡаҙан,
 Таба, кәстрүл, сәйгүн, суйынды —
 Бүләк итәм һөнәреңә ҡушып,
 Аманатым һиңә шул инде.
 Фатихам ал: донъяң йылы, етеш,
 Түп-түңәрәк булһын, ҡыҙ балам.
 Тәмле-тәмле тәғәм еҫе генә
 Аңҡып торһон, амин, ыҙманан.
 


1993 йыл