Бишбармаҡ(шиғыр). Тамара Ғәниева

Бишбармаҡ ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Бишбармаҡ


 Йылҡы, ҡаҙ, һарыҡ итенән
 Бишбармаҡ була һәйбәт.
 Талғын ҡайнаһын ҡаҙаның,
 Усағын кәмет әҙләп.
 Йомортҡа һыт ҡамырыңа,
 Һурпаға ҡушып ҡына.
 Ҡаты булмаһын, йыбанмай
 Иҙ бик тырышып ҡына.
 Һалмаға тип йәйгән йәймәң
 Үтә күренеп торһон.
 Кипһен бер аҙ.
 Шаҡмаҡ-шаҡмаҡ
 Киҫеп сығырлыҡ булһын.
 Һурпа табынға ҡоротлап,
 Ит һалмалап бирелә.
 Борослап-һуғанлап ебәр—
 Оло аш бит, иренмә!

 


1993 йыл