Бишек йыры. Гүзәл Ситдиҡова


Бишек йыры


Үткәндәргә үпкәләйһе түгел,
Үткәнебеҙ беҙҙең һиммәтле;
Әммә милләт тарихынан ғәйре
Бөгөнгөһө менән ҡиммәтле.

Уралҡайҙың һәр бер таш ҡынаһы
Башҡорт ҡаны менән йыуыулы,
Тап шуға ла иләү бөтөн бөгөн,
Республика итеп йыйыулы.

Тарих арбаһынан төшөп ҡалған
Күпме шанлы милләт, шанлы ил.
Башҡорт иһә герблы һәм әләмле,
Юлбашсылы милләт - данлы ил!

Гимныбыҙ бар!
   Уның аһәңенә
Бишек йырҙарыбыҙ төҫ бирә,
Һәм төҫ кенә түгел,
бишек йыры
Киләсәккә беҙҙең көс бирә.

Бишек йыры - ул еребеҙ һағы,
Ата-бабаларҙың ҡан хаҡы.
Йыр тымдымы, ятҡа күсер Урал,
Ахырыбыҙ ҡалыр яп-яҡын.

Шәһит ҡаны йыуған Урал ташын
Кендек ҡаны торһа ҡурсалап,
Бишектәр тағылһа һәр бер өйҙә
Өрлөктәге тимер ҡулсаға,
Ҡулыбыҙҙан төшмәҫ беҙҙең әләм,
Яңғырап торор ғорур гимныбыҙ,
Арҡалашһыҙ ҡалмаҫ юлбашсыбыҙ,
Ҡомға һеңеп бөтмәҫ йүнебеҙ.

Салауаттар иш-ҡуш булып баҫыр
Салауатҡа беҙҙең гербтағы.
Башҡортостан өсөн ғорурланыр
Һәр бер халыҡ беҙҙең йорттағы.

Бөгөнгөгә үпкәләйһе түгел,
Бөгөнгөбөҙ беҙҙең һиммәтле;
Әммә милләт бөгөнгөнән ғәйре
Киләсәге менән ҡиммәтле.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.