Бишенсе миҙгел. Тамара Искәндәриә

Бишенсе миҙгел (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Бишенсе миҙгел


Белһәң икән,
Мөхәббәттең
Нисә икән миҙгеле?
Дүртәү генә түгеллеге
Миңә инде билгеле.

Гүйә, аңым үрҙәрендә
Һауалар тимгел, тимгел –
Үтә күренмәле юлдан
Килә бишенсе миҙгел.

Йәшәйештең асылдары
Асыла был миҙгелдә.
Донъя ҡапыл аңлайышлы,
Аңлайышлы түгел дә.

Беръюлы һин
Хан да, ҡол да –
Ҡан юҡ, ҡон юҡ уйыңда.
Наҙға сарсау,
Наҙға сәсәү –
Мәхәббәтең туйында.

Ҡыш сафлығы,
Яҙ шауҡымы,
Йәй монары,
Көҙ йәме...
Татлыраҡ та, танһығыраҡ
Бишенсе миҙгел тәме.
Ҡәҙерҙәрен бел, йәме.