Боҙоп ҡына мине бөттөң инде…Фирүзә Абдуллина.


Боҙоп ҡына мине бөттөң инде… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 15.12.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Боҙоп ҡына мине бөттөң инде:
Сағыштырам һиңә һәр кемде –
Тыныс ҡына ҡаршы алаһың да,
Оҙатаһың тыныс һәр көндө.

Юҡ-бар өсөн ҡыҙып-туҙынмайһың,
Ышаныслы шуға көндәрем,
Һин булмаһаң, күптән янып бөтөп,
Осор ине елгә көлдәрем.

Боҙоп ҡына мине бөттөң инде:
Һәр ир-аттан көтәм ярҙамын –
Ишек асып алдан үткәргәнен,
Ҡулдан ауыр йөктө алғанын.

Боҙоп ҡына мине бөттөң инде:
Ихтирамды көтәм һәр кемдән,
Тик яҡшылыҡ көтәм һәр кешенән,
Шатлыҡ өмөт итәм һәр көндән.

Боҙоп ҡына мине бөттөң инде!
Бөхетем дә – боҙоҡ булыуҙан…
Мин шатланып әҙер боҙолорға,
Тик туҡтама бер үк боҙоуҙан!