Булмам самаса. Баязит Бикбай


автор Автор:Баязит Бикбай (1909—1968)
Ижад итеү ваҡыты: 1964. Сығанаҡ: "Һәнәк", 2009 й., №1


***


Булмам самаса
- Самаса ғына йәшә, дуҫ,
Самаса ғына эшлә,
Күптән егет сағың үткән,
Хәҙер һин илле йәштә...

Шундай кәңәш биреүселәр
Күбәйеп китте, ай-бай,
Хатта оло аҡыл бирә
Башы самалы ағай.

Самаса ғына йәшәһәм,
Самаса ғына яҙһам,
Минең өсөн булыр ине
Тормош самаһыҙ арзан.

Атакаға барған һалдат
Самаса булалыр шул?
Самаса ғына һуғышһаң,
Еңеүҙәр тыуалыр шул?..

Шағир ҙа - тойғо һалдаты -
Була алмай самаса,
Тоҡандырмай башҡаларҙы,
Дөрләп үҙе янмаһа!

Самаһыҙ һөйәм донъяны,
Халҡым - самаһыҙ яҡын,
Ҡабатланмаҫ ғүмерем дә
Үҙе - самаһыҙ алтын.

Бирмәгеҙ самаса кәңәш,
Сама самаға килмәй,
Араларҙың сиге була,
Йөрәк саманы белмәй.

Самаса булмамын хатта
Йөрәк аҡтыҡ типкәндә...
Ҡалыр самаһыҙ күп һүҙем
Хатта ерҙән киткәндә!..


1964