Булышам(шиғыр). Р.Сабитов

Булышам (шиғыр )
автор Р.Сабитов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Булышам


 Әсәйемә ярҙам кәрәк,
 Көн дә уға булышам:
 Керҙе үҙем үтекләйем,
 һауыт-һаба йыуышам.
 Ҡулдарым ни... етеҙ булғас,
 Мебелгә туҙан ҡунмай;
 Иҙән дә ялт итеп тора...
 Юҡ әле, күңел тынмай.
 Атайға ла ярҙам кәрәк,
 Келәмдәрҙе ҡағышам;
 Ҡустымдың күлдәгенә лә
 Һиҙәптәрен тағышам.
 Өләсәйем сирләп тора,
 Нисек ярҙам итәйем.
 Сәй ҙә эсерәм, дарыу ҙа,
 Эргәһенән китмәйем.
 Ә һуңынан дәрестәрҙе
 Әҙерләргә ултырам.
 Яҡшы уҡыу — төп бурысым,
 Быны ла мин булдырам.

 


1988 йыл