Бурыстарын теүәл үтәйҙәр

Бурыстарын теүәл үтәйҙәр
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Бурыстарын теүәл үтәйҙәр // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 6 апрель


Бурыстарын теүәл үтәйҙәр

Совет осоронда хәрби эшкә һәр яҡлап иғтибар көслө булды. Быға асыҡ миҫал — Нефтекама ҡала итеп иғлан ителеүгә ике ай тигәндә, 1963 йылдың 8 апрелендә, хәрби комиссариат та ойошторола.

— Ошо көндәрҙә ярты быуатлыҡ юбилейыбыҙҙы билдәләйбеҙ, — тип һөйләй республика Хәрби комиссариатының Нефтекама ҡалаһындағы бүлеге етәксеһе Валерий Анисимов. — Берләштерелгән комиссариат башта Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылында урынлаша һәм, Нефтекаманан тыш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондарын да хеҙмәтләндерә. Тағы ике йылдан ул ҡалаға күсә. Тәүге көндәрҙән алып хеҙмәткәрҙәр бурыстарын уңышлы атҡарып килә. Бөгөн улар, хәрби көстәргә саҡырыуҙы ойоштороу, запастағы һалдат һәм офицерҙарҙың, ҡала биләмәһендәге техника иҫәбен алып барыу менән бер рәттән, урындағы үҙидара органдары менән берлектә социаль йүнәлештәге сараларҙы бойомға ашыра.

Илебеҙҙә һуңғы ике тиҫтә йылда киң йәйелдерелгән реформалар хәрби комиссариаттарҙы ла урап үтмәне. 2009 йылдан улар Оборона министрлығы ҡарамағындағы хәрби булмаған учреждениеға әйләнде, штаттарында бөгөн погонлылар бөтөнләй юҡ тиһәң дә була. Нефтекама ҡалаһындағы бүлектә элек эшләгән дүрт бүлексә урынына икәү генә ҡалдырылған. Уларҙың тәүгеһе граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуға ҡағылған эштәрҙе башҡарһа, икенсеһе мобилизация өсөн тәғәйенләнгән кеше һәм махсус техника ресурстарын әҙерләй, уларҙың иҫәбен алып бара. Дөйөм алғанда, Оборона министрлығының халыҡ менән бәйләнешен тәьмин иткән элекке хәрби комиссариаттарҙың барлыҡ функцияһы бүлектә үҙгәрешһеҙ тормошҡа ашырыла.

— Бындай шарттарҙа ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығыу өсөн тәүшарт — хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплылығы, — тип дауам итә Валерий Анисимов. — Коллективтың төп өлөшөн ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Мәҫәлән, Светлана Тульникова һәм Зифа Мирзаһитова 40 йыл эсендә хеҙмәттең бар нескәлеген үҙләштергән. Вера Калинина менән Нина Дакаловаларҙың эш стаждары 30 йылдан ашҡан, Ольга Гусельникова, Венера Гәрәева, Любовь Черепанова, Наталья Тюрина, Алһыу Хәлимова һәм Наталья Иванова — барыһы ла хәрби комиссариат тармағында ике тиҫтә йылдан ашыу эшләп, йәштәр өсөн өлгө булып тора.

Бүлектең ир-егеттәре лә һынатмай. Запастағы подполковник Рәшит Хәйретдинов инде 24 йыл йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлегендә уңышлы эшләй, күп йылдар уның етәксеһе булған. Ярҙамсыһы отставкалағы өлкән прапорщик Павел Суханов та 20 йылдан ашыу ғүмерен ошо яуаплы эшкә арнаған. Запастағы подполковник Радик Арыҫланов 15 йыл инде хәрби бурыслы граждандарҙың һәм махсус тәғәйенләнешле техниканы иҫәпкә алыу мәсьәләләрен хәл итә. Бүлектең бөгөнгө етәксеһе запастағы полковник Валерий Анисимов 2002 йылдан хеҙмәтен Нефтекамала дауам итә.

Үҙ ваҡытында Нефтекама ҡала хәрби комиссариатында хеҙмәт иткән офицерҙар араһында юғары вазифаларға тәғәйенләнеүселәр ҙә байтаҡ һәм улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға була. 1986—1992 йылдарҙағы хәрби комиссар Рим Мусин һуңынан республика хәрби комиссары урынбаҫары булды, 1992-1994 йылдарҙағы хәрби комиссар Анатолий Самсонов оҙаҡ йылдар Мари Иле Республикаһының хәрби комиссариатына етәкселек итте, запастағы генерал-майор. 1994—2000 йылдарҙа хәрби комиссар булған отставкалағы полковник Ринат Һөйөндөков Почет ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған, бөгөн ҡала хәрби комиссариаты тарихына арналған китап өҫтөндә эшләй. Элекке хеҙмәткәрҙәрҙән Игорь Гатов, Эдуард Мирҡәләмов, Альберт Һөйөндөков республика ҡала һәм райондарында хәрби комиссар вазифаһын башҡарҙы, запастағы подполковник Рим Әсләхов йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә бөгөн дә әүҙем эшләй. 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән бүлек киләсәктә лә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәргә әҙер.


Ансар НУРЕТДИНОВ, «Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе.


Нефтекама ҡалаһы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.