Бурыс Фәүзиә Ҡотлогилдина

Бурыс (Шиғыр)
автор Фәүзиә Ҡотлогилдина
Ижад итеү ваҡыты: 26.11.12. Нәшер ителгән: 24.07.2014. Сығанаҡ: Күңелем ынйылары



БУРЫС


 
Тыуған телем башҡорт теле минең,
"Әсәй" тиеп телем асылған,
Был донъяның барлыҡ матурлығы
Ошо телем аша танылған.

Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән
Мираҫ иткән ата-бабалар,
Юғалтмайыҡ тыуған телебеҙҙе,
Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар!

Башҡорт теле - тыуған телем минең,
Башҡортостан - минең баш йортом!
Тыуған илебеҙҙә тыуған телдә
Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом!

Балаһына тыуған тел өйрәтеү-
Һәр әсәнең изге бурысы!
Онотмаһын ине бер әсә лә
Иңдәренә төшкән бурысты!

Ситтән генә ҡарап ятмаһындар
Балалары булған һәр атай,
Телен өйрәтһендәр ейәндәргә
Һәр өләсәй, һәр бер олатай!