Буталыш. Гүзәл Ситдиҡова

Буталыш


Ауыртһа ла түҙелә,
Бойҙай сыҡҡан күҙемә.
Әй, түгел, арыш икән,
12 ҡарыш икән.
Хәтер сыуала бөгөн…
Күҙемә сыҡҡан дөгө.
Буталдым инде тағы –
Күҙемә сыҡҡан тары.
Тары түгел, кукуруз,
Һалһаң, булыр бер тырыз.
Күҙ генәм тарта, тарта,
Сыҡҡан шул шешек – арпа.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.