Бутҡа көршәге(әкиәт). Бер туған Гриммдар

Бутҡа көршәге.Бер туған Гриммдар (әкиәт)
автор бер туған Гриммдар
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек. - Өфө"Китап",1996 йыл


Бутҡа көршәге.Бер туған Гриммдар


 Йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай. Урманға еләккә барғанда бер әбейҙе осратҡан.
— һаумы, ҡыҙыҡай,— тигән әбей,— миңә әҙерәк еләк бирһәңсе...
— Алығыҙ, инәй,-— тигән ҡыҙыҡай. Әбей еләк ашай ҙа:
— һин мине еләк менән һыйланың, мин дә һиңә бер нәмә бүләк итәйем,— тигән.— Бына һиңә көршәк, уға:
«Бер, ике, өс, Бутҡа, беш!»—
тип әйтеү ҙә етә һәм ул татлы, тәмле бутҡа бешерә башлар. Аҙаҡ:
«Бер, ике, өс, бутҡа, Бешеүеңдән туҡта!»—
тип әйтһәң — туҡтар, башҡа бешермәҫ.
— Рәхмәт, инәй,— ти ҡыҙыҡай һәм өйҙәренә, әсәһенә ҡайтып киткән. Әсәһе был көршәккә бик шатлана. Нисек шатланмаҫһың, һәр саҡ тәмле, татлы бутҡа бешеп торһон әле!.. Бер ваҡыт ҡыҙыҡай урамға уйнарға сығып китә. Әсәһе көршәккә:
«Бер, ике, өс, Бутҡа, беш!»—ти.
Көршәк бутҡа бешерә башлай. Күп итеп бешерә ул. Әсәһе ашай ҙа туя. Ә көршәк бешерә лә бешерә, бешерә лә бешерә. Уға тик:
«Бер, ике, өс, бутҡа, Бешеүеңдән туҡта!»—
тип әйтергә генә кәрәк булған, ә әсәһе был һүҙҙәрҙе онотҡан да ҡуйған, ти. Бутҡа менән бөтә өй тулған, болдорға ағып киткән, урамға сыҡҡан, ә көршәк һаман бешергән дә бешергән. Әсәһе бик ныҡ ҡурҡҡан, ҡыҙ артынан урамға йүгереп сыҡҡан, тик юл аша үтә алмай икән, эҫе бутҡа йылға булып ағып ята, ти. Ярай әле ҡыҙ өй тирәһендә генә йөрөгән. Урамда нимә булғанын күрә лә тиҙ генә йүгереп ҡайта. Көс-хәл менән болдорға менә, ишекте асып ебәреү менән:
«Бер, ике, өс, бутҡа,
Бетеүеңдән туҡта!»—
тип ҡысҡырып ебәрә. Көршәк бутҡа бешереүенән туҡтай. Ул шул тиклем күп бешергән, ти, ауылдан ҡалаға барыусылар, бутҡа ашамайынса, юлдан үтә алмағандар. Тик берәү ҙә асыуланмаған, бик тәмле, татлы булған, ти, бутҡа.


1996 йыл