Бушамайым. Фирүзә Абдуллина.


Бушамайым. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 09.08.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *



Бушамайым!
                          Мәшәҡәттәр менән
Ай-йылдарым үтә ашҡынып,
Ҡамап-тыйып туҡтатырға ине
Баҫып килгән эштәр ташҡынын!

Эштең күплегенә зарланырға
Уҡталам да тағы туҡталам:
Фани донъяларҙан киткәс тә бит
Өс көн эшләй торған эше ҡала…

Зарланмайым эштең күплегенә :
Хәле барҙың ғына эше бар,
Ауырлыҡты бергә күтәрешер,
Ярҙам итер яҡын кешем бар!

Мин ризамын бөтә эштәремде
Асыҡ күңел менән үтәргә…
…Яҙһын ине ҡыҫҡа ғүмер юлын
Бушамайса йәшәп үтергә!