Былау(шиғыр). Тамара Ғәниева

Былау ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Былау


Һимеҙ итте шаҡмаҡлап турайһың,
Кишер туҡмас кеүек киҫкеләнә.
Байтаҡ ҡына итеп һуған әрсе,
Майҙы йәлләй күрмә һис кенә лә.
Дөгөң таҙа булһын, сүплә, сайҡа,
Былау бешереүгә ҡаҙан матур.
Ярмаң ебей. Үҙең шул арала
Ит, кишер һәм һуған ҡыҙҙыра тор.
Ит әҙерме? Уға борос өҫтә.
Дөгөнө һал. Һыуың ни самалы?
Бер илеләй генә артыҡ булһын...
Күңеллеме тандыр боҫрағаны?
Бығып бешһен былау һүрән утта,
Ҡуҙын тартҡан мейес ҡулай ғына.
Ул еҫтәре, ул төҫтәре ҡалай!
Килешеп тора байрам табыныңа.
 
 


1993 йыл