Балаға бүләк биргәндәр-
Быяла болан һыны,
Алған да ирккә ебәргән,
Ҡолдай тотмаған уны.
Сабып сығып киткән болан
Үҫмер ҡалмай бер тотам,
Йәнәһе, ул да етеҙ бит,
Кәрәкһә, хәҙер тота.
Болан уҙған юлдан сапҡан,
Ҡарамай тауын, һыуын,
Тоттормай ҙа, юғалмай ҙа
Быяла болан һыны.
Ҡолаҡта һыҙғыра йылдар
Елдәй елдереп кенә,
Менмәҫтәй кеүек үрҙәргә
Егет йүгереп менә.
Ҡыуып еттем тигәнендә
Ватыла ҡуя болан,
Ғәжәпләнеп туҡтай кеше –
Был донъяға ни булған?!
Ашыҡҡан да ашыҡҡансы
Быяла болан ҡыуып,
Ә йәшәргә ул онотҡан,
Ҡыуғаны булған ҡыуыҡ.
… Әй алдап донъя йүгертә,
Быяла болан булып.