Бүре баҫтырған(хикәйә). Гөлнур Яҡупова

Бүре баҫтырған(хикәйә). Гөлнур Яҡупова (хикәйә)
автор Гөлнур Яҡупова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Бүре баҫтырған


 Азаматты атаһы ауыл осондағы тимерлеккә йомошҡа ебәрергә булды. Көн кисләтеп килә, һепертеп кенә буран сығырға тора ине.
— Атай, иртәгә барырмын,— тип киреләнде Азамат.
— Юҡ, улым, мин кисә күрше Сәлимә әбейҙең самауырын йүнәттерергә алып барып ҡалдырғайным, мороно ирегәйне. Әҙерҙер инде. Иртәгә тимерсе ағайҙың ял көнө, ә Сәлимә әбейҙең самауырһыҙ йәшәй алмағанын беләһең.
— Шулай шул, сәйхур әбей бит ул,— тип килеште Азамат. Сәй эсергә яратҡан кешене уларҙың ауылында шулай тип йөрөтәләр.
Бәләкәй сана һөйрәп китте малай ауыл осона. Ауыл осо тигәс тә, бер саҡрым самаһы атларға әле ул. Ҡараңғы ҡуйыра төштө, буран көсәйгәндәй булды. Ауыл өйҙәре алыҫлашыуға Азаматтың күңеленә шом инде. Кемдер олой, шыңшый һымаҡ. Буран шулай итәме икән! Уф, анау ике ҡарасҡы нимә ул, кем ул? Бүреме әллә?!
— Бүре-е-е!— малай ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе лә ауыл яғына ҡарай сапты. Әллә нисә боролоп ҡараны, теге ҡарасҡылар уны һаман баҫтыра ине.
Ахылдап өйгә килеп инде лә һөрән һалды:
— Атай, тимерлек яғында бүре күрҙем, ике бүре, эй баҫтырҙылар, саҡ ҡасып ҡотолдом.
— Ауыл осонда уйнап йөрөгән эттәрҙер әле,— тине атаһы.- Бүре булһа, ҡыуып етер ине...
— Мин шәп йүгерҙем шул,— тине Азамат,— улар ныҡ артта тороп ҡалды.
— Санаң ҡайҙа?-— тип һораны атаһы, үҙе ашығып кейенергә тотондо.
— Сана ҡайғыһымы ни бүре баҫтырғанда,— тине Азамат, танауын мыш-мыш тартып.
Инде атаһы менән киттеләр тимерлек яғына. Ысынлап та, барып етәрәк ике ҡарасҡы күренде. Тик улар гел бер урында ғына тора, ҡуҙғалмай ине.
— Ошомо ни инде һине баҫтырған теге бүреләр?— тине атаһы аҡ ҡарҙан ҡап-ҡара булып һерәйеп сығып торған ике төпһәгә күрһәтеп.
Азамат оялышынан нишләргә белмәне. Атаһы көлөп, тағы өҫтәп ҡуйҙы, етмәһә:
— Ана, бында бер айыу ҙа ята, ул баҫтырырға тотонһа нишләрһең, улым, ә!
Айыу тип, Азаматтың ҡалдырып ҡасҡан санаһын әйтә инде.


1996 йыл