БӘЙЛӘНЕШТӘ САЙТЫНДА БАШҠОРТ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ/ Солтанов М. М.

БӘЙЛӘНЕШТӘ САЙТЫНДА БАШҠОРТ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ (мәҡәлә)
автор Author:Солтанов Морат Марат улы
Сығанаҡ: «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара конференцияһы материалдары (Өфө, 24-25 апрель,2015 йыл)


БӘЙЛӘНЕШТӘ САЙТЫНДА БАШҠОРТ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ



Солтанов М. М.
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «3-сө гимназия» муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы, Октябрьский ҡалаһы, Рәсәй

Хәҙерге кешене интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Интернеттың айырылғыһыҙ өлөшө – социаль селтәрҙәр.
Бәйләнештә – Вконтакте сайты 2006 йылдың 10 октябренән эшләй. SimilarWeb (https://ru.wikipedia.org/wiki/SimilarWeb) мәғлүмәте буйынса, Рәсәйҙә иң киң ҡулланылышлы социаль селтәр булып тора. Юҡҡа ғына иң тәүге булып уның интерфейсы башҡортсаға тәржемә ителмәне. Бәйләнештәге башҡорт берләшмәләре тураһында күптән уйлап йөрөй инем, әммә ошо конференцияға доклад әҙерләргә тотонғас, йырып сығыуы ауыр ғына эш башлауымды аңланым. Баҡтиһәң, күп төрлө башҡорт төркөмдәре менән сайт тулы икән. Был аңлашыла ла – сәхифә йәки төркөм асыу ҡыйын түгел. Башҡорт төркөмдәре Бәйләнештә бар, әммә икенсе эш – уларҙың сифаты.Берләшмәне булдырғас, уны хеҙмәтләндереп торорға ла кәрәк. Тәүҙә ҡыҙыҡ, ә һуңынан ялҡыта башлауы ла ихтимал. Шуға күрә «үле» төркөмдәр ҙә бар.
Урыҫ телендәге иң популяр берләшмәләрҙең яҙылыусылары бер нисә миллион. Башҡорт телендәге төркөмдәр яҡын киләсәктә ундай һанға барып етә алмай. Шулай ҙа ҡулланыусылар араһында танылыу яулаған башҡорт төркөмдәре аҙ һанлы түгел. Минең мәғлүмәттәр буйынса, иң күп һанлы башҡорт телле берләшмә - «ТипиЩный БашҠорт» (http://vk.com/tipbash). 2015 йылдың 29 мартына уларҙың яҙылыусылары һаны 41636 кеше ине. Унан ҡала «Башҡортса статустар» (http://vk.com/bashstatus) – 34142, «ҠыТҡЫлДаҠтАр» (http://vk.com/baykatroll) – 31975 килә.
Башҡорт телендәге берләшмәләр төрлө йүнәлешле. Мин түбәндәгеләрҙе айырып күрһәтер инем.
а) дөйөм йүнәлеш. Бындай типтағы төркөмдәр диуарҙарына күпселек башҡорт ҡулланыусыларына ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булырҙай «яңылыҡтар» ҡуя. «Башҡортса статустар» (иң тәүге башҡорт төркөмдәренең береһе), «Башҡорт телен ҡәҙерләйек», «Бәйләнештә», «Мин тормошто яратам», «Яратам һине», «Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ», «Минең турала», «Йөрәк сере», «Ғаилә усағы», «Мин – башҡорт», «Беҙгә оҡшай», «Күңел айы» һ.б. ошо йүнәлешкә ҡарай.
б) юмористик йүнәлеш. Был типҡа «Типищный башҡорт», « Шарылдаҡ күрше», «Ҡытҡылдаҡтар», «Шәп шыттырабыҙ», «Көләмәсме? Мә, көл!», «Йырыҡ ауыҙ», «Һарымһаҡ», «Мәрәкә өсөн мәрәкә», «Башҡортса көләмәстәр», «Һуғанбаш» инә.
в) әҙәби йүнәлеш. Тәү сиратта, шиғриәт күҙ уңында тотола. Был аңлашыла ла, сөнки оҙон-оҙон әҫәрҙәрҙе уҡып ултырырға хәҙерге заман кешеһенең ваҡыты ла, түҙеме лә етмәй. Был төр берләшмәләрҙе үҙҙәрен бер нисә төркөмсәгә бүлеп ҡарарға мөмкин. аа) ниндәйҙер әҙип үҙе алып барған, уның ижады менән таныштырған берләшмә. Әйтергә кәрәк, йәш шағирҙар ғына түгел, урта йәки оло йәштәге әҙиптәр ҙә ижадтарын интернет аша тарата; аб) ниндәйҙер әҙиптең ижадына бағышланған төркөм (Р. Ғарипов, Р. Назаров, М. Кәрим, З. Биишева, Я. Хамматов, Б. Исҡужин, Р. Түләк, Р. Хисаметдинова, Ғ. Ишкинин кеүек билдәле шағир-яҙыусыларҙың ижадын яҡтыртҡан берләшмәләр бар); ав) ғөмүмән башҡорт шиғриәтен популярлаштырыусы төркөмдәр («Башҡорт шиғриәте. The best», «4 юл», «Сыңрау торна», «Сылтыр шишмә – әҙәби журнал» ошо типтағылар); аг) ҡатнаш тип. Бында авторҙың шиғырҙары һәм уның һайлауы буйынса башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәре (өҙөктәр) урынлаштырыла. Бындайҙар күп түгел – мин белгәндәрҙән «Мистика һәм хоррор. Морат Солтан» һәм «Йәнбикә» (Гөлнур Яҡупова); ағ) псевдошиғриәт.
г) ижтимағи-сәйәси йүнәлеш. «Башҡорт», «Күк бүре», «Ил ағаһы Мортаза Рәхимов», «Союз башкирской молодежи», «Bashkort Bozkurt» – иң киң билдәле төркөмдәр.
ғ) матбуғат йүнәлеше. Барлыҡ тиерлек гәзит-журналдарыбыҙҙың Бәйләнештә сайтында төркөмдәре бар. Бында «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Йәшлек», «Киске Өфө» кеүек республика баҫмаларын да, «Яйыҡ», «Таң», «Торатау», «Мораҙым» һымаҡ район гәзиттәрен дә атай алабыҙ.
д) сәнғәт йүнәлеше. аа) музыка. «Музыка һүнмә», «BaShKoRtMuSiC», «Башкирские клипы» кеүек дөйөм йүнәлешле лә, айырым йырсының йәки төркөмдөң (мәҫәлән, «Бүреләр», « Код 48», «Zaman» һ. б. ), радиостанцияларҙың берләшмәләре лә бар, «Ҡош юлы» фестивале Бәйләнештә булдырылған төркөмдән һәм конкурстан башланып китте хатта; аб) фотография. «Тимур Ямалов / Photographer», «GORGEOUS BASHKIRS», «-фотоЗинНур», «ShomArtStudio» төркөмдәре ошо төргә ҡарай; ав) кинематография. « Е7Е-медиа», «Башкирское кино», «Новое башкирское кино», «Лирическая комедия Енмеш». Башҡорт милли музыка ҡоралы ҡурайға бағышланған уңышлы төркөм эшләп килә. «Һомай» дефиле-театрының да үҙ төркөмө асылған. «Нағыш» – башҡорт телендәге яҙыулы төрлө тематикалы һүрәттәр менән ҡыуандыра.
е) тарих, мәҙәниәт, халыҡ ижады йүнәлеше. Был типтағы төркөмдәр башҡорт халҡының данлы тарихы, мәҙәниәте, фольклоры менән таныштыра. «Башҡорттар – башҡортлар», «Военная история башкир – башҡорттоң хәрби тарихы», «Ғибрәтле тарихи хикәйәләр», «Башҡорт фольклоры», «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм йыр-риүәйәттәре», «Арҙаҡлы башҡорттар» кеүек берләшмәләр шул иҫәптән. Ошонда уҡ билдәле шәхестәргә арналған төркөмдәрҙе лә атау кәрәктер. «Салауат Юлаев – милли батырыбыҙ», «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» берләшмәләре бар.
ж) белем биреү, мәғрифәтселек йүнәлеше. «Башкирский язык (разговорный) », «Башҡорт теле уҡытыусылары порталы», «Башкирский шрифт», « Башкирский язык с нуля для начинающих», «Курсы башкирского языка», «Башҡорт балалар баҡсаһы», «Учу башкирский язык» һымаҡ берләшмәләр тел буйынса белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. «Шиғриәт дәрестәре» төркөмө йәш әҙиптәргә ярҙам өсөн асылған. Шулай уҡ был төргә «Яңы башҡорт», « Башкирские проекты», «Башҡортса һорауламалар», «Ҡыҙыҡ-ҡыҙғаныс», «Сит телдәге яңылыҡтар»ҙы ла индерергә була.
з) радио, телевидение йүнәлеше. «Интернет радио Башҡорт пати», «Яңылыҡтар – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Ҡайтайым ауылыма», « Телеүҙәк тапшырыуы»н атап китергә була.
и) төбәктәр йүнәлеше. Һәр бер ауылдың бер йәки бер нисә төркөмө барҙыр, моғайын. Бындай төркөмдәр күп яҙылыусы йыя алмай һәм ундай маҡсат ҡуймай ҙа. Бер нисә ауылды берләштереүсе төркөмдәр бар. Ауыл тарихын яҡтыртыуы менән бындай берләшмәләр ҙә ҡыҙыҡлы. Ҙурыраҡ төбәктәр ижтимағи хәрәкәт формаһында үҫешә ала, мәҫәлән, «Йәштәр йәмәғәт хәрәкәте – Иҙел башы башҡорттары» 885 яҙылыусынан тора.
к) эшлекле йүнәлеш. «БашАрт», «Пошив, продажа национальных, сценических костюмов», «Башкирские народные украшения», «Эш, эш,эш» һ.б. шундайҙарҙан.
ҡ) фәлсәфи йәки псевдофәлсәфи йүнәлеш. Бындай типҡа аҡыллы йәки бер сама уйҙарын тәҡдим итеүсе берләшмәләр инә. Беренселәренән «Эшһеҙ кеше»не атар инем. Икенселәренә миҫалдар килтереп тороуы уңайһыҙ, бары тик бындай төркөмдәрҙең үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән булыуын әйтергә генә ҡала.
л) спорт йүнәләше. «Ҡул һуғышы», «Спорт среди башкир - Башҡорттар араһында спорт» һ.б. инә.
м) саралар. Төрлө конкурстарҙың, сараларҙың интернетта сағылышы йәки интернет-бәйгеләр инә. « Викиһабантуй 2015», «Китапташ», «Год литертуры в РБ 2015», «Ал да нур сәс халҡыңа», «Презентация книги Хабира Сулейманова БашГизХан», «Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе» һ.б. Бындай төркөмдәрҙе ваҡытлыса тип атарға була, әммә уларҙың даими төркөмгә әйләнеп киткәндәре лә бар – шул уҡ «Ҡош Юлы» фестиваленең төркөмө – быға асыҡ миҫал.
Шулай итеп, Бәйләнештә башҡорт төркөмдәре байтаҡ, тигән һығымта яһай алабыҙ. Төркөмдәрҙе артабан да үҫтерергә, сифатын күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Хәл итәһе мәсьәләләр, минеңсә – башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ яҙыу (шул иҫәптән һүҙҙәрҙе дөрөҫ мәғәнәлә ҡулланыу), үҙ яҙыуҙарҙы күберәк ҡуйыу (ҡайһы бер төркөмдәр «репост» менән генә «йәшәй» тиерлек), ғәҙел тәнҡиткә дөрөҫ ҡараш булдырыу, әүҙемерәк эшләү (мәҫәлән, бер төркөмдөң 4 йыл эсендә ни бары 12 яҙмаһы тора) һ.б.

Ҡушымта
(берләшмәнең атамаһы, яҙылыусылар һаны, һылтанма)