Бәйге . Гүзәл Ситдиҡова

Бәйге



Аттар елә - бәйге килә,
Ағайым алда елә,
Уның менән мин дә бергә
Бәйгелә елгем килә!
Әлегә мин атланғанмын
Атайҙың елкәһенә,
Эй ҡысҡырам, мин ҡысҡырғас,
Ағайым еңә генә!
Аттар елә!
Бәйге килә!
Тояҡтары туҡ- туҡ-туҡ,
Иң шәбе - беҙҙең Йондоҙҡай
Уға тиңдәр юҡ-юҡ-юҡ.
Ағай - алға!
Йондоҙ - алға!
Бирешмә!
Алға- алға!
Ағайым алдан елдерә
Ныҡлы тотоноп ялға.
Еңеп сыҡты беҙҙең Йондоҙ!
Ағайым еңде - еңде!
Мин шулай ҡаты ҡысҡырғас
Еңмәй һуң - еңә инде!


2013


 
  
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.