Бәке(әкиәт). Р.Әбүталипова

Бәке(әкиәт). Р.Әбүталипова ( әкиәт)
автор Р.Әбүталипова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Бәке


 Бер ваҡыт бөтәһе бер тартмала йәшәгән Бысаҡ, Ҡайсы, Борғос, Беҙ, һауытасҡыс бәхәсләшеп киткәндәр, ти.
Бысаҡ әйтә:
— Ни генә тиһәң дә, ағай-эне, хужалыҡта минән дә күп ҡулланылған эш ҡоралы юҡ инде ул! Кешеләр өсөн ҡәҙерлеләрҙән- ҡәҙерле икмәкте телеү өсөн генә лә Хужабыҙға көнөнә кәмендә өс-дүрт тапҡыр ярҙамға киләм. Ә һуң картуф әрсеү, йәшелсә таҙартыу, ит турау, һалма ҡырҡыу!.. Ҡуй, һанап ялҡытып та тормайым үҙегеҙҙе!
— Булһа һуң!— тип бүлдерҙе уны Ҡайсы.— Беҙ,— тине ул, алғараҡ сығып,— кейемен дә бесәбеҙ, тырнағын, ҡағыҙын да киҫәбеҙ. Беҙ икәүләп!.. Беҙ!.. Беҙ!..
Уға артабан бер һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, Беҙ һикереп торҙо:
— Нимә, Ҡайсы, «беҙ» ҙә «беҙ», тип ауыҙ һыуыңды ҡоротаһың?! Бына мин ул «Беҙ»!
Хужа минән башҡа итеген дә, ҡатаһын да тегә алмай! Ә инде минһеҙ төрлө сумка- сумаҙандарҙы йүнәтеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел!
— Белгегеҙ килһә,— тине Борғос,— беҙ йәшәгән тартма ла, йорттағы бөтә йыһаз да минең ҡарамаҡта. Уларҙың шөрөптәре бушап китһә, тик мин ярҙамға киләм!
— Һе, таптылар маҡтаныр нәмә! Өйҙә ни, кем дә шәп! Ә бына Бысаҡ менән мине Хужабыҙ ҡайҙа ғына сәфәр сыҡмаһын, үҙе менән бергә ала,— тине һауытасҡыс.— Беҙ булмаһаҡ, Хужа ас йөрөр ине әле юлда...
Эш ҡоралдары шулай, хатта үҙ бурыстарын да онотоп, бәхәсләшкәндәр ҙә бәхәсләшкәндәр...
Уларҙың шау-шыуын тыңлап ялҡҡан Хужа бер көн быларҙың һәр береһен бер ояға индереп бикләгән дә:
— Бына хәҙер бөтәгеҙ бергә бер ҡорал булдығыҙ,— тип кеҫәһенә һалып та ҡуйған. Бер аҙ ултырғас, яңы ҡоралын усына алып: — Исемең «Бәке» булыр!— тип өс тапҡыр ҡабатлаған.
Бына шулай бәхәсләшергә яратҡан Ҡайсы, Бысаҡ, Беҙ, Борғос, Һауытасҡыс бөтәһе бергә күп йәпле Бәкегә әйләнгән дә ҡуйған, ти.
Кеҫәлә лә бәхәс ҡупмаһын, типтер инде, Хужа тегеләрҙе эшкә лә тик берәмләп кенә ҡуша, ти. Ҙур тартмала, шау-гөр килеп, бергә йәшәгән саҡтарын иҫләп, һәр ҡорал тар ғына үҙ ояһында моңая, ти, хәҙер. Күпме генә тырышһалар ҙа, күршеләрен күҙҙәренең ҡырыйы менән генә лә күрерлек түгел, ти. Сөнки Хужа бер ҡоралды эшкә ҡушҡанда, ҡалғандарын усында ҡымтып тотоп тора, ти.
Шул булалыр инде «Тартай теленән таба» тигәндәре.


1996 йыл