Бәлеш(шиғыр). Тамара Ғәниева

Бәлеш ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Бәлеш


 Иләктән үткәр оноңдо,
 Тоҙ, йомортҡа әҙерлә.
 Май ирет, һөтөңдө йылыт,
 Баҫ та
 Йәймә хәҙергә.
 Үпкә, бауыр, эсәк,
                 ҡарын —
 Һәйбәт була бәлешкә.
 Һуған, борос, картуф,
                  кишер,
 Шунан һурпа йәтешлә.
 Табаңды йылыт та
 Майла.
 Семәрлә бәлеш өҫтөн.
 Мейесеңде томалап ҡуй
 Парланып ҡына бешһен
 Хужабикә йөҙөн нурлай
 Табынды ҙурлай бәлеш
 Өйрән, ҡыҙым,
 Бындай һөнәр —
 Өлөшкә төшкән көмөш.
 


1993 йыл