Бәллүр болот. Гүзәл Ситдиҡова.



Бәллүр болот


Бәллүр болоттарға икәү
Ҡойҙоҡ һөйөү шарабын,
Осортоп алып юғалды
Яҙғы елдәр карабы.

Өйөрөлтөп йөрөттө лә
Кирегә килде тулып,
Шартланы болот-бокалдар
Туйыбыҙ төҫө булып.

Түгелһен наҙлы эсемлек,
Иҫертһен әле яҙҙы.
Шарабынан ауыҙ итеп
Килде бер шиғыр яҙғы.

Беҙ икәү ҡойҙоҡ шарапты,
Ә етте бар донъяға -
Ҡар аҫтынан һөйөү тулы
Сәскә күҙҙәре баға.






This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.