Бәләкәй ҡайын(әкиәт). Айһылыу Йәғәфәрова

Бәләкәй ҡайын(әкиәт). Айһылыу Йәғәфәрова ( әкиәт)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Бәләкәй ҡайын


 Бәләкәй ҡайындың иң яратҡан миҙгеле — йәй айҙары. Аҡланда һутлы ҡыҙыл еләк күренә башлағас, балалар һауыттарын тултырғансы еләк йыялар, ҡайтыр алдынан уның күләгәһендә ял итергә ултыралар. Уларҙың йырын тыңлаған ялбыр ҡайындың ҡанатланып әллә ҡайҙарға осҡоһо килә» Балалар ҡайын тирәләп әйлән-бәйлән уйнап та алалар. Ялбыр ҡайын уларҙы шатланып ҡаршы ала, моңһоуланып оҙатып ҡала. Иртәгеһен, тағы ла балалар күренмәҫме икән тип, ҡараштарын юлдан алмай. Ә инде ҡыҙыу бесән ваҡыты еткәс, ҡайындың ҡыуанысы эсенә һыймай. Аҡланда күпме кеше! Салғы тауышы сыңлай, малайҙарҙың ҡысҡырып ат ҡыуғаны ишетелә.
Эйе, бик күңелле була торғайны. Бөгөн таңда аҡ ҡайындың хәле тағы ла ауырлашты. Кисә ул һайыҫҡандан күрше урманға доктор тумыртҡаның килеүе хаҡында ишеткәйне. Уны бында саҡыр әле, тигәйне лә, тыңламаны һайыҫҡан.
— Эй, һоро ҡорттар, ниңә мине был тиклем язалайһығыҙ?— тип һораны ҡайын әкрен генә.
— Ә... ә... һин шулай тиһеңме, үҙеңде дөмөктөргәс, иптәштәреңә күсәбеҙ әле,— тип көлөштө аҡ ҡайындың тәнен йырғылап йөрөүсе яуыз ҡорттар. Ҡайын башҡа уларға бер һүҙ ҙа өндәшмәне, башын аҫҡа эйеп, тынып ҡалды. Ботағына ҡайҙандыр осоп килеп ултырған өкө тауышы уны һиҫкәндереп ебәрҙе.
— Ниңә былай күңелһеҙ күренәһең, аҡ ҡайын?— тип һораны өкө, күҙҙәрен йылтыратып.
— Күрмәйһеңме ни минең хәлде, үлемем яҡынлаша, төн ҡошо. Һоро ҡорттар йәшәргә ирек бирмәй миңә, зинһар, күрше урманға ғына барып килсе. Доктор тумыртҡа килгән тиҙәр унда, саҡырсы.
— Ух-ух-ух!— тип ҡысҡырып көлдө өкө.— Рәхмәт ҡорттарға, улар һине серетеп, миңә яңы оя әҙерләй икән.
— Ниңә улай тиһең, өкө,— тип шыбырланы аҡ ҡайын,— минең тиҙерәк һауығыуымды теләһәңсе, һиңә ҡыуыш ағас бөткәнме ни?!
— Хуш, киләсәккә оя, таң ата, башҡа һөйләшергә ваҡытым юҡ,— тине лә өкө ҡара урманына осоп китте. Аҡ ҡайын ялбарыулы ҡараш ташлап оҙатып ҡалды уны. Күп тә үтмәне, үлән ҡыштырлатып, кемдеңдер һаҡлыҡ менән генә йөрөүен һиҙемләне аҡ ҡайын.
— Кем йөрөй унда?— тип һораны ул ғәжәпләнеп.
— Белмәйһеңме ни? Урман сысҡаны бит мин.
— Беләм, беләм. Яҡшы беләм мин һине, урман сысҡаны... һүҙемде тыңла, урман сысҡаны. Күрше урмандағы тумыртҡа докторға ғына барып әйтәһеңме, мин бик ныҡ ауырыйым...
— Ниндәй ауырыу ул?— тип ғәжәпләнде урман сысҡаны. Аҡ ҡайын ыңғыраша-ыңғыраша үҙенең ҡайғыһын һөйләй башланы. Ләкин урман сысҡаны уның һөйләп бөткәнен көтмәне.
— Шулаймы ни, бик яҡшы булған. Кимерергә һинең йомшаҡ тамырҙарың кәрәк беҙгә,— тине лә үлән араһына инеп юғалды.
Нимә эшләргә һуң аҡ ҡайынға? Һыҙылып таң да атты. Ҡояштың тәүге нурҙарында ысыҡ тамсылары ялтырап китте. Йәшәүгә өмөтөн өҙмәй ҡайын, томан аша күрше урманға ҡарай. Ҡапыл аҡланды яңғыратып һандуғас һайрап ебәрҙе. Уның моңо алыҫ-алыҫтарға таралды. Аҡ ҡайын тәрән итеп көрһөндө.
— Елкәй, елкәй, һандуғасты минең яныма саҡыр әле,— тип үтенде аҡ ҡайын еләҫ елкәйҙән.
Тыңлаусан ел был үтенесте шунда уҡ һандуғасҡа хәбәр итте.
Бер аҙҙан һандуғас күрше урманға доктор тумыртҡаны алып килергә осто. Аҡ ҡайын еңел һулап ҡуйҙы. Хәҙер... Хәҙер киләсәк уның ҡотҡарыусы докторы.


1996 йыл