Бәпәй туйы. Гүзәл Ситдиҡова.


Бәпәй туйы


Япраҡтарҙа - бәпәй еҫе,
Ут-йәшелдән - йәшәү төҫө,
Лепкә кеүек йоҡа ғына,
Ҡайҙан ала йәшәү көсөн?

Япраҡтарҙа - бәпәй еҫе,
Инәләре - тын шатлыҡта,
Муйылдарҙың һөтө ташҡан,
Күҙ сағыла саф аҡлыҡтан.

Япраҡтарҙа - бәпәй еҫе,
Ҡырауҙан да ҡурҡмағандар,
Ғүмер биргәс, йүнен бирер,
Тәүәккәлгә ҡот-таған бар.

Япраҡтарҙа - бәпәй еҫе,
Һәр беренең - үҙ өлөшө,
Һутлы тупраҡ емләп тора,
Ҡойондора ләйсән төшөп.

Япраҡтарҙа - бәпәй еҫе,
Ҡыуаныстан яҙ туй ҡормош,
Бәпәй тыуыу шатлығынан
Күктәр салют атып тормош -
Дауам итә ерҙә тормош.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.