Бәхетле бул, балаҡайым. Фирүзә Абдуллина.


Бәхетле бул, балаҡайым. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.04.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Хоҙайымдан һорап алдым,
Көттөм һанап көнөн-айын,
Йәнем-тәнем менән теләп:
“Иҫән-һау бул, балаҡайым!”

Һөйөп-бағып, ҡурсап-яҡлап,
Һиндә генә булды уйым,
Бар хыялым, бар өмөтөм:
Тәүфиҡле бул, балаҡайым!

Һаулыҡ менән тәүфиҡ булһа,
Бәхет бирер Хоҙайҡайым.
Көнө-төнө теләп торам:
Бәхетле бул, балаҡайым!

Өф иттереп үҫтергәйнек,
Әле тағы ҡабатлайым:
Үҙ ғаиләң эсендә лә
Бәхетле бул, балаҡайым,
Бәхетле бул, балаҡайым…