Бәхеттәрем – тылсымлы төш кеүек... Фирүзә Абдуллина.


Бәхеттәрем – тылсымлы төш кеүек... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1982.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бәхеттәрем – тылсымлы төш кеүек,
Төштән матур өндәр бар микән?
Хаталарың – ҡараңғы төн кеүек,
Бәғер телгән ғәзиз йәр микән?

Хыянатың төштө араларға,
Кисерерлек һине көсөм юҡ…
Донъя матурлығы күренмәй ҙә,
Башҡаларҙа бер ҙә эшем юҡ…

Кисермәйсә , һинең эҙҙәреңә
Йәшем түгеп, яңғыҙ ҡалайым...
Ялҡындарҙа яңғыҙ ҡалайым да,
Таш күмерҙәй дөрләп янайым...