Ватан(хикәйә). Мостай Кәрим

Ватан ( хикәйә )
автор Мостай Кәрим
.Нәшер ителгән: 2006 йыл йыл. Сығанаҡ: "Башҡорт теле".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",2006 йыл


Ватан


 Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил — үҙенең тауҙары, икенсеһе — далалары, өсөнсөһө — һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота.
Урал... Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле болондар, киң баҫыуҙар, таҫма- таҫма юлдар, береһенән-береһе матурыраҡ ҡалалар килеп баҫа.
Урал... Ниндәй генә хазина юҡ уның йөрәгендә! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер...
Урал... Йөрөп аяҡ талыр, ҡарап ҡараш етмәҫ сикһеҙ яландар һәм туғайҙар, йырҙарҙа йырланған Ағиҙел, Ашҡаҙар, Һаҡмар...
Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙ — беҙҙең Ватаныбыҙ бит. 
Был байлыҡтар үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәгән. Халҡыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәт емеше ул. Уның өсөн халҡыбыҙ ҡан да түкте, тир ҙә түкте.

 


2006 йыл