Ватан(шиғыр). Мөхәмәтйәров Хәй

Ватан (шиғыр )
автор Мөхәмәтйәров Хәй
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ватан


 Минең Ватаным
 Океандарҙан киң,
 Гүзәллектә ул
 Сәскәләргә тиң.
 Минең илемдә
 Ҡояш та яҡты,
 Йондоҙҙар ҙа шат,
 Ер ҙә бик яҡшы.
 Минең илемдең
 Күге лә бик киң,
 Мин үҙ илемдә
 Ҡоштай ирекле.
 Мин һине, илем,
 Бирмәм һис кемгә,
 Һинһеҙ тормош юҡ,
 Йәшәү юҡ беҙгә,

 


1988 йыл