Ватан(шиғыр). Рәшит Ниғмәти

Ватан (шиғыр)
автор Рәшит Ниғмәти
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ватан


Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур,
Ҡояштай балҡып тора;
Тауҙары, зәңгәр болоттай,
Күктәргә ҡалҡып тора.
Һыуҙары, терегөмөштәй,
Йылтырап ағып тора;
Баҡсаларында емештәр
Ерҙәргә тамып тора.
Урмандар, әкиәт шикелле,
Гөр килеп, шаулап тора;
Ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр
Күҙҙәрҙе ялмап тора.
Был илдә һәр ваҡыт яҡты,
Был илдә һәр саҡ ал таң.
Шул бына беҙҙең Тыуған ил,
Шул бына беҙҙең Ватан.
  
 


1988 йыл