Ватан тәме. Гүзәл Ситдиҡова

Ватан тәме


Иҙел башы, һиңә оҡшаш
Аҫыл ерҙәр бар икән,
Чех йәшәгән тауҙар иле
Беҙҙекенә пар икән.
Бәрҙе тулы Тепла һыуы
Йөйәгемә иш мәллә?!
Беҙҙә - сихәтле Асы һыу,
Бында – ҡайнар шишмәләр.
Эҫе тынын бөркөп тора
Карл тапҡан ҡайнаҡтар*.
Арыу белмәҫ һаҡсы кеүек
Ҡаялары – һәр яҡта.
Түшәлеп ята көртмәле,
Өҙөп ҡабам береһен.
Юҡ! Беҙҙеке ише түгел –
Чехтар ары йөрөһөн!
Беҙҙең еләк тәмдәренә
Урал үҙе тәм биргән,
Аҫыл таштарының төҫө
Йәм өҫтөнә йәм биргән.
Табып булмаҫ инде еләк
Беҙҙекенә етмәле!
Ватан тәме һиңә етмәй,
Ҡайнаҡтағы көртмәле!
* Ҡайнаҡтар - ҡайнар шишмәләр


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.