Вокзалда хушлашыу

Вокзалда хушлашыу (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 06.12.1983. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (24-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ВОКЗАЛДА ХУШЛАШЫУ


Ысҡындырһам ҡайнар ҡулдарыңды
Һин осорһоң кеүек алыҫҡа,
Мин ҡалырмын, таңдар атҡан һайын
Күмелергә һары һағышҡа.

Юғалма һин, китмә, ысҡындырма,
Ҡулдарыңды минең ҡулымдан,
Ҡара, нисек бергә генә бара
Рельстар ҙа тимер юлында!

Айырылһаҡ туҡтар, емерлер
Тормош паровозы сараһыҙ…
Беҙ бит икәү бергә барабыҙ.
Бер бәхеткә юлдар ярабыҙ.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.