Вәлим(хикәйә). Ғариф Ғүмәр

Вәлим ( хикәйә )
автор Ғариф Ғүмәр
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Вәлим


 Беҙҙең Вәлим һис тә тик тормай. Өләсәһенә лә, миңә лә булыша. Иртән торғас, туҙандарҙы һөртә, иҙәнде һеперә.
— Балам, һин эште башҡаларға ҡалдырмайһың, — тим уға.
— Тик торорға яратмайым, — ти Вәлим.
Бер көн, уҡыуҙан ҡайтҡас, ул аяғы һынған ултырғысты төҙәтергә тотондо.
— Улым, был ултырғыстың бер аяғы ғына һынған ине бит. Ә икенсеһе ҡайҙа?
Вәлим битендәге тирен һөрттө лә:
— Икенсе аяғы ҡамасаулағас, алып ҡуйҙым, — тине һәм шаҡ-шоҡ итеп тағы эшкә тотондо.
— Тағы тотонған икән. Сығарып ташламай булмаҫ, ахырыһы, — тине өләсәһе. Ләкин Вәлим ултырғысты сығарып ташларға йыйынманы.
— Эшләһен, һөнәргә шулай өйрәнәләр, — тинем мин.
Бер ваҡыт Вәлим минең күлдәгемдең өҙөлгән һиҙәбен тағып биргәйне. Күлдәгемде кейә башлағас, башымды иҙеү аша үткәрә алмай аҙапландым. Вәлим, һиҙәпте таҡҡанда, уны күлдәктең арҡаһына эләктереп теккән дә ҡуйған икән. Мин асыулана башлағайным да, өләсәһе:
— Тора-бара өйрәнер әле, — тине һәм Вәлимдең арҡаһынан һөйҙө.
Һуңынан Вәлим һиҙәпте яңынан таҡты. Өләсәһе өйрәтеп, ҡарап торҙо.
Вәлим өйҙә уйнағанда ла әллә кемдәр булып бөтә: йә милиционер, йә табип, йә һалдат, йә шофёр булып ала.
Бөгөн төшкө ашты ашағас, Вәлим оҙаҡ итеп тәҙрәнән тышҡа ҡарап торҙо. Шунан ул ҡапыл:
— Олатай, кил әле. Ана, нисек күтәрә. Мин дә крансы булам. Ҙур өйҙәр һалам, — тине.
— Һалырһың, һалмай ни! Ултырғысты ла төҙәтә алманың, — тине шаярып ҡына өләсәһе.
— Өләсәй, төҙәтәм, барыбер төҙәтәм, — тине Вәлим.
Шунан аяғы һынған ултырғысты тотоп сығып китте. Тәүҙә таҡталарҙы тигеҙ генә итеп киҫте. Уларҙы йышты, һәйбәтләп елемләп йәбештерҙе. Бер-ике сәғәттән ейәнем менән икәүләп ултырғысты дүрт аяғына баҫтырҙыҡ. Атаһы менән әсәһе эштән ҡайтҡас, киске ашты Вәлим үҙе төҙәткән ултырғысҡа ултырып ашаны.

 


1988 йыл