Вәғәҙә. Гүзәл Ситдиҡова

Вәғәҙә


       
Танышым бар – һис бер ҡасан
Юҡ, тип бирмәҫ яуабын,
Үтәргә ул гел һүҙ бирә
Һәр кешенең талабын.
Бер дуҫына ул һүҙ бирҙе
Бәрәңге алышырға,
Икенсеһен ышандырҙы
Шахматта ярышырға.
Өсөнсөһө ял буйына
Футбол уйнарға көттө,
Апаһының, ул килер тип,
Көнө файҙаһыҙ үтте.
Әсәһенә лә яуаплай:
- Эшләп ҡуям мин хәҙер!
Ни ҡушһаң да һис, юҡ, тимәй,
Булышырға гел әҙер.
Буш ҡыуыҡтай вәғәҙәләр
Ҡойолоп ҡына тора.
Күктән йондоҙ кәрәк булһа
Һин унан ғына һора.
Була ул, ти(е)р, һис юҡ тимәҫ,
Имеш, ҡалдырмай хәтер,
Тик кәйефте боҙмай тиеп
Уны хәҙер кем әйтер?



2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.