Гүзәл Ситдиҡова.Йыр яратҡан ҡатын


* * *


Алла Пугачеваның "Женщина, которая поет"
тигән йырынан
Яҙмыш, миңә йәлләмә мәрхәмәт,
Көтәм һинән бары тик мәрхәмәт,
Яҡла мине, ал ҡанатың аҫтына,
Күтәр мине бәхет тулы ҡатыңа
Бәхет бирсе! Бәхет бирсе
Йыр өсөн тип йәшәгән ҡатынға

Бәлки ҡалған юлым оҙон түгелдер,
Булһа булһын, тик ҡыйма күңелде,
Йорт усағым һүндерә күрмә бары,
Булһасы янымда гел һөйгән йәрем,
Тик ул, тик ул, тик ул
Йыр өсөн тип йәшәмәгән йәрем

Дуҫ-дошманды айырырға өйрәт һин,
Йәшлегемде һаҡларға өйрәт һин,
Йырҙан мине биҙҙерә генә күрмә,
Күңелемдәге осҡондо һүндермә,
Минең, минең, минең -
Йыр өсөн тип йәшәгән ҡатындың

Яҙмыш, бала ҡайғылары бирмә,
Ҡартлығымды яңғыҙлыҡҡа күммә,
Хәсрәт килер булһа йортом түренә,
Тик балама түгел, бир һин үҙемә
Миңә!
Йыр һөйгән миңә

Яҙмыш, миңә йәлләмә мәрхәмәт,
Көтәм һинән бары тик мәрхәмәт,
Яҡла мине, ал ҡанатың аҫтына,
Күтәр мине бәхет тулы ҡатыңа
Бәхет бирсе! Бәхет бирсе
Йыр өсөн тип йәшәгән ҡатынға


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.