Гүзәл Ситдиҡова. Йөрәгем гөлләмәһе

Йөрәгем гөлләмәһе edit

Берәүҙәрҙе яҙҙар күккә сөйә,

Баш эйҙертә мине тупраҡҡа,

Тарап-тарап ергә орлоҡ һалам,

Өмөт-мая бағлап көҙ яҡҡа.

Ҡырауҙарҙан ҡурсый йән йылыһы,

Йөрәк ҡаны менән һуғарам,

Ергенәйем түлһеҙ ҡалмаһын тип

Эш аттарын һирәк туғарам.

Сәскәләрем бөгөн тажын асҡан,

Һөйөнөшөп бағып күктәргә,

Һәр береһе емшән үҙәгенә

Йөрәгемде һалып күтәргән.