Гүзәл Ситдиҡова. Ҡара сәйнүк

* * *


Ҡара сәйнүк, нисә йылдар
Хеҙмәт итте бесәндә,
Йәйҙәр етһә иҫкә алам,
Үткәндәрҙе сисәм дә.
Әллә ни ҙә түгел үҙе -
Ябай ғыная монаят,
Тик бесәндә сәй булмаһа
Эш барамы - үл дә ят!
Сабынға тәү йыйынғанда
Иң хөрмәтле ул - сәйнүк,
Арбаға менеп ҡунаҡлай
Ҡара сәйнүк - иң тәүҙ(ә) үк!
Яланға килеп етеүгә
Ҡунаҡлай ул усаҡҡа,
Мәтрүшкә, еләк еҫтәре...
Утын ташыу ҡосаҡлап...
Сәйнүк сәйе ҡеүәт өҫтәй,
Ямғыр яуһа - йыуата!
Кисен кеше күҙҙәренән
Йәшерәбеҙ ҡыуаҡҡа.
Йәшермәйсә! Ике ҡулһыҙ
Ҡалайыҡмы беҙ унһыҙ?!
Ашһыҙ - була, сәйһеҙ - булмай,
Сәйһеҙ эшең дә уңһыҙ.
Кәрәк түгел бесәнлектә
Алтын самауырҙарың,
Бер ни ҙә алмаштыралмай
Усаҡта шаулап ҡайнаған
Ҡара сәйнүк йырҙарын.

...Һәр кемгә лә яҙмаған шул
Кешеләр араһында
Ҡара сәйнүк була алыу
Милләттең арбаһында


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.