Гүзәл Ситдиҡова. Өләсәйем миндеге


* * *


Йүткерә лә йүткерә бит,
Ауырый ҙа балам, тип,
Хәҙер яуыз был һыуыҡты
Һинән тартып алам, тип,
Өләсәйем мунса яҡты,
Ап-аҡ ҡына мунсаһын,
Төрлөһөнән һайлап алды -
Миндегенең мул сағы.
Мәтрүшкәле ҡайын миндек,
Йәйектән торған миндек,
Йүкә миндек, ерек миндек -
Кинәнеп мунса индек!
Өләсәйем әй туҡманы
Ҡайыҙланы йүтәлде.
Ҡайнар һауа... Урман еҫе...
Теләгәне үтәлде:
Һыпырып ҡына ташланы
Аҡ мунса минең сирҙе,
Тыуған ер сихәтен тәнгә,
Йәнгә лә миндек бирҙе.
Урман-ерем көсөн йыйған
Шифалы ябай миндек-
Уның менән туҡмай-туҡмай
Күпме сирҙәрҙе еңдек!
Тәнемә түгел, йәнемә
Һыуыҡ үрләгән мәлдә
Шифа эҙләп юлға сығам –
Урмандарым бар әлдә.
Күк тауҙарым, саф һыуҙарым,
Зөмрәт ҡырҙар киңлеге,
Тыуған ерем һәр саҡ миңә -
Өләсәйем миндеге.


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.